Ҡыҙыл башлыҡ менән сәйәхәт.
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)
Театраштырылған дәрес иртәлек(өлкәндәр төркөмө)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kyzyl_bashlyk_menn_syht.doc | 290 КБ |
Предварительный просмотр:
«Әкиәт» балалар баҡсаһы
Ҡыҙыл башлыҡ менән сәйәхәт.
(Өлкәндәр төркөмөндә театрлаштырылған дәрес- иртәлек)
Тәрбиәсе: Килмөхәмәтова Л.Ә.
.
Маҡсат: мәктәпкәсә йәштәге балаларға аңлайышлы булған элементарь экологик белем биреү;
тәбиғәт донъяһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу үҫтереү;
бала һәм тәбиғәт өсөн хәүефһеҙ булған экологик тәртип күнекмәләре формалаштырыу;
уратып алған тәбиғәткә гуманлы һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
тәбиғәт күренештәрен күҙәтеү күнекмәләре формалаштырыу.
Балалар залға кереп ултыралар.
Тәрбиәсе:Балалар ҡунаҡтарҙы сәләмләп алайыҡ.Беҙ һеҙҙең менән ҡыҙыҡ әкиәт ҡараясаҡбыҙ.Шулай итеп әкиәтте башлайбыҙ.
Ҡыҙ сыға.Лейка алып сәскәгә һыу һибә.Әсәһе килеп инә.
Әсәй:Шулай уңған инде минең ҡыҙым:сәскәләргә һыу ҙа һипкән.Бына ҡыҙым һиңә башлыҡ тектем,ҡыҙылдан ғына.(башлыҡты кейҙерә)
Ҡыҙ: Матур ғына башлығымды
Әсәйем тегеп бирҙе.
Рәхмәт әсәй,рәхмәт әсәй
Шатландырҙың һин мине.
Әсәй: Йылы тәнеңдә туҙһын
Өр-яңы башлыҡҡайың
Ҡояш кеүек йылы булһын
Һәр кемгә күңелкәйең.
Әсә китә,ҡыҙ көҙгө сығарып башлығын ҡарай.
Әсәй:Ҡыҙым өләсәйең ауырып тора икән.Бына тәмле бәлеш бешергәйнем,әллә алып барып киләһеңме?
Ҡыҙ: Ярай әсәй,алып барырмын.
(ҡыҙ урман буйлап китә,йырлай)
Ҡыҙ: Ай-ай-ай
Бында ни булған?
Урманды сүп-сар баҫҡан..
Инде ни эшләйем икән?...
Тәрбиәсе: Балалар,Ҡыҙыл башлыҡҡа ярҙам итәйек инде-урманды былай сүп-сарҙан таҙартырға кәрәк.
(уйын-Сүп-сар йыйыу)
Ҡыҙыл башлыҡ артабан китә.
Ҡыҙ:Урманды таҙартҡас ,ниндәй матур күбәләктәр осоп сыҡтылар.
(музыка башлана,күбәләктәр сығалар ,бейейҙәр)
Күбәләк: Ҡыҙыл башлыҡ,Ҡыҙыл башлыҡ
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Тырызҡайын элгән дә
Матур күлдәген кейгән.
Күбәләк: Ҡыҙыл башлыҡ,ҡыҙыл башлыҡ
Беҙ һине яратабыҙ.
Тик урман ҡағиҙәләрен
Һинән ҡабатлатабыҙ.
-Ә һин урман ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Тәрбиәсе: Балалар,әйҙәгеҙ беҙ ярҙам итәйек.
(слайд-шоу)
-Ағас ботаҡтарын һындырма!
-Бөжәктәрҙе тотма!
-Ҡоштар ояһын туҙҙырма!
-Усаҡ менән һаҡ бул!
-Ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырма!
-Урман йәнлектәренә теймә!
-Тәбиғәттә сүп-сар ҡалдырма!
(Ҡыҙыл башлыҡ артабан китә)
(Ҡаршыһына бүре осрай)
Бүре: Эхх,бирәм тигән ҡолона-сығарып ҡуйған юлына.Бына бит үҙе килеп сыҡты нәм-нәм-нәм.
(уратып ҡарап йөрөй)
-һин ҡурҡма,мин һиңә теймәйем,тик бына мин белмәгән һорауҙарға ғына яуап бир әле.
(Викторина)
-Доньялағы иң ҙур ҡош?
-Ә иң бәләкәй ҡош?
-Был үҫемлек үҙе туйындыра ла,кейендерә лә,яза ла бирә?
-Күҙҙәре мөгөҙөндә,өйө арҡаһында.Нимә ул?
-Кем урманда ҡыш буйы йоҡлай?
-Ниндәй ҡоштар яҙ килтерә?
-Ә ниндәй ҡош ҡурҡыныс килгәнен иҫкәртә?
-Ниндәй йорт хайуанын оҙон ҡолаҡ тип йөрөтәләр?
-Урман санитары,урман барабансыһы?
-Тейен ҡайҙа йәшәй?
Бүре: Тә-әк был һорауҙарға яуаптар алдым.Һеҙҙең менән уйнау оҡшап ҡалды ул-Бына мин һүрәттәр ҡарарға яратам.Тик был һүрәттәрҙең нимәһелер дөрөҫ түгел.
(уйын-Дүртенсе артыҡ)
Бүре:Был эште лә дөрөҫ эшләнеләр.Тик минең ҡорһаҡты был ғына туйҙырмай бит әле.Был ҡыҙҙы ашайым да ҡуям-Өләсәһенә барып йөрөүе йыраҡ.
Һин ошонда ултырып тор,ә мин һиңә матур сәскә килтерәм.
(ултырта ла үҙе ҡулдарын ыуалап ҡарап йөрөй)
(музыка ишетелә,һунарсылар килеп инә,бейеү)
Һунарсы: Эй,Бүребай,Бүребай
Яуыз булдың оялмай.
Бәләкәй генә ҡыҙҙы
Ашарға бит ярамай!
Һунарсы: Атаң һиңә ни тигән?
Кешегә теймә тигән.
Был эшеңде ташла,
Ҡуян кеүек һин дә
Үлән ашай башла.
(музыка аҫтында бүрене алып сығалар)
Тәрбиәсе: Яуыз бүре Ҡыҙыл башлыҡты саҡ ашамай ҡалды,ярай батыр һунарсыларыбыҙ булды.Әйҙәгеҙ ҡыҙыл башлыҡҡа артабан барыу ҡурҡыныс булмаһын өсөн бергәләп уны оҙатып ҡуяйыҡ.
(Күмәк бейеү-Урманда)
(балалар бейегәндә ширма әйләндереп ҡуйыла-унда өй эсендә өләсәй ултыра)
Ҡыҙ: Һаумы Өләсәй.
Өләсәй:Эй минең ейәнсәрем килеп еткән бит.Һаумы-һаумы ҡыҙым.
Ҡыҙ: Бына әсәйем тәмле бәлештәр ебәрҙе.
Өләсәй: Рәхмәт инде.Әҙерәк сырхап т ора инем,бына төрлө дарыу үләндәре ҡушып эскәс-йүнәлдем дә киттем,аллаға шөкөр.
(шул ваҡыт бүре йүгереп килеп сыға)
Бүре: Янғын-янғын,урманда янғын сыҡҡан!Унда бөтә йәнлектәр янғын эсендә ҡалған!
Өләсәй :Уларға ярҙам итергә кәрәк бит!
Тәрбиәсе:Өләсәй ҡайғырмағыҙ,беҙҙең балалар йәнлектәрҙе лә алып сығыр,утты ла һүндерерҙәр.Йәгеҙ балалар ике командаға тороп Йәнлектәрҙе ҡотҡарайыҡ.
(Уйын-янғын һүндереүселәр)
Өләсәй: Бына шәп балалар,утты ла һүндерҙеләр,йәнлектәрҙе лә ҡотҡарҙылар.Бүре һиңә лә рәхмәт-ваҡытында килеп әйттең.Һин бөтөнләй яуыз түгелһең икән.Шундай батыр ҡыҙыма,балаларға минең күстәнәстәрем дә бар.Рәхәтләнеп һыйланығыҙ.(кәрзин менән алма бирә)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"Туган җир кайдан башлана?"
План конспект занятия, в подготовительной группе, по развитию речи на тему рассказ по картине « Зимующие птицы ».Автор занятия: Халимова Гульназ Гаязовна, воспитатель 2 квалификационной ка...
“Гаилә җылылыгы-җылы сүзләрдән башлана”
Бу рәхимсез заманда бер-беребезгә сүз җылылыгына кызганмасак иде.Җылы сүзләргә саранланмагыз.Бу ялагайлану түгел.Гадәттә без,ошамаса тәнкыйтьлибез.ошаса-дәшмибез.Кешеләрдәге яхшы якларны таный белү мө...
Тәрбия гаиләдән башлана
Бу язмада ата - аналарга балаларны әдәпле, мәрхәмәтле итеп тәрбияләү өчен киңәшләр бирелә....
Әти – әниләр өчен киңәшләр «Тәрбия гаиләдән башлана » Кечкенәләр төркеме
Әти – әниләр өчен киңәшләр«Тәрбия гаиләдән башлана »Кечкенәләр төркеме...
Эти - энилэр очен кинэшлэр.Тэрбия гаилэдэн башлана.
консультация...