Мое творчество.
учебно-методический материал (старшая группа)

Имангулова Ляйсан Маратовна
#МинеңӘкиәт2021 Нурсултан менән Шаяндин мажаралары. (Заманса мөғжизәле әкиәт)
Борон-борон заманда түгел,ә хәҙерге ваҡытта, йәшәй, ти, Нурсултан исемле бик шуҡ һәм зирәк малай.

Ирәндек тауы итәгендә генә йәшәгәнгә күрә, Нурсултан көн һайын тауға менеп көс алып, йүгереп уйнап алырға ла иренмәй.

Күп малайҙар кеүек, Нурсултан динозаврҙар менән ҡыҙыҡһына икән.

Ниндәй генә динозаврҙарҙы белмәй ул!Китаптарҙан ҡарап, улар тураһында бик күп мәғлүмәт туплаған малай. Үҙенә шундай маҡсат та ҡуйған - киләсәктә палеонтолог булырға. Тимәк, ул үҫкәс тә динозаврҙар доньяһын өйрәнәсәк!

Нурсултан бик тә мөғжизәләр ярата. Шуғалырмы, мөғжизәләр уның юлында осрап ҡына тора.

Шулай бер көн Ирәндек итәгендә уйнап, ныҡ арыған малай йоҡларға ятты. Әсәһе
- Тәмле төштәр,аҡыллым,-тип тыныс йоҡо теләгәс, "Һиңә лә, әсәкәйем"-тип әйтергә уйланы ла, ләкин йоҡоһо шул тиклем көслө ине уның, эстән генә ниҙер мығырлап ҡуйҙы ла йоҡлап та китте.

- Нурсултан,уян!-тигән тауышҡа күҙҙәрен асҡан малай,ай яҡтыһында үҙенә ҡарап торған бәләкәй динозаврҙы күреп, һикереп килеп ултырҙы.
- Һин кем?- тине Нурсултан.
- Мин динозаврҙар иленән килдем,исемем Шаяндин. Әйҙә, мин һине үҙемдең илемә ҡунаҡҡа алып ҡайтам.

"Әсәйемә,атайыма ни әйтермен икән?"-тип уйлап та өлгөрмәне, "Ҡурҡма, таң атҡансы ҡайтып етерһең", -тине Шаяндин.

Йәйге аяҙ төн шул хәтлем йылы һәм яҡты ине. Нурсултан менән Шаяндин Ирәндеккә йүгереп менеп киттеләр. Түшәлеп ятҡан болоттар араһынан иң йомшаҡ һәм күпереп торғанына күрһәтеп "Ултыр"-тиеп ымланы Шаяндин. Шулай болотҡа ултырып улар осоп та киттеләр.

Болот тәүҙә шәп осто.Бына төн тиҙ генә көн менән алышынды, болт яйлап тиҙлеген кәметте. Аҫта ғәжәп матур йәшеллек күҙгә салынды. Болот, ниһәйәт, туҡтаны һәм оҙон муйынлы диплодок килеп баҫты ла елкәһен болотҡа терәне. Шаяндин шунда уҡ диплодоктың муйыны буйлап ҡысҡыра-ҡысҡыра, тауҙан шыуған кеүек, төшөп тә китте. Малай ҙа ҡурҡып торманы, уның артынан елдерҙе.

Улар төшкән ерҙә бәләкәй генә динозаврҙар ҡыуыҡтар менән уйнайҙар ине. Тирә-яҡта абағаға оҡшаған ҙур-ҙур үләндәр, бейек-бейек ағастар, төрлө тәмле емештәр үҫә, ожмах баҡсаһымы ни!
Ошо матурлыҡҡа һоҡланып ,Нурсултан яңы дуҫы менән рәхәтләнеп уйнаны.
Шулай йүгерә торғас, ҙур бер емеш ағасы эргәһендә динозавр балаһын күреп ҡалды Нурсултан.

- Һин кем? тип һораны ул унан.
- Мин-аллозавр. Был илдә бөтәбеҙ ҙә үлән һәм емеш -еләк менән генә туҡланабыҙ. Мин хәҙер ит бөтөнләй ашамайым. Әйҙә, һин дә һыйлан,- тип ҡунаҡты емеш-еләк менән һыйланы.

Аллозавр менән хушлашып та өлгөрмәне, һауала ниндәйҙер тауыштар сыҡты. Баҡтиһәң,птерозаврҙар осоп килә икән.

"Әйҙә ,ултырығыҙ", - тип ҡанаттарын йәйеп ебәреүгә береһенә - Шаяндин, икенсеһенә Нурсултан ултырып осоп
сығып та киттеләр.

Ерҙәге бөтә хозурлыҡты бейектән күҙәтеү үҙе бер мөғжизә икән ул! Бына һөт фонтаны янынан осоп уҙҙылар. Саҡ ҡына уңдараҡ, тау шикелле өйөлөп, динозаврҙарҙың йомортҡалары ята икән. Артабан һоро төҫтәге бер йылға ағып ята.

- Нурсултан, был шоколад йылғаһы!- тип ҡысҡырҙы Шаяндин.

Птерозаврҙар тап шунда килеп төштөләр ҙә инде.

"Әйҙә, һыйлан",- тине улар ҡунаҡҡа.Малай һис тә аптырап тормай ,яр буйында ятҡан ағасты ҡалаҡ итеп шоколад менән һыйланырға кереште. Телеңде йоторлоҡ бит әй! Ундай шоколадты бер ҡасан да ашағаны юҡ ине уның.

Ҡунаҡ малай һыйланып бөткәс Шаяндин " Нурсултан,ҡайтырға ваҡытта етте һиңә,икенсе ваҡыт сәйәхәтте дауам итербеҙ"- тине. Птерозаврҙар тағы ҡанаттарын йәйеп ебәрҙеләр һәм ике дуҫ үҙ урындарын алдылар. Улар осоп килгән көмөш болотҡа ултырҙылар һәм ҡайтыу яғына юл алдылар.Күҙ асып йомғансы улар Ирәндектең башында инеләр.Нурсултан менән Шаяндин хушлаштылар һәм тиҙҙән тағы күрешергә һүҙ бирештеләр. Сәйәхәттән тәҫьораттары эсенә һыймаған малай йүгерә-йүгерә ҡайтып китте. Уның ингәген берәү ҙә һиҙмәне, ипләп кенә инеп ятты.Ә малай уйҙары менән һаман да мөғжизәле динозаврҙар илендә ине..

 

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Занятие по ФГТ для младшего дошкольного возраста "Знакомство с творчеством художника Ю.А.Васнецова по мотивам сказки К.Чуковского "Краденное солнце"(образовательные области: художественное творчество, познание, коммуникация).

Занятие по ФГТ для младшего дошкольного возраста«Знакомство с творчеством художника –иллюстратора Ю.А.Васнецов  по мотивам сказки К.Чуковского «Краденое солнце»(образовательные области: худ...

консультация для родителей "Ребенок в мире творчества и творчество в жизни ребенка"

Мир ребенка – это сложный комплекс разнообразных зрительных, слуховых, осязательных ощущений. Чувственное восприятие мира захватывает ребенка, полностью владеет им, побуждая к созиданию, поиск...

"Детское музыкальное творчество. Музыкально - ритмическое творчество."

1. Теоретические основы и задачи музыкально - ритмического воспитания...

Рабочая программа студии изобразительного творчества "Вдохновение" (на основе Программы художественного воспитания, обучения и развития детей 4-7 лет «Цветные ладошки» Лыковой И.А. по теме «Экопластика в детском творчестве»)

Рабочая программа студии изобразительного творчества "Вдохновение" (на основе Программы художественного воспитания, обучения и развития детей 4-7 лет  «Цветные ладошки» Лыковой И.А. по теме «Экоп...

Теоретическая часть педагогического проекта "Развитие творчества детей в процессе создания иллюстраций к произведениям русского народного творчества" в дальнейшем именуемый "Книжкин-художник".

Знакомство детей с книжной иллюстрацией развивает   эстетические чувства, формирует художественный вкус, дает простор воображению и собственному творчеству детей. ...

Реферат на тему: «Детское творчество в развивающих играх». Реферат на тему: «Детское творчество в развивающих играх».

1.Введение. Хочется поговорить об играх, но играх необычных. Их нельзя, как игруш­ку, просто дать ребенку и сказать: « Играй!» - игра может не пойти.Их нельзя показывать все сразу, а только...

Перспективное планирование по художественному творчеству. Раздел "Изобразительное творчество"

Данный перспективный план предназначен для подготовительной к школе группы...