Имангулова Ляйсан Маратовна

"Я не могу управлять направлением ветра, но всегда могу так поставить паруса, чтобы достичь своей цели" . Оскар Уайльд.

Дать Детству в Детстве состояться!

Профессия: Учитель-логопед

Профессиональные интересы: Мотивирую детей интересными и полезными играми.

Увлечения: Люблю фотографировать.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: г. Баймак

Место работы: МАДОУ ЦРР - детский сад "Айыукай" г. Баймак

Звание, ученая степень: Отличник образования Республики Башкортостан

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/imangulova-lyaysan-maratovna
Цель творчества-самоотдача, а не шумиха, не успех.
Б. Пастернак

О себе

 

 

 

 Я работаю в   детском саду " Айыукай" г.Баймак учителем-логопедом.  

 Что значит для меня эта работа? Это моя жизнь, моё призвание.     А еще - ощущение молодости, возможности проживать детство снова и снова, находиться в мире добра, любви, фантазии, творчества.

 

   Как бы банально это не звучало, но с самого раннего детства я знала, что буду работать с детьми.Даже когда делала домашнюю работу,я представляла себя учителем и помогала делать уроки "ученикам". После окончания школы  я поступила в Сибайский педагогический колледж по специальности "учитель начальных классов". После окончания колледжа долго думала по какому направлению идти дальше. Как раз в это время в Сибае открыли  группу дефектологического  факультета Московского открытого педагогического университета им.Шолохова,с очно-заочном обучением.Это был единственный набор и нам посчастливилось  стать первыми ласточками -логопедами в своем регионе.

С 2001 года я работаю в с детском саду " Айыукай". 

 Я с радостью иду на работу, и получаю удовольствие от общения с детьми. С ними я забываю о проблемах, не чувствую усталости, они вдохновляют меня на творчество. Каждый день, приходя на работу, я вижу детские глаза, которые горят радостью от встречи со мной. Дети бегут ко мне на встречу, ожидая какого-то чуда, следя за каждым моим словом, за интонацией голоса. С детьми не бывает скучных и однообразных дней, каждый раз происходит что-то новое, интересное, открывается новый мир, новая жизнь. Самое главное в нашей профессии — любить детей, любить просто так, ни за что, отдавать им своё сердце.  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Мои достижения

  2015 - 2020 йылдар уҡыу йылдарында  М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә “Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиәне ойоштороу моделе” темаһына эксперименталь майҙансыҡ эшләне. 

        Майҙансыҡтың актуаль йүнәлеше итеп, балаға халҡыбыҙҙың тарихын, милли ғөрөф- ғәҙәтен, ижадын өйрәтеү, уны көслө рухлы, үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләү алынды.

       Майҙансыҡтың эш һөҙөмтәһе булып, ижади төркөм авторлығындағы  З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан региональ программа "Башҡортостан-тыуған илем" һәм "Башҡортостан-Гөлбостан" хрестоматияһы тора.

 

Моё портфолио

Теле барҙың – иле бар

Тел тәрбиәһе – ул нигеҙ ташы. Был нигеҙҙе ҡороуҙа иң мөһиме – балаға дөрөҫ үрнәк күрһәтеү. Ағас тамырынан һут алған кеүек, йәш быуындың да үҙ милләтенең рухи ҡиммәттәре нигеҙендә тәрбиәләнеүе мотлаҡ. Был йәһәттән ҡалабыҙҙың “Айыуҡай” балалар баҡсаһында кескәйҙәр рух һәм туған телебеҙгә һөйөү менән һуғарылған мөхиттә тәрбиәләнә. Халҡыбыҙҙың киләсәк быуыны телле лә, рухлы ла булып үҫһен өсөн баҡсабыҙҙа бар мөмкинлектәр булдырылған. Төп йүнәлештәрҙең береһе булып, баланың телмәрен үҫтереү, туған телдә иркен аралашҡан һәм фекерләгән, телебеҙ булмышына битараф булмаған шәхес тәрбиәләү.

Телгә һөйөү уятыуҙа, баланың тел байлығын үҫтереүҙә ҡулланылған төп материал – башҡорт балалар фольклоры. Халыҡ һүҙен, ата-бабаларыбыҙҙың аҡылын туплаған, халҡыбыҙҙың ижади гәүһәре булған балалар фольклоры аша ауыҙ-тел ижадын бала күңеленә еткерәбеҙ ҙә инде. “Урал батыр мәктәбе” инновацион майҙансығы сиктәрендә мәшһүр эпосты балалар араһында яттан һөйләүселәр бәйгеһенең даими үткәрелеп тороуы – күп төрлө эштәребеҙҙең бер генә миҫалы.

Беҙ ғилем, мәғрифәт, техника, ғөмүмән, үҫеш кимәленең аҡыл етмәҫ дәрәжәлә юғары күтәрелгән бер заманында йәшәйбеҙ. Телмәр үҫтереү йүнәлешенә лә ниндәйҙер яңы алымдар, яңы эш төрҙәре индермәйсә мөмкин түгел. Был йәһәттән баҡсабыҙҙа даими эш алып барыла. Шул уҡ фольклор материалдары ҡулланып төҙөлгән электрон уйындар, компьютер технологиялары ярҙамында төшөрөлгән башҡорт телендәге йәнһүрәттәр, квест-уйындар – былар барыһы ла бик отошло эш төрҙәре. Үҙе актер ролендә һөйләп төшөрөлгән ҡурсаҡ театры барышында телдең бөтә нескәлектәрен тойоп үҙенә һеңдергән баланы күреү үҙе бер тамаша.

Баҡсабыҙҙа даими үткәрелеп торған шиғри аҙналыҡтар сиктәрендә ойошторолған конкурстарҙа, нәфис әҙәбиәтебеҙҙең аҫыл ташы булған шиғырҙар, эпостар, бәйеттәрҙе һөйләгән балаларҙың бер ваҡытта ла телебеҙ яҙмышына битараф булмаясағына ышаныс тыуа.

Телмәр үҫтереү барышында башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен өйрәнеүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Сөнки тап балалар баҡсаһында ғына был эшкә айырым баҫым яһау мөмкинселеге бар. Артабан мәктәпкә барғанда бала рус класын һайлай икән, был йүнәлештең бөтөнләй ситкә китеүе бар. Шуға күрә телебеҙҙең үҙенсәлекле өндәрен ҡуйыу, телмәргә индереү өҫтөндә даими эш алып барыла.

Нәфис тә, моңло ла булған телебеҙҙә матур итеп һөйләшкән һәм аралашҡан баланы күреп күңелгә йылы йүгерә, телебеҙҙең шул хәтлем йомшаҡ та, бай ҙа икәненә тағы бер тапҡыр инанаһың.

Ләйсән Иманғолова 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: