Сюжетлы -ролле уйын
материал (средняя группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна
Уртансылар төркөмө өсөн -ролле уйын конспекты.Темаһы "Дауаханала"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл syuzh-rol_igra_bolnitsa.docx15.12 КБ

Предварительный просмотр:

Уртансы төркөмдә нәфис әҙәбиәт ҡулланып

“Дауаханала” сюжетлы-ролле уйынын ойоштороу

Тема: “Дауаханала” 

Маҡсаттар: уйын барышында балаларҙың табип һөнәре тураһындағы белемдәрен ҡуллана алыуҙарына ирешеү; әлеге хеҙмәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт уятыу; табип һөнәренең бик әһәмиәтле икәненә, дауаханалағы башҡа һөнәр эйәләренең дә кәрәкле икәненә төшөндөрөү; нәфис әҙәбиәт аша коммуникатив күнекмәләрҙе формалаштырыу; рольле диалог килеп сығыуына этәргес яһау; ауырыу кешегә ҡарата ярҙам күрһәтеү, иғтибарлылыҡ, сабырлыҡ, ҡыҙғаныу хиҫтәре тәрбиәләү; автомеханик, водитель, һатыусы һөнәрҙәрен дә иҫкә төшөрөү; уйындың йөкмәткеһен уйлап табыуҙа иреклек биреү; берҙәм, татыу уйнауҙарына ирешеү; уйын йыһаздарына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: “Доктор” уйынсыҡ наборы, халаттар, башлыҡтар, амбулатор карталар, телефон, ноутбук, аптека өсөн йыһаздар, руль, ашығыс ярҙам машинаһын төҙөү өсөн йомшаҡ модульдар, автомеханиктарға жилеттар, каскалар, инструменттар, бейджиктар, “Ғаилә” сюжетлы-ролле уйыны өсөн уйынсыҡтар, йыһаздар.

Уйын барышы:

  1. Ойоштороу өлөшө

Төркөмдә балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлек ваҡыты. Ҡапыл бала илаған тауыш ишетелә.

Тәрбиәсе: - Балалар, ишетәһегеҙме, кемдер илай… (ҡурсаҡты табып ала)

  • Был кем? (Беҙҙең ҡурсағыбыҙ Айгөл)
  • Айгөл, ниңә илайһың? Ул ҡулымды ауырттырҙым, ҡоланым тей, балалар. Әйҙәгеҙ әле бергәләшеп Айгөлде йыуатып, әүрәтеп алайыҡ:

Әлли-лән, бәллилән,

Ҡурсаҡ бейей белмәгән.

Һап иткән дә ҡолаған,

Әү-әү итеп илаған(йыуаталар)

  • Ҡарағыҙ әле, бәпес минең әсәйем, атайым ҡайҙа ти… Кем бөгөн Айгөлдөң әсәһе була? (һайлайҙар) Кем атаһы булам ти? (малай-атай һайлана)
  • Балалар, Айгөл һаман илай, ҡулым ауырта ти, уға ярҙам кәрәк. Нисек ярҙам итәбеҙ? (Врач, ашығыс ярҙам саҡырабыҙ)
  • Афарин. Кем булһа ла ауырып киткәндә беренсе ярҙамсылар – врачтар, табиптар. Улар ҡайҙа эшләй? (больницала, дауаханала - әйттереү)
  • Эйе. Ә беҙҙең дауахана бармы? (бар) Тимәк, беҙ бөгөн ниндәй уйын уйнайбыҙ? (дауахана) Эйе, дауаханабыҙ бар, ә табиптары юҡ.. Йә, әйтегеҙ әле, балаларҙы дауалай торған табип нисек атала? (педиатр). Кем бөгөн педиатр була? (һайлайҙар)
  • Ә кем беҙҙең дауахананың регистратураһында ауырыуҙарға амбулатор карталарын табып, биреп тороусы, шалтыратыуҙарға яуап биреүсе медсестра булып эшләй? (Һайлайҙар).
  • Ә кем гардеробта кейемдәрҙе элеп тороусы, бахилылар һатыусы булып эшләй? (Һайлайҙар)
  • Кем беҙҙең дауаханың баш табибы була бөгөн? Әйҙәгеҙ әле уны һанашмаҡ менән һайлайыҡ!

Бергә: Ары ла – аласыҡ,

             Бире лә аласыҡ.

             Ҡыр ҡапҡаһы шар асыҡ.

             Аҡ суҡ, ҡара суҡ,

             Торма бында, бар сыҡ! (баш табип һайлана)

  • Тағы ла һәр дауаханала аптека – дарыухана була. Унда нимәләр һатыла? (дарыуҙар, витаминдар). Эйе. Аптекала эшләүсе һатыусы – аптекарь, йәки фармацевт тип атала. Беҙҙең фармацевтыбыҙ булырға кем теләй? (һайлана)
  • Балалар, дауаханала бөтә ер таҙа, бөхтә булыуы бик кәрәк. Унда иҙән йыуыусы, йыйыштырыусы, ауырыуҙарға йыш ҡына ярҙам итеүсе апайҙар – санитаркалар ҙа эшләй. Йә, кем бөгөн беҙҙең дауаханала санитарка булам тей? (Һайлайҙар)
  • Бына беҙҙең дауахананың хеҙмәткәрҙәре һайланды, улар үҙ эш урындарына барып әҙерләнә тора.
  • Кескәй генә Айгөлгә иң тәүҙә нисек итеп ярҙам күрһәтәбеҙ тинек әле? (Ашығыс ярҙам машинаһы саҡырабыҙ!)

Ә ҡайҙа һуң беҙҙең ашығыс ярҙам машинаһы? Юҡ! Тәк, автомеханиктар кәрәк, балалар! Малайҙар, йәһәт кенә автомеханиктар ашығыс ярҙам машинаһы төҙөп алырға кәрәк (4 малай һайлана, береһе – баш механик, жилеттарын, каскаларын кейәләр, йомшаҡ модульдарҙан машина төҙөйҙәр)

  • Балалар, машинабыҙ оҙаҡламай әҙер була, ә водителе ҡайҙа һуң? Ашығыс ярҙам машинаһына медсестра – шәфҡәт туташы ла кәрәк булыр (һайлайҙар, теләк буйынса). Әҙерләнә тороғоҙ, тейешле кейемдәрегеҙҙе кейегеҙ.
  • Балалар, әйтегеҙ әле, дауаханаға кемдең барғаны бар? Унда ауырыуҙар күпме әллә аҙ ғынамы? (күп) Улар ғәҙәттә ҡайҙа була? (коридорҙа, сират көтөп ултыралар).
  • Эйе, әйҙәгеҙ әле беҙҙең дауаханаға ла сират көтөп ултырыусы ауырыуҙар һайлайыҡ, кем теләй? (Һайлайҙар)
  • Ярай, атаһы менән әсәһе Айгөлдө дауаханаға алып барырға әҙерләй башланы, ә беҙгә тағы ла кескәйебеҙгә олатай, өләсәй һәм ҡустыһын һайларға кәрәк, улар өйҙә ҡалып берәй тәмлекәс бешерәләрме, кибеткә барып киләләрме… кемдәр теләй? Йәгеҙ? (Олатай, өләсәй, ҡустыһы йәки апайы һайлана)
  • Ярай. Улар кибеткә барайым тейһә, беҙҙең кибеттә һатыусы юҡ бит, балалар… кем теләй? (һайлайҙар)
  1. Төп өлөш.
  • Тимәк, һәр беребеҙ үҙ эш урынын алды. Бына хәҙер Айгөлгә ашығыс ярҙам саҡырта алабыҙ инде.
  • Балалар, йә, әйтегеҙ әле уны саҡырыу өсөн ниндәй телефон номерына шалтыратабыҙ? (03 тиҙәр).

Тәрбиәсе һәм регистратуралағы шәфҡәт туташы араһында диалог:

  • Алло, һаумыһығыҙ! Был ашығыс ярҙаммы?
  • Һаумыһығыҙ. Тыңлайым!
  • Беҙҙең бәпесебеҙ, Айгөл ауырып китте, ҡолаған, ҡулын йәрәхәтләгән.
  • Ашығыс ярҙам машинаһын ебәрәбеҙ. Адресығыҙҙы әйтегеҙ!
  • Бикбай урамы, 30/1 йорт. Икенсе төркөм.
  • Ярай, ебәрәбеҙ, ҡаршы алығыҙ.
  • Рәхмәт, һау булығыҙ!
  • Һау булығыҙ!

Сирена тауышы. “Ашығыс ярҙам” машинаһы килә.

Медсестра “өйгә” инә, ҡурсаҡты ҡарай, температураһын үлсәй, тыңлап ҡарай. Ҡурсаҡты дауаханаға алып барырға тейгән ҡарар сығара. Атай, әсәй, ҡурсаҡ, медсестра, водитель “Ашығыс ярҙам” машинаһына ултырып дауаханаға юллана.

Нәфис һүҙ: (машинала барыу ваҡытында)

Ауырыным… Дауаханаға

Әсәйем алып бара…

Табип апай дауалай ул

Бөтә ауырыуҙарҙы! (С.Рәхмәтуллин)

Барып еткәс, инәләр, бахилы алып кейәләр, регистратураға киләләр.

Регистратурала  (тәрбиәсе ярҙамы менән диалог):

  • Һаумыһығыҙ! Беҙҙең Айгөл ҡыҙыбыҙ ауырып китте. Табипҡа күрһәтергә ине.
  • Һаумыһығыҙ. Фамилия, исемегеҙҙе әйтегеҙ. Адресығыҙ ниндәй?
  • Мазитова Айгөл. Адресыбыҙ Бикбай урамы 30/1.
  • Рәхим итегеҙ, амбулатор картағыҙҙы алып 2нсе кабинета барығыҙ. Табип Ғәлиева ҡабул итә (амбулатор карта бирә)
  • Рәхмәт.

Сиратҡа баҫалар. Табиптың “хеҙмәтен” күҙәткән арала тәрбиәсенең нәфис һүҙе:

Ҡарағыҙ әле, ҡара,

Әмирә доктор булған!

Ап-аҡ халатын кейгән,

Күрәһең ул бик уңған…

Педиатр бүлмәһендә:

(шаҡып инәләр) диалог төҙөүҙө тәрбиәсе ярҙам итә:

  • Инергә мөмкинме? Һаумыһығыҙ.
  • Һаумыһығыҙ. Тыңлайым һеҙҙе.
  • беҙҙең  ҡыҙыбыҙ Айгөл бейегәндә ҡолап киткән һәм ҡулын йәрәхәтләгән. Зинһар, һеҙҙең ярҙам кәрәк ине!
  • Үтегеҙ. Баланы кушетҡаға һалығыҙ, ҡарайыҡ (Температураһын үлсәй, тыңлай, бинт-повязка һала һ.б.) Башҡаса йыш ауырымаҫ өсөн витаминға рецеп яҙып бирәм. Дарыуханаға барып алығыҙ. (рецепт яҙып бирә)
  • Рәхмәт. Һау булығыҙ!
  • Һау булығыҙ. Ауырымағыҙ!

Аптекала:

  • Һаумыһығыҙ!
  • Һаумыһығыҙ. Тыңлайым һеҙҙе.
  • Беҙгә ошо рецепт буйынса витамин бирегеҙ, зинһар.
  • Рәхим итегеҙ. Тағы нимә кәрәк?
  • Бинт кәрәк.
  • Бына, алығыҙ.
  • Рәхмәт. Һау булығыҙ.

  • Эйе, витаминдар кешегә бик кәрәк, балалр. Улар тураһында шиғыр ҙа бар.

  • Нәфис һүҙ:

Витамин.

Әсеһе бар, һутлыһы бар,

Әйҙә, һин дә бел тәмен.

Үҫә беҙҙең баҡсабыҙҙа

Төрлө-төрлө витамин.

Витамин – ул шалҡан, кишер,

Ана, ҡарағат уңған,

Витаминға бай кәбеҫтә,

Витаминға бай һуған.

Доктор биргән витаминды

Әсәйҙәр бирә һанап,

Ә баҡсаға сыҡ та аша –

Бер кем дә тормай ҡарап! (Г.Батталова)

Уйын барышында тәрбиәсе бөтө өлкә-сюжеттарға ла төҙәтмәләр индерә, йүнәлеш бирә, тәҡдим яһай, ярҙам итә: “Ашығыс ярҙам машинаһы” ның йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырып алалар, ағайҙың кибеткә барыуы, өләсәйҙең ҡоймаҡ бешереүе, баш табиптың ауырыуҙарҙың юлламаларына имза ҡуйыуы һ.б. )

  1. Йомғаҡлау өлөшө.
  • Балалар, эш көнө тамам. Дауахана бикләнә. Ауырыуҙар, табиптар өйҙәренә ҡайта.
  • Әйтегеҙ әле, беҙ бөгөн ниндәй уйын уйнаныҡ? Кемгә ярҙам иттек? (дауахана, ҡурсаҡ Айгөлгә)
  • Дауаханала кемдәр эшләй? (һанайҙар)
  • Ә һеҙҙең ысын дауаханаға барғанығыҙ бармы? Рәхәтме унда? (юҡ)
  • Эйе, ауырырға һис ярамай. Беҙ гел һаулығыбыҙҙы һаҡларға тейеш! Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәле “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” теймәгән. Бергәләп әйтәйек әле (ҡабатлатыу).
  • Нисек уйлайһығыҙ, ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк (яуаптар)
  • Дөрөҫ әйттегеҙ, балалар. Мин дә һеҙгә һаулыҡ теләйем, бер ҡасан да ауырымағыҙ, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ! Беҙҙең бөгөнгө уйын оҡшаһа, иртәгә тағы ла дауам итербеҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Танец ,,Весёлый рок-н-ролл"

Танец "Весёлый рок-н-ролл ." На втсупление дети выбегают и становятся по кругу парами,лицом друг к другу. Такт 1. На раз делают шаг правой ногой вправо,на и приставляют к ней левую ногу; на ...

Сюжетлы-ролле уеннар

Сюжелы-ролле уеннар...

ДЕНЬ РОЖДЕНИЯ РОК-Н-РОЛЛА

1 ведущий: Здравствуйте, дамы и господа. Мы рады приветствовать всех собравшихся в этом зале на праздник "Живи, танцуя", посвященном  дню рождения рок-н-ролла, который ежегодно отмечается 13 апре...

ДЕНЬ РОЖДЕНИЯ РОК-Н-РОЛЛА

Звучит фанфары. На сцену с разных сторон выходят ведущие1 ведущий: Здравствуйте, дамы и господа. Мы рады приветствовать всех собравшихся в этом зале на праздник "Живи, танцуя", посвященном  дню р...