Проектная работа
проект (младшая, средняя, старшая, подготовительная группа)

Туйгунова Алия Юлаевна

Проектная работа

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл proektnaya_rabota_tuygunovoy_a.yu_.docx19.28 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Милли кейем аша мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа рухи – әхлаҡи ҡиммәттәр, илһөйәрлек тәрбиәләү

Федераль дәүләт белем биреү талаптарына ярашлы мәктәпкәсә тәрбиәүи белем биреү учреждениеһы менән ғаилә бер төптән эш алып барыуы мөһим.Белем биреү учреждениеһы һәм ғаилә беҙҙең йәмғиәттә ике төп социаль институт булып тора. Баланы тәрбиәләү процессының һөҙөмтәлелеге уларҙың үҙ – ара килешеп эшләүҙәренән килә. Әммә ләкин хәҙерге заманда ата – әсәләр менән педагогтар араһында мөнәсәбәттәр тейешле кимәлдә түгел.Шуға күрә лә был мөнәсәбәттәрҙе яңы принциптарға һәм формаларға таянып төҙөү мөһим.

Актуаллек: Һуңғы осорҙа баланы төрлө яҡтан шәхес булараҡ үҫтереүгә, башҡорт теленә иғтибар арта бара. Ғаилә менән балалар баҡсаһының төп йүнәлеше булып үҙ теле, тарихы менән ҡыҙыҡһынған, башҡорт халыҡ ижадын белгән, бөтә яҡтан үҫешкән шәхес тәрбиәләү.

Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа балаларҙы милли  рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Федераль дәүләт белем биреү стандарттары ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға тулыһынса мөмкинлек бирә. Музыка етәксеһе булараҡ балалар баҡсаһында баланың ижади һәләттәрен, мөмкинселектәрен асыуға, башҡорт халҡының милли йолаларына, ауыҙ – тел ижадына ҡыҙыҡһыныуын, һәр балала башҡорт рухын тәрбиәләү һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырам.

Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн проект эше төҙөлдө һәм эш алып барыла.

Проекттың төп идеяһы.

Үҙ эшемдә милли уйындарға, төрлө бейеү хәрәкәттәре менән йырлы түңәрәк уйындарына өҫтөнлөк бирәм. Ә шулай ҙа һанап кителгән эштәрҙе тап башҡорт милли кейемен кейеп башҡарыу бөтөнләй икенсе һөҙөмтә бирә. Балаларҙың рухы күтәрелә, үҙ – үҙҙәренә ышаныстары арта, илһөйәрлек хисе уяна.

Әлбиттә был эште ата – әсәләр ярҙамынан тыш башҡарып булмай, шуға күрә лә ата - әсәләр менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен ҡороу мотлаҡ.

Проект эшен тәҡдим итәм. Был проект ике этаптан тора: унда диагностик һәм практик этаптар:

Диагностик этап

Йөкмәткеһе

Төп маҡсаты, йүнәлеше

Ваҡыты

1.Проблеманы өйрәнеү һәм анализлау

Балаларҙың үҫеш кимәлен тикшереү һәм баһалау.

Сентябрь

2.Ата – әсәләрҙе һөҙөмтә менән таныштырыу

Ата – әсәләр менән әңгәмә һәм уларҙы әүҙем ҡатнашырға саҡырыу. Ата – әсәләрҙең педагогик компетентлылығын күтәреү.

Октябрь

                                                                                                                     Практик этап    

Милли кейем көнө

Милли кейемгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Сентябрь

Музыка көнө

Балаларҙа музыкаға ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырыу.

Октябрь

Республика көнө

Тыуған Республикаға ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.

Октябрь

Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең көнкүреше, уйындары, йырҙары, бейеүҙәре, йолалары менән таныштырыу. Төрлө милләт араһындағы татыулыҡ, тыныслыҡ, берҙәмлек тойғоһон тәрбиәләү.

Ноябрь

Башҡорт теле көнө

Балаларҙы ауыҙ – тел ижады менән таныштырыу, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Декабрь

Башҡорт халҡының милли йолалары

Башҡорт халҡының йолалары һәм уларҙың әһәмиәте менән таныштырыу.

Январь

Тыуған телдәр көнө

Республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең тыуған телдәре менән таныштырыу һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләү.

Февраль (21)

Башҡортостан Дәүләт флагы көнө

Балаларҙа башҡорт флагы тураһында белемдәрен камиллаштырыу. Башҡортостан флагының һәм гимнының ҡайһы осраҡта ҡулланылыуы тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү.

Февраль (25)

Башҡорт халыҡ йолалары

Башҡорт халҡының йолалары, һынамыштары менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Март

Милли кейем көнө

Балаларҙы башҡорт халҡының милли кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәренең әһәмиәте менән таныштырыу, һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыу, берҙәмлек тойғоһо тәрбиәләү.

Апрель

Халыҡ – ара бейеү көнө

Балаларҙы башҡорт халҡының бейеүҙәре менән таныштырыу, бейеү элементтарын ҡулланып уйын уйнау һәм бейеү һалыу. Милли рух тәрбиәләү, һәр бер бейеү элементтарының тәғәйенләнешен күрә белергә өйрәтеү.

Апрель

Ҡарға бутҡаһы

Халыҡ байрамына ҡыҙыҡһыныу уятыу. Халыҡтың көнкүреше, кәсеп, шөғөлө, һауыт – һаба орнаменттары һәм байрамдың әһәмиәте менән таныштырыу.

Май

Һабантуй

Халыҡ байрамы һабантуйға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Һынамыштар, башҡорт халыҡ уйындары, йыр моңо менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Июнь

Тәҡдим ителгән проект балаларҙа рухи, әхләки сифаттарҙы булдырыуҙа: тыуған телгә һөйөү, башҡорт халҡының милли йололарына, кейеменә, ауыҙ – тел ижадына, йыр-моңона, бейеүҙәренә, милли музыка ҡоралдарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо проектты тейешле кимәлдә тормошҡа ашырып балаларҙың рухлы, илһөйәр, һәләтле булып үҫеүҙәренә һәм киләсәктә халҡына кәрәкле шәхес булып үҫеүенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ әйтеп үткем килә: проекттың һөҙөмтәһе булараҡ ғаиләлә ата – әсә һәм бала араһындағы рухи бәйләнеш нығына, һәм бала төрлө яҡтан үҫешкән шәхес булып формалаша.

Был эш балаларҙы һәм ата – әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған  төрлө формала алып барыла, хәҙерге заман талаптарын иҫәпкә алып дистанцион форматта ла ойошторола һәм был форма балалар баҡсаһы менән ғаилә араһындағы бәйләнеште нығытыуға булышлыҡ итә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Проектная работа «Инновации через информационно-коммуникативные технологии в работе музыкального руководителя»

Использование ИКТ в различных видах деятельности детей музыкального руководителя ДОУ....

проектная работа "Все работы хорошы"

показать как много профессии...

Детская исследовательская работа на тему "А прочна ли бумага" Конкурсная проектная работа.

Дети 2 младшей группы приняли участие  и стали победителями в номинации "Умные опыты" в открытом Всероссийском конкурсе проектно-исследовательских работ детей дошкольного возраста ...

ПРОЕКТНАЯ РАБОТА на конкурс «Лучший проект профориентационной работы в детском саду» В номинации «Первые шаги в мир профессий »

Задачи:Познавательное развитие:- познакомить детей с различными профессиями и их особенностями;- развивать познавательную активность;- развивать навыки самостоятельной исследовательской деятельности.-...

Проектная работа на тему :Проектно-исследовательская деятельность детей дошкольного возраста

Проектная деятельность в ДОУ- это своеобразный индикатор профессионализма педагогов, их готовность к инновационным  методам работы....