Балағыҙ балалар баҡсаһына барырға әҙерме?
статья по психологии
Предварительный просмотр:
Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?
Балалар баҡсаһына тиҙерәк ылығып китһен, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн бәләкәсте яйлап, маҡсат ҡуйып, алдан әҙерләгеҙ. Бала ҡыйыу, үҙаллы, аралашыусан булған хәлдә лә ят ергә килеп эләккәндә юғалып ҡалыуы бар. Йәш ярымға тиклемге балалар, иҫке ҡалыптарҙы ташлап, яңыларына тиҙ генә күсә алмай. Улар бер үк нәмәнең ҡабатланып тороуын ярата. Кис һайын бер үк әкиәтте һөйләтә, урамға сығыр алдынан көн дә бер үк уйынсыҡты таптыра... Шуға ла ҡапыл ғына яңы шарттарға өйрәнеп китеүе ауыр. «Ҙур ихтыяж булмағанда, бала менән был осорҙа өйҙә ултырып тороу хәйерлерәк»,–ти психологтар. Балалар баҡсаһына әҙерләүҙе күптәр шулай күҙ алдына килтерә: бәләкәстәре ҡалаҡ тотоп ашай белә, көршәккә үҙе ултыра. Шулай уҡ бәләкәстең кейенә, сисенә белеүе лә үҙенә ышанысты арттыра. Икенсе яҡтан, был “һөнәр”ҙәргә эйә булыуы тәрбиәселәргә лә уңайлы. Тик кескәй баланың күңелен көйләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға ярамай.
Билдәһеҙлек күңелдә ҡурҡыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән балалар баҡсаһы хаҡында йышыраҡ һөйләшеү яҡшы. «Балалар баҡсаһында ҡыҙыҡ, күңелле, уйынсыҡтар күп, ҡыҙҙар-малайҙар һине көтөп тора...» – тип ҡабатлағыҙ. Барыһы ла тик ыңғай тойғолар ғына уятырлыҡ булһын. Яңы урында килеп тыуасаҡ төрлө хәлдәргә лә әҙерләргә кәрәк. «Һыу эскең килһә, тәрбиәсе апайға бараһың да, һыу эскем килә, тип әйтәһең». «Тәрбиәсе бөтә балаларға ла кейенергә ярҙам итә, һин уның башҡа ҡыҙ-малайҙы кейендергәнен бер аҙ көтөп торорһоң». Ваҡиғаларҙы тәфсирләп ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ. Кәрәк мәлдә бала ярҙам да һорай белһен.
Көн тәртибен дә яйлап балалар баҡсаһындағыса үҙгәртегеҙ. Витаминдар эсеү, тын алыу гимнастикаһы, күберәк саф һауала йөрөү, сыныҡтырыу файҙаға ғына булыр. Үҙаллы уйнай белгән бала тиҫтерҙәре менән тиҙерәк уртаҡ тел табасаҡ.
Бәләкәсегеҙ үҙегеҙгә генә өйрәнһә, күршеләге тиҫтерҙәре менән күберәк аралаштырырға тырышығыҙ. Баланы бер нисә сәғәткә туғандарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шул саҡта башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрәнер. Үҙен матур тотҡаны өсөн күстәнәс алып ҡайтырғаонотмағыҙ.
Ғәҙәттә, тәүге көндә тәрбиәселәр баланы ярты сәғәткә килтерергә, бик алыҫҡа китмәҫкә тәҡдим итә. Был һис тә бушҡа түгел. Бәләкәсегеҙ артыҡ хафаланһа, хатта ошо ваҡытты ла ҡыҫҡартырға тура килеүе бар. Борсолмағыҙ, балағыҙ шулай яйлап өйрәнәсәк. Ә тәүҙән үк тулы көнгә ҡалдырып китергә ярамай. Балалар ваҡыт төшөнсәһе менән “дуҫ” түгел. “Һине шунса сәғәттән килеп алам”, – тип әйтеүегеҙ бер ни ҙә аңлатмай. “Һин йоҡлап, ашап, уйнап алғас киләм”, – тиһәгеҙ, аңлайышлыраҡ һәм ышаныслыраҡ яңғырар.
Һәр башланғыстағы кеүек, бында ла эҙмә-эҙлеклелек хуплана. “Бәләкәсем бигерәк илай бит, бөгөн кире алып ҡайтайым”, “ярай, бөгөнгә бармай торайыҡ, йоҡлап ҡалғанбыҙ бит” кеүек һүҙҙәр ҙә яҡшыға килтермәҫ. “Әсәй менән атай эшкә барып килә, һин малайҙар, ҡыҙҙар менән уйнап тораһың, һүрәт төшөрәһең, китап уҡыйһың. Шунан беҙ һине килеп алып, бергәләп өйгә ҡайтырбыҙ”. Ошолайыраҡ аңлатҡанда, бәләкәсегеҙ тиҙерәк төшөнөр. Баҡсаға барыуҙың кәрәклеген аңлағанда, баланың үҙенә лә, атай-әсәйҙәргә лә яңы урынға, мөхиткә өйрәнеп китеүе еңелерәк буласаҡ.
Ата-әсәләргә иң ҙур кәңәш шул: балағыҙға ышанығыҙ. Тәрбиәсегә лә. Хафаларығыҙҙы ситкә ҡуйығыҙ. Һеҙҙең бар уй-фекерегеҙ күңел торошонда сағыла, шуға үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, хәлде тик яҡшыға көйләгеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ата -әсәләр өсөн консультация" Балалар баҡсаһына нисек баланы әҙерләргә?"
Балаларҙы нисек балалар баҡсаһына әҙерләү?...
Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш
Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...
Тема «Баланың балалар бакчасында үз-үзен тотышы, адаптация чоры»
Балалар бакчасында адаптация,баланың үз-үзен тотышы.Балалар бакчасы проблемасы – яхшымы ул, начармы, бирергә ме анда баланы, юкмы – иртәме, соңмы һәр гаиләдә туа торган проблемаларның берс...
Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?
Балаларбаҡсаһынатиҙерәкылығыпкитһен, ауырыуҙарғабирешмәһенөсөнбәләкәстеяйлап, маҡсатҡуйып, алданәҙерләгеҙ. Бала ҡыйыу, үҙаллы, аралашыусанбулғанхәлдәләятергәкилепэләккәндәюғалыпҡалыуы бар.Йәшярымғатик...
Балалар баҡсаһында сығарылыш балы " Золушка мәктәпкә бара"
Рус теленән үҙем башҡорт теленә тәржемә иткән сценарий....
Балалар баҡсаһында бала тәрбиәләүҙә өләсәйҙәр тәрбиәһенең роле
Өләсәйҙәр тәрбиәһенең мөһимлеге...
Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?
Ата-әсәләр өсөн консультация...