Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?
консультация (младшая группа)

Ишдавлетова Зухра Багаутдиновна

Балаларбаҡсаһынатиҙерәкылығыпкитһен, ауырыуҙарғабирешмәһенөсөнбәләкәстеяйлап, маҡсатҡуйып, алданәҙерләгеҙ. Бала ҡыйыу, үҙаллы, аралашыусанбулғанхәлдәләятергәкилепэләккәндәюғалыпҡалыуы бар.

Йәшярымғатиклемгебалалар, иҫкеҡалыптарҙыташлап, яңыларынатиҙгенәкүсәалмай. Улар берүкнәмәнеңҡабатланыптороуынярата. Кис һайынберүкәкиәттеһөйләтә, урамғасығыралдынанкөндәберүкуйынсыҡтытаптыра... Шуға лаҡапылғынаяңышарттарғаөйрәнепкитеүеауыр. «Ҙурихтыяжбулмағанда, бала менән был осорҙаөйҙәултырыптороухәйерлерәк», – типсихологтар.

Балаларбаҡсаһынаәҙерләүҙекүптәршулайкүҙалдынакилтерә: бәләкәстәреҡалаҡтотопашайбелә, көршәккәүҙеултыра. Шулайуҡбәләкәстеңкейенә, сисенәбелеүеләүҙенәышаныстыарттыра. Икенсеяҡтан, был “һөнәр”ҙәргәэйәбулыуытәрбиәселәргәләуңайлы. Тик кескәйбаланыңкүңеленкөйләүҙең ни тиклеммөһимикәнлегеноноторғаярамай.

Билдәһеҙлеккүңелдәҡурҡыуһәмризаһыҙлыҡтыуҙыра. Шуға лаулығыҙйәкиҡыҙығыҙменәнбалаларбаҡсаһыхаҡындайышыраҡһөйләшеүяҡшы. «Балаларбаҡсаһындаҡыҙыҡ, күңелле, уйынсыҡтаркүп, ҡыҙҙар-малайҙарһинекөтөп тора...» – тип ҡабатлағыҙ. Барыһы ла тик ыңғайтойғоларғынауятырлыҡбулһын. Яңыурындакилептыуасаҡтөрлөхәлдәргәләәҙерләргәкәрәк. «Һыуэскеңкилһә, тәрбиәсеапайғабараһың да, һыуэскемкилә, тип әйтәһең». «Тәрбиәсебөтәбалаларға ла кейенергәярҙамитә, һинуныңбашҡаҡыҙ-малайҙыкейендергәненбераҙкөтөпторорһоң». Ваҡиғаларҙытәфсирләпҡарапсығыуҡамасауламаҫ. Кәрәкмәлдә бала ярҙам да һорайбелһен.

Көнтәртибендәяйлапбалаларбаҡсаһындағысаүҙгәртегеҙ. Витаминдарэсеү, тын алыугимнастикаһы, күберәксафһауалайөрөү, сыныҡтырыуфайҙағағынабулыр. Үҙаллыуйнайбелгән бала тиҫтерҙәременәнтиҙерәкуртаҡ тел табасаҡ.

Бәләкәсегеҙүҙегеҙгәгенәөйрәнһә, күршеләгетиҫтерҙәременәнкүберәкаралаштырырғатырышығыҙ. Баланы бернисәсәғәткәтуғандарығыҙменәнҡалдырыптороғоҙ. Улшулсаҡтабашҡаларҙантартынмаҫҡаөйрәнер.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?

Балалар баҡсаһына тиҙерәк ылығып китһен, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн бәләкәсте яйлап, маҡсат ҡуйып, алдан әҙерләгеҙ. Бала ҡыйыу, үҙаллы, аралашыусан булған хәлдә лә ят ергә килеп эләккәндә юғалып ҡалыуы бар.

Йәш ярымға тиклемге балалар, иҫке ҡалыптарҙы ташлап, яңыларына тиҙ генә күсә алмай. Улар бер үк нәмәнең ҡабатланып тороуын ярата. Кис һайын бер үк әкиәтте һөйләтә, урамға сығыр алдынан көн дә бер үк уйынсыҡты таптыра... Шуға ла ҡапыл ғына яңы шарттарға өйрәнеп китеүе ауыр. «Ҙур ихтыяж булмағанда, бала менән был осорҙа өйҙә ултырып тороу хәйерлерәк», – ти психологтар.

Балалар баҡсаһына әҙерләүҙе күптәр шулай күҙ алдына килтерә: бәләкәстәре ҡалаҡ тотоп ашай белә, көршәккә үҙе ултыра. Шулай уҡ бәләкәстең кейенә, сисенә белеүе лә үҙенә ышанысты арттыра. Икенсе яҡтан, был “һөнәр”ҙәргә эйә булыуы тәрбиәселәргә лә уңайлы. Тик кескәй баланың күңелен көйләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген оноторға ярамай.

Билдәһеҙлек күңелдә ҡурҡыу һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға ла улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән балалар баҡсаһы хаҡында йышыраҡ һөйләшеү яҡшы. «Балалар баҡсаһында ҡыҙыҡ, күңелле, уйынсыҡтар күп, ҡыҙҙар-малайҙар һине көтөп тора...» – тип ҡабатлағыҙ. Барыһы ла тик ыңғай тойғолар ғына уятырлыҡ булһын. Яңы урында килеп тыуасаҡ төрлө хәлдәргә лә әҙерләргә кәрәк. «Һыу эскең килһә, тәрбиәсе апайға бараһың да, һыу эскем килә, тип әйтәһең». «Тәрбиәсе бөтә балаларға ла кейенергә ярҙам итә, һин уның башҡа ҡыҙ-малайҙы кейендергәнен бер аҙ көтөп торорһоң». Ваҡиғаларҙы тәфсирләп ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ. Кәрәк мәлдә бала ярҙам да һорай белһен.

Көн тәртибен дә яйлап балалар баҡсаһындағыса үҙгәртегеҙ. Витаминдар эсеү, тын алыу гимнастикаһы, күберәк саф һауала йөрөү, сыныҡтырыу файҙаға ғына булыр. Үҙаллы уйнай белгән бала тиҫтерҙәре менән тиҙерәк уртаҡ тел табасаҡ.

Бәләкәсегеҙ үҙегеҙгә генә өйрәнһә, күршеләге тиҫтерҙәре менән күберәк аралаштырырға тырышығыҙ. Баланы бер нисә сәғәткә туғандарығыҙ менән ҡалдырып тороғоҙ. Ул шул саҡта башҡаларҙан тартынмаҫҡа өйрәнер.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш

Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...

Тема «Баланың балалар бакчасында үз-үзен тотышы, адаптация чоры»

Балалар бакчасында адаптация,баланың үз-үзен тотышы.Балалар бакчасы проблемасы – яхшымы ул, начармы, бирергә ме анда баланы, юкмы – иртәме, соңмы һәр гаиләдә туа торган проблемаларның берс...

Балағыҙ балалар баҡсаһына барырға әҙерме?

quot;Һаҡмар" газетаһына статья...

Балалар баҡсаһында сығарылыш балы " Золушка мәктәпкә бара"

Рус теленән үҙем башҡорт теленә тәржемә иткән сценарий....

Балағыҙ балалар баҡсаһына әҙерме?

Ата-әсәләр өсөн консультация...