Башҡорт халҡының милли аштары.
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа)
Башҡорт халҡының милли аш -һыуы менән таныштырыу
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_halkynyn_milli_ashtary.docx | 19.08 КБ |
Предварительный просмотр:
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ АШТАРЫ
(өлкәндәр төркөмө өсөн дәрес)
Әҙерләне: тәрбиәсе Такалова Р.З.
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ АШТАРЫ(өлкәндәр төркөмө өсөн дәрес)
Маҡсат: башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу.
Бурыстар:
Белем биреүсе:
1. Балаларҙы башҡорт халҡының милли аштары менән
таныштырыу;
2. Ҡымыҙҙың нисек эшләнеүен аңлатыу;
3. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.
Тәрбиәүи: Үҙ халҡыңдың милли аштарын үҙ итеү, уларға ҡарата
ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Телмәр үҫтереүсе: Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләүен, хәтерен үҫтереү.
Йыһазландырыу: ноутбук, проектор, презентация, «ҡымыҙ
эшләү» видеоһы, «башҡорт халҡының милли аштары» темаһына
иллюстрациялар, «Эх, ҡымыҙы» йыры, дидактик уйынға карточкалар.
Алдан башҡарылған эш:
1. Шиғырҙар ятлау;
2. «Аҡ ҡалас» уйыны менән танышыу.
Уҡытыу, тәрбиәләү өлкәләре: социаль-коммуникатив үҫеш,
аҡыл-зиһен һәләтлеген үҫтереү, телмәр үҫтереү, художестволы-эстетик
үҫеш.
Эш алымдары: тиҙәйткестәр, «Аҡ ҡалас» уйыны, дидактик уйын
«Артығын тап», шиғырҙар ятлау.
Белем биреү эшмәкәрлеге барышы
1. Ойоштороу моменты.
Тәрбиәсе: - Һаумыһығыҙ, балалар! Һәр көнөбөҙ ошо яғымлы
һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп,
яҡшы кәйеф, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап
ебәрәйек.
Балалар: - Сәләмләйем һауаны,
Именлек булһын өсөн!
Сәләмләйем Ер-әсәне,
Беҙҙе туйҙырған өсөн!
Сәләмләйем дуҫымды,
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
2. Төп өлөш.
Тәрбиәсе: - Балалар, әйҙәгеҙ йыр тыңлап алайыҡ («Эх,ҡымыҙы»
йыры).
Тәрбиәсе: Был йыр нимә тураһында?
Балалар: - Ҡымыҙ тураһында
Тәрбиәсе: - Ә ҡымыҙ нимә ул?
Балалар: - Аш-һыу.
Тәрбиәсе: - Эйе, дөрөҫ балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт
халҡының милли аштары тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм сәйәхәткә барасаҡбыҙ. Сәйәхәт алдынан әйҙәгеҙ телебеҙҙе шымартып тиҙәйткес
әйтеп алайыҡ.
Артикуляцион күнегеү.
Ҡатыҡҡа ҡаймаҡты ҡалаҡлап-ҡалаҡлап ҡойҙом да,
Ҡыуана-ҡыуана ҡояшҡа ҡуйҙым.
Тәрбиәсе: - Афарин, балалар. Сәйәхәттә беҙгә бер нисә
туҡталышты үтергә кәрәк буласаҡ. 1-се туҡталыш «Башҡорт халҡының
милли аштары» тип атала. Башҡорт халҡының милли аштарына
нимәләр инә икәнен белер өсөн әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ.
1. Ҡымыҙ. Ҡымыҙ – бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп
торған аҡ төҫтәге эсемлек.
2. Ҡорот – байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы.
3. Эремсек – әсегән һөттән әҙерләнгән һөт ризығы
4. Айран – әсе ҡатыҡты туғып, һыу ҡушып эшләнгән эсемлек.
Башҡорт аш-һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек. Күп
кенә төрки халыҡтарҙың аш-һыуында киң таралған.
5. Сәк-сәк – башҡорт халҡының милли татлы ризығы. Башҡорт
милли кухняһынан башҡа сәк-сәк ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, үзбәк милли
кухняларының татлы ризыҡтары рәтенә инә.
6. Башҡорттарҙа йылҡы итенән әҙерләнгән иң ҡәҙерле аҙыҡ –
бишбармаҡ. Ул шулай уҡ һарыҡ һәм һыйыр итенән дә бешерелә. Төрлө
урында уны хәҙер төрлөсә бешерәләр, әммә төп әҙерләү ысулы бер
типтараҡ. Бишбармаҡ башҡорттарҙа иттән, һалманан, картуфтан
ҡушып әҙерләнә.
7. Тултырма – башҡорт халҡының милли итле ризыҡтарының
береһе. Тултырма әҙерләү процесын эстәлегәнә һалған «тултырыу»
тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгән.
Тәрбиәсе: - Бына беҙ һеҙҙең менән башҡорт халҡының милли
аштары менән танышып үттек. Шулай итеп икенсе туҡталышҡа ла
килеп еттек. Икенсе туҡталыш «Аҡ ҡалас» уйыны тип атала. Әйҙәгеҙ
бергәләшеп уйнап алайыҡ.
«Аҡ ҡалас» уйыны.
Балалар түңәрәккә баҫа. Берәүһе – уртала.
....... тыуған көнөндә
Беҙ бешерҙек аҡ ҡалас;
Бына шулай ул бейек,
(балалар ҡулдарын юғары күтәрәләр)
Бына шулай тәбәнәк,
(балалар сүгәләп, ҡулдарын аҫҡа төшөрәләр)
Бына шундай киңлеге,
(балалар ҡулдарын ян-яҡҡа йәйәләр)
Бына шулай тарлығы (балалар ҡулдарын һуҙып, урталағы балаға яҡынаялар)
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Теләгәнеңде һайлап ҡас.
Урталағы бала үҙе урынына берәүҙе һайлап сығара ла, үҙе
түңәрәктәгеләргә ҡушыла һәм уйын-йыр шулай дауам итә.
Тәрбиәсе: - Афарин, балалар. Әйҙәгеҙ урындарығыҙға ултырығыҙ.
Өсөнсө туҡталыш «Артығын тап» тип атала.
Дидактик уйын «Артығын тап». Бирелгән һүрәттәр араһынан
артыҡ карточканы табыу.
Тәрбиәсе: - Балалар, арып та киткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ ял итеп
алайыҡ.
Физминутка.
Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек,
Ҡоштар кеүек осайыҡ.
Ҡуян кеүек һикерәйек,
Айыу кеүек атлайыҡ,
Аттар кеүек еләйек,
Бесәй кеүек һуҙылайыҡ
Һәм урынға ултырайыҡ.
Тәрбиәсе: - Афарин, балалар. Шулай итеп, беҙ 4-се туҡталышҡа
килеп еттек. Ул «Башҡорт халҡының милли исемлеге – ҡымыҙ» тип
атала. Башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе – ҡымыҙ бик
шифалы эсемлектәрҙең береһе. Хәҙер беҙгә Рауза инәй ҡымыҙ бешеү
серҙәре тураһында төшөндөрәсәк (видео ҡарау).
Тәрбиәсе: - Балалар, ә һеҙ ҡымыҙ эсеп ҡарағанығыҙ бармы?
(Балаларҙың яуаптары). Тәрбиәсе: - Беҙгә Рауза инәй ҡымыҙ ҙа ҡалдырып киткән. Әйҙәгеҙ
тәмләп ҡарайыҡ. Оҡшанымы һеҙгә ҡымыҙ? (Балаларҙың яуаптары).
Тәрбиәсе: - Һеҙгә өйҙә башҡорт халҡының милли аштары
тураһында шиғырҙар ятларға ҡушылған ине. Әйҙәгеҙ ятлап
ишеттерегеҙ.
Балалар шиғыр ятлай.
БУҘА
Шифалы был эсемлекте
Күптәр эсергә ҡыҙа.
Һоло, арпа йә боҙайҙан
Әсетелә ул буҙа (С. Ғәләүетдинов).
ҠОРОТ
Оҙон юлда тәмләп алһаң,
Көс-ҡеүәт бирә ҡорот.
Һыу кәрәкмәй ул булғанда,
Китһә лә ауыҙ ҡороп (Н. Сәлимов).
ҠАТЫҠ
Өләсәйем, һөт ойотоп,
Әҙерләй гелән ҡатыҡ.
Уйнап арып, ҡустым менән
Ҡатыҡ эсергә ҡайттыҡ (Н. Сәлимов).
ҠЫМЫҘ
Өләсәйем ҡымыҙ бешә,
Нисек беләге талмай?
Ағас көбөлә, гөбөрләп,
Кәзә ҡымыҙы ҡайнай.
Өләсәй әйтә, ҡымыҙҙы
Баһадирҙар эсә, ти.
Бәләкәй малайҙар унан
Көслө булып үҫә, ти (Г. Ғәлиева).
Тәрбиәсе: - Афарин, балалар. Бик матур шиғыр ятлап
килгәнһегеҙ. Балалар һеҙгә бөгөнгө дәрес оҡшанымы? Нимәләр
белдегеҙ? Ниндәй уйындар уйнанығыҙ? (Балаларҙың яуаптары).
3. Рефлексия
Тәрбиәсе: - Һеҙҙең алдығыҙҙа йылмайликтар ята. Шул
йылмайликтар ярҙамында бөгөнгө дәрес оҡшанымы икәнен күрһәтегеҙ.
Тәрбиәсе: - -Һау булығыҙ, балалар. Һеҙгә яҡшы кәйеф теләп
бөгөнгә мин хушлашам!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Түгәрәкләр аша балаларда милли үзаң тәрбияләү.
Моя деятельность с одарёнными детьми всегда объемна, многопланова и результативна. Главный же итог всей моей работы в том, что в коллективе создан эмоционально-положительный климат, способствующий реш...
Сабантуй бәйрәмен сәхнәләштерү .Уйныйбыз да көләбез,сабантуйга киләбез .5-7 яшьлек балалар өчен татар халкының милли бәйрәме.
УЙНЫЙБЫЗ ДА КӨЛӘБЕЗ,САБАНТУЙГА КИЛӘБЕЗ!"САБАНТУЙ-САБАН БӘЙРӘМЕ.АНЫ КЫР ЭШЛӘРЕ БЕТКӘЧ,ЯЗ КӨНЕ БӘЙРӘМ ИТӘЛӘР.БЕРЕНЧЕ БУЛЫП БУ БӘЙРӘМ 8-9НЧЫ ГАСЫРЛАРДА КҮРЕНӘ.САБАНТУЙ ТАТАР ХАЛКЫНЫҢ ИҢ ЯРАТКАН БӘЙРӘМЕ Д...
Презентация Башҡорт халҡының милли аштары
Балаларҙы башҡорт халҡының милли аштары менән таныштрыу....
Милли тел язмышы ул - милләт язмышы.
“Тел язмышы – милләт язмышы” –дип бик еш әйтәбез һәм ишетәбез. Тел язмышы барыбызны да борчыган бик мөһим ...
Милли тел – милләт җаны.
Милли тел – милләт җаны....
БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МИЛЛИ АШТАРЫ
(өлкәндәр төркөмө өсөн дәрес)...