Правила дорожного движения (ПДД)
план-конспект занятия по окружающему миру (старшая группа) на тему
Предварительный просмотр:
Сфетофорға ҡарап барам,
Һары, йәшел һәм ҡыҙыл.
Тиҙ генә сығам тиһәм,
Машина бара уҙып.
Йәшел төҫө янғас ҡына,
Урам аша һаҡ атлайым.
Ҡыҙыл төҫкә сыҡма тигән
Ҡағиҙәне ятлайым.
М. Хисамова
Юл билдәләре.
Максат: 1) юлда йөрөү ҡағиҙәләрен, юл билдәләрен үҙләштереү;
2) урамда йөрөгәндә иғтибарлы булырга, юл ҡағиҙәләренә буй-
һонорга өйрәтеү;
3) машина йөрөтөүсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
4) фекерләү һәләтен үҫтереү.
Йыһаздар: юл билдәләре
Мероприятие барышы:
I. Ойоштороу өлөшө.
II. Тема, маҡсат менән танышыу.
- Хәйерле иртә уҡыусылар, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар! Беҙ бөгөн һеҙҙең менән юлда йөрөү ҡағиҙәләрен ҡабатларбыҙ һәм уларҙы ҡулланырға өйрәнербеҙ. Шулай уҡ юл билдәләре менән танышырбыҙ.
- Һеҙ ниндәй юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙ?
1. Фәҡат тротуар буйлап ҡына бар һәм бер ҡасан да машина юлынан йөрөмә.
2. Юл аша тейешле урындан ғына сыҡ һәм һис ҡасан рөхсәт ителмәгән урындан атлап сыҡма.
3. Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡығыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.
4. Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырыш, сөнки берәй машина яңлыш тротуар өлөшөнә менергә мөмкин.
5. Йәшел ут яныуға уҡ юл аша сығырға ашыҡма, сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә көтөп тор, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдар туҡтағанына ышан, ә һуңынан тыныс ҡына сыҡ.
6. Юл аша кешеләр төркөмө менән сығырға тырыш, бергә барғанда күпкә ҡурҡынысһызыраҡ.
7. 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.
8. Тротуарҙа кескәйҙәргә генә балалар велосипедында йөрөргә рөхсәт ителә.
9. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре велосипед рулен тотмайса йөрөүҙе тыя.
10. Бер кемде лә рам өҫтөнө йәки багажникка ултыртып йөрөмә.
11. Машинаға тротуар яғынан ултырырға һәм, машина бөтөнләй туҡтағас ҡына, тротуар яғындағы ишектән төшөргә кәрәк.
12. Машина барғанда, ишеген асырга ярамай.
13. Йәмәғәт транспортында барғанда, ишеккә һөйәлмә.
14. Әгәр эйәһеҙ ҡалған сумка, пакет йәиһә башҡа әйберҙәр күрһәң, был хаҡта транспорт йөрөтөүсегә хәбәр ит.
Тест № 3.
Нимә тыйыла, ә нимә рөхсәт ителә? “эйе” йәки “Юҡ” тип әйтәбеҙ.
1. 14 йәше тулмаған балаларға велосипедта йөрөү тыйыла.
2. 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.
3. 14 йәше тулмаған балаларға ишек алдында, паркта, стадионда велосипедта йөрөү тыйыла.
4. Кескенә балаларға балалар велосипедында тротуарҙан йөрөргә рөхсәт ителә.
5. Велосипедта рулгә тотонмайса йөрөү рөхсәт ителә.
6. Кемде лә булһа велосипед рамына йәки багаж урынына ултыртып йөрөү тыйыла.
III. Яңы белем һәм күнекмәләр.
- Ә хәғер кроссворд сисербеҙ.
1 ю л
2 в е л о с и п е д
3 а в т о м о б и л ь
4 п а с с а ж и р
5 һ у л ғ а
6 д у ғ а
7 с в е т о ф о р
8 с а м о л ё т
9 м и ҙ г е л д ә р
10 т р о т у а р
11 с в е т о ф о р
1. Барам, барам – осо юҡ. (Юл) 2. Ике аяҡлы үгеҙ, маңлайында ҡуш мөгөҙ. (Велосипед)
3. Дүрт тәгәрмәс, ике елтыраҡ, бер ыжғырыҡ. (Автомобиль)
4. Транспортта шофёр янында ултырып барыусы кеше. (Пассажир)
5. Урамда юлды арҡыры сыҡҡанда, иң элек ҡайһы яҡҡа ҡарайбыҙ. (һулға)
6. Ат башында ҡара көйәнтә. (Дуға)
7. йәйен, көҙөн, яҙ, кышын,
Иртән, кисен, көндөҙөн.
Аса, йома өс күҙен,
Телһеҙ әйтәҙер һүзен
Бик тиҙ аңлайҙар үҙен. (Светофор)
8. Ҡош түгел, үҙе оса
Һаүала эҙе ҡала. (Самолёт)
9. Дүрт ҡоҙағый,
Берһен – берһе ҡыуалай. (Миҙгел) 10.Йәйәүлеләр йөрөй торған урын. (Тротуар)
11. Урам уртаһында тора
Өс күҙле бер командир.
Үҙе уҫал, үҙе ҡырыҫ,
Үҙе беҙгә яҡын дуҫ. (Светофор) - Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
- Юл билдәләре. - Тимәк беҙ һеҙҙең менән юл билдәләре тураһында һөйләшербеҙ.
- Хәҙер - автомобиль заманы. Транспорт күп булганлыктан, уларҙың хәрәкәтен тәртипкә һалырға кәрәк. 1994 йылдан беҙҙең илдә халыҡ ара юл йөрөү ҡағиҙәләре керетелгән. Барлыҡ машина йөрөтөүселәр уларҙы өйрәнәләр һәм ҡулланалар. Был ҡағиҙәләр боҙолған осраҡта төрлө юл һәләкәттәре – авариялар була, машиналар ватыла, иң аянысы – кешеләр имгәнә, үлә.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен машина йөрөтөүселәр генә түгел, йәйәүлеләр ҙә яҡшы белергә тейеш, сөнки йыш ҡына улар ғәйебе менән юлдарҙа төрлө фаҗиғәләр була. Уларҙа күбеһенсә балалар үлә, имгәнә, ғәрип ҡала. Был – бик ҡызғаныс, ауыр хәл. Күп балалар, теге машина килеп еткәнсе, мин сығып етәм әле, шәп йүгерәм бит, тип уйлай. Ләкин, нихәтле яҡшы сапһаң да, машина барыбер тиҙерәк йөрөй. Ундай саҡта шофёр ҙа машинаны туҡтатып өлгөрә алмай.
Шуға күрә беҙгә, юл билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға, юл кағиҙәләрен үтәргә кәрәк.
IV.
- Юл билдәләрен бер нисә төркөмгә бүләләр:
1. Киҫәтеүсе билдәләр.
Был билдәләр машина йөрөтөүселәрҙе хәтәр урынға яҡынлашыуҙары тураһында киҫәтә. Улар ҡыҙыл ҡырлы аҡ өсмөйөш рәүешендә була.
2.Тыйыүсы билдәләр.
Был билдәләр машина йөрөтөүсене ниҙән дә булһа тыя. Улар ҡыҙыл ҡырлы аҡ йәиһә зәңгәр түңәрәк рәүешендә була.
3. Күрһәтеүсе билдәләр.
Был билдәләр кемгә һәм ҡайҙа, ҡайһы яҡҡа табан хәрәкәт итергә ярағанлығын күрһәтә. Улар аҡ рәсем менән күрһәтелгән зәңгәр түңәрәк рәүешендә була.
4. Информацион – күрһәткес билдәләр.
Машина йөрөтөүсегә һәм йәйәүлегә мөһим мәғлүмәттәр биреүсе билдәләр шулай атала.
5. Сервис билдәләре.
Сервис – хеҙмәт күрһәтеү тигән һүҙ. Сервис билдәләре машина йөрөтөүсегә ҡайҙа ашап алырга һәм ял итергә, машина төҙәтергә мөмкин икәнлеген, яғыулыҡ һалыу станцияһының, ҡунаҡхананың ҡайҙа булыуын һ.б. белгертә.
Йомғаҡ яһау.
1. Ауылдарҙа юҡ ул, ләкин
һин ашыҡма, туҡтап тор.
Беләйек әле нимә икән
Ул бит әйбер светофор.
Ҡара, ҡара яң– яғыңа
Уңға, һулға, артыңа.
ана бит ул нәҡ ҡаршыңда
Бағана алдыңда.
2.Ҡалаларҙа һәр саҡ һайын
Туктап хәлдән таяһың.
Ярай әле светофор бар,
йәшел янғас сығаһың.
3.Ҡай ваҡытта машиналар
өйөләләр бер ергә.
Ватыҡ светофор янынан
Китеп булмай кирегә.
VII. Һорауҙарга яуап.
Юл билдәләре ниндәй төркөмдәргә бүленә?
Юл билдәләренең һәр төркөмөнә ниндәй бурыс йөкләнә?
Киҫәтеүсе билдәләр ниндәй була?
Тыйыуы билдәләр?
Күрһәтеүсе билдәләр?
Информацион – күрһәткес билдәләр?
Сервис билдәләре?
-Ә хәҙер бындағы юл билдәләрен ҡарайыҡ. Мин һеҙгә юл билдәләренең берһе тураһында шиғыр уҡыйым. Һеҙ ҡайһы билдә икәнлеген күрһәтегеҙ.
- Туҡта! -тип әйтә билдә, йәйәүлеләр юлы аша
Хәүеф – хәтәрҙәр юҡмы? сығығыҙ ҡаршы яҡҡа.
Әгәр инде булмаһа, “Зебра” һыҙыктары кеүек
Газҡа баҫ та бар алға. Буялған ул юл аҡҡа.
Был билдәгә ҡараһаң Был билдә шоферҙарға
һөйөнөп тә ҡуяһың. Туҡтап торорға ҡуша.
Велосипедта ғына Хәүеф – хәтәр уҙғастан
Йөрөргә кәрәк икән. Әйҙә - шофер бар алға.
Был билдәне күрһәләр,
Шоферҙар уйланалар.
тимәк, яҡында мәктәп бар,
Иғтибарга алалар.
- Балалар! Һеҙҙең шофер булаһығыҙ киләме?
- Яҡшы шофер булыу өсөн нишләргә кәрәк?
- Ниндәй кҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк?
Укыусыларҙың яуаптарын тыңлау
1. Юлда йөрһәң, бул өлгөр,
Юл ҡағиҙәһен ныҡ бел.
Светофорҙың һәр бер төҫөн
Юлдың билдәләрен бел.
2. Нимә өсөн светофорҙың
һиңә күҙен ҡыҫҡанын.
Нимә өсөн инспекторҙың
Өҫкә таяҡ һуҙғанын.
3. Юл ситендә ни аңлатҡан
Рәсем баҫып торғанын –
Барыһын белергә тырыш,
Дуҫтарыңдан һораштыр.
4. Машина узғанын көтмәй –
Йүгермә һин тиҙерәк.
Быны белеү һәр балаға,
Ҡайҙа йөрһә лә кәрәк.
5.Һәләкәттәр булмаһын тип
Теләйҙер һәр бер йөрәк.
Шуға күрә йөрөгәндә
Бик һаҡ булырға кәрәк.
Йомғаҡлау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
НОД по изучению правил дорожного движения "Сказка о том, как Колобок" учил правила дорожного движения" воспитателей Дмитриевой Н.М. и Морозовой А.П. с детьми 1 старшей группы
Непрерывная образовательная деятельность по изучению с детьми правил дорожного движения, а именно: разъяснение понятий "пешеход", "тротуар", "проезжая часть", "переход"; изучение правил перехода улиц,...
Правила дорожного движения /презентация/, конспект занятия "Правила дорожного движения" средняя группа
Тема данной презентации "Правила дорожного движения"поставлены следующие задачи: Образовательные:- развивать логику, закрепить умение различать дорожные знаки: повторить основные правила поведени...
Конспект занятия по правилам дорожного движения в старшей группе на тему: «Правила дорожного движения - правила жизни".
Продолжать знакомить с правилами дорожного движения, учить практически применять их в различных ситуациях. Развивать мышление, зрительное внимание, умение ориентироваться в окружающем мире. Восп...
Методическая разработка Познавательно – игрового интегрированного развлечения для детей старшего возраста по правилам дорожного движения с использованием ИКТ технологий. Тема: «Правила дорожного движения - правила жизни".
Создать условия для закрепления детьми знаний правил дорожного движения, расширить знания о светофоре и его сигналах и умений использовать знания в различных практических ситуациях для обе...
Тематическое развлечение совместное с родителями. «Правила дорог - правила жизни!» Цель: создать условия для закрепления правил дорожного движения и дорожных знаков, навыка культуры поведения на дороге детей и родителей.
Тематическое развлечение, совместное с родителями. 2016г«Правила дорог - правила жизни!» Цель: создать условия для закрепления правил дорожного движения и дорожных знаков, навыка куль...
Конспект совместной деятельности с детьми по изучению правил дорожного движения посредством дидактических игр. (средняя группа) Тема: «Прогулка по городу правил дорожного движения»
Конспект совместной деятельности с детьми по изучению правил дорожного движения посредствои дидактических игр(средняя группа)...
Дидактическая, настольная игра – бродилка «Правило дорожного движения на улицах города Канска». как средство закрепления знаний детей правил дорожного движения.
Все мы живём в обществе, где надо соблюдать определённые нормы и правила поведения в дорожно-транспортной обстановке. Вот поэтому с самого раннего возраста необходимо учить детей безопасном...