Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү
консультация

Консультация для родителей

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mktpks_yshtge_balalarza_kitapka_hoyou_trbilu.docx15.18 КБ

Предварительный просмотр:

 

  Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район

Тәүәкән ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы

муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү   

 

                                                                      Әҙерләне

                                                                                                         Тәрбиәсе: Л.Р.Әбдрәхимова

Аҡъяр - 2015й.

Нәфис  әҙәбиәт балаларға бер нәмә менән дә  сағыштырып булмай торған  рухи аҙыҡ  бирә. Китап - өнһөҙ уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Ул балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен  арттыра. Ә балалар  баҡсаһында  беҙҙең уҡытыу, тәрбиә биреү  эшмәкәрлеге  нәфис әҙәбиәт менән  тығыҙ бәйләнгән. Балалар баҡсаһы программаһында рус һәм башҡорт телендә нәфис әҙәбиәт менән таныштырыу ҡаралған. Шуға күрә көн тәртибенең һәр өлөшөндә: балаларҙы йыуындырғанда, ашатырға  ултыртҡанда   шиғырҙар, төрлө  уйындар, һамаҡтар, йоҡларға һалғанда бишек  йырҙарын, ә инде саф һауала  уйнағанда  - ауыҙ-тел  ижадының   бөтә төрҙәрен дә ҡулланабыҙ. Дәрестәрҙә ҡыш, яҙ,  йәй,көҙ   миҙгелдәренә, тәбиғәт күренештәре   тураһында   рус   һәм  башҡорт   шағирҙары  һәм  яҙыусылары - А. Барто, В.Пришвин, К. Ушинский, А. Толстой, З. Воскресенская һәм  М. Кәрим, А. Йәғәфәрова, Р. Ураҡсина, Ф. Ғөбәйҙуллина, Г. Ситдиҡова һәм башҡаларҙың    шиғырҙарын,  хикәйәләрен уҡыйбыҙ, иллюстрациялар ҡарайбыҙ. Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһе  кескәйҙәрҙең   күңелендә      тирә - йүнгә, уратып  алған     мөхиткә  ҡарата  хис - тойғолар  уята.

     Халыҡ  һәм яҙыусылар ижады аша балаларҙы изгелекле  булырға, уларҙа яҡшылыҡ һәм насарлыҡ, ялҡаулыҡ менән хеҙмәт, изгелек менән яуызлыҡ,  ҡурҡаҡлыҡ менән батырлыҡ  кеүек сифаттарҙы сағыштырырға өйрәтәбеҙ, ыңғай сифаттарҙы үҙләштерергә булышлыҡ итәбеҙ. Беҙҙең  балалар  баҡсаһы  тәрбиәселәре    балаларҙа  китапҡа һөйөү, төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес тәрбиәләү маҡсатын  ҡуя.

Ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте төрлө формаларҙа алып барабыҙ.

- Һәр төркөмдә "Китап " мөйөшө   булдырылған. Унда программаға ярашлы   башҡорт, рус,  һәм   сит  ил  балалар яҙыусыларының     әҫәрҙәре   тупланған. – Ата - әсәләр  менән    дә аңлатыу эше алып барабыҙ. "Буласаҡ  китап һөйөүселәрҙе тәрбиәләү", "Речевое развитте современного ребенка","Бала тәрбиәләүҙә әсә теленең көсө" темаларына  йыйылыштар үткәрәбеҙ.

- Ата - әсәләрҙе    программа буйынса тәҡдим ителгән яҙыусылар әҫәрҙәренең исемлеге менән таныштырабыҙ;

     - Китаптар һатып  алырға, балалар  китапханаһына йөрөргә тәҡдим итәбеҙ.  «Аҡбуҙат» журналы  беҙҙең  эшебеҙҙә  ҙур  ярҙамсы.

 Балалар  менән  унда  баҫылып  сыҡҡан  шиғырҙарҙы ятлайбыҙ, әкиәт, хикәйәләрҙе  уҡыйбыҙ, йомаҡтар  һәм  ребустар  сисәбеҙ. Тәрбиәсәләр   ата - әсәләргә     был журналды   алдырып уҡыуҙы   тәҡдим  итә. Баҡсала   "Китап- кешенең тоғро дуҫы'',''Әкиәт  һөйөүселәр'' аҙналыҡтары үткәрәбеҙ.Ошо аҙналыҡтар    эсендә   балалар  яҙыусылары,  уларҙың  әҫәрҙәре  менән таныштырабыҙ, «китап дауаханаһы» ойоштороп,  йыртылған  китаптарҙы   йәбештерәбеҙ.

Балалар ата- әсәләр менән берлектә «Минең яратҡан хайуаным», «Ҡоштар- беҙҙең дуҫтар» исемле китапсыҡтар ижад итәләр.

 Дәрестәрҙә әҙәби   жанрҙарҙың  төрҙәре- әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер - береһенән айырырға өйрәтәбеҙ, бирелгән ситуацияға  ярашлы бәләкәй әкиәт төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү эшен ойошторабыҙ.

Төркөмдәр араһында   башҡорт  һәм  рус  телдәрендә   әкиәт сәхнәләштереү  һәм айырым  әкиәт һөйләүселәр конкурстары    үткәрәбеҙ,еңеүселәрҙе   район күләмендә үткәрелгән "Һаумы, һаумы, әкиәт!" бәйгеһенә сығарабыҙ. Һуңғы  йылдарҙа   беҙҙең  тәрбиәләнеүселәр  был  бәйгеләрҙә  уңышлы  сығыш  яһайҙар  һәм  призлы урындар  яулайҙар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

Китап һәм балалар

Мәктәпкәчә яшьтәге балачак һәр кешенең гомерендә мөһим роль уйный. Мәктәпкәчә яшьтә салынган белем, дөньяга караш, әхлакый һәм мәдәни күзаллау буыннарның тормыш юлын билгели. Цивилизациянең үсешенә, т...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

«Татарстан Республикасы Саба муниципаль районы Югары Симет «Ромашка» балалар бакчасы» мәктәпкәчә белем муниципаль бюджет учреждениесе филиалы - «Түбән Симет балалар бакчасы» Проект эшнең исеме : "Китап киңәшчең синең"

Бүгенге көндә безнең җәмгыятьтә уку статусы бөтенләй кимеде. Мәгълүматларның техник яктан камилләшүе чорында китапка кызыксыну кимеде. Бу проблеманы хәл итү өчен үсеп килүче буынның китап укуга, китап...

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районАҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы баланы үҫтереү үҙәгемуниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...