Дөрөҫ туҡланыу- һаулыҡтың нигеҙе!
консультация

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

Ата-әсәләр өсөн консультация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл pitanie_lili.docx17.88 КБ

Предварительный просмотр:

Ата-әсәләргә консультация

«Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡтың нигеҙе»

   Кеше организмы дөрөҫ хәрәкәт итһен өсөн, ғөмүмән, йәшәр өсөн туҡланырға кәрәк. Организмға бөтә кәрәк витаминдар аҙыҡ һәм һыу аша инә. Дөрөҫ туҡланғанда организм кәрәкле витаминдар менән туплана, матдәләр алмашыныуы яҡшыра. Шуға ла ата-әсәнең төп бурыстарының береһе - сабыйын кесе йәштән үк дөрөҫ ашатыу, файҙалы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә өйрәтеү. Үҫкән организмға энергия күберәк китә, шуға ла уға ваҡытында бирелгән сифатлы аҙыҡ кәрәк. Улар аҙыҡ менән бергә файҙалы матдәләрҙе лә ала. Алда әйтелгәнсә, дөрөҫ төҙөлгән туҡланыу рационы баланың сәләмәтлегенә, кәйефенә, организмдың үҫешенә, аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.
Ата-әсәләр туҡланыу режимын үтәп, балаларының сифатлы продукттар менән генә туҡланыуын хәстәрләһә, күп проблемалар һәм сирҙәр булмаҫ.

    «Баламдың ашауы юҡ. Көсләп ашатып та ҡарайым...» - тип зарланыусы әсәләргә күп осраҡта бәләкәстең өлкән кеше өсөн әҙерләнгән ашты яратмауы аңлашыла ла - үҫеп килеүсе организм башҡа матдәләр талап итә. Иң тәүҙә уның нимә ашағыһы килеүен һорағыҙ һәм йәне теләгән ризыҡты тәмле итеп әҙерләү өсөн бөтә ижади һәләтегеҙҙе эшкә егегеҙ! Ябай ғына бутҡаны ла матур итеп еләк-емеш менән биҙәп йә бал ҡойоп бирһәң, тәрилкәне ялтыратып ҡуясаҡтар. Аҙ ашаусы сабыйҙың аппетиты боҙолмаһын өсөн урыҡ-һурыҡ ҡапҡыларға рөхсәт итмәгеҙ. Тағы бер кәңәш: балағыҙҙы саф һауала уйнатығыҙ, асығып ҡайтып, тәмле итеп ашар. 

Пепси-кола, кока-кола, фанта кеүек газлы һыуҙарҙың зыянлы икәнен барыбыҙ ҙа белә. Зыяны нимәлә – бына быныһын инде барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Беренсенән, шәкәре күп, ә белеүебеҙсә, ул ҡанда глюкоза кимәлен күтәреп, диабетҡа һәм һимереүгә килтереүе мөмкин. Эш унда ғына ла түгел, эсемлеккә ҡушылған тәмләткестәрҙә. Улар организмда һыуҙы тотҡарлай һәм шешенеүгә килтерә. Бынан тыш, аш эшкәртеү процесына кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан диетологтар, шәкәрле газлы эсемлектәргә ҡарағанда, ябай һыуға һәм тәбиғи һуттарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша.

Сабый үҫкән һайын ризыҡҡа ихтыяжы ла үҙгәрә. Бәләкәстең яратҡан аҙығынан ҡапыл баш тартыуы әсәне борсорға тейеш түгел. Үҫеш өсөн ниндәй матдәләр, витаминдар талап ителеүен организм үҙе яҡшы тоя. Нимә ашатырға белмәй баш ватҡан әсәләргә «Аҡбуҙат» журналы  бер нисә яңы аш төрө тәҡдим итә.

Итле аш
Өс ҙур булмаған картуф, бер ус самаһы туҡмас, ун үткәрелгән ит йомарламы, самалап тоҙ, борос һәм йәшел тәмләткестәр алына.
Ҡайнаған һыуға шаҡмаҡлап туралған картуф төшөрәбеҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, үткәрелгән ит йомарламдарын һалабыҙ. Талғын утта 20–25 минут ҡайнағас, туҡмас өҫтәйбеҙ. Уттан алыр алдынан тоҙ, борос, йәшел тәмләткестәр һалабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ һалып, табынға ултыртабыҙ.

Алма ҡушып әҙерләнгән бутҡа
200 грамм бойҙай ҡауыҙы (хлопья), 100 грамм алма, 100 грамм кишер, бер йомортҡа, 50 миллиграмм емеш һуты, шәкәр, тоҙ талап ителә.
Таҙартылған кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә лә бойҙай ҡауыҙына ҡушып бутарға. Ярты литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 10 минут бешерергә. Болғата-болғата тоҙ, шәкәр өҫтәргә. Бутҡа бер аҙ һыуынғас, туғылған йомортҡа һарыһы ҡушып бутарға.
Алманың тышын әрсеп, ваҡлап турарға. Алма телемдәре өҫтөнә емеш һуты һибергә лә, бутҡаға ҡушып, миксер менән болғатырға. Бутҡа табынға йылы килеш бирелә.

Өйҙә яһалған йогурт
Тәмле һәм файҙалы йогуртты өй шарттарында ла әҙерләп була. Бының өсөн бер литр ҡайнаған һөт һәм бер һауыт ҡатнашмаһыҙ биойогурт алына.
Һөткә йогуртты ҡушып, һәйбәтләп болғатығыҙ. Ҡапҡасы ныҡлы ябылған быяла һауытҡа йәки термосҡа ҡойоп, одеялға урағыҙ ҙа, йылы урынға 5-6 сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Сабыйығыҙ өсөн ҡуйы, тәмле һәм файҙалы йогурт әҙер! Йогуртты таҙа банкаларға ҡойоп, һыуытҡысҡа урынлаштырығыҙ.

Эремсектән запеканка
70 грамм эремсек, 10 грамм манный ярмаһы, 15 грамм шәкәр ҡомо, ярты йомортҡа, 15 грамм яңы айыртылған шыйыҡ ҡаймаҡ, 8 грамм аҡ май,
1 грамм ванилин, 5 грамм онталған шөкәрә алына.
Эремсекте иләк аша үткәрергә, манный ярмаһы, шәкәр ҡомо, 4 грамм аҡ май, ванилин ҡушып болғатырға. Ошо ҡатнашманы майланған һәм шөкәрә һибелгән табаға тигеҙләп һалып, өҫтөнә йомортҡа һәм ҡаймаҡ ҡушылмаһы яғырға. Алдан эҫетелгән духовкала өҫтө алһыуланып бешкәнсе тоторға.

                                                                               

Ата-әсәләрҙең мөһим бурысы - балаһын файҙалы аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайларға, бала саҡтан уҡ туҡланыу ҡағиҙәләрен һәм сәләмәт йәшәү рәүеше принциптарын үтәргә өйрәтергә тейеш.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Аулаҡ өй" Музыкаль сара

Маҡсат:Башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менәң таныштырыүҙы дауам итеү, белемде тулындырыу.Халыҡтың борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кейеме, йыр – моңона, бейеүҙәренә, уйындар...

Башҡорт төркөмдәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияһын ҡулланыу (методик кәңәш)

Һау-сәләмәт, белемле бала тәрбиәләү өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегендә һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Унда үткәрелгән ял минуты, һанағыстар, шаян йырҙар, йырҙар, башҡот...

Экскурсия по а.Хабез на тему "Достопримечательности родного аула"

Дети всей группой, с родителями знакомились с улицей Ленина и с улицей Умара Хабекова. Посетили Дворец культуры, где познакомились с памятниками Даурова Аслана и Сидакова Султана. Также дети посетили ...

Аулаҡ өй

Борон-борондан башҡорт иле үҙенең төп законына — йолаға — нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкан. Учалы ҡалаhының 18-се балалар баҡсаhында тәрбиәселәр ярҙамында “Аулаҡ өй” йолаhы күр...

Һаулығың—байлығың

laquo;Һаулығың—байлығың»ата-әсәләр өсөн консультация        “Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, ун йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгә...

Һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә сторителлинг технологияһы

Бәйләнешле телмәр үҫтереү мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы шәхес итеп формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай.  Тап бәйләнешле телмәрҙә телдең иң мөһим функцияһы (коммуникатив  функция) тормошҡа ашырыла ...

Тема: Таҙалыҡ-һаулыҡтың нигеҙе

Тема: Таҙалыҡ-һаулыҡтың нигеҙе...