Һаулығың—байлығың
материал

Байчурина Зифа Агзамовна

image«Һаулығың—байлығың»

ата-әсәләр өсөн консультация

        “Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, ун йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгәр бер быуат алдан уйлаһаң - кеше тәрбиәлә”, ти халыҡ мәҡәле.

 Кеше - табиғәт бүләге. Тәбиғәттән, тормоштан йәм табып йәшәү өсөн иң беренсе сәләмәтлек кәрәк. Был урында бөйөк педагог Ж.Ж.Руссоның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Баланы аҡыллы һәм фекер йөрөтә белә торған кеше итергә теләһәгеҙ, иң элек уның сәләмәтлеге һәм таҙалығы тураһында ҡайғыртығыҙ: ул бер ҡайсан да тик тормаһын, ниҙер эшләһен, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын”. Сәләмәтлек әйтергә бик ябай ғына төшөнсә, ә тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һауа, һыу, яҡтылыҡ кеүек кәрәк. Халыҡ «Һаулығың—байлығың» тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бѳтә матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булып спорт менән шѳғѳлләнгәндә, шулай уҡ дѳрѳҫ туҡланғанда һаулығыңа зарланырға урын ҡалмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәйешебеҙгә күпләп яңы һәм ҡатмарлы технологиялар килеп ингән, тирә-яҡта глобалләштереү, автоматлаштырыу барған, магазин-баҙарҙар химикаттар менән тулған заманда халыҡ дѳрѳҫ туҡланамы, йәштәр спорт менән шѳғѳлләнәме? Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух, тигән аҡылды ҡабул итәме? Тәрбиә эшенең төп бурысы, асылда, бала шәхесенең барлыҡ эске тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереүҙән, уны рухи һәм физик яҡтан әҙерләп, яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә алыусы ирекле бер зат итеп тәрбиәләүҙән ғибәрәт. Тәрбиә процесы - баланың тулыһынса шәхес булараҡ формалашыуы ул. Ошо тулы бер процеста төп һәм әһәмиәтле урынды бала сәләмәтлеге биләй. Ләкин баланың сәләмәтлеге тураһында һөйләшәбеҙ икән - түбәндәге факттарға туҡталмайса ҡала алмайбыҙ. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, hуңғы осорҙа халыҡтың сәләмәтлеге hиҙелерлек ҡаҡшаған. Республикала медицин тикшереүҙәре күрһәткәнсә, бөгөн балаларҙың 10-20 % - ы ғына тулыһынса һау сәләмәт. 6 – 7 йәшлек балаларҙың 30 – 35 проценты хроник сирле.  Айырыуса киң таралған ауырыуҙарҙың береһе - күҙҙәрҙең насар күреүе. Һулыш органдары, нервы системаһы, ашҡаҙан системаһы, һөйәк, мускул, ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш күҙәтелә. Балаларҙа булған ауырыуҙарҙың сәбәптәренә күҙ һалайык.

image 1.Күп балалар аҙ хәрәкәтләнә, спорт менән шөғөлләнмәй тиерлек

 Мәктәптә парта артында ултырған бала өйөнә ҡайтҡас та телевизор һәм компьютер ҡаршында ултыра.

2. Ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә тынысланып ял итергә мөмкинлеге, әйтәйек, айырым бүлмәһе йәиһә уңайлы психологик шарттар юҡ.

 3. Һүҙ ҙә юҡ, hауаның бысраҡлығы, сифатhыҙ hыу, төрлө стрестар  ҙа hаулыҡҡа насар йоғонто яhай. Өҫтәүенә, яҡшы шарттарҙа, йылыла ғына йәшәп, йәйәү йөрөргә бөтөнләй оноттоҡ. Ә ялды ятҡан килеш телевизор ҡарау тип аңлайбыҙ. Ысынында иhә, әҙ хәрәкәтләнгән кеше тиҙ арый, хәлhеҙләнә, йоҡомhорай, йыш ҡына башы ауырта, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тыны ҡыҫыла, быуындары hыҙлай. Алда әйтеп үтелгән барлыҡ күңелһеҙ факттар балалар араһында күҙәтелә. Ә беҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙҙең  менән берлектә был факттарҙы һис шикһеҙ киҫәтергә тейешбеҙ. Бала - бауыр емеше.Ул ата-әсә өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Ата-әсә уның өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер. Балалары өсөн үҙҙәренә бала ваҡытта булмаған мөмкинлекләрҙе тыуҙыра. Күп ваҡытта кәрәгенән артып та китә. Туҡланыуҙарына килһәк, иртә менән бутҡа ашатаһы урынға конфет бирә, йәшелсә, емеш-еләк урынына - чипсылар, кириешкалар ашата. Ялдары саф һауала түгел, компьютер, телевизор артында уҙа. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәһе урында, бар эшкә лә әсәйҙәр өлгөрә. Бына шулай итеп баланың дөрөҫ туҡланыу рационын боҙабыҙ, иң актив ваҡыттарында хәрәкәттәрен сикләйбеҙ, сәләмәтлектәренә зыян килтерәбеҙ. “ Сәләмәтлек- берҙән- бер ҡиммәтле аҫыл таш; уның өсөн ваҡытты ла, көстө лә, хеҙмәтте лә ҡыҙғанмаҫҡа кәрәк”. Йыш хәрәкәтләнеү hаулыҡ өсөн бик мөhим. Иртәнге гимнастика яhаған кешенең йөрәге ныҡ була, ҡан әйләнеше көйләнә. Ҡанда холестерин кәмей, быуындар нығына, тын алыу яҡшыра. Билдәле булыуынса, спортсмендар ете литр hауа hулай, ә әҙ хәрәкәтләнгән кеше ни бары – өс-биш. Ә инде физик эш эшләгән йәки спорт менән шөғөлләнгән кешенең етеҙ, hәр саҡ кәйефе шәп булыуы, башы шәп эшләүе hәр кемгә лә мәғлүм. Заман медицинаhы сирҙе дауалауға йәнең теләгән дарыуҙы тәҡдим итhә лә, hәр саҡ хәрәкәттең иң ҙур дауа икәнен иҫкәртә. Сөнки физик күнегеү ул hау-сәләмәт кеше өсөн тренер ғына түгел, ә табип та. Уҡыу баланан, уның организмынан ҙур көс, энергия талап итә. Шуға күрә баланың сәләмәтлеген һаҡлау - иң төп бурыста -рыбыҙҙың береһе.         

imageСәләмәт тормош рәүеше компоненттарын теүәл белеү һәм үтәү балаларға ла, үҙегеҙгә лә ярҙам итер:

 ·  көндәлек режим;

· даими физик күнегеүҙәр

· сынығыу;

· дөрөҫ туҡланыу;

·  ғаиләлә уңай, дуҫтарса мөнәсәбәттәр–ышаныс,бер-береңде аңлау

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл haulygyn_-_baylygy.docx984.18 КБ

Предварительный просмотр:

«Һаулығың—байлығың»C:\Users\111\Desktop\hello_html_4d63a788.jpg

ата-әсәләр өсөн консультация

        “Әгәр бер йыл алдан уйлайһың икән - орлоҡ сәс, ун йыл алдан уйлаһаң - ағас ултырт, әгәр бер быуат алдан уйлаһаң - кеше тәрбиәлә”, ти халыҡ мәҡәле.

 Кеше - табиғәт бүләге. Тәбиғәттән, тормоштан йәм табып йәшәү өсөн иң беренсе сәләмәтлек кәрәк. Был урында бөйөк педагог Ж.Ж.Руссоның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: “Баланы аҡыллы һәм фекер йөрөтә белә торған кеше итергә теләһәгеҙ, иң элек уның сәләмәтлеге һәм таҙалығы тураһында ҡайғыртығыҙ: ул бер ҡайсан да тик тормаһын, ниҙер эшләһен, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын”. Сәләмәтлек әйтергә бик ябай ғына төшөнсә, ә тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һауа, һыу, яҡтылыҡ кеүек кәрәк. Халыҡ «Һаулығың—байлығың» тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бѳтә матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булып спорт менән шѳғѳлләнгәндә, шулай уҡ дѳрѳҫ туҡланғанда һаулығыңа зарланырға урын ҡалмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшәйешебеҙгә күпләп яңы һәм ҡатмарлы технологиялар килеп ингән, тирә-яҡта глобалләштереү, автоматлаштырыу барған, магазин-баҙарҙар химикаттар менән тулған заманда халыҡ дѳрѳҫ туҡланамы, йәштәр спорт менән шѳғѳлләнәме? Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух, тигән аҡылды ҡабул итәме? Тәрбиә эшенең төп бурысы, асылда, бала шәхесенең барлыҡ эске тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереүҙән, уны рухи һәм физик яҡтан әҙерләп, яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә алыусы ирекле бер зат итеп тәрбиәләүҙән ғибәрәт. Тәрбиә процесы - баланың тулыһынса шәхес булараҡ формалашыуы ул. Ошо тулы бер процеста төп һәм әһәмиәтле урынды бала сәләмәтлеге биләй. Ләкин баланың сәләмәтлеге тураһында һөйләшәбеҙ икән - түбәндәге факттарға туҡталмайса ҡала алмайбыҙ. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, hуңғы осорҙа халыҡтың сәләмәтлеге hиҙелерлек ҡаҡшаған. Республикала медицин тикшереүҙәре күрһәткәнсә, бөгөн балаларҙың 10-20 % - ы ғына тулыһынса һау сәләмәт. 6 – 7 йәшлек балаларҙың 30 – 35 проценты хроник сирле.  Айырыуса киң таралған ауырыуҙарҙың береһе - күҙҙәрҙең насар күреүе. Һулыш органдары, нервы системаһы, ашҡаҙан системаһы, һөйәк, мускул, ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш күҙәтелә. Балаларҙа булған ауырыуҙарҙың сәбәптәренә күҙ һалайык.

 1.Күп балалар аҙ хәрәкәтләнә, спорт менән шөғөлләнмәй тиерлекC:\Users\111\Desktop\hello_html_6790c759.jpg

 Мәктәптә парта артында ултырған бала өйөнә ҡайтҡас та телевизор һәм компьютер ҡаршында ултыра.

2. Ҡайһы берәүҙәрҙең өйөндә тынысланып ял итергә мөмкинлеге, әйтәйек, айырым бүлмәһе йәиһә уңайлы психологик шарттар юҡ.

 3. Һүҙ ҙә юҡ, hауаның бысраҡлығы, сифатhыҙ hыу, төрлө стрестар  ҙа hаулыҡҡа насар йоғонто яhай. Өҫтәүенә, яҡшы шарттарҙа, йылыла ғына йәшәп, йәйәү йөрөргә бөтөнләй оноттоҡ. Ә ялды ятҡан килеш телевизор ҡарау тип аңлайбыҙ. Ысынында иhә, әҙ хәрәкәтләнгән кеше тиҙ арый, хәлhеҙләнә, йоҡомhорай, йыш ҡына башы ауырта, йөрәк эшмәкәрлеге боҙола, тыны ҡыҫыла, быуындары hыҙлай. Алда әйтеп үтелгән барлыҡ күңелһеҙ факттар балалар араһында күҙәтелә. Ә беҙ, хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙҙең  менән берлектә был факттарҙы һис шикһеҙ киҫәтергә тейешбеҙ. Бала - бауыр емеше.Ул ата-әсә өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз. Ата-әсә уның өсөн утҡа ла, һыуға ла керергә әҙер. Балалары өсөн үҙҙәренә бала ваҡытта булмаған мөмкинлекләрҙе тыуҙыра. Күп ваҡытта кәрәгенән артып та китә. Туҡланыуҙарына килһәк, иртә менән бутҡа ашатаһы урынға конфет бирә, йәшелсә, емеш-еләк урынына - чипсылар, кириешкалар ашата. Ялдары саф һауала түгел, компьютер, телевизор артында уҙа. Балаларҙы хеҙмәткә өйрәтәһе урында, бар эшкә лә әсәйҙәр өлгөрә. Бына шулай итеп баланың дөрөҫ туҡланыу рационын боҙабыҙ, иң актив ваҡыттарында хәрәкәттәрен сикләйбеҙ, сәләмәтлектәренә зыян килтерәбеҙ. “ Сәләмәтлек- берҙән- бер ҡиммәтле аҫыл таш; уның өсөн ваҡытты ла, көстө лә, хеҙмәтте лә ҡыҙғанмаҫҡа кәрәк”. Йыш хәрәкәтләнеү hаулыҡ өсөн бик мөhим. Иртәнге гимнастика яhаған кешенең йөрәге ныҡ була, ҡан әйләнеше көйләнә. Ҡанда холестерин кәмей, быуындар нығына, тын алыу яҡшыра. Билдәле булыуынса, спортсмендар ете литр hауа hулай, ә әҙ хәрәкәтләнгән кеше ни бары – өс-биш. Ә инде физик эш эшләгән йәки спорт менән шөғөлләнгән кешенең етеҙ, hәр саҡ кәйефе шәп булыуы, башы шәп эшләүе hәр кемгә лә мәғлүм. Заман медицинаhы сирҙе дауалауға йәнең теләгән дарыуҙы тәҡдим итhә лә, hәр саҡ хәрәкәттең иң ҙур дауа икәнен иҫкәртә. Сөнки физик күнегеү ул hау-сәләмәт кеше өсөн тренер ғына түгел, ә табип та. Уҡыу баланан, уның организмынан ҙур көс, энергия талап итә. Шуға күрә баланың сәләмәтлеген һаҡлау - иң төп бурыста -рыбыҙҙың береһе.        

Сәләмәт тормош рәүеше компоненттарын теүәл белеү һәм үтәү балаларға ла, үҙегеҙгә лә ярҙам итер:C:\Users\111\Desktop\depositphotos_48757745-stock-illustration-template-of-fruits.jpg

   көндәлек режим;

 даими физик күнегеүҙәр

 сынығыу;

 дөрөҫ туҡланыу; 

  ғаиләлә уңай, дуҫтарса мөнәсәбәттәр–ышаныс,бер-береңде аңлауC:\Users\111\Desktop\fzs.jpg