Ата -әсәләр менән эш " Ғаиләм менән әкиәт илендә " Кескәйҙәр төркөмө.
статья (средняя группа)

Ғибәҙуллина Рәшиҙә Рәхимовна

"Ғаиләм менән әкиәт донъяһында " статъя.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Ғаиләм менән әкиәт донъяһында.

2018 йыл- белеүебеҙсә,ғаилә йылы тип аталды. Был юҡҡа түгелдер, сөнки ғаилә кеше тормошонда иң мөһим урын алып тора. Бары тик ғаиләгә, балаларға кеше күп ваҡытын сарыф итергә тейеш.

Өфө ҡалаһының 308-се  башҡорт балалар баҡсаһында ғаилә йылына арналған ,ата-әсәйҙәр менән берлектә байрамдар  һәм күңел асыуҙар үткәрелеп тора.

Беҙҙә үҙебеҙҙең кескәй балаларыбыҙ менән ситтә тороп ҡалманыҡ.

“Әкиәт донъяһында” тигән ғаилә байрамы үткәрҙек. Ҡатнашырга теләк белдергән ғаиләләр,үҙҙәре менән бер әкиәт килтереп ,уны сәхнәләштерҙеләр. Ни өсөн әкиәт тиһегеҙме,сөнки әкиәт ул бала өсөн иң ҡыҙыҡлы,мауыҡтырғыс бер мөғжизә.

Байрамда туғыҙ ғаилә ҡатнашты. Ғалиндар ғаиләһе “Пых” ,Хәмитовтар “Һайыҫҡан”,Вәлиевтар” Тыңлауһыҙ әтәс “әкиәттәрен сәхнәләштереп күрһәтһәләр,башҡа ғаиләләр уҙ-ара берләшеп ,дуҫлашып әкиәттәр әҙерләгәндәр. Хузиндар,Латировтар ,Кузнецовтар,Юмагуловтар «Шалҡан”,

Хәйретдиновтар менән Хәжиевалар « Һоро кәзә бәрәстәре” тигән әкиәттәрҙе күрһәттеләр.

 Ғаиләләр бик етди әҙерләнгәндәр. Төрлө атрибуттар ,костюмдар һәм концерт номерҙары менән байрамыбыҙ тағы ла нығыраҡ йәлләнде.

Беҙҙең балалар кес кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан,бер ҙә  сәхнәгә сығыуҙан ҡурҡып тормай үҙҙәрен әртист итеп күрһәттеләр. Ни өсөн тигән дә атай -әсәй яныңда булыуы ҙур батырсылыҡ  өҫтәйҙер.Йомғаҡлап шуны әйтәһе килә, «Матур ғаилә –ил күрке”.Ғаиләләребеҙ күркәм , татыу булһындар, уларға именлек теләйбеҙ.

20181212_140204.jpg

20181212_140242.jpg

20181212_140411.jpg

20181213_145522.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Беренсе кескәйҙәр төкөмөндә музыка дәресе

Беренсе кескәҙәр төркөмөндә музыка дәресе. "Урманға-ҡуянға сәйәхәт"...

«Тәбиғәт күрке - күскәнтәй» темаһына икенсе кескәй төркөмдә танып-белеү эшмәкәрлеге конспекты

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы      «Тәбиғәт күр...

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

"Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау" темаһына кескәй төркөмдә әүәләү

Кескәй төркөмдә әүәләүТема. Ҡурсаҡтың күлдәген матурлау.Маҡсат. Пластилиндан ваҡ киҫәктәр өҙөп алып, түңәрәктәр әүәләү, бер нисә төҫ менән эшләү, пластилин борсаҡтарҙы тигеҙ арауыҡтарҙа ҡатырға ...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Кескәйҙәр төркөмө өсөн сценарий

Кескәйҙәр төркөмө өсөн сценарий.Ғаилә....

Кескәйҙәр өсөн "Әсәйемә" шиғыры

Балаларға әсәй тураһында шиғыр...