Телмәрҙең фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгәнлеге. Уны бөтөрөү юлдары.
консультация (старшая группа)

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Ата-әсәләр өсөн консультация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ffnr._dlya_kts.docx18.1 КБ

Предварительный просмотр:

Телмәрҙең фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгәнлеге.

Уны бөтөрөү юлдары

Ураҙбаева Айгөл Фәтих ҡыҙы, Бала үҫтереү үҙәге “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды

Логопунктҡа йөрөгән күпслек балалар телмәре фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгән (ФФНР) тигән заключение менән. Нимә һуң ул телмәрҙең фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгәнлеге? ФФНР – ул өн әйтелешенең боҙолоуы, уның сәбәбе булып баланың фонематик ишетеү һәләтенең үҫешмәгәнлеге тора. Баланың һүҙҙә һәр өндө айырым ишетеүе, эргәһендә торған өндәр араһынан асыҡ айыра белеүе, һүҙ ниндәй өндәрҙән тороуын белеүе  фонематик ишетеү һәләтенең үҫешкән булыуын күрһәтә. Бындай балаларҙың физиологик ишетеү һәләте нормала. Етешһеҙлектәр баланың түбәндәге бер-береһенә акустик яҡтан оҡшаш өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүҙә күренә:

  • яңғырау һәм һаңғырау: в – ф; б – п; д – т һ.б.
  • йомшаҡ һәм ҡаты: к – кь; г – гь һ.б.
  • шышылдаусы һәм һыҙғырыусы: ш – с; ж – з һ.б.

Ғәҙәттә, әйтелеше яғынан ауыр өндәрҙе еңелерәк өндәр менән алмаштыралар. Мәҫәлән, [р] урынына [л] өнөн ҡуялар, [ш] урынына [ф] өнөн әйтәләр һ.б. Ҡайһы бер балалар һыҙғырыусы һәм шышылдаусы өндәрҙе [т] һәм [д] өндәре менән алмаштыралар (“тумка” тиҙәр “сумка” урынына). Бер өндө икенсе өн менән алмаштырыу, был үҙ сиратында һүҙҙең мәғәнәһенең боҙолоуына килтергән кәмселектәр фонематик етешһеҙлек тип атала. Шулай уҡ ҡайһы балалар билдәле өндө әйтә беләләр, әммә телмәрҙә дөрөҫ ҡулланмайҙар. Бындай кәмселектәр фонетик-фонематик етешһеҙлектәр тип атала. Өндәрҙе боҙоп әйтеүҙең сәбәбе булып артикуляцион аппараттың үҫешеп етмәгәнлеге тора.

Был балалар өндәр рәтенән бирелгән өндө айырырға, ижектәр теҙмәһен ҡабатларға ҡыйынһыналар (па – ба; па – ба – па; та – да; та – да – да…), ижектә, һүҙҙә бирелгән өндөң барлығын айыра белмәйҙәр.

   Телмәрҙең фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгәнлеге телмәрҙең анализ һәм синтез процестарын үҙләштәреүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Йәғни, бала айырым өндәрҙән һүҙ төҙөй алмай (К-И-Т-А-П – был китап), йәки киреһенсә, бирелгән һүҙҙә өндәрҙе эҙмә-эҙлекле әйтеү.  Әгәр ҙә бала бик күп өндәрҙе дөрөҫ әйтмәй икән, унда һүҙҙең ижек структураһы ла боҙола. Балалар бер нисә тартынҡы бергә килгән һүҙҙәрҙе әйтә алмайҙар (аквариум, термометр, космонавт һ.б.) ФФНР баланың уҡыу һәм яҙыу процестарына ла насар йоғонто яһай.

Бала телмәренең фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгәнлеген бөтөрөү өсөн логопедҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Телмәрҙең фонетик-фонематик яҡтан үҫешеп етмәгәнлеге ауыр телмәр етешһеҙлегенә ҡарай (тяжелое нарушение речи).Ә ата-әсәләр был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн нисек ярҙам итә алалар?

“Ҡайҙа уйнай?”уйынын тәҡдим итергә була.

Өлкәндәр балаға күҙҙәрен йоморға тәҡдим итә. Үҙе унан ситкәрәк китә (уңға, һулға, алдына, артына) һәм берәй тауышлы әйберҙә  уйнай. Бала күҙҙәрен асмай ғына ҡулы менән ҡайҙа уйнағанын күрһәтергә һәм өлкән кешегә йөҙө менән боролорға тейеш. Йүнәлеште билдәләп өйрәнгәндән һуң “Нимә тауышы ишетелә?” уйынын уйнарға була. Был уйын өсөн бер нисә предмет, тауышлы уйынсыҡ йәки ҡағыҙ, ҡайсы, асҡыстар алығыҙ. Бала йомоҡ күҙҙәр менән нимә тауышы ишетелгәнен әйтергә тейеш. Уйынды ҡатмарлаштырып бер иш һауыттар алығыҙ, уларҙың эсенә төрлө ярмалар һалығыҙ (дөгө, ҡарабойҙай, борсаҡ, тары һ.б.). Уларҙы шалтыратып тауыштарын ишеттерегеҙ, һуңынан бала үҙе шалтыратып танып әйтергә тейеш. Шунан йомоҡ күҙҙәр менән һауыттың эсендә нимә ятҡанын әйтһен.

Телмәр өндәре булмаған тауыштарҙы танып өйрәнгәндән һуң түбәндәге уйындарҙы тәҡдим итергә була:

“Эҙлә, тап”

Балаға билдәле бер өнгә өйҙә булған әйберҙәрҙе табырға ярҙам итегеҙ.

“Рәссам” Балаға бирелгән өн һүҙҙең башында (уртаһында, аҙағында) торған әйберҙәрҙе төшөрөргә ҡушығыҙ.

“Беренсе өн”

Тауыш менән һүҙҙә беренсе өнгә баҫым яһап әйтергә кәрәк (“а-а-ағас”, “у-у-усаҡ”, “о–о-олатай”, “и-и-ишек” һ.б.

“Һүҙҙәр сылбыры”

Өлкәндәр бала менән алмашлап һүҙҙәр әйтәләр. Һүҙ ниндәй өнгә бөтә, шул өнгә башланған һүҙ әйтергә кәрәк: “ағас – сана – ат – танк – касса…”

“Ашай торған – ашамай торған”

Өлкәндәр яңғырашы буйынса оҡшаш өс һүҙ әйтәләр. Бала тик ашай торған әйберҙе генә әйтергә тейеш.

Ҡалаҡ – ҡабаҡ – ҡабат

Аш – таш – ҡаш

Банан – диван – барабан

Лимон – вагон – бизон һ.б.

“Һүҙ төҙө” Өлкәндәр һүҙҙәге өндәрҙе тәртип буйынса әйтә, ә бала шул өндәрҙән һүҙ төҙөй. Ҡыҫҡа һүҙҙәрҙән башларға кәрәк (ШАР, ҠАР, БАШ, ТАШ).

“Тауышынан таны”

Уйында бөтә ғаилә ағзалары ҡатнаша. Бала уларҙың тауышын таный. Өлкәндәр алмашлап телмәр өндәре булмаған тауыштар сығаралар: һыуҙың “йырын”(“с-с-с-с-с”), саң һурҙырғыс тауышын (“у-у-у-у”) һ.б. Бала өлкәндәрҙе күрмәйенсә тауышынан танырға тейеш(өләсәй, ҡартатай, апай, ағай, әсәй, атай).

Был уйындар бала телмәрен фонетик-фонематик яҡтан үҫтереп кенә ҡалмай, ә мәктәптә уҡыуға әҙерлек тә булып тора.

Шуны әйтергә кәрәк, логопедтың төп бурысы булып өндәр әйтелешен төҙәтеү, фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү һәм балаларҙы мәктәпкә әҙерләү тора.   Дөрөҫ, матур һөйләшеү балаға ғүмер буйына кәрәк, ә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн мәктәпкәсә йәштәге осор иң уңайлыһы.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методические рекомендации «Балалар сөйләмендәге фонетик-фонематик җитешсезлекләрне төзәткәндә юл йөрү кагыйдәләрен ныгыту » («Закрепление правил безопасного поведения на дороге на индивидуальных занятиях по постановке звуков детей с фонетико-фонематическ

В методических рекомендациях систематизирован практический материал по системе работы  коррекции недостатков звукопроизношения у детей с ФФН, которая включает в себя: артикуляционные упражнения, ...

Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү

Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары

В методической разработке приведены конкретные технологии  развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...

Балаларҙың телмәр ижадының формалашыуы - бәйләнешле телмәр үҫешенең шарты.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа бәйләнешле телмәр үҫтереү маҡсатында ҡулланынылған алымдар тураһында педагогтар өсөн оҫталыҡ дәресе....