Математика дәресендә телмәр үҫтереү
статья по логопедии
Предварительный просмотр:
Доклад
Аң-белем кимәлен үҫтереү эшмәкәрлегендә,телмәр үҫтереү мөһим роль уйнай.
Телмәр үҫтереү эшмәкәрлеге ,аң-белем биреү процесстары менән тығыҙ бәйләнештә бара,бигерәк тә фекерләү кеүәһе менән,сөнки телмәр уйлау һәм уйлаған уйҙы әйтеп бирер өсөн төп сара булып тора.
Телмәрҙәрендә һәм уйлау һәләттәрендә етешһеҙлектәр булған балаларҙа,ҡәғиҙә булараҡ,математиканы үҙләштереүҙә лә ауырлыҡтар була.Бындай балалар һандарҙың,фигураларҙың атамаларын (мәҫәлән,овал,ромб,трапеция,тура дүртмөйөш),предметтарҙың үҙенсәлектәрен сағыштырыусы аңлатмаларҙы (төҫө,ҙурлығы),ваҡыт берәмектәрен һәм мәсьәләләр сискәндә ҡыйынлыҡтар кисерәләр.
Математика фәне уйлау,фекерләү,хәтерләү процесстарын үҫтереүҙә ҙур мөмкинселектәр бирә һәм был үҙ сиратында мейе лә телмәр үҫтереү өсөн яуаплы үҙәктәрҙе формалаштыра.
Логопедтар телмәр үҫтереү дәрестәрендә математика менән бәйле уйындар үткәрәләр(йыл миҙгелдәре,геометрик фигуралар һәм төҫтәрҙе өйрәткәндә,предметтарҙы сағыштырыу һәм башҡалар).Был уйындар бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтәләр.
Математикаға ҡағылышлы дидактик уйындар бер нисә төркөмгә бүленә.
-Һандар менән уйындар
-Ваҡытты өйрәнеү буйынса уйындар
-Тирә-яҡ менән таныштырыу буйынса уйындар
-Геометрик фигуралар менән уйындар
-логик фекерләүҙе үҫтереүсе уйындар
Беренсе төркөмдәге уйындар балаларҙы ыңғай һәм киреһенсә һанарға,һандарҙың килеп сығыуын(1+1=2) өйрәтергә мөмкинселектәр бирә.(Мәҫәлән,һанап күрһәт,күпме бәшмәк икәнен күрһәт,хатаны төҙәт,”Берәү һәм күп”,төрлө “лотолар”,”Домино”,”Айырмаһын тап” һәм башҡалар.
Бармаҡ уйындары ла балаларҙы ыңғай һәм киреһенсә һанарға өйрәтергә ярҙам итәләр.
Рәт буйынса һанарға өйрәткәндә(кем беренсе,кем кемдең артынан,кем аҙаҡҡы тигән уйындар ҡулланыла.Ошо уйындарға нигеҙләнеп һүҙҙәргә хәреф,өн,ижек анализларға өйрәнәләр.Һүҙҙә беренсе өндө тап,беренсе хәрефте әйт,нисә ижектән тора,ниндәй өн беренсе тора,икесне,өндәрҙең күршеләрен әйт.
Икенсе төркөм математик уйындар(русса әйткәндә ориентирование во времени,балаларҙы аҙнаның көндәре,миҙгелдәре,тәүлек әйләнәһе менән(көн,төн),шулай уҡ айҙар менән таныштырырға булышлыҡ итә.Мәҫәлән:”Йыл миҙгелен әйт”,”Иң беренсе һәм аҙаҡтан нимә”,”Тәүлек өлөштәрен әйт”,”Ҡышҡы,көҙгө айҙарҙы әйт”.Был уйындарҙы уйлап балаларҙың бәйләнешле телмәре үҫешә,һүҙ байлыҡтары арта.Телмәрҙең грамматик төҙөлөшө формалаша.
Өсөнсө төркөм уйындар.Тирә-йүндә ориентир тотоу(ориентирование в пространстве).Төп бурыстарҙың береһе булып баланы махсус булдырылған мөхиттә ,үҙенең урынын билдәргә өйрәтеү тора.Дидактик уйындар һәм күнегеүҙәр ярҙамында балалар предметтарҙың, башҡа предметтарға ҡарата урынын билдәләй.Мәҫәлән:ҡуяндың уң яғында ҡурсаҡ тора,һул яғында пирамида.Был мөмкинлектәр балаға киләсәктә яҙырға өйрәнгәндә ҡағыҙ битендә дөрөҫ ориентир тоторға ярҙам итәсәк.”Кем ҡайҙа тора”,”Ҡырҡылған һүрәттәр”,”Хәреф конструкторы”,”Лабиринт”,кубиктар һәм фишкалар менән өҫтәл уйындарын уйнатырға була.
Дүртенсе төркөм уйындар.Балаларҙың геометрик фигуралар тураһындағы белемен нығытыу өсөн тирә-йүндә (түңәрәк,өсмөйөш,дуртмөйөш) һәм башҡа төрлө формала булған предметтарҙы табырға тәҡдим итә.Бындай уйындар телмәр үҫтерергә ярҙам итә,сөнки бала был предметтарҙың үҙенсәлектәрен әйтеп өйрәнә,ә һуңғараҡ инде бәйләнешле итеп бәләкәй генә хикәйә төҙөй башлайҙар.Мәҫәлән:”Геометрик мозаика”,”Төҫлө балаҫ”,”Парлы һүрәттәр”,Үҙең эшләгән биҙәк тураһында һөйлә һәм башҡа бик күп уйындар.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа логик фекерләү элементы формалаша башлай,йәғни бала үҙенең ҡарашын,уйҙарын дәлилләп үҙенсә йомғаҡлап өйрәнә.Балаларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереүсе бик күп дидактик күнегеүҙәр бар,улар фантазияларға.стандарт булмаған фекерләргә,ысын барлыҡта булмағанды уйлап сығарырға өйрәтәләр.”Айырмаһын тап”,”Үҙеңдең күләгәңде тап”,”Нимәгә оҡшаған”,”Фантазерҙар”.Был уйындарҙы уйнағанда балаларҙың хәтере нығына,иғтибары арта һәм фекерләү ҡеүәһе көсәйә.
Математик йөкмәткеле уйындарҙы уйнаған балаларҙың телмәрҙәге хаталары кәмей һәм шул уҡ ваҡытта элементар математик күҙаллау нығына.
Шулай итеп дөйөм әйткәндә,балаларҙы математикаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү берҙәм процесс һәм киләсәктә мәктәптә уңышлы уҡыу өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сериялы һүрәттәр аша балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү
Консультация для воспитателей по развитию монологичекой речи дошкольников. Полезна для воспитателей, работающих в национальных детских садах....
Семинар - практикум "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә мнемотехника технологияһы "
Семинар - практикум для воспитателей по технологиям развития речи...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү технологиялары
В методической разработке приведены конкретные технологии развития речи дошкольников в соответствии с ФГОС ДО...
Дүртенсе һәм бишенсе йәштәге баланың телмәрен үҫтереү
Консультация для родителей...
Урыҫ телендә аралашҡан башҡорт балаларының телмәрен үҫтереү алымдары. Ата-әсәләр йыйылышы өсөн доклад.
Әгәр баланы бала саҡтан уҡ туған теленә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә, телмәре лә үҫешкән була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә г...
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә инновацион алымдар
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү ФГОС –ҡа ярашлы төп белем биреү йүнәлештәренең береһе булып хеҙмәт итә.Телмәр үҫтереү өсөн төрлө педагогик технологиялар ҡулланыу мөһим....
Башҡорт балалар баҡсаһында мәтәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана һәм ул беҙҙең бурыс булып тора. Бала һәр ваҡыт ихлас һөйләшә. Нимә ишетә, нимә күрә, нимә күҙәтә - барыһы ла уның телмәрендә....