Өлкән төркөм балалары менән «Әсәйем өсөн сәскәләр "- «һалҡын батик», техникаһында туҡымаға һүрәт төшөрөү
план-конспект занятия по конструированию, ручному труду (старшая группа)

Мажитова  Ляйсан  Маргановна. Мәжитова  Ләйсән Мәргән  ҡыҙы

Өлкән  төркөм балалары менән  «Әсәйем өсөн сәскәләр "- «һалҡын батик»,  техникаһында  туҡымаға һүрәт төшөрөү

Скачать:


Предварительный просмотр:

Өлкән  төркөм балалары менән  «Әсәйем өсөн сәскәләр "- «һалҡын батик»,  техникаһында  туҡымаға һүрәт төшөрөү

       Маҡсат: Традицион  булмаған  “Һыуыҡ  батик”  техникаһында балаларға һүрәт төшөргә  өйрәтеү

       Бурыстар:

-Һынлы сәнғәттең  үҙенсәлекле техникаһы  менән  таныштырыу,  уны  практикала  ҡулланырға  өйрәтеү;

-Эстетик зауыҡлыҡты,  матурлыҡты  күреү  һәләтен  тәрбиәләү;

-Художестволы  һәләттәрҙе, фантазияны,  образлы  фекерләүҙе  үҫтереү;

-Ҡул  моторикаһын  яҡшыртыу

-Үҙаллылыҡ,  ныҡышмалыҡ, тырышлыҡ, эшһөйәрлек, теүәллек   формалаштырыу;

-Әсәйҙең образына эстетик мөнәсәбәтте сәскәләр һүрәте аша тәрбиәләү.

-Яҡын кешеңә-әсәйеңә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Һүҙлек: Балаларҙың "туҡыма буйынса рәсем", "батик", "һалҡын батик"һүҙлектәрен киңәйтергә, әүҙемләштерергә.

Материал һәм ҡорамалдар: “Батик  техникаһында” эшләнгән сәскәләр, салфеткалар иллюстрациялары (Презентация “Батик”),  өлгө “Һыуыҡ  батик”  техникаһында  эшләнгән сәскәле ҡулъяулыҡ,  гуашь буяуҙары, кисточкалар,  һыуға стакандар,салфеткалар, мольберт, туҡыма-ситса, махсус  рама,  аудиояҙма, телефон, проектор.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ  балалар!

Балалар: Һаумыһығыҙ

Тәрбиәсе: Хәлдәрегеҙ  нисек?( балалар  яуап  бирәләр)

-Һеҙҙең  хәлдәрегеҙ  һәйбәт булғас, минеке лә  яҡшы.

-Хәҙер  танышып  алайыҡ: Мин Ләйсән Мәргәновна  булам,  һәм һеҙҙә  үҙегеҙҙең исемдәрегеҙҙе сиратлап әйтегеҙ  әле.( балалар исемдәрен әйтәләр).

-Танышыуыбыҙға  бик  шатмын.

   Әсәй тураһында шым ғына музыка уйнай. Балалар ултырғыстарҙа ярым  түңәрәк булып ултыра.

2.Башланғыс әңгәмә

Тәрбиәсе: Балалар, тыңлағыҙ, был йыр кем тураһында?

Балалар: Әсәй тураһында.

Тәрбиәсе: Әлбиттә әсә-оло йөрәкле ,изге күңелле ,сабыр холоҡло кеше. Әсәйҙәребеҙ  беҙҙе намыҫлы һәм ҡыйыу булырға өйрәтә, кәңәш бирә, беҙҙе ҡайғырта, һаҡлай. Әсәйҙәр һәр ваҡыт балаларҙың сәләмәт, аҡыллы, изге күңелле, әҙәпле булып үҫеүен теләй.

        Ноябрь аҙағында илебеҙ «Әсә Көнө»н билдәләй. Кешеләр әсәйҙәрен был байрам менән тәбрикләйҙәр. Һәм бөгөн беҙ дәресебеҙҙе ошо көнгә бағышлайбыҙ, әсәйҙәргә  бүләк  эшләйәсәкбеҙ

Тәрбиәсе:

-Балалар, ҡарағыҙ әле бөгөн ниндәй матур иртә. Ҡояш шатлана, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмайыуҙарыбыҙҙы бүләк итәйек.

-Ә  әсәйҙәребеҙҙе нимә менән ҡыуандыра алабыҙ? (Балалар яуаптары).

-Дөрөҫ, үҙ ҡулдарыбыҙ  менән  эшләгән ҡулъяулыҡты бүләк итеп.

3.Дәрестең темаһы һәм маҡсаттары тураһында хәбәр итеү

Тәрбиәсе:

-Мин һеҙгә әсәйегеҙҙе ҡыуандырырға туҡымаға  матур сәскә һүрәтен  төшөрөргә тәҡдим итәм. Боронғо замандарҙа  ла билдәле рәссамдар төрлө сәскәләрҙән  букеттар төшөргән.

Тәрбиәсе:

-Балалар, бөгөн иртән балалар баҡсаһына посылка килгән. Уның нимә икәнен белергә теләйһегеҙме? (балалар ҡарап, туҡыма япмаһы һәм хат һалынған ҡумтаны сығара).

-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, тип яҙа һеҙгә Айгөл  тигән ҡурсаҡ. Мин әсәйем  өсөн бүләккә матур  ҡулъяулыҡ  эшләргә теләйем, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең бер төҫлө туҡымам ғына бар, ә  әсәйем сәскәләр ярата. Нимә эшләргә белмәйем, ярҙам итегеҙ, зинһар.

-Балалар    Айгөлгә  ярҙам  итәбеҙмеҙме  балалар? (яуаптар)

Тәрбиәсе:

-Ә,  хәҙер эш урындарығыҙға барығыҙ.

    Батик -  ул, туҡыма буйынса ҡулдан биҙәүҙең төрлө ысулдарының дөйөмләштергән атама. Батиктың тыуған ере тип Индонезиялағы Ява утрауы һанала, унда бөгөнгө көнгә тиклем ҡулдан буялған кейем бик популяр. Яван теленән тәржемә иткәндә «батик» «ҡыҙыу балауыҙ менән һүрәт төшөрөү»тигәнде аңлата. Яваның традицион батигы рәсем генә түгел, ул йыш ҡына оберег сифатында ҡулланылған. Был ысул боронғо Шумерҙа, Перуҙа, Японияла, Шри-Ланкала, Һинд-Ҡытайҙа, африка илдәрендә ҡулланылған. (Презентация  ҡарау)

      - Европала батик техникаһында туҡымаларҙы биҙәүҙе 19 быуаттың икенсе яртыһында ғына ҡуллана башлайҙар.

    Рәсәйҙә батик егерменсе быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килә.

    -“Һыуыҡ батик”- ысулы өсөн, туҡыманы махсус рамға беркетәләр. Туҡымаға ҡәләм менән буласаҡ һүрәттең эскизын эшләйҙәр.Буяуҙың таралыуын туҡтатыу өсөн, махсус  состав алына  һәм тюбиктың  осо менән туҡымаға саҡ ҡына ҡағылып, ҡәләм эҙенән хәрәкәт итә. Һуңынан туҡыма киптерелә, контурҙың ышаныслылығы һәм бөтөнлөгө тикшерелә.

-Контурҙың ябыҡ булыуы мотлаҡ шарт, юғиһә буяу һүрәт сигенән ситтә тараласаҡ. Шыйыҡландырылған буяу шыйыҡсаһын туҡымаға мамыҡ тампондар йәки киҫәк менән һөртәләр. Башта һүрәттең асыҡ деталдәрен буяйҙар, ә һуңынан, ярашлы рәүештә, ҡараңғыларын.

4. Яңы материалды аңлатыу   һәм  күрһәтеү

-Хәҙер беҙ һеҙҙең менән “Һалҡын  батик техникаһында” сәскә  төшөрөүгә тотонасаҡбыҙ. Беҙ  һеҙҙең менән махсус состав менән ҡулланмаясаҡбыҙ,сөнки кипкәнен оҙаҡ  көтөргә  тура киләсәк .

-Әммә башлар алдынан бармаҡтарыбыҙҙы эшкә әҙерләп  алайыҡ.

Бармаҡ  уйыны

Ишектә йоҙаҡ эленеп тора

(ҡул бармаҡтарының йоҙаҡҡа ритмик тоташыуы)

Уны кем аса алыр икән?

Ҡулдарҙы һуҙғандар, әйләндергәндәр  

Бармаҡтар менән туҡ-туҡ, туҡылдағандар

Йоҙроҡтар менән  туҡ-туҡ, туҡылдағандар

Терһәктәр менән  туҡ-туҡ, туҡылдағандар

Һәм  ишекте  асҡандар

-Ҡарағыҙ, асылмай, әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр һынап ҡарайыҡ.

Ҡарағыҙ әле, ишек асылды.

-Һәр  берегеҙҙең  алдарығыҙҙа  рамкаларға  эләктерелгән туҡымалар ята. Кисточканы  буяуға  төртөп туҡымалағы  сәскәне  буяй  башлайбыҙ. Уртанан, ситкә  табан  буяйбыҙ.Төп һүрәт әҙерәк  кипкәс, балалар һүрәттең  деталдәрен  сағыуыраҡ  төҫтәр менән буяйҙар.

Кисточканы  дөрөҫ  тотабыҙ. Тура  ултырабыҙ, эйелмәйбеҙ.

5.Балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеге

-Дарина, ниндәй матур сәскә, һиндә килеп сыҡты.

(дәрес ваҡытында һәр балаға яҡынлашам).

-Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән ял итеп  алайыҡ.

Ял   физминуткаһы:  “Әсәйемә Ярҙам итәбеҙ”

Әсәйемә ярҙам итәбеҙ туҙанды бөтә ерҙә лә һөртәбеҙ.

Хәҙер беҙ керҙе йыуабыҙ, һығабыҙ, епкә эләбеҙ.

Иҙәнде  һепереп, һөт артынан йүгерәбеҙ.

Әсәйемде кис ҡаршы алабыҙ, ишектәрҙе асабыҙ,

Әсәйемде ныҡ  итеп  ҡосаҡлап  алабыҙ.

6.Йомғаҡлау. Балалар эштәренең күргәҙмәһе.Эштәрен анализлау.

Эштәрҙе   мольбертҡа  элеп сығам

- Балалар, ҡарағыҙ әле,  ҡалай  матур  сәскәле  ҡулъяулыҡтар  килеп сыҡты.

-Әсәйҙәрегеҙ ҡыуынасаҡтармы?

-Бөгөнгө  дәрес  оҡшанымы?

-Ниндәй  техниканы бөгөн  өйрәндек ?

-Айгөлгә  лә  ярҙам иттек, мин уға  әҙер  ҡулъяулыҡ посылкаға  һалам.

-Афарин,  балалар,         тырышҡанығыҙ  өсөн  минән  һеҙгә бәләкәс кенә  бүләктәр. (наклейкалар)

-Миңә  һеҙҙең  менән  эшләү  бик  оҡшаны.

-Ә  хәҙер   мин  һеҙҙҙең  менән  киләһе  осрашҡанға  тиклем  хушлашам, һау  булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)

КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...

Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт

Коррекцияле-белем бирү:  Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын   активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...

Балалар бакчасында сәләтле балалар белән эшләү программасы

Балалар бакчасында сәләтле балаларны ачыклау...

«Татарстан Республикасы Саба муниципаль районы Югары Симет «Ромашка» балалар бакчасы» мәктәпкәчә белем муниципаль бюджет учреждениесе филиалы - «Түбән Симет балалар бакчасы» Проект эшнең исеме : "Китап киңәшчең синең"

Бүгенге көндә безнең җәмгыятьтә уку статусы бөтенләй кимеде. Мәгълүматларның техник яктан камилләшүе чорында китапка кызыксыну кимеде. Бу проблеманы хәл итү өчен үсеп килүче буынның китап укуга, китап...

«Татарстан Республикасы Саба муниципаль районы Югары Симет «Ромашка» балалар бакчасы» мәктәпкәчә белем муниципаль бюджет учреждениесе филиалы - «Түбән Симет балалар бакчасы» Проект эш: "Яңа ел"

Теманың актуальлеге:Яңа ел-иң яраткан, искиткеч гаилә бәйрәме. Кыш бабайның сихри үзгәрешләре һәм бүләкләре булган бәйрәм. Әлеге проектта Яңа елны бәйрәм итү традицияләрен өйрәнү һәм саклау мөһим урын...