"Һәләтле балалар өсөн уңайлыҡтар булдырыу" темаһына тәрбиәүи мәҡәләләр.
консультация
Яңы стандарттар тәрбиәсе алдына ижади фекер йөрөтөүсе, ижади үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙе бурыс итеп ҡуя.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
trbi.docx | 15.53 КБ |
Предварительный просмотр:
Һәләтле балалар өсөн уңайлыҡтар булдырыу.
(Тәрбиәсе өсөн консультатция)
Яңы стандарттар тәрбиәсе алдына ижади фекер йөрөтөүсе, ижади үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙе бурыс итеп ҡуя.
Ижади һәләттәрҙе үҫтрерү юлдары:
- Баланы ҡыҙыҡһындырыу;
- Тәрбиәсенең балаға яҡшы мөнәсәбәте, тәрбиәсенең баланы тәнҡитләүҙән баш тартыуы;
- Балаларҙы үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;
- Балаларға һорауҙар бирергә мөмкинселек биреү;
- Ижади биремдәр биреү. Трактик эштәр ойоштороу. Балаларҙы үҙ аллы эшләргә өйрәтеү. Дәрестәрҙә инновацион технологиялар ҡулланыу;
- Тәрбиәсенең ҡуйылған мәсьәләне ижади сисеп өлгө күрһәтеүе (балалар өсөн үҙең эшләү түгел, ә балалар күрмәгән яҡтарын асыҡлау).
Балаларҙа ижади һәләттәрҙе үҫтереү, тәрбиәсенәндә ижади эшләүҙе талап итә.
Тәрбиәсе дәрестә төрлө эш алымдарын ҡуллана, төрлөләндерә, балаларҙың мөмкинселектәренә тап килерлек итеп үҙгәртә.
Иң мөһиме – дәрестең һәр этабында балаларҙың үҙ аллы эшмәкәрлеген булдырыу мотлаҡ. Бының өсөн тәрбиәсе индивидуаль, парлап һәм төркөмләп эшләүҙе ойоштора.
Бала үҙ аллы эшләгәндә генә ҡәнәғәт ҡала.
Дәрестә балалар үҙҙәренең, иптәштәренең эштәрен ҡарай, баһа ҡуя.
Һәр бер эш төрөнә бала баһа ала.
Балаларҙың һәләттәрен күрә белеү, уларҙы дәрестә уңышлы ҡулланыу, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн,уңыш ситуацияһы булдырыу өсөн ошо мөхитҡә, һәр бер дәрескә һөйөү тәрбиәләү мөһим.
Һәләтһеҙ бала булмай -
Бейей икән – бейеһен,
Уйнай икән – уйнаһын
Кемдер бейей, кемдер йырлай,
Кемдер һүрәт төшөрә.
Сюжетлы ролле уйындарҙа кемдер врач, тәрбиәсе,һатыусы булғыһы килә. Ошо һәләттәрҙе тәрбиәселәр аса. Балаларҙың һәләттәрен һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға кәрәк.
Балалар баҡсаһында ижади эштәр менән ҡыҙыҡһынған һәләтле балалар артабан мәктәптә лә, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, ҡайҙа ғына булһа ла, үҙ хеҙмәтенә яуаплылыҡ менән ҡараусы, ижади эшләүсе шәхескә әүерелә.
Һәләтле балалар менән эш, уларға уңайлыҡтар булдырыу – бөгөнгө заман талабы.
Балалар – илебеҙ киләсәге.
Беҙҙең төп бурыс – балалар, ата - әсәләр, йәмғиәт талаптарын иҫәпкә алып төҙөлгән белем биреү структураһының сифатлы булыуын тьәмин итеү.
Баҡсабыҙҙа заман талаптарына тура килгән, инновацион йүнәлешкә ҡоролған тәрбиә һәм уҡытыу системаһы булғанда беҙ, тәрбиәселәр, мәғариф алдында ҡуйылған был бурыстарҙы уңышлы үтәрбеҙ, тип уйлайым.
ХХI быуат – мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинселектәр тыуҙырған яңы заман. Ул тәрбиәгә һәм уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы талап итә.
Шулай итеп, федераль дәүләт белем биреү стандарттары шарттарында бала төрлө яҡлап үҫешкән булырға тейеш. Уға был тәңгәлдә тәрбиәселәрярҙам итә.
Тәрбиәсе үҙе лә талапсан, яуаплы, үҙ эшенә юғары профессиональ ҡарашлы булырға тейеш.
Бөйөк Сухомлинскийҙың шундай һүҙҙәре бар: “Бала үҙ тәрбиәсеһен аҡыллы, күп белеүсән кеше итеп күрергә тейеш”.
Балаларҙы дәртләндереү , йәғни мотивация булдырыу балаларҙы артабан үҫтереүгә ҡанат ҡына ҡуясаҡ. Шуның өсөн, мотивация бик кәрәк алым.
Һәләтле балаға ғаиләлә бар уңайлыҡтар булырға тейеш.
Уның һәләтен күҙҙалап, ғаиләлә лә, балалар баҡсаһында ла дөрөҫ йүнәлеш бирелергә тейеш.
Сәңгелдәктән үк ғаилә төп ролде уйнай.
Ғаиләлә яҡшы атмосфера ата – әсәләре, ғаилә ағзалары менән ышаныслы мөнәсәббәт баланың үҫешендә, ҡыҙыҡһыныуында бик ҙур урын тота.
Ошоларҙы бер үк иҫтән сығарырға ярамай.
Ата – әсәләр бала өсөн өйҙә уйын мөйөшө, сағыу китапхана булдырыуға бурыслы.
Баланы үҫтереүҙә ғаиләлә кире мөнәсәббәт булырға тейеш түгел. Эскелек һәм башҡа кире мөнәсәббәт булырға тейеш түгел. Был кире күренештәр балаға кире йоғонто яһай. Бала ғаиләһендә үҙен иркен тоторға, аралашырға, халҡыбыҙҙың иң гүзәл өлгөләре – әйтем, мәҡәлдәр, йырҙар, әкиәттәр аша тәрбиәләнергә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ барыбыҙ ҙа балаларҙы бәхетле итә алабыҙ, ыңғай тәрбиә орлоғон сәсеп, емешенкүрә аласаҡбыҙ.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
ТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.” (Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)
КВНТЕМА: “Балалар һәм әтиләр юл кагыйдәләре илендә.”(Мәктәпкә әзерлек төркеме балалары һәм әтиләре арасында үткәрелгән ярыш-кичәнең программасы)...
Лексик -грамматик категорияләрне үзләштерү буенча зурлар торкеме балалары (сөйләм теленең гомуми үсешендә кимчелекләре булган ОНР балалар) белэн үткэрелгэн шогыль “ Язгы урманга сәяхәт
Коррекцияле-белем бирү: Балаларның яз фасылы турындагы белемнэрен тирәнәйтү, язның төп билгеләре белән таныштыруны дәвам итү ,сүз байлыкларын активлаштыру, бәйләнешле сөйләмне...
Балалар бакчасында сәләтле балалар белән эшләү программасы
Балалар бакчасында сәләтле балаларны ачыклау...
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында балалар баҡсаларының маҡсаты – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың индивидуаль һәм йәш потенциалын, мөмкинселектәрен асыу өсөн шарттар булдырыу.
В статье описывается опыт работы детского сада по использованию инновационных технологий в ДОУ...
Проект Дашиевой Айланы
Здравствуйте, меня зовут Дашиева Айлана, обучаюсь в Могсохонском детском саду «Наран», руководитель Гатауллина Цындыма Бадмашидиевна. Я вам хочу представить с...
Портфолио воспитанницы Бахышовой Айлы
Портфолио воспитанницы подготовительной группы Бахышовой Айлы...
- Мне нравится (1)