Балаларҙы милли рухта тәрбиәләйек
консультация на тему

Каримова Ямиля Сайфулловна

Консультация для воспитателей, работающих в башкирских группах. В статье  описываются конкретные формы работ по нравственно - патриотическому воспитанию дошкольников, даются рекомендации по организации деятельности воспитанников в рамках патриотического воспитания.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon balalarzy_milli_ruhta_usteryek.doc51 КБ

Предварительный просмотр:

Балаларға әхлаки – патриотик тәрбиә биреү

1.Тел – милли рух тәрбиәләү нигеҙе

  Телде өйрәнеү балаларҙа  тыуған илгә һөйөү, әхлаҡи мәҙәниәт, гражданлыҡ әүҙемлеге тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Беҙҙең республикала йәшәүсе һәр милләт балаһы үҙ туған телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә.

Туған телде өйрәнеү аша кеше үҙ тамырҙары менән таныша, башҡа милләттәрҙең теленә, мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарарға өйрәнә. Был иһә халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һаҡлап алып ҡалыуҙың мөһим шарты булып тора

Симон Львович Соловейчик : «Бала әхләҡи тәрбиәне, йәғни нимә яҡшы, нимә насар, тигән төшөнсәне әсә һөтө менән түгел, ә туған телен үҙләштереү процесында ала»,- тип яҙҙы.

Тел - ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған, бер ҡасан да иҫкермәҫ рухи хазина. Тап бөгөн бала күңеленә башҡортлоҡ тойғоһо һалыу, тел ҡәҙерен белергә өйрәтеү - рух тәрбиәһендә иң мөһимелер.

Үҙ-ара мөмкин тиклем күберәк аралашып йәшәү, милли рухтың сая һаҡсылары булған зыялылар менән йышыраҡ осрашыу, алһыҙ-ялһыҙ тырышып эшләгән рухлы шәхестәребеҙҙең хеҙмәтен күреп баһалау, милләтенә, туған халҡына йөрәгендә оло ихтирам йөрөткән балаларыбыҙҙы дәртләндереү, башҡорт телен өйрәтеүҙе  фәнни нигеҙҙә ҡороп, алдынғылар рәтенә сығарыу, һәр баланың һәләтен үҫтереү, халыҡ педагогикаһына таяныу - рухи тәрбиә биреү ҙә этәргес көс ул. Үҙ ғәмәлдәреңә ҡарата дөрөҫ, ғәҙел баһа биреү, изгелеккә, таҙалыҡҡа, илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә ынтылыу һәм үҙ артыңдан балаларыңды әйҙәү - рухилыҡтың асылы. Рухи яҡтан камил кеше тел ҡәҙерен онтмаҫ. Беҙҙең бурыс - телебеҙҙе үҫтереү.

Тел – кешелек йәмғиәтенең иң ҙур ҡаҙанышы. Донъяла кеше бер үҙе генә йәшәй алмай, ул башҡа кешеләр менән аралашыуға мохтаж. Телһеҙ аралашып, аңлашып булмай. Телһеҙ шәхестең, кешелек йәмғиәтенең, фәндең, мәҙәниәттең үҫеше мөмкин түгел. Тел аша оло быуын йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Фәҡәт тел аша ғына үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө, киләсәгебеҙҙе аңлайбыҙ. Бының өсөн һәр яңы быуын әсә телен яҡшы белергә, өйрәнергә тейеш.

  Балалар – киләсәгебеҙ, уларға әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү, тыуған илдең матурлығын, уға ҡарата ихтирам һәм ғорурлыҡ хистәре уятыу – беҙҙең бурыс.

 2. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы

    Тыуған илгә, милләткә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһы ҙур роль уйнай. Бәләкәстәрҙе башҡорт халҡының милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, беҙ уларҙа сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятабыҙ. Был бер яҡтан эмоциональ хис-тойғоларҙы үҫтерһә, икенсе яҡтан телмәргә йоғонто яһай.
Халыҡ ижады менән таныштырғанда балаларҙың уйлап сығарыу һәләте, ижадҡа ынтылышы, тирә-яҡҡа ҡарашы формалаша. Ә сәнғәт әҫәрҙәре, милли биҙәктәр, орнаменттар, ҡул эштәре менән таныштырып, уларҙа эстетик тәрбиә менән берлектә үҙ милләте өсөн ғорурлыҡ тойғолары үҫтерәбеҙ.    
Ғөмүмән, халыҡ педагогикаһы Башҡортостандың яңы гражданинын тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.

Ғалим К.Д. Ушинский халыҡ педагогикаһын тәрбиә эшендә мөһим факторҙарҙың береһе, тип иҫәпләй. “Халыҡта ниндәйҙер билдәле бер характерлы тәрбиә системаһы йәшәп килә... Тик халыҡ тәрбиәһе, йәғни уның педагогикаһы ғына тарихи дәүер осоронда иң йәнле орган булып ҡала”, – тип яҙған Ушинский.
  -    Беҙ барыбыҙ ҙа яратып уҡыған, тыңлаған әкиәттәр халыҡ педагогикаһының төп компоненттарына инә. Улар яҡшылыҡты айыра белергә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ кеүек һүҙҙәрҙе төптән аңларға өйрәтә.
Афористик жанрҙар халыҡ ижадында иң боронғо һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙың береһе.

     -  Йомаҡ-мәҡәлдәрҙе икенсе төрлө “Боронғолар һүҙе” тип тә әйткәндәр. Мәҡәлдәрҙә өгөт-нәсихәт, кәңәш биреү ысулдары төп урында тора. Әйтем-мәҡәлдәр ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға, ихтирам итергә өйрәтә. Эшкә, хеҙмәткә оло хөрмәт менән ҡарарға саҡырған мәҡәлдәр күп. Тыуған илгә һөйөү тойғолары тәрбиәләүҙә лә уларҙың роле әйтеп бөтөргөһөҙ. Мәҡәлдәрҙе тәрбиә эшендә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Йыр-бейеү, өзләү, төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышыу балаларға сәнғәт донъяһына юл асырға булышлыҡ итә. 
Тәрбиә эше дөйөм бер принципҡа ҡоролорға һәм берҙәм булырға тейеш. Әлбиттә, тәрбиә эше тик тәрбиәселәрҙән генә тормай, ғаилә һәм йәмғиәттең йоғонтоһо ла ҙур. Кескәйҙәрҙә үҙе йәшәгән еренә һөйөү тәрбиәләгәндә халыҡ педагогикаһына таянмау мөмкин түгел. Сөнки фән дә уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән бит.

    Бәләкәйҙән балаларға бәхеттең матди байлыҡтан тормауын төшөндөрөү мөһим, тигән фекерҙе, бәлки, бәғзеләр көлөмһөрәп ҡабул итер. Ләкин тап ошондай тәрбиә уларҙы ҡулланыу культы ҡорбаны булыуҙан һаҡлап ҡалыр. Белемен үҫтереүҙән, илһамланып ижад итеүҙән, һөнәр арттырыуҙан, башҡаларға ҡыҙыҡлы шәхес булыуҙан үҙен бәхетле тойған бала ялған ҡиммәттәр ҡапҡанына эләкмәҫ. Көндәлек шатлыҡтар, ҙур еңеүҙәргә илтәсәк кескенә уңыштар – ошоларҙан йәм табыу, атай-әсәй һөйөүе менән үрелеп, уға рухи ҡалҡан булыр. 

Ватансылыҡ (патриотизм) – Тыуған илгә, ергә, уның хал-ҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. М.Горький әйтеүенсә, туған телеңде һөймәйенсә үҙ илеңде ысын һөйөп булмай. Шуның өсөн һәр бер халыҡ үҙенең телен һаҡлап ҡалырға тейеш. Сөнки тел - әсә теле – быуындан быуынға тороп ҡалған тарихи тәжрибә хазинаһының асҡысы. Балаларҙы милли мәҙәниәт менән баласаҡтан уҡ таныштырыу, улар-ҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләү – мөһим эш.

Минеңсә, был тойғо үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй. Уны уятыр өсөн балаларҙа ынтылыш тыуҙырырға кәрәк. Был тәрбиәсенең йәмәғәтселек һәм илебеҙ алдында торған бурысы. Ошо яуаплылыҡты тәрбиәсе  дәрестәрендә атҡарырға тырыша һәм уның өсөн төрлө методик алымдар ҡуллана. Һәр бер дәрестәрҙә балаларҙың аңында, күңелендә ҡалдырырлыҡ итеп үткәрә.

3. Төрлө  эшмәкәрлектәр аша ватансыллыҡ тәрбиәләү.

   Дәрестәрҙә темаға ярашлы төрлө эшмәкәрлек төрҙәр башҡарыла – сюжетлы, дидактик, хәрәкәтле уйындар, рәсем төшөрөү, йырҙар һәм шиғырҙар өйрәнеү, сәхнәләштереү, әүәләү һ. б. Был алымдар балаларҙы ҡыҙыҡһындыра, улар-ҙың белемдәрен нығыта һәм яңыларын белергә ярҙам итә. Бигерәк тә кескәйҙәргә әкиәттәрҙе, сюжетлы уйындарҙы сәхнәләштереү оҡшай. Мәҫәлән, «Өләсәйҙә ҡунаҡта», «Беҙҙә ҡунаҡтар», «Ҡунаҡтарҙы һыйлайыҡ», «Ҡурсаҡтар байрамға килгән» тигән уйындар аша улар хал-ҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллыҡ ҡағиҙәләренә өйрәнә, милли аш-һыуы менән дә таныша.

  • Милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа дәрестә үҙенсәлекле роль уйнай. Улар уйындарҙа башҡорт халҡының милли кейемдәренең исемен һәм фольклорын нығытырға ярҙам итә.
  • Милли музыка ҡоралдарын өйрәнгәндә иң башта ҡурай тураһында балаларға мәғлүмәт биреү мөһим. Дәресте ҡурайҙа башҡарылған башҡорт көйө тыңлауҙан башларға тәҡдим итер инем.
  • Дәүләт символикаһын да ҡарап үтеү мөһим. Ҡурай таҡыяһында ете ырыу һынланыуын, ырыуҙарҙың исемдәре менән таныштырыу дәрескә йәнлелек индерә.
  • Тыуған илгә һөйөү, халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙә милли һәм дәүләт байрамдары эффектлы эштәрҙең бер төрө булып һанала. Беҙҙә халыҡ байрамдары: Һабантуй, “Ҡарға бутҡаһы” һәм Республика көнөнә бағышлан-ған иртәлектәр ҙә үткәрелә.

Байрамда балаларға музыка ҡоралдарын күреү үҙе ҙур тамаша. Бер-береһе менән саф башҡортса һөйләшкән балалар йырлап, уйнап тамашасыларҙы таң ҡалдыра ала. Йыл һайын июнь айында саф һауала Һабантуй байрамы үткәрелә. Балалар араһында төрлө ярыштар ойошторола. Был байрам күңелле үтә. Балаларҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Беҙгә, байрамды ойоштороусыларға, был, әлбиттә, ҙур баһа һәм бүләк.

  • Балаларҙа ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙә ата-әсәләр һәм педагогтар төп роль уйнай. Шуның өсөн улар менән башҡорт халҡының теленә, мәҙәниәтенә хөрмәт тойғоһон тәрбиәләү буйынса ла эш алыпбарырға кәрәк. Балаларҙа башҡорт телен өйрәнергә теләк уятыу буйынса кәңәштәр биреү ҙә ҙур роль уйнай. Төрлө темаларға тестар, анкеталар һрауҙарына яуаптар йыйып, анализ яһап була.
  • Балаларҙа ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙә музей ҙа ҙур роль уйнай. Бындағы экспонаттар башҡорт халҡының йәшәйешен, уның тормош-көнкүрешен асыҡ итеп күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Экскурсияға килгән балаларға уларҙың тормошо тураһында ҡыҙыҡлы, тарихи мәғлүмәттәр еткерә алыу файҙалы. Улар «Беҙҙең музей» йәки «Мин музейҙа булдым» тигән темаларға һүрәттәр төшөрә алалар. Ойошторолған экскурсиялар балаларҙың аң-зиһенендә уйылып ҡала.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Балалар бакчасында милли тәрбия бирү системасын проектлаштыру

Татар халкын милләт буларак саклап калу, үстерү, үткәннәр турында түкми-чәчми балаларыбызга тапшыру ─ хәзерге буынның төп вазифасы. Шул максаттан башкарылган тикшеренү  эше....

Балалар бакчасында милли тәрбиянең тоткан урыны

Без яшәгән заман тирән үзгәрешләр һәм үзгәртеп корулар чорына туры килә. Мәгариф системасында мәктәпкәчә яшьтәге балаларга милли тәрбия бирү бүген көнүзәк мәсьәләләрнең берсе санала....

Мөндеш балалар бакчасында сабыйлар милли рухта тәрбияләнә

Безнең Мөндеш балалар бакчасында кечкенә генә милли почмак-музей эшләп килә. Анда халкыбызның борынгы көнкүреш әйберләреннән: бала бишеге, читек, чүәк, татар түбәтәе, чигүле калфаклар, самовар, кулган...

Балалар бакчасында милли тәрбиянең роле.

Милли мәгариф шәхеснең җитлегү-камилләшү процессының нигезе, җәмгыятьнең мәдәни һәм интеллектуаль үсеш дәрәҗәсе күрсәткече. Халыкның кешелеклелек сыйфатлары гасырлар дәвамында формалаша һәм яңа буынга...

Мәкалә БАЛАЛАР БАКЧАСЫНДА МИЛЛИ-ТӨБӘК КОМПОНЕНТЫН ТОРМЫШКА АШЫРУ ЮЛЛАРЫ.

Мәкалә БАЛАЛАР БАКЧАСЫНДА МИЛЛИ-ТӨБӘК КОМПОНЕНТЫН ТОРМЫШКА АШЫРУ ЮЛЛАРЫ....

Мастер – класс «Балалар бакчасында милли тәрбия»

Максат: Татар халкының гореф гадәтләрен искә алып  сандык ясау серләре белән танышу. Нәсел дәвамчысы булган сандыкчы Шаманов Нәкыйп Кәшип улы белән очрашу.Бурыч: Балаларны халкыбызның элек-электә...