Әлиә үҙенең әкиәтендә тәбиғәттең бер сере- ҡусҡарҙың үҙенсәлекле өйө тураһында һөйләп бирә. Икенсе ижади эшендә ҡоштарҙың кешеләргә булған рәхмәтен еткерә.
Вложение | Размер |
---|---|
hisametdinova_aliya.doc | 268.5 КБ |
7б класы уҡыусыһы Вәлитова Азалина кешеләр араһында булған матур мөнәсәбәтте күрһәтә. | 12.88 КБ |
Хисаметдинова Әлиә
Әкиәт
Ни өсөн ҡусҡар өйөн үҙе менән алып йөрөй?
Борон – борон заманда, терпе энәһеҙ саҡта, айыу йоҡламаған мәлдә, арыҫландар был яҡтарҙа көн күргән осорҙа йәшәгән ти бер кемгә лә зыяны теймәгән, һәр иртәлә өйөнән сығып кирелә –һуҙыла таң нурҙарына ҡыуанған Ҡусҡарбикә. Уның йорто шундай матур булған: борғоланып- борғоланып торған тулҡынды хәтерләткән таштың эсен соҡоп яһағандар уны. Ниндәй оҫта эшләп биргәндер, Ҡусҡарбикә шул тиклем яратҡан үҙ өйөн. Кибеп ярылмаһын өсөн, уны гел дымлыраҡ урында тотҡан. Һалҡында йылытҡан, эҫелә еләҫ кенә булған ти был күркәм өй. Үҙенең матурлығы һуң: йәйғор төҫтәре менән балҡып торған ул. Ҡусҡарбикә үҙе йомшаҡ ҡына йәшел япраҡтарҙың һутын имеп, ысыҡ тамсыларын һыуһын итеп көн күргән. Ярҙамсыл һәм яғымлы был бәләкәй генә йән эйәһенең дуҫтары күп булған. Ҡупшы күбәләктәр, оҙон ботло серәкәй ҡыҙҙары уның янына уйнарға йыйылғандар. Хатта ғүмерҙә эштән бушамаҫ ҡырмыҫҡалар ҙа был ялтыр өй янына килеп хәл - әхүәл белешеп, уйнап китер булғандар, ти икән. Тик уларҙың ошолай юҡтан ғына ла ҡыуанышып - геүләшеп йәшәүҙәренә һис туҡтамай ер соҡоған ҡаты ҡуңыҙ Яманбикәнең эсе бошҡан. Берҙән – бер көндө әхирәттәрҙең йыйылышып япраҡтан япраҡҡа күсеп икенсе яҡҡа китеүен көтөп кенә торған да, ялтыр өйҙө һөйрәп үҙенең ҡараңғы һәм еүеш өңөнә алып ҡайтып ҡуйған имеш. Ҡусҡарбикә иптәштәре менән уйнап туйғас, ҡайтып инәйем тиһә - өйөн тапмай икән, ти. Эй аптыраған был, эй аптыраған. Әллә йәшәгән урынымды яңылышып йөрөйөмө икән тип төнө буйы ҡалтырап бер япраҡҡа һыйынып ҡына йоҡоға талған, ти. Иртәнсәк Ҡусҡарбикәнең йәйғор төҫлө матур өйө юғалыуы барыһына билдәле булған. Күбеһе өйҙөң урланғанын аңлаған. Яңылыш ватылһа, йәки ҡороп ултыртҡан ерҙән ҡолап төшһә - ватыҡтары шунда ятыр ине бит. Шулай итеп көн артынан көн үткән. Яманбикә лә бер ни булмағандай, кәрәкһә лә кәрәкмәһә лә ер һөрөп, тупраҡ аҡтарып үҙ эше менән булышҡан, Ҡусҡарбикәнең дуҫтары әхирәтен йыуатып, йылы ҡояш нурҙарына ҡойоноп йәшәүҙәрен дауам иткәндәр, ти. Ҡусҡарбикәгә япраҡтарға төрөнөп йәшәү бик ауыр булған, ти. Таштан эшләнгән өйҙә ҡурҡыныс та аҙыраҡ ине бит. Ҡасан берәй осло суҡышлы ҡош эләктереп алып китә тип ҡурҡып ултырмайһың, һыуыҡ та, эҫе лә түгел ине. Шулай бер ваҡыт Ҡусҡарбикәнең эшһөйәр дуҫы Ҡырмыҫҡа иҫ китмәле хәбәр һалған: “Ҡусҡар өйөн ҡуңыҙ алып ҡайтҡан!” Баҡтиһәң, ҡырмыҫҡа уйнарға сығып ҡасҡан кесе ҡустыһын эҙләгәндә Яманбикәнең өңө янына барып сыҡҡан. Ҡараһа, эстә бер нәмә ялтырай икән. Ҡусҡар өйө! Эй, аптыраған ҡырмыҫҡа. Яманбикәгә ул өй нимәгә кәрәк булды икән? Барыбер һыймай бит уға тип хайран ҡалған. Тиҙ арала барыһы ла йыйылып был мәсьәләне хәл итергә булғандар. Бәләкәй йән эйәләре йыйылышы Яманбикә ҡусҡар өйөн ҡайтарып бирергә тейеш тигән ҡарар сығарғандар, ти. Юҡһа, беҙ бер ваҡытта ла үҙ арабыҙға алмаясаҡбыҙ, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәрһең тип ҡурҡытҡандар тегене. Барыһы ла бик ныҡ шаулашҡас, даулашҡас ҡаты ҡуңыҙ: “Былай ҙа ситләшкән һымаҡ йәшәп ятам, йә ысынлап бер үҙем тороп ҡалырмын”,- тип уйлаған да теге өйҙө йәшергән еренән сығарып биргән, ти. Ҡусҡар өйөн әйләндереп, үҙенең биҙәнгестәрен һалып ҡуйған булған ул. Эй, ҡыуанған ти Ҡусҡарбикә өйөнөң табылыуына. Таштан ҡырып эшләп биргән теге оҫтаны табып тағы ла өйөн йоҡарттырған, ҡабырсаҡ кеүек кенә яһатып алған ти. Ошо хәлдән һуң ул йортон һис үҙенән ҡалдырмай бергә алып йөрөр булған. Бына шулай, дуҫтарым, бер ҡасан да сит әйберҙәргә ҡул һуҙырға ярамай икән, юҡһа яңғыҙ ҡалыуың да бар!
Хикәйә.
Ҡоштарҙың рәхмәте.
Бына һуңғы дәрес тамамланыуын белдереп ҡыңғырау шылтыраны, төрлө төҫтәге сағыу кейемдәге балалар урамға һибелде. Әйтерһең дә, күңелле байрамдан һуң шаян шарҙар төрлө тарафтарға осоп бара. Көн аяҙ, һалҡын, бер аҙ бара биреү менән бит остарын семетергә тотондо. Шуға ҡарға этеп ҡолап шаярыуҙар, китап –дәфтәрҙәр тултырылған портфелдәрҙе әле бер, әле икенсе ҡулға күсереп гәпләшеп яйлап атлау ҡайғыһы юҡ. Рушан да иптәштәренән айырылып үҙҙәренең тыҡрығына боролдо. Ҡайта һалып өйҙә ярҙамлашырға ла, тышта уйнарға өлгөрөргә лә кәрәк. Өйгә эштәрен дә ата-әсәһенән ҡат-ҡат әйттермәй генә эшләй ул, икенселә уҡый бит инде, хәҙер ҙур малай. Ҡапыл ул аяҡ аҫтында ятҡан йомшаҡ ҡына һоро нәмәгә иғтибар итте, абайлабыраҡ ҡараһа, турғай икән. Рушан уны ҡуйынына тығып алды. Өйгә етеп ишекте асыр-асмаҫ:
-Өләсәй!-тип һөрән һалды ул.-Тиҙерәк йылы кәрәк. Мин ҡошсоҡто иретеп алам,-тине, һәм, ейәненең ашығып һөйләп бөтөүен көткән, Шәмсиә инәйҙең усына табышын һалды. Өләсәһе сабыр ғына малайҙың башынан һыйпап:
-Эй, бәләкәсем, һинең ҡошоңа йылы ғына ярҙам итмәҫ инде, туңып йәки аслыҡтан үлеп киткән бит ул,-тине.
-Ә бит беҙгә Зөлфиә Маратовна йәнлектәр, бөжәктәрҙең ҡышты йоҡлап үткәргәндәре лә була,–тине.
-Уҡытыусығыҙ дөрөҫ әйтә, улым.- Оҙайлы һалҡын ҡышты алдан әҙерләнгән өң-ояларында йоҡлап үткәргән йән эйәләре лә була, тик бына был һоро турғай кеүек ҡошсоҡтар улар иҫәбенә инмәй,-тине. Йылытһаң да, ашатһаң да бәләкәстең терлеүенә өмөтөн өҙгән Рушан тауыш-тынһыҙ ғына төшкө ашҡа ултырҙы.
-Ҡышын ауыр хәлдә ҡалған ҡоштарға тағараҡтар эшләү, уларҙы тәрбиәләү тураһында ла һөйләгәндер әле апайығыҙ, беҙ ҙә баҡсаға элеп ҡуйһаҡ була ла һуң,–тине өләсәһе хәстәрлекле тауыш менән.
-Эйе,-тине был тәҡдимдән еңеллек кисергән малай,-тик ул ем һала торған тағараҡтарҙы атай-ағайҙарығыҙ менән бергәләп эшләгеҙ тине шул, ә атай аҙна аҙағында ғына ҡайтһа, уһу-уһу уға тиклем әллә күпме һороҡайҙар үлеп бөтә инде.
-Ә һин үҙең әтмәләп ҡара, улым. Атайың ҡайтҡас, ҙурыраҡ тағараҡ эшләп ҡуйырһығыҙ,–тине өләсәй, изгелекле ейәненең күңелен табыуға ҡыуанып.
Малай иң тәүҙә йомшаҡ ҡарҙы соҡоп һалҡын ҡыш ҡорбанын күмеп, ҡәберсек башына бер ағас ботағын ҡаҙап ҡуйҙы: йәнәһе, бында турғай ерләнгән. Шунан ул эшкә кереште: атаһының бар булған эш ҡоралдарын сығарып һалды, таҡта-маҙарҙың кәрәк тойолорҙарын йыйып алды. Төш ауғансы шаҡ та шоҡ килде малайыбыҙ. Уйнарға саҡырып килгән күрше Айсыуаҡ та ҙур ярҙамсыға әүерелде. Ахырҙа, яҫы таҡтаһы саҡ ҡына ҡыйышыраҡ бысылһа ла, ап-арыу ем һалғыс әтмәләп ҡуйҙы дуҫтар. Кәрәкле оҙонлоҡтағы ебен дә тағып ҡуйғас, бөтөнләй һүрәттәге тағараҡҡа оҡшап китте эшләгәндәре. Тик ағасҡа элгәндә генә бәхәсләшеп алды дуҫтар: Рушан ботаҡҡа аҫып ҡуйыу яғында ине, Айсыуаҡ иһә ел булһа, һелкенеп ҡоштарҙы ҡурҡытып тик торасаҡ тип үҙ һүҙен тылҡыны. Ахырҙа улар тағараҡты ҡулайлаштырып бер ботаҡҡа беркетеп ҡуйҙылар.
-Өләсәй, өләсәй, беҙҙең ҡоштарға ем кәрәк! – тип ҡыуанып ҡысҡырҙы Рушан.
Малайҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға сыҡҡан өләсәһе келәтте асып бер һауыт бойҙай алып сыҡты. Өсәүләшеп емде тейешле урынға һалып ситкә китеп торҙолар.
-Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым, өйгә инеп йылынып, сәй эсеп алайыҡ, хәҙер килер ҡунаҡтарығыҙ,- тине өләсәй.
Ысынлап та, малайҙар тәмлекәстәр менән һыйлана башлауға, тәҙрә ҡаршыһында ғына торған тағараҡҡа төрлө яҡтан пырылдап ҡошсоҡтар килеп тә ҡунды, ҡыуанышып ем сүпләй ҙә башланылар…
-Ана бит, күрҙегеҙме, хеҙмәтегеҙ елгә османы,-тине Шәмсиә инәй,-ҡоштар һеҙҙең эш бөткәнде көтөп кенә йөрөгәндәр инде. Малайҙар ҡәнәғәт йылмайыштылар, хатта йылыға ингәс сүкеш менән яҙа һуғып сәңкеп һыҙлаған бармаҡтарҙың да ауыртыуы онотола төштө. Хәҙер өйҙә ярҙамлашырға, иркенләп дәрес әҙерләргә лә була…
Ә кисен эштән ҡайтҡан әсәһенән дә маҡтау һүҙҙәре ишеткән Рушан бөгөн бик матур төш күрҙе: имеш, бәләкәй генә һоро турғай тамағын туйҙырған да тырышып-тырышып баҡса кәртәһендә суҡышы менән ҡанаттарын таҙартып ҡупшыланып ултыра, ә үҙе, мәрйен кеүек күҙҙәрен йылтыратып, малайға ҡарай, әйтерһең дә, рәхмәт әйтә.
Вәлитова Азалина,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия – интернаты
7 б класы уҡыусыһы,
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әминева Лилиә Искәндәр ҡыҙы.
Әкиәт.
Ҡыҫҡағойроҡтоң мажараһы.
Борон-борон заманда, ҡалын ҡара урманда йәшәгән ти Ерәнбикә исемле бер хәйләкәр төлкө. Берҙән-бер көндө ул эшһеҙлектән яфаланып, урман буйлап тегендә-бында һуғылып йөрөй икән. Ҡаршыһына Ҡыҫҡағойроҡ исемле ҡуян балаһы осраған. -Эй, Ҡыҫҡағойроҡ, ҡайҙа китеп бараһың, ауыҙың ҡолағыңа еткән, үҙең шундай шат!-тигән. -Нисек инде ҡыуанмаҫҡа, бөгөн бит минең иң яҡын дуҫым тейендең тыуған көнө. Ә һин нимә эшләп йөрөйһөң һуң ? - Ә мин... Мин бына эшһеҙ йөрөп ятам әле. Бәлки, мине лә эйәртерһең. Кәрзинеңде лә тотошормон. Бигерәк ауыр күренә . - Ярай һуң, мә, унда тейенгә тигән күстәнәс һәм бүләк. -Әйҙә, һин миңә тейен тураһында һөйләй бар. Уның тураһында яҡшылап белмәйем,-тигән Ерәнбикә, ә үҙе кәрзиндән күстәнәстәрҙе «һыпырта» башлаған. Унан: -Эй, мин арыным, мә, тот кәрзинеңде, - тигән дә күҙҙән юҡ булған. Ҡыҫҡағойроҡ кәрзинде асып ҡараһа, кәрзиндә бер бөртөк тә кәнфит ҡалмаған, ти.Ул илай-илай кайтып киткән. -Ҡайһылай тиҙ ҡайттың, әллә Тейенбикә өйҙә булманымы? Ниңә илайһың?-тип һораған әсәһе. -Минең күстәнәстәремде Ерәнбикә ашап бөттө. -Ярай инде, ҡайғырма. Иртәгә мин һиңә яңынан тәмлекәстәр бешереп бирермен.Тейенбикәне үҙебеҙгә саҡыр,- тип йыуатҡан улын. Иртәгәһен әсәһе улына терпе һалынған кәрзин тоттороп: - Ерәнбикә юлда осраһа, бирерһең,-тигән. Ҡыҫҡағойроҡ шулай эшләгән дә. Ерәнбикә, ҡомһоҙланып, кәрзингә ҡулын тығыуы була, сәнселеп, ҡысҡырып ебәрә: - Башҡа урламайым. Мине лә саҡыр әле,- тигән иламһырап. Ҡыҫҡағойроҡҡа ул йәл булып киткән. Тейенде лә, Ерәнбикәне лә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Әле лә өс дуҫ бергә татыу уйнайҙар, ти.
Весенняя сказка
Хитрость Дидоны
Сказки пластилинового ослика
Хитрый коврик
Пустой колос голову кверху носит