Хансурин Ғайсар Ейәнсура районынан. Бик күп шиғырҙары "Аманат" журналында, "Йәншишмә" гәзитендә баҫылды. "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе.
Вложение | Размер |
---|---|
validi_z.docx | 11.76 КБ |
Башҡортостан – тыуған төйәккәйем!
Башҡортостан –тыуған төйәккәйем,
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем мин.
Һинең тәмле һыуҙарыңды эсеп,
Һиндә тамырымды киҫтем мин.
Тыуған илем минең – Башҡортостан,
Бай тарихлы минең илкәйем.
Ожмахтарға уны тиңләмәйем,
Хозур тәбиғәтле еркәйем!
Тыуған ерем минең – Башҡортостан!
Ғорурланам бында тыуғанға,
Бында үҫеп, ҡурай моңон тыңлап,
Ысын башҡорт улы булғанға!
Башҡортомдоң ғорурлығы-
Вәлидиҙең вариҫы мин.
Һауаларҙы иңләп осҡан
ғорур бөркөт булырмын мин!
Данлы улың Әхмәтзәки
Йондоҙ кеүек балҡый, нурлана.
Алға әйҙәп һаман халҡын,
Киләсәккә табан нур сәсә!
Башҡортостан унан башлана!
Әйтер һүҙем оло шәхескә:
Иҫтә тотоп “Илсе Ғайса”ны,
Дауам итеп изге ниәтте,
Һүндермәйсә яҡҡан усаҡты,
Барыр юлға төбәп ҡарашты,
Юғалтмабыҙ һинең һүҙеңде!
Башҡортостан беҙҙән башлана!
Стеклянный Человечек
Юрий Визбор. Милая моя
Сочинение
Лупленый бочок
Горячо - холодно