Ҡансурин Ғайсар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия – интернатында икенсе йыл уҡый. Беҙҙең гимназияға килгәнгә тиклем үк Ейәнсура егетенең исеме “Аманат” журналы аша тиҫтерҙәренә яҡшы таныш ине. Ул -“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе. Һәләтле уҡыусының ижади эштәре матбуғат биттәрендә йыш ҡына донъя күрә. Төрлө темаларға хикәйәләр, әкиәттәр ижад итә. Ғайсар “Илһам” III төбәк – ара балалар – үҫмерҙәр әҙәби ижади конкурсы еңеүсеһе.
Вложение | Размер |
---|---|
kansurin_gzitg.docx | 28.41 КБ |
Яҙ йыры
Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар ҡайтты,
Ҡанатында яҙҙы килтерҙе.
Умырзая сәскә атҡас, тауҙар
Хуш еҫенә уның иҫерҙе.
Йылғалағы боҙҙар, киткән ҡышты
Ҡыуып етәм, типме ашҡына?
Шундай гүзәл яҙға ҡыуанмайҙыр –
Ерҙә йәнһеҙ ятҡан таш ҡына.
Әсәй йылмайғас
Йылы нурын һибә ҡояш,
Йомшаҡ ел наҙлай биттән.
Ниндәй серле көн был тиһәм,
Әсәйҙәр көнө икән!
Ҡояш кеүек әсәйҙәр ҙә
Булһындар һәр саҡ көләс!
Болотло көн дә яҡтыра,
Әсәй ҡыуанып көлгәс.
Уҡытыусым
Тау башында балҡый мәктәп,
Тартып тора үҙенә.
Шат йылмайған уҡытыусым
Ҡояш кеүек күренә.
Ҡояш та бит һис йәлләмәй,
Бар донъяға нур һибә.
Ҡояш кеүек уҡытыусым
Беҙгә күп белем бирә.
Ҡурай
Уйна, егет, ҡурайыңда,
Яңғыраһын бар Урал!
Яман көс менән көрәштә,
Ҡурайың булһын ҡорал!
Уйна, егет, ҡурайыңда
Яңғыратып илемде,
Моңдарың менән данла һин:
Башҡортомдо, телемде,
Тыуыр яҡты көнөмдө!
Мин егет булдым
Ат егеп бирҙе атайым,
Мин инде егет булдым.
Һә! - тигәнсе атымдың
Һыртына менеп ҡундым.
Ялан-ҡырҙар ҡаршы ала,
Ыңғай ел иҫә арттан.
Ҡояш үҙе әйтә кеүек:
-Эй, осоп төшмә аттан!
-Мин бит әкиәт батыры,
Ҡояш апай, борсолма!
Бер аҙ үҫкәс, тырышырмын,
Һинең янға осорға.
Үҫәргәндәр ере –Ейәнсура
Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура,
Ораныбыҙ беҙҙең –Туҡһаба.
Ҡояш кеүек ергә нурын сәсеп,
Башҡортостан беҙҙән башлана.
Белем усаҡтарың, Ейәнсура,
Ҡошсоҡтарын әйҙәй осорға.
Киләсәктә ғорур бөркөт булып,
Һауаларҙы иңләп осорҙар.
Күпме һинең данлы ул, ҡыҙҙарың
Йондоҙ кеүек балҡый, нурлана!
Таң уятыр мәлдә Сулпанһың һин,
Башҡортостан беҙҙән башлана!
Башҡортостан – тыуған төйәккәйем!
Башҡортостан –тыуған төйәккәйем,
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем мин.
Һинең тәмле һыуҙарыңды эсеп,
Һиндә тамырымды киҫтем мин.
Тыуған илем минең – Башҡортостан,
Бай тарихлы минең илкәйем.
Ожмахтарға уны тиңләмәйем,
Хозур тәбиғәтле еркәйем!
Тыуған ерем минең – Башҡортостан!
Ғорурланам бында тыуғанға,
Бында үҫеп, ҡурай моңон тыңлап,
Ысын башҡорт улы булғанға!
Башҡортостан беҙҙән башлана
Балыҡҡа барып киләм,
Тотам да ҡыуалымды.
Тыуған ил тип, уйға ҡалһам,
Уйлайым ауылымды.
Үтәм еләкле болондан,
Суҡ муйыл туғайынан,
Һоҡланып ҡарап торамын
Ҡаҫмартым буйҙарына.
Мине тауҙарға күтәрә
Сырмалтып уйҙар ауы.
Был оҙон тау борондан
Атала Байҙар тауы.
Бейеклектән ауылыма
Ҡарайым да шатланам.
Башҡортостан минең өсөн
Фәҡәт бынан башлана.
Сказка про Серого Зайку
Несчастный Андрей
Почему Уран и Нептун разного цвета
Басня "Две подруги"
Денис-изобретатель (отрывок)