Шмелькова Наилә үҙ эшендә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары - ике ҡартатаһы тураһында һүҙ алып бара. Ошо ҡәһәрле һуғыш арҡаһында күпме ғаиләләр етем ҡалды, күпме яҙмыштар буталды...Наилә ике ҡартаһының да яу юлын ентекле өйрәнеп, уларға рәхмәт йөҙөнән бик матур хәтирә яҙҙы. Үҙҙәренең Шмельков фамилияһы тарихын һөйләне. Уҡыусы ошо йөкмәткеле эше менән III төбәк ара "Илһам" ижади конкурста уңышлы сығыш яһап, "Проза" номинацияһында лауреат булды.
Вложение | Размер |
---|---|
shmelkova_nail_8_d_klasy.docx | 16.43 КБ |
Башҡарҙы: Шмелькова Наилә Рәсүл ҡыҙы, VIII класс уҡыусыһы.
Бөйөк Еңеү яугирҙары
(Беҙҙең фамилия сере)
Мин үҙемдең ҡартатайҙарым, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, ветерандар Иҫәнтаев Нурғәле Айса улы һәм Сәмиғуллин Карам Сәми улы тураһында яҙып үткем килә. Атайымдың атаһы – Сәмиғуллин Карам Сәми улы Бәләбәй районы егете. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. 1939 йылда Сәрмән педагогия техникумын тамамлаған йәш белгесте Хәйбулла районына балалар уҡытырға ебәрәләр. Хеҙмәт юлын Аҡъяр мәктәбендә башлай. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Белемле егетте артиллерия ғәскәренә билдәләйҙәр, ул 45 миллиметрлы пушка орудиеһы командиры итеп тәғәйенләнә. Ҡәһәрле һуғыш Украина ерендә хеҙмәт иткән сағында башлана. Был турала ҡартатайым ошолай хәтерләгән: “Беҙгә үҙебеҙ менән запас кейем, аҙыҡ, һыу алырға ҡушылды. “Учениеға бараһығыҙ”,-тинеләр. Ауылдар аша атлайбыҙ. Ауыл кешеләре беҙгә, һалдаттарға, ашарға аҙыҡ бирәләр. Үҙҙәре илап, ҡул болғап оҙаталар. Ни өсөн илай-илай хәрби хеҙмәткә оҙаталар икән? Бер нәмә лә аңламайбыҙ. Асыҡ яланға сыҡҡас, сит самолеттар осҡаны күренде, бомбалар яуа башланы. Аҙаҡ политрук, тере ҡалған һалдаттарҙы йыйып (яртыһы үлеп бөткән ине), 3 көн инде һуғыш барыуы тураһында хәбәр итте». Карам ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышын ошолай ҡаршылаған. Ҡартатайым иптәштәре менән дошман тылында ҡала. Шул саҡ политрук һалдаттарҙың документтарын йыйып ала һәм 2-3-шәрләп үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға ҡуша. Ҡартайымдар ас-яланғас, кейемдәре тетелеп бөткәнсе, ҡайҙа беҙҙекеләр, ҡайҙа Совет һалдаттары икәнен белә алмай, атлайҙар ҙа атлайҙар. Бер саҡ, ҡартатайымдың иптәше, һөнәре буйынса уҡытыусы Вафа Әхмәҙуллин менән бер ауылға барып сыға. Бәхеттәренә күрә, ауылда немецтар булмай, фашистар тарафынан тәғәйенләнгән ауыл старостаһы ла Совет власы яҡлы кеше булып сыға. Ул һалдаттарға ярҙам итергә ҡарар итә. Һуғыш кешеләрҙең ғүмерен ҡыйып ҡына ҡалмай, исем-шәрифтәрен дә үҙгәртә икән. Ауыл старостаһы ҡартатайым менән Вафа Әхмәҙуллинға яңы документ эшләп бирә. Шулай итеп, ҡартатайым Карамдан Константин Александрович Шмельковҡа, иптәше Вафанан Василийға әйләнә. Бына ҡайҙа икән ул беҙҙең фамилия тарихының асылы. Фашистар уларҙы старостаның туғандары тип ҡабул итәләр. Василий менән Константин “туғандарында” ҡыш сыға. Йүгән рәтләйҙәр, арба-сана, башҡа кәрәк-яраҡ әйбер йүнәтәләр. Яҙ сығыуға Киев һәм Житомир урмандарында хәрәкәт иткән партизандар отрядына китәләр. Беҙҙең өйҙә ҡартатайыма бирелгән характеристка һаҡлана. Унда “Никита Хрущев исемендәге партизандар берләшмәһенең Васильков отряды ағзаһы Шмельков К.А. ҡыйыу, тоғро, ышаныслы партизан” тип әйтелгән. Бер ваҡыт, подполье ағзалары менән осрашыуға барған саҡта, Константин фашистарҙың облаваһына эләгә. Немецтар уларҙы ҙур һарайға бикләп ҡуялар ҙа иртәгеһенә тауар вагондарына тейәп Германияға оҙаталар. Ҡартатайым бер-нисә тотҡон менән төндә ҡасырға ҡарар итәләр. Поезд тауға табан үрмәләп тиҙлеген кәметкән саҡта, тәҙрә аша һикерәләр. Карам-Константин үҙебеҙҙекеләр яғына юл тота. Бик оҙаҡ бара яугир. Ҡайһы бер ауылда уға ашарға тоттороп ебәргәндәр, ҡайһылары «иди, бог подаст» тип тә ҡыуғандар. Ниһайәт, бер мәрхәмәтле ҡарт осрап, һалдатҡа партизандарҙы табырға ярҙам итә. Ҡартатайым бик күпте кисерә. 1943 йылда партизандар отряды хәрәкәт итеүсе армия менән ҡушылғас, Ҡыҙыл Армия сафында фашистарға ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Иптәше Вафа Әхмәҙуллинды Чехословакия ерендә партизан хәрәкәтен ойошторорға ебәрәләр. Ҡартатайым бер-нисә тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға. Һуғышты гвардия сержанты булып тамамлай. Ул - III дәрәжә Дан ордены кавалеры, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән дә наградланған. Һуғыш бөткәс, Карам ҡартатайым Хәйбулла районына ҡайта. Ҡартәсәйем Сажиҙә Сабир ҡыҙына өйләнә. Ул да уҡытыусы була. Икәүләп Аҡъяр, Мәмбәт, Иләс, Утарбай ауылдарында балалар уҡыталар. Улар 5 балаға ғүмер бирәләр. Карам ҡартатайым бик йыш ауырыған. Партизан тормошо уның үпкәләрен ҡаҡшатҡан була. «Немецтарҙан ҡасып, көҙ айының ҡара һыуығында һаҙлыҡта ла йәшенеп ятҡан саҡтар булды» тип һөйләгән ул ҡартәсәйемә. Әле минең фамилиямды ишеткәс, аптырап ҡараусылар осрай. Мәрхүм Карам ҡартатайым «Кемгә кәрәк, фамилиябыҙ тарихын белә» тип әйтер булған. Сере бик ябай: ҡартатайым һуғыштан һуң фамилияһын үҙгәртергә теләмәгән. Ул Шмельков фамилияһы менән йәшәгән, хеҙмәт иткән, балаларына ғүмер биргән. Икенсе ҡартатайым, әсәйемдең атаһы Иҫәнтәев Нурғәле Айса улы, Карам ҡартатайымдың уҡыусыһы булған. Ул 1939-40-сы йылдарҙа Карам ҡартайымдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән белем алған. Нурғәле ҡартатайым 1924 йылда Хәйбулла районы Ялан-Ҡыпсаҡ ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары 17 йәш була. Йәш егеттең фашист агрессорҙарына ҡаршы көрәшергә теләге бик ҙур була. Үҫмер аҙна һайын 40 саҡрым юл үтеп, Аҡъяр район комиссариатына йөрөй. Тик бер йылдан һуң ғына, 1942 йылдың 4 сентябрендә, ҡартатайымды Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Башта Тоцк ҡалаһында әҙерлек курстары үтә. Хәрби ант биргәс, уларҙың полктарын Волхов фронтына ебәрәләр. Минең ҡартатайымды сос һәм зирәк яугир булараҡ 2-се удар армияһыны 2-се арт-дивизияһының миномет полкына полк разведчигы итеп ебәрәләр. 1943 йылдың 19-сы ғинуарында 2-се удар армия 5-се һанлы поселок районында Ленинградсылар менән ҡушыла. Шул уҡ йылдың февраль айында ҡартатайымды коммунистар партияһына кандидат итеп алалар. Беренсе тапҡыр ҡартатайым 1943 йылдың апрель айында яралана. Леха станцияһы өсөн барған ҡаты бәрелештә уның аяғына снаряд ярсығы эләгә. Шулай һуғыштарҙың береһендә немец фашистары ҡартатайымдарҙың подразделениеһын ҡамауға алалар. Әсирлеккә эләкмәҫ өсөн уларға үҙ артиллерия утын үҙҙәренә алырға тура килә. Шул мәхшәр ваҡытында батарея командиры капитан Белавин ҡаты яралана. Минең ҡартатайым үҙенең командирын көслө ут аҫтынан алып сыға. Ошо ҡыйыулығы өсөн уны “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлайҙар. Нурғәле ҡартатайым фин границаһынан алыҫ түгел ерҙә ҡулын яралай һәм Ленинград ҡалаһында госпиталдә оҙаҡ ҡына дауалана. Госпиталдән һауығып сыҡҡас ҡартатайымды 436-сы артиллерия полкына разведчик итеп ебәрәләр. Нурғәле ҡартатайым һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Нурғәле ҡартатайым да уҡытыусы булған. Ул пенсияға сыҡҡансы Быҙаулыҡ мәктәбендә балаларға тарих фәненән белем биргән. Алдынғы ҡарашлы, белемле, ярҙамсыл булған ул. Быҙаулыҡ ауылында яуҙа ятып ҡалған һалдаттарға һәйкәл ҡуйҙырыу өсөн бик күп көсөн һалған. Яуҙаштарын, фронтташ дуҫтарын да эҙләп таба ҡартатайым. 1990 йылдарҙа ейәне Юлай менән яу йөрөгән ерҙәренә барып, фронтовик дуҫтары менән осрашып ҡайта. Дошман пулялары аҫтынан алып сыҡҡан командиры капитан Белавиндың (ул яуҙа һәләк була) ҡатынын, ҡыҙын юллап таба. Капитан һуғышҡа киткәндә ҡыҙы тыумаған була. Ҡартатайым уларға командирының ҡайҙа ерләнгәнен, ҡәберенең схемаһын һыҙып, яҙып ебәрә. Әсәйемдәр ҡартатайымдың Красноярскийҙағы яугир дуҫы Кожухов Александр Анисимовичтың балалары менән әле лә хәбәрләшеп торалар. Яуҙа һыналғаң дуҫлыҡ уларҙың балаларында ла дауам итә. Нурғәле ҡартатайым өләсәйем Мәфтухә Ибраһим ҡыҙы менән 8 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡартәсәйем дә башланғыс кластар уҡытыусы була. Уларҙың балаларының күбеһе ата-әсәләре юлын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайлағандар. Мин ике ҡартатайым менән сикһеҙ ғорурланам.
Агния Барто. Сережа учит уроки
Убунту: я существую, потому что мы существуем
Голубая лягушка
Три загадки Солнца
Рождественские подарки от Метелицы