Инша
Вложение | Размер |
---|---|
инша | 16.25 КБ |
Минең өләсәйем
Минең өләсәйемдең исеме Венера. Уға 62 йәш. Ул беҙгә үҙенең бала сағы тураһында һөйләргә ярата. Бәләкәй саҡтарын, үҫмер йылдарын һөйләй башлаһа, беҙ иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Ул ваҡыттар беҙгә әкиәт һымаҡ тойола.
“Минең бала сағым йәмле Һүрәм буйҙарында үтте. Йәйгеһен көн буйы һыу инһәк, ҡышҡыһын тауҙан ҡайта белмәйбеҙ. Әсәйҙәребеҙ килеп алғансы, өшөүҙе лә, асығыуҙы ла онотоп йөрөй бирәбеҙ. Элек, хәҙерге кеүек, уйынсыҡтар булманы. Уйынсыҡтарҙы үҙебеҙ эшләп ала торғайныҡ. Хәҙер генә ул, магазин тулы әйбер, йәнең теләгән әйберҙе һайлап ал…”
Өләсәйем Бикбирҙе ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Бикбау ауылына һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә уҡырға бара. Бында улар интернатта ятып уҡыйҙар. Транспорт булмағас, гел йәйәү йөрөргә тура килә. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла, ыжғыр бурандарҙа ла. Уҡыуҙы ҡалдырырға ярамай. Бүлмәлә 10-14 бала йәшәй. Бер карауатта икешәрләп ятырға тура килә. Утынды ла аҙнаға етерлек итеп үҙҙәре әҙерләй. Ҙурҙар бысып ярһа, бәләкәйҙәр ташып ҡуя. Ашарға бешерер өсөн, ҡыҙҙар һыу ташый. Һыуҙы алыҫтан, шишмәнән, көйәнтәләп ташыйҙар. Ул ваҡытта был эштәр һис ауыр тойолмаған. Хәҙер, бөтә нимә автоматлаштырылған заманда, был беҙгә ят тойола. Эштәрен тамамлағас, улар күмәкләп, шау-гөр килеп, уйындар уйнайҙар йәки концерт номерҙары әҙерләп, концерт ҡуялар. Клуб һәр саҡ халыҡ менән шығырым тулы була.
Һигеҙенсе класты тамамлағас, кластары менән Иҫәнғол мәктәбенә уҡырға баралар. Иҫәнғолға ла күп осраҡта йәйәү йөрөргә тура килә. Улар бер ҡасан да зарланып ултырмағандар. Бында ла уларға интернатта йәшәргә тура килә. Ләкин бында йәшәү шарттары күпкә яҡшыраҡ була.
Йәйге каникулда ла буш ятмайҙар. Ун ике йәштән колхоз эшенә сығалар. Сөгөлдөр, картуф утайҙар, бесән эшләйҙәр. Бесән бөтөүгә, келәт алдына ашлыҡ таҙартыу эше көтөп тора. Кис етһә, күмәкләшеп клубҡа сығалар. Эшләргә лә, күңел асырға ла өлгөрәләр.
Өләсәйем урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ пединститутының физика-математика факультетына уҡырға инә. 1972 йылда үҙ районына эшкә ҡайта һәм Үтәғол мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона. Бында ла ул һынатмай. Хеҙмәте өсөн әллә күпме Маҡтау грамоталары, социалистик ярышта еңеүсе знагы менән бүләкләнә. Беренсе эш хаҡына һөйөклө әсәһенә күлдәк алып бирә. Һәр ваҡыт әсәһенә, туғандарына ярҙам итә. Ул ҡарт өләсәйемә Таҙларҙан өй һатып алырға аҡса менән ярҙам итә. Шулай уҡ үҙенең һеңлеһе һәм ҡустыһын үҙ ярҙамынан ташламай. Кәңәштәре менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итеп тора.
Өләсәйем ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы, минең әсәйем, махсус урта белемле бухгалтер,ә улы юғары белемле инженер. Улар икеһе лә үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр. Үҙенең балаларына ул бик яҡшы итеп тәрбиә биргән. Әсәйем дә, Салауат ағайым да тырышып донъя көтәләр. Район үҙәгендә йәшәһәләр ҙә, шарттар булмауға ҡарамаҫтан, әсәйем һөт кәзәләре аҫрай, ҡымыҙ эшләй. Ағайым ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
Бигерәк тә өләсәйемдең илебеҙҙең гүзәл урындарында булғанын һөйләгәне оҡшай. Ҡайҙа ҡына булмаған ул? Башҡортостандың күп райондарында, Салауат, Мораҙым мәмерйәләрендә, Талҡаҫ күле, Ғәҙелша шарлауығы… Дуҫтарының саҡырыуы буйынса хатта Төмән яҡтарына, Үзбәкстан, Белорусияға ла барып сыға. Ҙур Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһы Мәскәүҙә лә булған. Ҡайҙа ғына булмаһын, ул тарихи, иҫтәлекле урындарҙы күрергә тырышҡан.
Ауылда иң етеш, иң тырыш ғаиләләрҙең береһе булған уларҙың ғаиләһе. Кәртә тулы мал-тыуар, ишек алды тулы ҡош-ҡорт, баҡса тулы йәшелсә-емеш. Бындай хужалыҡты алып барыр өсөн күпме көс кәрәк?! Хужалыҡ эштәрен тамамлағас, ҡул эшенә ултыра. Дебет шәлдәрен бик оҫта бәйләй. Уның шәлдәрен ҡайҙан ғына килеп алмайҙар ине. Бөтәһенә лә өлгөргән егәрле өләсәйем.
Тик илле йәшендә өләсәйем ныҡ ауырып китә. Уға инвалидлыҡ бирәләр. Шунан ул эшенән китергә мәжбүр була һәм беҙҙең эргәбеҙгә күсеп килә. Һаман да эшһеҙ ултыра алмай ул. Йәй көнө бергәләшеп баҡсала емеш-еләк үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт, һауын кәзәһе аҫрайбыҙ. Ҡыш көнө төрлө ептәрҙән энә, ырғаҡ менән кофталар, күлдәктәр, ойоҡбаштар бәйләй. Апайым менән мине лә бәйләргә, тегергә өйрәтте. Йорт эштәрендә беҙгә әсәйгә ярҙам итергә кәрәклеген аңлата. Уҡытыусы булғас, беҙ унан өйгә эштәрҙе эшләргә ярҙам итеүен һораһаҡ, ул бик ауыр темаларҙы ғына аңлатып бирә. “Белемде дәрестә үҙләштерегеҙ, үҙ аллы эшләргә өйрәнегеҙ, кешегә һалышмағыҙ,”- тип өйрәтә. Апайым Яҙгөл 9-сы класты тик “5” билдәләренә генә тамамлап, Өфөлә дизайн колледжында уҡый. Унда ла бик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә. Музыка мәктәбенең хореография һәм фортепьяно кластарын тамамланы. Мин дә “5”-ле билдәләренә уҡыйым. Өләсәйемдең кәңәше буйынса, думбыра һәм һүрәт төшөрөү түңәрәктәренә йөрөйөм. Апайымдың да, минең дә төрлө ярыштарҙа ҡатнашып еңгән өсөн алған Маҡтау грамоталары күп. Беҙҙең уңыштарыбыҙҙа өләсәйемдең дә өлөшө бар. Беҙ өләсәйебеҙҙе яратабыҙ һәм ныҡ хөрмәт итәбеҙ.
Наҙгөл Ишеғолова
Иҫәнғол 2-се һанлы урта дөйөм белем
биреү мәктәбенең V класс уҡыусыһы
Ейәнсура районы
Рисуем весеннюю вербу гуашью
«Яндекс» открыл доступ к нейросети "Балабоба" для всех пользователей
Снегири и коты
Снежный всадник
Крутильный маятник своими руками