Эҙләнеү эше
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_telend_agas_huze.docx | 31.93 КБ |
Тезистар
Эҙләнеү эшенең темаһы: Башҡорт телендә “ағас” һүҙе
Эҙләнеү эшенең авторы: Ишеғолова Наҙгөл Хәниф ҡыҙы
Авторҙың мәктәбе һәм класы: Ейәнсура районы Иҫәнғол 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы
Ғилми етәксеһе: Сәғитова Әлиә Мәүлит ҡыҙы
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең телмәребеҙ һиҙелерлек ярлылана. Был беҙҙең әҙәби әҫәрҙәрҙе әҙ уҡыуыбыҙҙан һәм күберәк рус телендә аралашыуыбыҙҙан килә. Шуға ла телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе өйрәнеү актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Башҡорт теле бай, яғымлы, матур яңғырашлы тел. Тел мәсьәләләрен өйрәнеү һәр заманда ла актуаль булып ҡала. Бирелгән теманы беҙ ентекле өйрәндек. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген, Башҡортса-русса һүҙлекте, Башҡорт теленең фразеологизмдар һүҙлеген, Ф.Хисаметдинованың “Мифологический словарь башкирского языка” һүҙлектәренән ағас һүҙенең бөтә мәғәнәләрен тикшереп сыҡтыҡ һәм был һүҙҙең бик боронғо һүҙ икәнен, борон ул ағас эйәһе, ағас анаһы мәғәнәләрендә ҡулланылыуын белдек. Халыҡ ижадында ла ул йыш ҡулланылған: әкиәттәрҙә, йомаҡтарҙа, мәҡәлдәрҙә, ҡобайырҙарҙа, һынамыштарҙа… Ә бөгөнгө яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрендә «ағас» һүҙе тәбиғәт күрке булараҡ һүрәтләнә.
Тикшереү
Был тикшереү эшен беҙ октябрь айында башланыҡ. Иң беренсе әлбиттә һүҙлектәр менән эш иттек. Алда әйтелеп киткән дүрт һүҙлектән был һүҙҙең мәғәнәләрен яҙып алдыҡ. Был эшебеҙ беҙҙең октябрь буйына барҙы. Шунан әҙәби әҫәрҙәргә күстек. Түбәндәге әҫәрҙәрҙе уҡып, унда ағас һүҙенең бирелешен, мәғәнәләрен асыҡланыҡ. Башҡорт халыҡ ижадынан мәҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы, һынамыштарҙы, әкиәттәрҙе өйрәндек. Яҙыусыларҙан Я.Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын”, Т.Ғәниеваның «Уралиә тигән ил» әкиәтен, Әнүр Вахитовтың «Ир ҡанаты», Рауил Бикбаевтың «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ» поэмаһын уҡып, шундағы «ағас» һүҙенең мәғәнәләрен асыҡланыҡ, әҫәрҙәге ролен билдәләнек. Был эшкә ноябрь, декабрҙың яртыһы китте.
Аннотация
Был хеҙмәт лингвистика бүлегенә ҡарай. Был хеҙмәттә «ағас» һүҙенең телебеҙҙә һәм әҙәбиәттә тотҡан урыны тикшерелде. Эҙләнеү объекты «ағас» һүҙе булһа, эҙләнеү субъекты башҡорт теле һүҙлектәре , әҙәби әҫәрҙәр буулды. Хеҙмәт инеш , төп , йомғаҡлау өлөштәренән тора. Был эш уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
Эҙләнеү маҡсаты: башҡорт халҡында ағас һүҙенең ҡулланылышын күҙәтеү; ағас һүҙенең мәғәнәһен асыу; тамырҙаш һүҙҙәрен табыу; был һүҙҙең мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланылыуын күҙәтеү; һүҙ менән фразеологизмдар табыу
Бурыстары: ағас һүҙенең мәғәнәһен башҡорт халҡының аңы, көнкүреше, донъяға ҡарашы аша асыу, һүҙлек байлығын артттырыу.
Эҙләнеү объекты: ағас һүҙенең мәғәнәһе, төҙөлөшө, ҡулланылышы
Эҙләнеү субъекты: башҡорт теле һүҙлектәре, әҙәби әҫәрҙәр
Актуаллеге: ағас һүҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәтендә тотҡан урынын һәм әһәмиәтен асыҡлау
Яңылыҡ: башҡорт телен лингвокультурологик йүнәлештә өйрәнеү бөгөнгө көн талабы булырға тейеш
Инеш
Башҡорттарҙа ағас һүҙе тереклек, йәшәү сығанағы менән бәйле. Урманды ышыҡ урын, тыуған йорто итеп тойған. Бер ағас ҡырҡһа, икене ултыртҡан, ҡороғанын таҙартҡан, һаҡлаған. Ағасты юҡ-барға әрәм-шәрәм итеүҙе тыйған. Һәр ағасҡа исем биргән. Урман шаулауынан көн торошон билдәләгән, ағас торошонан йылдың нисек килерен алдан әйтә алған.
Һәр ағастың ниндәй сифатҡа эйә булғанын, ниндәй төҙөлөштә файҙаланырға, ҡайһы аҙыҡ һаҡлау өсөн ниндәй ағас кәрәклеген дә белгән. Ағасты нисә йәшендә ҡырҡһаң нимәгә яраҡлы булыуын да тикшергән.
Ағасты нигеҙҙә, төҙөлөш өсөн файҙаланғандар. Бүрәнә өсөн олоно буйлап һут хәрәкәт итә башлағанға тиклем ҡырҡҡандар. Йүкә ағасын һалабашҡа һалғандар, талдан кәрзин, мурҙа үргәндәр. Шулай уҡ ағастан тәҙрә яҡтары, һауыт-һаба, һандыҡ, тәпән, иләүес, ижау, көбөсәк, кәштә, арба, сбруй, туҙ һауыттар, ағас мискә, ҡымыҙ бешеү өсөн сапсаҡ, ағас күнәк, икмәк күнәге эшләгәндәр.
Ағас ултыртыу башҡорт өсөн изге бурыс һаналған. Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт, тигән васыят әйткәндәр балаларына. Һәр кешегә кәмендә дүрт ағас ултыртыу фарыз, тигәндәр. Халыҡта: «Йәшелдең ҡарғышын алма, уның да йәне бар. Кеше күҙенә ҡарап, мәрхәмәт көтөп ултыра бит ул,»- тигәндәр.
Ағас кешенең тормошонда ҙур роль уйнай, ә хәҙер ағас һүҙенең килеп сығышын, һүҙлектәрҙәге мәғәнәләрен тикшереп ҡарайыҡ.
Төп өлөш
Килеп сығышы яғынан
Ф.Г. Хисамитдинованың «МИФОЛОГИЧЕСКИЙ СЛОВАРЬ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА» һүҙлегендә ағас һүҙе дөйөм төрки һүҙенән килеп сыҡҡан тип аңлатыла.
Ағас. Дерево; мифологизированное растение; первопредок, прародитель, покровитель; соединяет верхний, средний и нижний миры; место обитания духов; божество. Башҡорттарҙың бер өлөшө ағасҡа табына (Ибн-Фадлан). – Часть башкир поклоняется дереву. Слово восходит к общетюркскому аγаč/jϊγаč‘дерево’, ‘лес’.
Ағас анасы (среднеурал.). Мать дерева. ^ Ағас анасы ялғыз ағаста йәшәй икән (Г. Байғужина). – Оказывается, мать дерева живет на одиноком дереве.
Ағас анаһы (миас.). Мать дерева. Мейәс һөйләшендә Ағас эйәһен ағас анаһы/инәһе тип тә әйтәләр (Н. Ишбулатов). – В миасском говоре дух дерева Ағас эйәһе называют и матерью дерева т.е. Ағас анаһы/инәһе.
Ағас ийәсе (нижнебельск.). Дух дерева. Ялғыз ағасны киссәң, ағас ийәсе ҡарғай, тиләр. (Л. Басырова). – Говорят, если срубишь одинокое дерево, дух дерева проклянет.
Ағас сөй. Деревянный крюк, куда садятся души умерших.
^ Ишек башындағы ағас сөйгә әруахтар йомала ултыра икән (М. Ғәйнетдинова). – Оказывается, на деревянный крюк над дверью по пятницам садятся души умерших.
Ағас тәңре.
Ағас тәңреһе. Божество дерева. В башкирской мифологии одно из 12 божеств. ^ Уларҙың ҡайһы берҙәре 12 тәңре тураһында һөйләне: имеш, ҡыштың, йәйҙең, ямғырҙың, елдең, ағастарҙың тәңреләре бар икән (Ибн-Фадлан). – Некоторые из них рассказывали о 12 божествах: якобы есть божества зимы, лета, дождя, ветра, деревьев
Ағас хужасы (среднеурал., гайн.). Хозяин дерева. Ағас хужасы ялғыз ҡайында йәшәй тейләр. (Н. Ғәлләмова). – Говорят, хозяин дерева живет на одинокой березе.
Ағас эйәһе. В башкирской мифологии дух дерева; живет в одиноких деревьях, невидим, иногда принимает облик кукушки или ворона; покровитель, помощник, иногда недруг человека; наказывает тех, кто рубит одинокие деревья или вредит им; любит умилостивления (привязывание лент, тряпок, ниток, монет на дерево). Существует множество поверий, табу, примет, связанных с одинокими деревьями, являющимися местом обитания духа. Яңғыҙ ҡайынды киҫһәң, ҡайғы килә (Х. Имелбаева). – Если срубишь одинокую березу, придет несчастье. Мифологические представления, связанные с духом дерева, зафиксированы у многих народов мира. Слово состоит из aγač ‘дерево’ и eje ‘хозяин’, ‘дух’.
Ағас яманы (сакмар.). Дух дерева. Миндек алғанда: «Бисмиллаһи-рахманир-рахим» – тип алырға кәрәк. «Бисмиллаһи» булһа, Ағас яманы һуҡлыҡмай(ЙФ). – Когда берут ветки для банного веника, надо произносить: «Бисмиллахир-рахманир-рахим». Если произнесено «Бисмилла», то Дух дерева не ударит, не коснется.
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә ағас һүҙенең дүрт мәғәнәһе бирелгән:
Ағас атҡа атландырыу бик оҫта итеп алдау, һемәйтеү. Ағас ауыҙ һүҙ рәте белмәгән, тупаҫ телле. Ағас аяҡ 1)зәғиф аяҡҡа ялғанған терәк 2)солоҡҡа менгәс. Баҫып тора торған ике баулы яҫы ағас. Ағас еләге диалект ҡурай еләге. Икмәк ағасы тут ағастар ғаиләһенә ҡараған, емеше ашарға яраҡлы тропик ағас.
Башҡортса-русса һүҙлектә ағас һүҙенең тәржемәһе өс төрлө бирелгән.
Ағас һүҙе ҡәрҙәш телдәрҙә лә бер төрлө яңғырай. Мәҫәлән, татарса – агач, ҡаҙаҡса - ағаш, ҡырғыҙса - жыгач, төрөксә - агач
Һүҙ мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә
Бөтәһе 41 мәҡәлдә осраны был һүҙ. Күп мәҡәлдәрҙә ағасты кеше менән сағыштырғандар. Ағастың кеше тормошондағы әһәмиәте лә күҙ уңында тотола.
Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна
Ағас айыры үҫһә лә тамыры бер
Ағас ауыҙ, балта тел
Ағас балтанан ҡурҡа
Ағас башы - ҡаҙыҡ, балдыҙ алыу - яҙыҡ
Ағас башы - япраҡ, ҡырау төшһә, һарғайыр, кеше күрке - сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр
Ағас башын ел алыр, күпер башын һыу алыр
Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор
Ағас бейек булһа ла, тамыры ерҙә
Ағас ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ
Ағас емеше менән, кеше эше менән
Ағас емеше менән матур
Ағас емешенән, кеше ҡыланышынан билгеле
Ағас күрке -япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк
Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа -ҡырҡа ҡыҫҡарыр, тимер ҡырҡһаң,ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙонайыр
Ағас нәҫеле - ерҙә, ир нәҫеле - илдә
Ағас сыбыҡ саҡта бөгөлә
Ағас та ергә төпләнә
Ағас та үҙ нәҫелен үҙе тирәһенә йыя
Ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры ил үтә керә
Ағас тамырынан әҙәм тамыры күберәк
Ағас урмандан йыраҡ үҫһә лә шунда табан һығыла
Ағас үлеме балтанан
Ағас япрағы менән матур
Ағасҡа ла мен, ботаҡҡа ла ҡаҙалмаһын
Ағастан япраҡ төшмәй тормай
Ағасты йәштән бөк
Ағасты кем ултыртһа, емеше шуныҡы
Ағасты ҡапыл эймә -һыныр
Ағасты тотҡан ерҙән һындырып булмай
Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
Ағастың башын киҫһәң, төбө ҡалыр
Ағастың йомшағын ҡорт баҫыр
Ағастың тамырына балта сабып, япрағы менән дуҫ булма
Ағасына күрә алмаһы, инәһенә күрә балаһы
Ағасына күрә емеше
Алама ағас ботаҡҡа үҫер
Алма ағасынан алыҫ төшмәҫ
Аптыраған һөлөк ағас тешләр
Арҡыры ятҡан ағасты буй һалмаҫ
Артыш ағасы им булыр
Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын
Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Ағасһыҙ урман юҡ, хужаһыҙ донъя юҡ
Ағас- емеше менән, әҙәм - эше менән.
Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас яланда ла һүнмәҫ.
Һынамыштарҙа
Һынамыштарҙа ла ҡулланылған был һүҙ. Ағас япраҡтарының көҙ көнө ҡойолмауын халыҡҡа ауырлыҡ килә тип аңлатҡандар.
Көҙ көнө ағас япраҡтары ҡойолмаһа – халыҡҡа ауырлыҡ
«Ағас» һүҙе фразеологизмдарҙа
Был һүҙ күберәк кешеләге кире сифатты белдереү өсөн ҡулланылған. Кеше менән һөйләшә белмәгән кешегә ҡарата әйтелгән ағас ауыҙ, ағас телле фразеологизмдары.
Ағас атҡа атландырыу- оҫта итеп алдау, бик ныҡ һемәйтеү
Ағас ауыҙ - аңышыраҡ, йәки тупаҫ телле кешегә ҡарата әйтелә
Ағас (үтмәҫ, тешһеҙ) игәү- гел генә мыжып, игәп торған кеше
Ағас телле, теле ағас - тупаҫ һөйләшә торған, тупаҫ телле.
“Мин ысынбарлыҡтан ситкә китеп, уҡыусыларымды ялған тәтәйҙәр менән алдап, ағас атҡа атландырырға теләмәйем” (Сәғит Агиштан)
“Улыҡайым, шуны бел: кеше күңелен киткән, кеше йөрәген өткән тупаҫ тел ул - ағас тел” (Х.Сафаров)
Һүҙ әҙәби әҫәрҙәрҙә
Әҙәби әҫәрҙәрҙә бигерәк йыш осрай был һүҙ. Ул күберәк тәбиғәтте тасуирлауҙа, уны һаҡларға кәрәклеген белдерер өсөн ҡулланыла. Шиғри әҫәрҙәрҙә лә, проза әҫәрҙәрендә лә берҙәй осрай. Мәҫәлән,
- Шәп ағас. Нисә аршын?
Рауил Бикбаев үҙенең поэмаһында ағас образы аша тәбиғәтте һаҡларға саҡыра.
Һыу төбөнә батҡан ағас-
Ағыулы бер мина һымаҡ -
Йылғалағы тереклекте
Шартлатасаҡ.(Рауил Бикбаев “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ”)
«Ир ҡанаты» әҫәрендә ағас материал урынында ҡулланылған
Шунан үҙе яһап алған еңел генә ағас көрәге менән тиҙәк көрәргә тотондо.(Әнүр Вахитов “Ир ҡанаты”)
Йөҙәрләгән төр ағастарҙан хасил булған ҡуйы урмандар быларҙы ғашиҡ иткән.(Тамара Ғәниева “Уралиә тигән ил”)
Әкиәттәрҙә
Ҡайҙа ҡарама - хуш еҫ бөркөп торған төрлө-төрлө сәскәләр, ҡыҙарып бешкән алмалар, һырға һымаҡ, инде өҙөлөп төшәм, , инде өҙөлөп төшәм, тип торған хөрмәләр, әллә ниндәй емеш ағастары, ботаҡтарында, мин һиңә әйтәйем, аҫыл ҡоштар һайрашып ултыра. (“Һаранбай менән Зиннәт ағай” әкиәтенән)
Йомаҡтарҙа
Айға ла күренмәй, көнгә лә күренмәй, ә үҙе ағас менән бер тиң (ағас үҙәге)
Сүгәтә өҫтөндә сүгәтә (ағас өй мөйөшө)
Ағас башында өйө
Хайран итә моң көйө(һандуғас)
Ҡулы юҡ, ағас бөгә
Аяғы юҡ, ил гиҙә
Ауыҙы юҡ һыҙғыра
Ҡар-буранды туҙҙыра (ел)
Йомғаҡлау
Был хеҙмәтемдә мин ағас һүҙенең мәғәнәһен төрлө һүҙлектәрҙән өйрәнеп, әҙәби әҫәрҙәрҙәге ролен билдәләнем. Кеше тормошонда ағастың роле бик ҙур, халыҡ юҡҡа шәжәрәне ағас формаһында төҙөмәгән. Был һүҙ телебеҙҙә йыш осрай. Боронғо һүҙ булараҡ халыҡ ижадынан башлап, әҙәби әҫәрҙәргә тиклем ҡулланыла. Был һүҙҙең төрлө мәғәнәләре бар. Үҙем өсөн ҡайһы бер асыштар ҙа эшләнем. Ағас һүҙе менән фразеологизмдар белмәй инем, мәҡәлдәрҙең күплегенә лә хайран ҡалдым. Был эҙләнеү эше миңә телмәремде байытырға ярҙам итте.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Загадка старого пирата или водолазный колокол
Цветение вишни в лунную ночь
Два Мороза
Госпожа Метелица
Яблоко