Баласаҡ байрамы
план-конспект занятия (старшая группа)
Баласаҡ байрамы
Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.
Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль – коммуникатив үҫеш.
Бурыстар.
Белем биреүсе: тирә – йүнде өйрәнеүгә теләк уятыу, ағастар, сәскәләр,ҡоштар донъяһына балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү.
Үҫтереүсе: һүҙ байлыҡтарын арттырыу, телмәрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи: милли уйындар аша балаларҙың һаулығын нығытыу; уларҙа иғтибарлылыҡ, уяулыҡ, татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, уның үҫемлектәренә, ҡоштарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
balasak_bayramy.docx | 848.96 КБ |
Предварительный просмотр:
Баласаҡ байрамы
Төп белем биреү өлкәһе: телмәр үҫеше.
Белем биреү өлкәләрен интеграциялау: танып белеү үҫеше, социаль – коммуникатив үҫеш.
Бурыстар.
Белем биреүсе: тирә – йүнде өйрәнеүгә теләк уятыу, ағастар, сәскәләр,ҡоштар донъяһына балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү.
Үҫтереүсе: һүҙ байлыҡтарын арттырыу, телмәрҙәрен үҫтереү.
Тәрбиәүи: милли уйындар аша балаларҙың һаулығын нығытыу; уларҙа иғтибарлылыҡ, уяулыҡ, татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, уның үҫемлектәренә, ҡоштарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Байрам барышы.
Тәрбиәсе:Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
Хәйерле көн һеҙгә, ҡунаҡтар!
Беҙ иң күңелле байрамды билдәләп үтәргә йыйылдыҡ. Бөғөн – ҡояшлы йәй, “Баласаҡ” байрамы.
Бөғөн беҙҙә ҙур байрам,
Бик күңелле көн беҙҙең
Иртәдән үк ҡояш көлә,
Биҙәп зәңгәр күк йөҙөн.
Тәрбиәсе: Эйе, баласаҡ – иң күңелле, иң бәхетле саҡ. Йылдың ҡайһы ғына ваҡыты булмаһын, баласаҡтың һәрбер миҙгеле рәхәт тә, татлы булып иҫтә ҡала. Баласағыбыҙ күбеһенсә уйнап, йырлап, әкиәттәр тыңлап уҙа. Ә һеҙ уйнарға яратаһығыҙмы? Шулай булғас, ошо матур майҙансыҡта уйнап, йырлап баласаҡ байрамыбыҙҙы үткәрәйек. Әлбиттә, тәү башлап тәбиғәттән һаулыҡ һорашайыҡ.
Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә –
Сәләмләйем һеҙҙе лә.
Тәрбиәсе: Балалар, иғтибар менән тыңлағыҙ әле. Ниндәйҙер, беҙелдәгән тауыш ишетелә буғай. Был бит беҙҙең Балбикә апай. Һаумыһығыҙ, балалар! Һаумыһығыҙ, Балбикә апай. Балбикә: Ошо матур майҙансыҡта “Бал ҡорттары” төркөмө балалары “Баласаҡ” байрамы үткәрә тип ишетеп, һеҙҙе эргәгә ашҡынып килеп еттем. Мин буш ҡул менән килмәнем, һеҙғә күстәнәстәр әҙерләгән инем. Тик уларҙы минең кескәй бал ҡорттарым уйнап, бутап бетергәндәр. Уларҙы табырға ярҙам итәһегеҙме?
Тәрбиәсе: Балалар, ярҙам итәбеҙме? Эйе.
1.Йә, беренсе мискәне асып ҡарайыҡ. Бында ниндәйҙер яҙыу ята.
Уйын: “Дөрөҫ итеп йый”. Афарин! Дөрөҫ итеп йыйҙығыҙ. Йәгеҙ, әйтеп китәйек ниндәй сәскәләр барлыҡҡа килде.
2.Йә, икенсе мискәне асып ҡарайыҡ. Уйын: “Ағастар”. Тирә – яғыбыҙҙа ниндәй ағастар үҫә икән, йә әйтеп үтәйек. Беҙҙең яҡтың урманында
Үҫә матур ҡайындар.
Йүкә, шыршы, имәндәр
Һәм зифа буйлы талдар.
Яҙҙарын япраҡ яра
Талғын елгә тирбәлә,
Был матур күренешкә
Күңелебеҙ көрләнә. Афарин!
3.Йә, өсөнсө мискәне асып ҡарайыҡ. Уйын: “Ат сабышы”. Дөрөҫ, яланға сыҡҡас ярышып алмайынса, бер нисек тә булмай. Ике командаға бүленәбеҙ. Йәгеҙ етеҙерәк. Ике команда ла бер тигеҙ килде. Бу уйында беҙҙең дуҫлыҡ еңде.
4.Йә, дүртенсе мискәне асып ҡарайыҡ. Уйын: “Йомаҡ ҡоям, яуабын тап”. Ҡоштар тураһында йомаҡтар йәшеренгән.
1.Йомортҡа ла баҫмай,
Балаһын да баҡмай.
Бөтәһе бергә. Кәкүк, кәкүк
2.Яңғыратып һыу буйҙарын
Һайрай, алһыу таң тыуғас,
Моңло, дәртле ...
Бөтәһе бергә. Һандуғас
3.Ҡаяларҙан һауаларға
Йәйеп оса ҡоласын,
Бөркөт кеүек ҡыйыу ҙа ул,
Матур ҙа ул...
Бөтәһе бергә. Ыласын.
4.Көндөҙ уның күҙе һуҡыр,
Төнөн һунарға сыға.
Шар күҙле,матур...
Бөтәһе бергә. Өкө.
5.Ҡар ҙа ҡар тип осоп йөрөй
Үҙе уғры, үҙе яһил,
Исеме уның...
Бөтәһе бергә. Ҡарға
5.Йә, дүртенсе мискәне асып ҡарайыҡ.
Уйын: “Йәшерәм яулыҡ”.(3тапҡыр уйнала)
Беренсе балаға яҙа-шиғыр,
Икенсе балаға яҙа – әтәс булып ҡысҡырыу,
Өсөнсө балаға яҙа – башҡорт аштарын һанап сығырға.
6.Йә, алтынсы мискәне асып ҡарайыҡ.
Йыр: “Трам – там - там”.
Балалар, әйтегеҙ әле, беҙ һеҙҙең менән ниндәй республикала йәшәйбеҙ? Дөрөҫ, Башҡортостан. Ә ниндәй ҡалала? Дөрөҫ, Дүртөйлө ҡалаһында. Беҙ үҙебеҙҙең республикабыҙ, ҡалабыҙ, милләтебеҙ менән ғорурлана алабыҙ. Хәҙерге йырыбыҙ ҙа нәкь ошо тураһында. Яратам мин илемде, атайымды, әсәйемде, матур башҡорт телемде тип атала.
7.Йә, алтынсы мискәне асып ҡарайыҡ.
Ысынлап та етенсе мискәбеҙҙә күстәнәс ята. Балбикә апай күстәнәсегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Балбикә: Балалар, һеҙҙең менән бик тә күңелле булды. Һеҙ ысынлап та бал ҡорттары кеүек етеҙ, уңған, тырыш икәнһегеҙ. Юҡҡа ғына һеҙҙең төркөмгә “Бал ҡорттары” тип исем бирелмәгәндер. Һеҙҙең менән осрашыуыма мин бик шатмын, тик бына һаубуллашырға ла ваҡыт етте.
-Һаубулығыҙ, балалар!
-Һаубулығыҙ, Балбикә апай!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия в разновозрастной национальной логопедической группе «Без – табигать баласы»
Балаларның болын турында белемнәрен ачыклау; болын чәчәкләре, аларның исе, төсе, формасы; болында яшәүче бөҗәкләр турында белемнәрен камилләштерү.Балаларның сөйләмен, игътибарларын, фикерләүләрен үсте...
Шежере-байрамы
«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...
«Аю баласы дусларын эзли» конспект НОД
Конспект НОД по формированию целостной картины мира на татарском языке...
Аю баласы дусларын тапты.
Мәктәпкә әзерлек төркеме әчен "Аю баласы дусларын тапты" темасына конспект....
Сығарылыш кисәһенә сценарий «Бәхетле баласаҡ - карабы»
сценарий на выпускной вечер в детском саду...
Конспект занятия "Аю баласы"
Конспект занятия "Аю баласы" для младшей группы....
“Тыңлаусыз тычкан баласы” әкияте.
Мәктәпкәчә әзерлек төркеме өчен...
- Мне нравится (1)