"Өләсәйемдең һандыҡ сере"
методическая разработка (средняя группа)

Миннигуль Салимьяновна Зиянбаева

"Өләсәйемдең һандыҡ сере" 

Уртансылар төркөмө өсөн яҙ байрамына арналған сценарий.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olsyemden_handyk_sere.docx24.02 КБ

Предварительный просмотр:

“Өләсәйҙең һандыҡ сере”

Уртансылар төркөмө өсөн яҙ байрамы сценарийы.

Маҡсат: Балалар баҡсаһында өйрәнгән белемдәрҙе нығытыу.

Бурыстар: Балаларҙың фекер йөрөтөү, телмәр байлығын арттарыу, ижади һәләтен үҫтереү. Тыуған илгәһөйөү уятыу. Музыка менән аралашыуҙан балаға ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ кисереү тойғоһон уятыу.

Музыка аҫтында балалар залға инәләр,теҙеләләр.

Бала:

Яҙ килә, яҙ килә!

Ҡарҙар ирей, боҙ китә,

Йылғалар бушап ҡала,

Ағастар япраҡ яра.

Бала:

Ҡояш нурҙарын һибә,

Тәбиғәт күҙен аса.

Яҙғы елдәр йылы яҡтан

Ҡоштарҙы алып килә.

Бала:

Ҡар иреп бөттө,

Яҙ килеп етте.

Ағастар күптән,

Бөрөһөн сиртте.

Сәскәне һыйпап,

Йылы ел иҫте.

Яҙҙың кәйефе

Беҙгә лә күсте.

Йыр: «Яҙ саҡыра»

Балалар ултырғыстарға ултыралар.

Алып барыусы: Балалар, әйҙәгеҙ, ауылға Өләсәйгә ҡунаҡҡа барып киләйек. Автобусҡа ултырайыҡ.

Уйын: «Автобус»

Боронғоса биҙәлгән өй. Өләсәй тәсбих таратап ултыра.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, Өләсәй. Беҙ балалар менән һеҙгә ҡунаҡҡа килдек.

Өләсәй: Һаумыһығыҙ, балалар, әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ. Мин бик шат, миңә ҡунаҡҡа килгәндәр, сәй ҡуйып ебәрергә кәрәк.

Ҡыҙ: Өләсәй, был нимә ул?

Өләсәй: Был балам, тәсбих. Бына шулай бисмиллиһы итеп тарталар.

Өләсәйһе тәсбихте нисек тартырға әйрәтә. Ейәнсәре һандыҡҡа күҙ һала һәм һандыҡ менән булыша башлай.

Өләсәй: Ҡуй балаҡайым, булышма, йә йоҙағын боҙоп ҡуйырһың.

Ҡыҙ: Өләсәй, унда нимә бар?

Өләсәй: Иҫтәлектәр, ҡомартҡылар һаҡлайым, балам.

Ҡыҙ: Өләсәй, күрһәт әле!

Өләсәй: Йә, ярай, аҙмы – күпме ғүмерем ҡалған, һандығымдың серен асайым әле.

Өләсәй:Белеү нур- белмәү хур, тигән боронғолар. Әйҙәгеҙ миндә һеҙгә һандығымдың серен асайым әле. (Һандыҡтан мамыҡ шәл алып)Килен булып төшкәндә, ҡәйнәм бүләк иткәйне был шәлде. Ана ҡыҙҙарҙың яурындарына шәлдәр һалғандар икән, әллә бейеп тә күрһәтәһегеҙ ме?

“Шәл бәйләнем” бейеүе

Өләсәй: Һай афарин, ҡалай матур итеп бейеп күрһәттегеҙ.Ҡыҙ: Өләсәй, һандыҡта тағы

нимә бар?

Өләсәй: Быныһы беҙ бәләкәй саҡта уйнаған таштар. Усыңа таштар алып, өҫкә ташлап, һыртыңа төшөрөргә һәм яңыннан усыңа алырға. Нисәү ҡала, шуныса ҡолоноң була тигәндәр боронғолар.

Алып барыусы: Бик ҡыҙыҡ уйын икән, балалар, беҙҙә бер уйын беләбеҙ. Өләсәй уйнап күрһәтәйек ме әллә?

Уйын ойошторола: “Күрһәт әле, үҫкәнем”

(башҡорт халыҡ уйыны)

Өләсәй: Балалар, бына минең һандығымда мин бала саҡта яратып уйнаған уйынсыҡта ята (күрһәтә). Ә һеҙ ниндәй уйынсыҡтар менән уйнайһығыҙ?

Алып барыусы: Балалар яратҡан уйынсыҡтары менән бейеү беләләр. Әйҙә Өләсәй ҡарайыҡ әле.

«Уйынсыҡтар менән бейеү»

Өләсәй:Һай, афарин, балаҡайҙар. Инде күңелле итеп йырлап- уйнап күрһәттегеҙ. Ә йомаҡ сисергә яратаһығыҙмы? Тыңлағыҙ әле йомағымды, Аҡ юрғанын ташлай, һыртын күрһәтә башлай. (яҙ)

Өләсәй:Әйе, балалар, беҙҙең илебеҙ урман- яланға бай. Минең өй артымда ғына урман башлана, әйҙәгеҙ, күмәкләшеп яҙғы урманға барып ҡайтайыҡ.

Балалар музыка (ҡоштар тауышы) аҫтында урманға баралар, түңәрәккә баҫалар. Шаршау асыла унда ағастар, умырзая сәскәләре ҡуйылған. Музыка аҫтында Яҙһылыу инә.

Яҙһылыу:

Һаумыһығыҙ, балалар!

Мин йыраҡтан килдем һеҙгә

Яҙҙар иленән.

Урмандарҙың ал сәскәләр

Үҫкән еренән.

Сәскәләрҙе йыйып алып

Теҙҙем күлдәккә.

Иң- иң матурҙарын алдым

Һеҙгә бүләккә.

Яҙһылыу: Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур ялан, яҙҙың беренсе сәскәләре умырзаялар күҙен асҡан. Әҡояш апай болот артына ҡасҡан, әйҙәгеҙ, ҡояшты саҡырып сығарайыҡ.

Балалар:

Ҡояш кил, кил, кил,

Болот ҡас, ҡас, ҡас,

Беҙ уйнарбыҙ йылынғас.

Йыр: «А весной»

Яҙһылыу: Балалар, ә ниндәй ҡош үҙенең ояһына ҡайта?

Балалар: Сыйырсыҡ!

Яҙһылыу: Әйҙәгеҙ, бергәләшеп “Сыйырсыҡ” уйынын уйнап алайыҡ. Түңәрәккә баҫайыҡ, һанашмаҡ әйтеп сыйырсыҡ һайлайыҡ.

Уйын: “Сыйырсыҡ” (Р. Ғәрипов)

Өләсәй: Ай, афарин, ниндәй күңелле уйын уйнап күрһәттегеҙ. Борон урманға сыҡҡанда ҡайын ағасына теләктәр теләп таҫмалар элгәндәр. Әйҙәгеҙ ошо йоланы яңыртып теләктәр әйтеп таҫмалар тағайыҡ.

Теләктәр: - Ҡоштар ҡайтһын.

  • Ямғыр яуһын.
  • Иген күп булһын.
  • Атай әсәйем сәләмәт булһын.
  • Ерҙә тыныслыҡ булһын.
  • Һәр ваҡыт булһын ҡояш.

Өләсәй: Афарин балалар, һеҙҙең белмәгән нәмәгеҙ юҡ икән. Әйҙәгеҙ, хәҙер бергәләшеп таҡмаҡлап бейеп тә алайыҡ.

«Парлы бейеү»

Өләсәй: Афарин, уңған, аҡыллы балалар миңә ҡунаҡҡа килгәндәр икән. Яҙғы ялан һалҡын була, өшөп тә киткәнһегеҙҙер инде. Әйҙәгеҙ, йүкә баллап, мәтрүшкәләп сәй эсеп алайыҡ.

Башҡорт көйө аҫтында балалар сығып китәләр.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Қарағанды қаласы

Қарағанды және Саран қалаларында орналасқан ғимараттар фотосуреттері...

Открытое занятие в старшей группе "Урман һәм анда яшәүчеләр".

Экологик инспектор белән берлектә оештырылган ачык эшчәнлек....

Өләсәйем һандығы

Балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына,мәҙәниәтенә, фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам,ғорурлыҡ    тойғоһо тәрбиәләү.                ...

«Әсәйемдең байрамы»

Мероприятие посвящено празднованию 8 Марта и проходит с приглашением мам и бабушек.  Дети рассказывают стихотворения, поют песни, показывают инсценировки, танцуют. Вначале мероприятия учени...

Кескәйҙәрҙе ауыҙ тел ижады менән таныштырыу:Өләсәйемдең йомғағы.

Маҡсат:Кескәйҙәрҙә ауыҙ тел ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.Тел төҙәткестәр аша балаларҙың телмәрендә башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтелешен нығытыу.Хәтерҙе яҡшыртыу,төркөмдә йылы мөхит тыуҙырыу.Бер-береңә я...

Әсәйемде яратам.

Кескәйҙәр төркөмө өсөн иртәлек....