Өләсәйем һандығы
план-конспект занятия (старшая группа)
Балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына,мәҙәниәтенә,
фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам,ғорурлыҡ
тойғоһо тәрбиәләү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
olsyem_handygy.doc | 53.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль дөйөм белем биреү дәүләт учреждениеһы «Башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы»
Иҫке Собханғол ауылы
Тема: “Өләсәйем һандығы”
Әҙерләне:
Сәйәхова Сәмәрә Ғәбдинур ҡыҙы
2014 йыл
Маҡсат:
Балаларҙа халҡыбыҙҙың тарихына,мәҙәниәтенә,
фольклорына һәм өлкән быуынға ҡарата ихтирам,ғорурлыҡ
тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
Боронғоса йыйыштырылған өй.Һандыҡ,башҡорт күлдәге,
түшелдерек,ҡашмау,дебет шәл,беләҙек,миҙал,түбәтәй,
ҡумыҙ,ҡурай.
Алып барыусы:
Балалар,бөгөн беҙгә Наҙгөлдең өләсәһе шылтыратты.
Ул беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы.
-Балалар,барайыҡмы?
Балалар:
-Эйе,барайыҡ,барайыҡ.
Алып барыусы:
Улай булғас, әйҙәгеҙ,матурланып алайыҡ та бергәләп ҡунаҡҡа барайыҡ.Үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ,яраймы?Әйҙәгеҙ киттек.
Балалар:
-Һаумыһығыҙ,өләсәй!
(Ҡурай моңо яңғырай)
Өләсәй:
-Һаумыһығыҙ,балалар!
Мин һеҙҙе һағынып көттөм.Әйҙәгеҙ түргә үтегеҙ,ултырығыҙ. Алып барыусы:
Өләсәй,хәлдәрегеҙ нисек?Ауырымайһығыҙмы?
Өләсәй: Һәйбәт кенә, балаҡайҙарым Арыу ғына
Аллаға шөкөр.Ауырымайынса ҡышты үткәреп яҙға аяҡ баҫтыҡ.Эй,үтте шул йәш ғүмерҙәр.Күҙ асып,күҙ йомғандай ҙа булманы.(өләсәй самауырҙы ҡарай) Яҙғы һыуҙар менән сәй эсеп алырбыҙ әле
-Эй,балаҡайҙар самауырҙың һыуы бөтөп киткән бит.
Алағуян йылғаһына, әллә ҡыҙҙар һыуға барып киләһегеҙме?Уның һыуы шул тиклем тәмле,шифалы.
Балалар:
Барабыҙ,өләсәй,барабыҙ.(Ҡыҙҙар сыға)
Алып барыусы:
Ҡыҙҙар һыу алып килгәнсе,әйҙәгеҙ,малайҙар Бармаҡ уйынын уйнап алайыҡ.
Уйын: Мин-баш бармаҡ,баш бармаҡ,
Һәр эште мин башлайым.
Өй эсендә тиҙ генә
Йыйыштырып ташлайым.
Баш бармаҡ,һуҡ бармаҡ,
Урта бармаҡ,Сығанаҡ бармаҡ,
Сәтәкәй бармаҡ.
Бөтәһе лә дуҫ булмаҫ,
Эше лә бергә булмаҫ.Вәт!
Өләсәй Афариндар,матур уйнайһығыҙ Алып барыусы Ҡыҙҙар һыуҙан килгән икән Әйҙәгеҙ,биҙрәләрегеҙ менән бер бейеп алығыҙ
“Биҙрәләр менән бейеү”.(ҡыҙҙар).
Өләсәй:
Һай,афарин инде,ҡайһылай уңғанһығыҙ.
Балалар,хәҙер беҙгә әхирәттәрем,ағинәйҙәр килә.Эй,улар менән бергә ултырып йәш саҡтарҙы иҫкә алып бер сынаяҡ сәй эсәһе ине.Шул тиклем һағындым мин уларҙы.
Бала: Өләсәй,кемдәр ул ағинәйҙәр?
Өләсәй: Ағинәйҙәр,улар ауылыбыҙҙың иң аҡыллы ил инәләре,йор һүҙле,алсаҡ,аҡ күңелле улар.Илдең терәге һәм таянысы.
(Ағинәйҙәр инәләр)
-Һаумыһығыҙ!
Өләсәй: Һаумыһығыҙ,һаумыһығыҙ.Бына улар.Имен-һау ғына килеп еттегеҙме?Әйҙәгеҙ түргә үтегеҙ,ултырығыҙ,ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булырһығыҙ.Мин һеҙҙе һағынғайным.Ҡунаҡҡа килеүегеҙгә шул тиклем шатмын.
Ағинәйҙәр:Беҙ ҙә бик шатбыҙ.Ҡыуанышып килеп еттек.
-Бына һеҙгә,һуғыш йылдарындағы ризыҡтан ауыҙ иттермәксе булып,күстәнәс итеп талҡан менән ҡурмас алып килдек.Бергәләп сәй эсербеҙ.Бәлеш бешерҙек . Ә мин ейәнем менән килдем әле. Өләсәй: Бына балалар менән бергә уйнарҙар.Шулаймы,бик һәйбәт.
Алып барыусы:
Ҡәҙерле өләсәйҙәр.Ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең һеҙгә бағышланған шиғырҙарын тыңлап алайыҡ.
Шиғырҙар:
Бәҙәмшин Тимур: Оло инде өләсәйем,
Байтаҡ ғүмер кисергән.
Атайымды,туғандарҙы
Яҡшы итеп үҫтергән.
Рәхмәтуллина Диләрә: Оло булһа ла өләсәй,
Ҡулдары уның йомшаҡ.
Тәмле аштарын бешерә
Өҫтәле тулы һәр саҡ.
Кунафина Ильнара: Туған телде һаҡлап ҡалған
Ҡәҙерле өләсәйҙәр.
Ил менән бергә ҡайғы күргән-
Улар бит өләсәйҙәр.
Давлетгареев Тимур: Үҙ ғүмерендә әллә күпме
Яу күргән өләсәйҙәр.
Етмеш ҡайғы,етмеш шатлыҡ
Кисергән өләсәйҙәр.
Алтынбаева Вика: Мин һеҙҙе алҡышлайым,
Ҡәҙерле өләсәйҙәр.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәгеҙ,
Шат булһын һеҙҙең йөҙҙәр.
Тулибаева Гүзәл: Етеп килгән байрам менән
Ҡотлайым,өләсәйҙәр.
Тыуыр көндә шатлыҡ менән
Йәшәгеҙ,өләсәйҙәр.
Өләсәй:
Рәхмәт, балалар.
Тимур: Өләсәйҙең һандығында
Һаҡланмай ниҙәр генә.
Әйҙәгеҙ,һорайыҡ үҙенән,
Асып күрһәтһен беҙгә.
Өләсәй: Хәҙер,хәҙер,матурҙарым,һандыҡты асам һәм һеҙгә ундағы нәмәләрҙе алып күрһәтәм.Унда минең ҡомартҡыларым,иҫтәлекле нәмәләрем бар.
Ағинәй: Әйҙә,асып ебәр һандығыңды.
Өләсәй: Эй,аҙмы-күпме ҡалған.Һандығымдың серҙәрен асайым инде.
Алып барыусы: Өләсәй һандыҡты асҡансы беҙ «Тирмә» уйынын уйнап алайыҡ.
Беҙ,күңелле,шат балалар,
Уйнайбыҙ ҙа,бейейбеҙ.
Ҙур түңәрәккә йыйылып,
Матур тирмә яһайбыҙ.
Ҡушымта: Лә-лә -лә-лә.
Өләсәй: Был нимә ул?
Балалар: Башҡорт күлдәге.
Өләсәй: Ҡарағыҙ әле,матурмы?
Балалар: Эйе.
Өләсәй: Балитәкле,биҙәкләп эшләнгән күлдәк.Быны мин килен булып төшкән ваҡытта кейгәйнем.Ә быныһы бишмәт.Был бишмәтте миңә өләсәйем бүләк иткәйне.Ҡарағыҙ әле,бик боронғо бишмәт.Тәнкәләре ниндәй матур,төрлө биҙәктәр төшөрөлгән.
Башҡорт ҡыҙҙары бейеүе.
Өләсәй:
Бына был шәлдәр кәзә мамығынан йәш саҡта бәйләгән шәлем.Ҡарағыҙ,матурмы?Ҡәҙерләп,һаҡлап ҡына ябынам инде.
Балалар: -Ә беҙ,өләсәй,ошо шәлдәргә арналған йыр беләбеҙ.Беҙ йырлайыҡ,һеҙ бейейегеҙме?
Өләсәй: Әхирәттәрем,әйҙәгеҙ бер бейеп алайыҡ,ә балалар йырлаһындар.
Бейеү:»Шәл бәйләнем»(өләсәйҙәр бейей).
Өләсәй: Балалар,был нимә ул?
Балалар: -Беләҙек.
Өләсәй: Уны ҡайҙа кейәләр?
Балалар: Ҡулға.
Өләсәй:
Эйе.дөрөҫ.ҡайҙа беләгемә тағып алайым әле.
Алып барыусы:
Әйҙәгеҙ.балалар «Үгеҙ йөҙөк» уйынын уйнап алайыҡ.
Һанашмаҡ: «Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған.
Тәгәрмәсен йүнәтергә
Нисә сөй кәрәк булған?
-Биш.
Бер,ике,өс,дүрт,биш.
Һин бар сыҡ.»
(Үгеҙ һәм йөҙөк һалыусы һайлап алына)
Өләсәй: Бына балам минең йөҙөгөм.Әйҙә,һалып сыҡ.
Балалар: Үгеҙ йөҙөк кемдә?(Эҙләй).
Балалар: Тапманы,тапманы!
Алып барыусы: Ниндәй яза бирәйек?
Балалар:
Йырлаһын!
Йыр:Айҙар ғынайым».
Малай: Әйҙәгеҙ,дуҫтар минең менән бергә йыр йырлап алайыҡ.
Өләсәй: Бына был олатайығыҙҙың миҙалы.
Малай йүгереп килә:
Өләсәй,ҡайҙа мин ҡарайым әле.О-һо!Иптәштәремә күрһәтеп,маҡтанып киләйем әле.
Өләсәй: Туҡта,туҡта,тороп тор,балаҡайым.Ул бит ҡомартҡы.Уйнатырға ярамай.Олатайығыҙ һуғышта батырлыҡтар күрһәткәне өсөн ошо миҙал бүләк иткәндәр.Быны бик ныҡ һаҡларға кәрәк.Олатайығыҙ һуғышта яу ҡырҙарында һуғышып,немец-фашистарын еңеп ҡайтып,үҙебеҙҙең илебеҙгә матур итеп хеҙмәт итеп,мәрхүм булып ҡалды инде.
Алып барыусы: Әйҙәгеҙ балалар,олатайҙарыбыҙҙы,һуғыш ветерандарын иҫләп йырлап алайыҡ.
Йыр: «Олатайым миҙалдары». (өләсәй күҙ йәштәрен һөртә)
Өләсәй: -Үткән һуғыш ваҡыттары иҫкә төшөп китте.(түбәтәйҙе ала)Ҡарағыҙ әле,түбәтәйҙе башҡорт орнаменттары биҙәктәре менән биҙәгәндәр.
Алып барыусы: Балалар,иҫләйһегеҙме беҙ һеҙҙең менән түбәтәй уйынын уйнай торғайныҡ.Әйҙәгеҙ өләсәйгә уйнап күрһәтәйек.
Уйын: «Түбәтәй»уйынын.
Йыр «Әсәй» Наҙгөл Исламова башҡарыуында.
Алып барыусы:(Ағинәйгә ҡарап) -Ағинәй һеҙҙең ҡулығыҙға нимә тотоп алғанығыҙ ул?
Ағинәй: Элек йәш сағымда ҡумыҙҙа уйнай торғайным.Һеҙгә уйнап күрһәтергә тип алып килдем.
Алып барыусы: Балалар,Ағинәй ҡумыҙҙа уйнаһын,ә беҙ тыңлайыҡ.
Өләсәй:(һандыҡтан ике ҡуллап,ҡәҙерләп ҡурайҙы ала).Был олатайҙың ҡомартҡыһы,Бына был нимә инде,балалар?
Балалар:Ҡурай.
Өләсәй: Килен,бар,улымды саҡыр әле,ҡурайҙа уйнап ишеттерһен әле.
Башҡорт халыҡ көйҙәре.
Өләсәй: Башҡорт халҡының иң боронғо музыка ҡоралы-ҡурай.Халҡыбыҙ ҡурай моңо менән күңелендә асҡан,ҡайғы-хәсрәттәрен дә баҫҡан,яуға ла сапҡан һәм әлбиттә,беҙҙең халҡыбыҙ ҡурайҙы борондан киләсәк быуынға тиклем уйнай белеп еткерергә тырышҡандар.Балалар,һеҙ ҙә ҡурайҙа уйнарға өйрәнегеҙ,йәме.
Алып барыусы: Хөрмәтле өләсәйҙәр!Ғүмерегеҙҙе кешелеккә бағышлағанһығыҙ,намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Ауырлыҡтар алдында баш эймәй,яҡшы балалар тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ,ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе үҫтерергә ярҙамлашаһығыҙ.
Һеҙгә оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ,оҙон ғүмер теләйбеҙ.Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысын күреп ултырырға яҙһын!Илебеҙ тыныс,күгебеҙ аяҙ булһын.
Алып барыусы: Ә хәҙер бөтә өләсәйҙәргә һәм олатайҙарға бағышлап,бөтәбеҙ бергә «Башҡортостан»йырын башҡарайыҡ.
Башҡортостан-гөлбостан Башҡортостан баҡсаһы
Сөмбөлостан-нурлостан Арыҫландар тоған ер
Шунда тыуған,шунда үҫкән, Арыҫландар бабаһы
Башҡорт тигән арыҫлан. Ҡаһармандар йөрөгән ер.
Өләсәй: Әйҙәгеҙ бергәләшеп күстәнәс менән сәй эсәйек.
Иҫкәрмә: Ҡулланылған шиғырҙар Р.Үҙәнбаеваныҡы.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Қарағанды қаласы
Қарағанды және Саран қалаларында орналасқан ғимараттар фотосуреттері...
Открытое занятие в старшей группе "Урман һәм анда яшәүчеләр".
Экологик инспектор белән берлектә оештырылган ачык эшчәнлек....
Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы “ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”
Балаларҙа якынлашып килеүсе яңы йыл байрамы менән бәйле шатлыҡлы хистәр уятыу...
Тема: "Өләсәйем һандығы"
Тема: "Өләсәйем һандығы"...
Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн “Өләсәйем һандығы” темаһына белем биреү эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге “Бәпембә” балалар баҡсаһы – муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы...
"Андыҙъямал" башҡорт халыҡ легендаһын сәхнәләштереү.
quot;Андыҙъямал" башҡорт халыҡ легендаһын сәхнәләштереү.Башҡорт халыҡ легендаһын сәхнәләштереү, ролдәрҙе башҡарырға теләк тыуҙырыу, диалог аша әңгәмә алып барырға өйрәнеү, балаларҙың ижади һәләт...
Тормош -көнкүреш әкиәте "Бөтәбеҙҙә өйҙә булғанда- яҡшы"
Башҡорт телендә әкиәт...
- Мне нравится (1)