Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта.
материал (средняя группа)

Килмөхәмәтова Лилиә Әсҡәт ҡыҙы

Урта төркөм балалары өсөн яңы йыл иртәлеге.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kysh_babayza_kunakta.docx21.93 КБ

Предварительный просмотр:

Ҡыш Бабайҙа ҡунаҡта.

(урта төркөм балалары өсөн яңы йыл иртәлеге)

Ҡатнашалар: Ҡыш бабай

                  Ҡарһылыу

                  Ҡуян

                  Айыу

                  Төлкө

                  Әтәс

                  Мәсекәй әбей

Балалар көй аҫтында залға керәләр,шыршыны уратып ҡарап йөрөйҙәр.

А.Б.Әкрен генә ҡарҙар яуа

       Әйтерһең дә аҡ мамыҡ

       Ҡунаҡҡа килгән шыршыны

       Бөтөнләй булмай танып.

       Йәм-йәшел энәләренә

       Уйынсыҡтар эленгән

       Байрамға килгәнебеҙҙе

       Шыршыҡай ҡайҙан белгән?                                                                  

!-се бала:Здравствуй,елочка лесная,

                  Серебристая,густая

                  Ты под солнышком росла

                  И на праздник к нам пришла!

2-се бала:Ты пришла на радость детям,

                 Новый год с тобой мы встретим,

                 Дружно песню запоем,

                 Весело плясать пойдем!

Йыр:   шыршыҡай

А.Б.  Балалар ҡарағыҙ әле :шыршыла матур открытка тора,яҙыуы ла бар  : ҠАРҘАР ЯУЫП,ҠАРҘАР ИРЕП

        ТАҒЫ БЕР ЙЫЛ ҮТЕП КИТТЕ

            ҠУНАҠҠА КИЛЕГЕҘ БАЛАЛАР
ҺАҒЫНДЫМ ҮҘЕГЕҘҘЕ!

Балалар Ҡыш Бабайға ҡунаҡҡа барабыҙмы?Ә нимә менән барабыҙ?

Күңелле көй аҫтында атҡа ултырып барыу-шыршыны урап сығалар.Свет һүлпәнләнә.

А.Б.  Балалар,бына урманға килеп тә еттек.Әйҙәгеҙ шым ғына ултырып,тирә-яҡты күҙәтеп алайыҡ.

Балалар ултыралар.Ҡарһылыу сыға,шыршыға уйынсыҡтар элә,йырлай.  

 Ҡарһылыу: Оҙаҡламай олатайым да ҡайтыр.(балаларҙы        күреп ҡала)Бәй балалар килеп еткән ҡунаҡҡа.Һаумыһығыҙ! Ә олатайым урман ҡарарға сығып киткәйне,һаман ҡайтып етмәгән.

А.Б.  Ҡарһылыуҡай,ҡыш бабай оҙаҡламай ҡайтып етер,йәнлектәргә бүләк тараталыр.

Ҡуян килеп инә,илай.

 

Ҡарһылыу: Ҡуянҡайым,ниңә илайһың?Нимә булды?(ҡуяндың башын һыпыра)

Ҡуян: Ҡарһылыу апай,илайым шул,нисек иламайһың инде.Мине Төлкө өйөмдән ҡыуып сығарҙы.

 Төлкө(тәҙрәнән ҡарап):  Хи-хи-хи,хи-хи-хи,

                                              Исемем минең төлкө.

                                              Минең ҡулға эләкһәң һин

                                              Булырһың шундай көлкө!

Ҡуянҡайым өйөң бик оҡшай,мин бында йәшәйәсәкмен!

А.б. Илама ҡуянҡай,беҙ һиңә ярҙам итербеҙ.Ҡайҙа әле ҡуянҡайҙың дуҫтары,сығығыҙ әле дуҫығыҙға ярҙам итегеҙ!

ҠУЯНДАР БЕЙЕҮЕ.

А.б. Ҡуянҡайҙар барығыҙ инде,төлкөнө ҡуяндың өйөнән ҡыуып сығарырға ярҙам итегеҙ.

(Ҡуяндар өй эргәһенә баралар,туҡылдаталар)

Төлкө: Сығырмын сыҡмай ней,сығырмын да бөтәгеҙҙе лә тотоп ашап бөтөрмөн!!

 (ҡуяндар урындарына ҡасалар,ҡарһылыу барып ҡуянды йәлләп тора)

А.б. Илама инде Ҡуянҡай.Минең бына көслө генә Айыу ағай бар.Ул моғайын төлкөнө өйөнән ҡыуып сығарыр.

Айыу килеп сыға көй аҫтында.

Айыу:    Бер һелтәүҙә унды йығам

               Мин Айыухан батырмын.

              Элеп алһам,һелкеп һалһам,

              Тора алмай ятырһың!

Төлкө!!!Ҡуянҡайҙың өйөнән сығып кит!!!

(өй эргәһенә бара,туҡылдата)

 Төлкө:  Сығырмын сыҡмай ни,сыҡһам ауыҙың-мороноң ҡан булыр!!

(айыу ҡаса)

А.б. Ҡуянҡай,белдем кем һиңә ярҙам итерен.Ул беҙҙең әтәс дуҫҡай.әйҙәгеҙ бергәләп әтәскә өндәшәйек.

 

Бергәләп:   Петя,петя-петушок

                     Золотой гребешок

                    Ты рано встаешь

                   Громко песни поешь

                  Ты погромче спой в лесу

                 Испугай-ка там лису!

(әтәс ҡысҡырып ебәрә лә көй аҫтында килеп сыға)

Әтәс: Кикрикүүүк!!!Елкәмдә салғым бар!Төлкөнөң ҡойроғон            өҙәм!!!

Төлкө:Кейенәм,кейенәм...

(әтәс тағы әйтә һәм төлкө сығып  йүгерә)

Ҡуян:    Рәхмәт һеҙгә йәнлектәр,

               Рәхмәт һеҙгә балалар.

              Күңелемде күтәрҙегеҙ

              Өйөмдө ҡайтарҙығыҙ.

А.б.  Ҡуянҡай,башҡаса ул яуыз төлкөнө өйөңә индермә.

Насарлыҡты күмәк көс менән еңдек-шул шатлыҡтан ҡуянҡай менән шыршыла төрлө уттар балҡытып ебәрәйекме?

(ҡуян менән уйын-ҡул сабалар,аяҡ тыпырлаталар-шыршыла уттар ҡабына)

А.б. Шыршыбыҙ ҡайһылай матур балҡый,хәҙер Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ инде.

 Бергәләп:    Ҡыш бабай!!!

(ҡыш бабай булып кейенгән,тоҡ аҫҡан мәсекәй әбей килеп инә)

Мәсекәй әбей:Һаумыһығыҙ балаларым!Бына ныҡ итеп саҡырғас мин дә килеп еттем!

А.б.  Һин кем булаһың?

М.ә. Бәәй,танымайһығыҙмы ней,мин бит ҡыш бабай!Ышанмаһағыҙ бына бүләктәр тулы тоғом да бар!

А.б.  Күрһәт һуң бүләктәреңде.

М.ә.  ә-ә-ә,юҡ инде,бүләк алыр өсөн берәй нимә күрһәтергә кәрәк!

А.б.  Нимә эшләйек һуң?

М.ә.  тәәк Бейеп күрһәтегеҙ!

 

(күмәк бейеү)

А.б.Бейенек,хәҙер бир инде бүләктәреңде.

М.ә.  Бирәм,бирәм..(тоғонда бутана,быйма килтереп сығара)-Үәәт ,бына бит матур ғына бүләк таптым!

А.б.  Бындай бүләк булмай ҙа инде..

М.ә. әә,быны бит минең ҡыҙым һалған,яңылыш.Ошоноң менән уйнағас та бирәм бүләктәремде.

(быймалар менән уйын.Иң аҙаҡтан Мәскәй берәйһе м-н уйнай)

М.ә.  уф-ф!Эҫе булып китте..(сисенә)

А.б.  Ах-х балалар,был бит Мәсекәй әбей,беҙҙең байрамды боҙорға килгән!Бына ҡыш бабай ғына килһен әле-кәрәгеңде бирер!

М.ә. ә-ә һеҙ шулаймы-минһеҙ генә байрам үткәрмәксе булмғайнығыҙмы?Бына шуның өсөн-Әпсен-төпсөн шыршының уттары һүнһен!(шыршы тирәләп өрөп йөрөй,шыршыла уттар һүнә)

(Мәсекәй әбей сығып китә)

А.б.  Кәйефте төшөрмәһә Мәсекәй буламы ней инде ул,ярай ҡайғырмайыҡ-Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ-ул моғайын берәй нимә уйлап табыр.

Бергәләп: Ҡыш бабай!!!

Ҡыш бабай (йыраҡтан): Ишетәм,ишетәм!

-Һаумыһығыҙ балалар!

Һеҙгә байрам алып киләм

Мине һағынып көткәнһегеҙ

Мин уны күптән беләм.

Байрам менән ҡотлайым

Барығыҙҙы ла дуҫтар!

Тик ниңә һуң шыршығыҙҙа

Күренмәй нурлы уттар?

Эй шыршы,матур шыршы

Нур сәсеп көлөп ебәр!

Әйҙәгеҙ әле бөтәбеҙ ҙә яҡын килеп өрәйек шыршыҡайға!

(балалар өрәләр,шыршыла уттар ҡабына)

А.б.  Балалар матур шыршыны ҡотлап йыр ҙа йырлап алайыҡ –ҡыш бабайҙы шатландырайыҡ.

 

Йыр: Шыршы ҡупшы кейенгән.

А.б.  Ҡыш бабай ултырып тор,ә беҙҙең балалар һиңә шиғыр һөйләп ишеттерерҙәр.

Шиғырҙар

Ҡыш бабай:Уф арыным,эҫе булып китте.Ҡайҙа ҡарһылыу     ҡыҙым ҡар бөртөктәреңде йыйып,миңә һалҡын бөркөгөҙ әле.

(Ҡар бөртөктәре бейеүе)

(ҡалған шиғырҙарҙы һөйләү)

А.б.  Ҡыш бабай,беҙ һиңә матур йыр ҙа әҙерләнек,йырлап күрһәтәйекме?

(Йыр Ҡыш бабай)

(йыр ваҡытында ҡыш бабай шыршы артына китә,балалар йәшенәләр)

Ҡыш бабай: Һай шилмалар ҡайҙа булғандар былар,әллә бынауында(балалар бесәй булып ҡысҡыралар)-ә юҡ бында бесәйҙәр икән(шыршы уратып килә)-Ҡайҙа булдылар һуң?әле генә ошонда ултыралар ине бит.Ә-һә таптым(балалар эт булып өрәләр)-Бәй бында эттәр икән(шыршыны уратып килә тоғон күтәреп алған)-эй бүләктәр бирәйем тигән инем,ҡасҡандар бит,ярай икенсе балаларға бирермен инде(балалар килеп сығалар)-һай шаянҡайҙар,минең м-н шаярған булалар,бына бүләктәремде бирмәйем дә ҡуйырмын әле.

 А. Б.  Ярай инде ҡыш бабай үпкәләмә,беҙҙең балалар шундай шаянҡайҙар шул.ә теләйһеңме шул шаянҡайҙарҙың әсәләрен күрергә?Әйҙәгеҙ әле балалар әсәйҙәрҙе саҡырып бергәләп йыр йырлап алайыҡ.

(йыр: В лесу родилась елочка)

Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу,ҡыш бабай менән хәшлашыу.

«Әкиәт» балалар баҡсаһы

Яңы йыл иртәлеге:                                    “Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта”

( «Йәйғор»  уртансылар төркөмө)

Төҙөүсе тәрбиәсе:Килмөхәмәтова Л.Ә.


Красноусол ауылы


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Физкультурный досуг для детей средней группы "День рождения Бабы Яги".

Физкультурные развлечения и праздники  проходят эмоциональнее, если на них присутствует сказочный герой.Баба Яга - один из самых любимых отрицательных  героев сказок. Но ведь она не всегда б...

В гости к Бабе Яге.

Досуг для младшего дошкольного возраста....

«Снежная баба» конспект интегрированного занятия в средней группе

учить детей передавать в рисунке особенности изображаемого предмета, используя нетрадиционные техники рисования. Учить делать отпечаток с синтипоновым  тампоном. Учить доводить предмет до нужного...

Конспект развлечения " В гостях у бабы Даши"

Конспект развлечения                                        ...

Програм Художественного образа Бабы-Яги и восприятия произведений изобразительного искусства.

Программное содержание: учить детей определять настроение и характер художественного образа Бабы-Яги и восприятия произведений изобразительного искусства; учить сравнивать изобразительное произведение...

Происхождение образа Бабы-Яги. Кто такая Баба-Яга?

Познакомить детей со сказочным образом Бабы-Яги....