сценарий к осеннему утреннику "Нисек балалар көҙһылыуҙы эҙләгән"
план-конспект занятия (средняя группа)
Сценарий к осеннему утреннику для детейсредней группы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
сценарий к осеннему утреннику | 28.43 КБ |
Предварительный просмотр:
Балалар нисек көҙһылыуҙы эҙләгәндәр»
Маҡсаттар.
- Балаларҙы тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү.
- Икмәккә, хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһон уятыу.
- Балаларҙың физик, музыкаль һәләтен үҫтереү.
Ҡатнашалар ; Алып барыусы.
Көҙһылыу.
Гном.
Болот.
Балалар:2-терпе,тейен,бәшмәктәр.
Балалар музыка аҫтында залға инеп,ярым туңәрәккә баҫып торалар.
Алып барыусы;
Алтын һибелгәндәй гүйә,
Һап-һары ерҙең өҫтө
Ағастарҙың да япрағы
Алтынға манған төҫлө
Һары япраҡтар ҡыштырлап
Һибеләләр туң ергә
Әйтегеһсе балалар
Был ниндәй-миҙгел.була.?
Балалар : Көҙ!!!
Алып барыусы: Әйе, дөрөҫ балалар.Көҙ иң матур миҙгелдәренеңбереһе.Сөнки ағастар ғәжәйеп ялғын төҫлө яналар, тәңкә-тәңкә япраҡтарҡойола, кешеләр баҡсаларҙан мул уңыш йыйып алалар.ҡаршы алайыҡ көҙһылыуҙы!
(музыка аҫтында бейеп көҙһылыу килеп инә)
Көҙһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Һаумыһығыҙ, балалар! Мин – уңыш, муллыҡ килтереүсе Көҙһылыу булам.һеҙгә ашығып килдем мин ,Һеҙҙе һағынып килдем мин,
Һеҙгә сәләм килтерәм
Йыраҡ-йыраҡ илдәрҙән.
Ә һеҙ балалар көҙ тураһында шиғырҙар беләһегеҙме?һөйләп ишеттерегеҙ әле!
( шиғырҙар көҙ тураһында)
Балалар башҡарыуында
йыр «Көҙ.килгән»
Көҙһылыу :Афарин балалар!
Ҡарағыҙ,бар тәбиғәт уҙгәргән
Тирә-яҡтағы йәшеллек
Ҡапыл ғына юҡ булған.
Балалар!ишетәһегеҙме беҙгә кемдер килә.(музыка ишетелә гном һепертке тотоп инә)
Ә-ә-ә был бит гном беҙгә килә.әйҙәгеҙ беҙ шаяртып,япраҡ аҫтында йәшенеп ултырайыҡ!
(балалар япраҡ тотоп ултыралар)
Гном: (аптырап) купме япраҡ ҡойолған,
Миңә эш өҫтәлгән!
Һеперткемде алам да мин ҡулыма,
Бер өйөр эшләп ҡуям!
(музыка ишетелә балалар туңәрәк яһап торалар,ҡулдары өҫтә)
(музыка ишетелә балалар урындарына барып ултыралар сүкәйеп)
Гном ; тик көҙгө әсе ел
Өйөп ҡуйған япраҡтарҙы
Бер өрөуҙә
Тирә яҡҡа осора.
Ел тырыша япраҡтар осоп бөтһөн тейеп
Ә.мин.һеперткемде алам да ҡулыма,
Бер өйөр эшләп ҡуям( түңәрәккә тағын өйөп ҡуя)
Гном: Япраҡтар таралмаҫ борон тотоп алырға кәрәк!
(балалар касып ултырғыстарға килеп ултыралар)
Уй,был бит япраҡтар осмаған,ә балалар,булған.да.һа.
Ҡыҙар һәм малайҙар булған.шаян һәм отҡорҙар ,минең менән шаярырға булдығыҙмы?һөйләгеҙ әле,көҙгө урманға ни өсөн килдегеҙ ?
(Балалар көҙ байрамына йыйылдыҡ әйтәләр)
Гном: Рәхим итегеҙ!
Көҙһылыу : сер итеп кенә әйтәм
Шиғырҙар мин яратам,
Йәгеҙ әле балалар,һөйләп ишеттерегеҙ миңә!
(Япраҡтар тураһында бер нисә бала шиғыр ятлай)
«япраҡтар менән бейеү»
(бейеп бөткәндән һуң йәшен йәшнәй)
Көҙһлыу; Балалар ишетәһегеҙме,кук күкрәй!
Тирә-яҡ ҡаранғы булып,ҡапыл уҙгәрҙе!
Байрамды боҙорға теләп
Көҙгө болот килә!
(музыка аҫтында болот килеп инә)
Болот :Мин көҙгө болот
Бәләкәй генәмен, әммә көслөмөн
Әгәр ҙә бик теләһәм
Һеҙҙе ямғырға күмәм
Болот музыка аҫтында балалар араһында йүгереп йөрөй, султанчик менән “ямғыр” һибә.
Минең ҡағиҙәләрҙе һеҙ беләһегеҙме?
Балалар: юҡ юҡ
Болот; Беренсеһе-минән һеҙ ҡурҡығыҙ!
Икенсеһе- бейемәгеҙ йырламағыҙ!
Алтын көҙҙө алып китәм, ә уның урынына һыуыҡ
Ямғырымды ҡалдырам!
Көҙһылыу; юҡ,юҡ,юҡ.беҙгә болотта, ямғыр ҙа кәрәкмәй.Һин миңе балалар эргәһендә ҡалдыр.Нимәгә уларға көҙгө байрамда ямғыр?
Болот: нисек инде нимәгә?
Алып барыусы: Балалар әйтегеҙ әле,күк йөҙөн болот ҡаплап,
Ямғыр яуһа, нимә беҙҙе ҡаплай?
Балалар; ҡулсатыр-зонтик
( бер нисә бала сығып ямғыр тураһында шиғыр ятлай)
Алып барыусы; ә хәҙер балалар зонтик менән уйын уйнап алайыҡ!ҙур түңәрәккә баҫығыҙ!
Көҙһылыу ; тағыла күк күкрәй!(музыка)
Йәгеҙ әле бәләкәй дуҫтарым ҡыуып ебәрәйек беҙ болотты!
Балалар : болот,болот һин юғал,балаларҙы ҡурҡытма!
Болот: ә-ә-ә һеҙ минең менән шулай ҡыланағыҙмы?улай булғас көҙһылыуҙы мин уҙем менән алып китәм!(уҙе менән алып сығып китә)
Алып барыусы ; ниндәй байрам инде ул көҙһылыуһыҙ?
Гном ; мин беләм нимә эшләргә,беҙ хәҙер көҙгө урман буйлап барайыҡ,ундағы йәнлектәрҙән һорашып,бергәләп көҙһылыуҙы эҙләрбеҙ!тылсымлы дудка ярҙам итер.Дудкала уйнап ебәрһәм беҙ урманда булырбыҙ!
(дудкала уйнай)
Гном ; бына беҙ урманда!тссс!ишетәһегеҙме?япраҡ ҡыштырлаған тауыш ишетелә.(ҡулдарына кәрзин тотоп терпеләр килеп инә)
Терпе тураһында ! шиғыр һөйләйҙәр
Гном: һеҙ шул хәтлем матур дәртле итеп шиғыр.һөйләнегеҙ.афарин.маладистар.
Балалар.әйҙәгеҙ.терпеләргә.бәшмәк.йыйып.бирәйек.беҙҙән.кустәнәс.булыр.мында.урманда.бәшмәктәр.куп.икән.
«Уйын.бәшмәк.йыйыу».
Гном:
Бына.һеҙгә.кустәнәстәр.
Әйтегеҙ әле.терпекәйҙәр, һеҙ көҙһылыуҙы күрмәнегеҙме?
Терпеләр; юҡ-юҡ, көҙһылыуҙы беҙ күрмәнек.ә хәҙергә ашығабыҙ,ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк.
Гном; рәхмәт һеҙгә терпеләр!беҙгә лә артабан китер кәрәк.Дудкала уйнап ебәреп,сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек!
(дудкала уйнай)
Гном; ҡарағыҙ әле! Баяғы ямғырҙан һуң бәшмәктәр уҫеп сыҡҡан!
Бәшмәктәр шиғыр ятлай
Беҙ тауҙа ла үҫәбеҙ
Һәм тау аҫтында ла,
Ҡайындар һәм шыршы төбөндә лә
Үләндәр араҫына ла ҡасабыҙ,
Тапһағыҙ беҙҙе,бик һөйөнәбеҙ
Возле леса на опушке,
Украшая темный бор,
Вырос пестрый, как петрушка,
Ядовитый мухомор
“Бәшмәктәр бейеүе”
Гном; ҙур рәхмәт һеҙгә бәшмәктәр! Бигерәк күңелле итеп бейенегеҙ!
Ә хәҙер әйтегеҙ әле, көҙһылыуҙы урманда осоратманығыҙмы ?
Бәшмәктәр; юҡ-юҡ,көҙһылыуҙы беҙ күрмәнек!ә хәҙергә ашығабыҙ,беҙгә китергә кәрәк
(Барып ултыралар)
Гном; урман дуҫтарымдың эше бик куп!ә беҙгә дуҫтарым ҡабаланыр кәрәк, көҙһылыуҙы байрамға алып килеп,көҙһылыуҙы күңелле йырҙар ,бейеүҙәр менән ҡаршы алыр кәрәк.
Алайым ҡулыма тылсымлы дудкамды
(Уйнап ебәрә)
Һәм беҙ урман яланын да.ҡарағыҙ әле,ҡарағыҙ!унда ағас башында тейен дуҫҡай күренә.
( тейен килеп инә)
Тейендәр; беҙ тейен-тейенкәйҙәр
Һикергеләп йөрөйбеҙ
Тубырсыҡтар йыйып
Бүләк итеп бирәбеҙ!
Гном;
Әй тейенкәй,матурҡай
Беҙ көҙһылыуҙы эҙләп
Урманға килеп еттек
Әйтсе беҙгә, күрмәнеңме көҙһылыуҙы.
Тейендәр; юҡ-юҡ, көҙһылыуҙы беҙ күрмәнек
Гном; бына ғәжәп! Көҙһылыуҙы күреүселәр юҡ был урманда.
Тейен дуҫҡайым,балалар арып китте.һинең менән күңелле итеп уйын уйнап алайыҡ.
Тубырсыҡ йый уйыны.
Гном; күңелле уйнап,ял итеп алдыҡ.Тейенкәйгә рәхмәт әйтәйек!
Ә көҙһылыуҙы нисек табырға һуң?
(уйланып торғандан һуң)
Уйлап,уйлап ҡаранымда,шундай фекергә килдем.әйҙәгеҙ болот,ямғыр тураһында йыр йырлайыҡ,бәлким болот ишетеп Көҙһылыуҙы байрамға алып килер.
Песня:«Дождик кап кап»
Алып барыусы: Ә хәҙер ҡарайыҡ болот беҙҙең йырҙы ишеттеме?
(музыка аҫтында болот, көҙһылыу килеп инә)
Болот; рәхмәт һеҙгә бәләкәс дуҫтарым!йырығыҙ күңелемә бик хуш килде.уйлап ҡарағыҙ болотһоҙ,ямғырһыҙ көҙ булмай бит.
Гном; Беҙҙең байрамға килгәс, һеҙ дуҫлашырға тейешһееҙ! Әйҙәгеҙ һеҙҙең дуҫлыҡ өсөн бергәләп бейеп алайыҡ дуҫтар!
«Күмәк йыр-бейеү.матур.бакса.»
Көҙһылыу ; балалар һеҙгә ҙур рәхмәт! Урман буйлап йөрөп мине эҙләп таптығыҙ.хәҙер тылсымлы һүҙҙәр әйтәм,( тылсым һүҙҙәрен әйтә) яулыҡты асып ҡарайыҡ, аҫтында нимә ята күрерһегеҙ!(яулыҡты асып ебәрә) Мин һеҙгә көҙгө муллыҡ, тәмле алмалар әҙерләнем. Ә хәҙер һау булығыҙ балалар!киләһе күрешкәнгә тиклем!
( болот менән көҙһылыу сығып китәләр)
Алып барыусы; Ә беҙ балалар менән төркөм бүлмәһенә ҡайтайыҡ. Хуш еҫле алмаларҙан ауыҙ итәйек! (музыка залынан сығалар)
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Сценарий праздника осени "Раз осеннею порой"
Осень немного капризное, но прекрасное время года. Ничто так не может вызывать улыбки на лицах маленьких детей, как сказочное представление . И пусть за масками героев волшебных историй угадываются ли...
Сценарий праздника осени в старшей группе. «Осенние подарки»
Сценарий праздника осени в старшей группе.«Осенние подарки»Действующие лица Взрослые:- Ведущий- Осень- Земляника- ЕжикДети:- Медведь- Ежик- Белочки- Мышата Атрибуты:- наряд осени, земляники,...
Сценарий Праздника осени для детей второй младшей группы "Колобок в осеннем лесу"
Сценарий праздника осени для детей второй младшей группы...
Сценарий Праздника осени для детей первой младшей группы "Осенние топотушки в гостях у Петрушки"
Сценарий праздника осени для детей первой младшей группы...
Сценарий праздника "Осень - чудная пора, любит осень детвора..." в старшей группе.
Приобщать детей к народным традициям, используя: народный календарь, устное народное творчество. Закреплять понятия о видах и жанрах устного народного творчества. Расширять и обогащать социально-нравс...
Сценарий развлечения «Осень, осень в гости просим!» Праздник осени в средней группе
Воспитывать любовь к природе, трудолюбие.Формировать самостоятельность, доброжелательность, коммуникабельность.Развивать творческое воображение, память, внимание, речь.Закреплять и расширять знания де...
Сценарий праздника осени: "Осень, осень к нам пришла"
Старшая группа...