Сценарий утренника на "День матери"
план-конспект занятия

Хасанова Айгуль Камиловна

На башкирском языке.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл stsenariy_na_den_mamy.docx22.09 КБ

Предварительный просмотр:

Сценарий: Әсәйҙәр байрамы  “Әсәкәйем – күҙ нурым”

Маҡсат:

  • балаларға әсәйҙәр көнө тураһында мәғлүмәт биреү, легендалар, шиғырҙар, йырҙар, мәҡәлдәр аша әсәйҙәр тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү,
  • балаларҙың телмәрен үҫтереү;  шиғырҙарҙы дөрөҫ интонация менән һөйләү, йырҙарҙы матур йырлау, бейеүҙәрҙе бейеү, инсценировкалау һәләттәрен үҫтереү,
  • әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итеү,
  • әсәләрҙә балалар менәнберлектә иртәлектә  ҡатнашыуға әүҙемлек уятыу.

Йыһыз:  слайд, балаларҙың һөйләүе буйынса видеояҙма, уйындарға, сценкаларға атрибуттар

Көй аҫтында балалар залға инәләр.

I алып барыусы:

  • Хәйерле көн, хөрмәтле  әсәйҙәр, ҡунаҡтар!  Бөгөн беҙ  һеҙҙең менән әсәйҙәр байрамына йыйылдыҡ.

Берҙән – берем, күҙ нурым, тип

Һәр  саҡ арҡаңдан һөйә.

Сирләгәндә  төн йоҡламай,

Зарыңды белә, көйә.

Кем һуң ул һинең өсөн?

Ул – һөйөклө әсәйем.

  • Әсәй ул – һәр кемдең иң ҡәҙерле, иң изге кешеһе. Бәпестең тәүге һүҙе лә “әсәй”.  Әсәй беҙгә ғүмер бүләк иткән. Әсәйгә мөхәббәт – тәбиғәттән. Был тойғо мәңгелек.
  • Ә хәҙер һүҙ балаларға:

Әсәй ул – һауа!

Әсәй ул – яҡтылыҡ!

Әсәй ул – бәхет!

Әсәй ул – йылылыҡ!

Әсәй ул – тыныслыҡ!

  • Мин әсәйемде яратам!

Йыр “Мин әсәйемде яратам”

Балалар ултырғыстарға ултыра.

II алып барыусы:

  • Әсәйҙәребеҙҙе йылына ике тапҡыр ҡотларға мөмкинселек бар. Әсәйҙәргә бағышлап бик күп йырҙар, әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙылған. Хәҙер  әсәйҙәренә арнап балаларыбыҙ һөйөү тулы шиғырҙарын ишеттерер.

Балалар шиғыр һөйләй.

1-се бала:        Иртән һөйөп уята,                                   Эсерә тәмле сәйен.

Баҡсаға ла оҙата

                Көләс йөҙлө әсәйем.

                Ҡаршы ала йылмайып,

Ашы, сәйе өҫтәлдә.

Өйҙө матурлап ҡуя

Ҙур ҡунаҡты көткәндәй.

2-се бала:        Әсәйҙәр берәү генә,

                Беләйек ҡәҙерҙәрен.

Һәр эштә ярҙамлашып,

Күрәйек күңелдәрен.

3-сө бала:        Бик матур минең ҡурсағым,

                Әсәйемә оҡшаған.

Шауламағыҙ, ныҡ баҫмағыҙ.

Ҡурсағым да, әсәйем дә,

Икеһе лә йоҡлаған.

4-се бала:         Әсәйем эштән ҡайтыуға

                Иҙәнде йыуып ҡуям.

                Ҡасан ҡайта инде, тиеп,

                Һағынып көтөп алам.

5-се бала:        Мин бәхетле, бик бәхетле,

                Әсәйем янда һәр саҡ.

                Һин булғанға ғына, әсәй,

                Көндәрем яҡты һәр саҡ.

I алып барыусы:

  • Беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан һаҡлап, яманлыҡтарҙан яҡлап, насар сирҙәрҙән ҡурсалап тороусы изгеләрҙән  изге зат – әсәйҙәр.

I алып барыусы:  (Ҡыҙҙар бейеүгә әҙерләнергә сыға)

  • Әсәләр тураһында күпме генә һөйләнһә лә, уларҙың күңел йылылығын, гүзәллеген, яғымлылығын әйтеп бөтөрөрлөк түгел.

II алып барыусы:

                Әсәйем, күҙ нурым,                         Әсәйем, алтыным,

Йылмая йөҙҙәрең.                         Һин бит иң яҡыным.

Йылытып йөрәкте                         Үҙеңә гел тарта

Нур һибә күҙҙәрең.                         Күңелең ялҡыны.

                                                

        I алып барыусы:

  • Ә  хәҙер ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү.

Ҡыҙҙар бейеүе.

I алып барыусы:

  • Әсәйҙәр һәр ваҡыт ниндәйҙер эш башҡаралар: тәмле ашын да бешерәләр, балаларын да ҡарайҙар, эшкә лә йөрөйҙәр.
  • Балалар, һеҙ әсәйҙәрегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

(Балаларҙың яуаптары).

  • Айголдон әсәһенә нисек ярҙам итеүен йырын тыңлап  белербеҙ.

Йыр “Әсәйгә ярҙам итәм”

II алып барыусы:

  • Ә малайҙарыбыҙ әсәйҙәренә нисек ярҙам итәләр икән?  Әйҙәгеҙ, малайҙарыбыҙҙан  әсәйҙәренә иртәнге аш әҙерләтәйек. Сөнки әсәйҙәр һәр ваҡыт иртәнсәк эшкә ҡабалана. Был уйынға … сығығыҙ. Тағы ла беҙҙең әсәйҙәребеҙ кәрәк була.

Уйын Собери крупу. Сортировать крупы,собрать крупы по тарелочкам.

I алып барыусы:

  • Балалар әсәйҙәргә арнап йыр ҙа йырланылар, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр, иртәнге аш та әҙерләнеләр, бейенеләр ҙә.

Видеопрезентация «Моя мама»

  • Игра “Теплые слова”
  • Ребята, у меня в руках сердце. Сердце – это символ любви. Кому по окончании музыки достанется оно, тот от всего сердца расскажет нам о своей маме. Дети стоят по кругу и под музыку передают друг другу сердце.

IВед: Ребята, а вы знаете, что бабушка –это тоже мама папина или мамина, поэтому мы в этот день поздравляем и наших дорогих бабушек.

Реб.:

Ходит наша бабушка,
Палочкой стуча
Говорю я бабушке:
— Вызови врача!
Выпьешь ты лекарства
Будешь ты здорова!
Если будет горько, —
Ну что же здесь такого?
Ты потерпишь чуточку,
А уедет врач,
Мы с тобой на улице
Поиграем в мяч!
Будем бегать, бабушка,
Прыгать высоко!
Ну что же тут такого?
Это так легко!
Говорит мне бабушка:
— Что мне доктора?
Я не заболела,
Просто я стара!
Просто очень старая,
Волосы седые.
Где-то потеряла я Годы молодые.
Где-то за далёкими
За лесами тёмными,
За горой высокою,
За водой глубокою.
Как туда добраться,
Людям неизвестно…
Говорю я бабушке:
— Вспомни это место!
Я туда поеду,
Поплыву, пойду!
Годы молодые
Я твои найду!

Песня: «Мама моей мамы» Веселинка

Ведущий Давайте вспомним, какие сказки рассказывают вам бабушки,

и насколько внимательно вы их слушаете. Объявляю конкурс «Узнай сказки»!

Конкурс «Узнай сказки».

1.
Жил-был у бабы с дедом Колобок. Лежал он как-то раз на окошке. А тут Мышка бежала, хвостиком махнула. Колобок упал и разбился. Прибежали семеро козлят и всё съели, а крошки оставили. Побежали они домой, а крошки рассыпали по дорожке. Прилетели Гуси-лебеди, стали крошки клевать, да из лужи запивать. Тут Кот ученый им и говорит: «Не пейте, а то козлятами станете!»
(6 сказок: «Колобок», «Курочка Ряба», «Волк и семеро козлят», «Гензель и Гретель», «Гуси-лебеди», «Сестрица Алёнушка и братец Иванушка»)


2.
Жили-были три медведя. И была у них избушка лубяная, а еще была ледяная. Вот бежали мимо Мышка-норушка и Лягушка-квакушка, увидали избушки и говорят: «Избушка, избушка, повернись к лесу задом, а к нам передом!». Стоит избушка, не двигается. Решили они войти, подошли к двери, потянули за ручку. Тянут-потянут, а вытянуть не могут. Видно, лежит там Спящая красавица и ждет, когда Емеля ее поцелует.
(7 сказок: «Три медведя», «Заюшкина избушка», «Теремок», «Баба Яга», «Репка», «Спящая красавица», «По щучьему веленью»)

I алып барыусы:

  • Әсәйҙәр тураһында бик күп мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Балалар, әсәйҙәр тураһында ниндәй  мәҡәлдәр беләһегеҙ?  Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр ҙә ярҙам итһен.

Ҡояш – яҡтылыҡ, әсәй – бәхетлек.

Әсәйгә бөтә балалар ҙа бер.

Әсә йөрәге ҡояштан да нығыраҡ йылыта.

Ҡош яҙға ҡыуана, бәпес – әсәйгә.

Һәр әсәгә үҙ балаһы яҡын.

Әсәйҙән дә яҡын иптәш юҡ.

  • Рәхмәт, балалар! Бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ.  

I алып барыусы:

  • Бөгөн балалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, әсәйҙәргә шиғырҙар ҙа бағышланылар.

Ә хәҙер ҡәҙерле әсәйҙәр һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк. Рәхмәт. Балалар, йырға тороғоҙ.

Йыр “Һәр ваҡыт булһын ҡояш”  

 II алып барыусы:  - Ҡәҙерле әсәйҙәр, ҡунаҡтар! Һеҙҙе тағы ла байрам менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләрегеҙгә именлек, күңелдәрегеҙҙең тыныс булыуын теләйбеҙ! Һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий утренника на День матери.

Цель:  создание праздничной атмосферы.Задачи:  Воспитывать желание радовать близких стихами, песнями, танцами. Воспитывать любовь и уважение к взрослым (маме, бабушке)....

Сценарий утренника на день матери для детей средней группы детского сада «Дюдюка и мамин день»

Этот  простой и лаконичный сценарий, будет интересен музыкальным руководителям   приподготовки "дня матери" или "дня Восьмого марта" с детьми средней группы....

Сценарий утренника на "День матери" в средней группе

Цель:• Воспитание коммуникативных, социально-нравственных качеств у детей.• Установление дружеских отношений между родителями и детьми группы, развитие творческого сотрудничества.• Созд...

Сценарий утренника на День Матери "Первое слово"

первое слово, которое произносит человек – это слово МАМА. И сегодня мы хотим поздравить наших мам с прекрасным праздником – Днем Матери! Пусть уходят печали и сбываются мечты, пусть люди ...

Сценарий утренника на день матери в подготовительной группе.

Сценарий УТРЕННИКА на день матери в подготовительной группе. Цель и задачи :развитие игровой и творческой деятельности детей. Формирование гендерной, семейной принадлежности, Закрепить и обогатить з...

Сценарий утренника на день матери "Цветок жизни"

Цели: формирование и развитие художественной культуры личности на основе высших гуманистических ценностей, отношения человечества к материнству средствами литературы и искусства; вовлечение ...