Ғәилә байрамдары.
материал (старшая группа)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
gail_bayramy.docx | 345.23 КБ |
Предварительный просмотр:
“Беҙҙең йорт – мөхәббәт майҙансығы”
(“Наш дом – территория любви”)
ғаилә байрамының сценарийы
Ҙал биҙәлгән. Конкурсант ғаиләләр өсөн өҫтәлдәр, ултырғыстыр, конкурстар өсөн атрибуттар. Стенала “Минең ғаиләм” плакаттары эленгән. Музыкаға балалар инә.
“Полька” бейеүе.
“Мин үҙемде яратам” йыры
А.Б. Байрамдар кәрәк атайға!
Байрамдар кәрәк әсәйгә!
Олатай менән өләсәйгә!
Байрамдар бик күп,
Ә шулай ҙа, шулай ҙа –
Иң-иң шәп байрам – бала саҡ!
Ул мәңге иҫтә ҡаласаҡ!
Бына беҙҙең кескәйҙәр ҙә һеҙҙең алда сығыш яһап үҙҙәренең бәхетле бала сағы тураһында әйтмәксе булдылар. Тағы ла бер ҡат ҡул сабып алайыҡ уларға.
- Хәйерле көн, хөрмәтле ата-әсәләр, олпат олатай-өләсәйҙәребеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам – Ғаилә байрамы! Ғаилә. Ябай ғына һүҙ.. Күпме шатлыҡ, ни ҡәҙәр тантана был һүҙҙә. Бала һәм ғаилә. Был ике һүҙ тығыҙ бәйләнгән. Татыу ғаилә – ил терәге тейгән боронғолар. Ғаилә татыу булһа – сабыйҙар ҙа бәхетле була. Беҙҙең бөгөнгө геройҙарыбыҙ ҙа, нәҡ шундай татыу, берҙәм һәм матур ғаиләләр! Беҙ был кисәбеҙҙә “татыу ғаилә” төшөнсәһен асыҡларбыҙ һәм күңелле ял итәрбеҙ.
- Ә хәҙер алҡыштар менән ғаиләләребеҙҙе үҙ урындарын алырға саҡырабыҙ! (бер-бер артлы: Дәүләткилдиндар, Ғәлиевтар, Маликовтар, Насыровтар, Вәлиевтар, Мөхәмәтшиндар. Инәләр, үҙ өҫтәлдәре артына ултыралар)
- Мин бәхетле ғаиләм менән
Йәшәйем атай-әсәйем менән!
Татыулыҡ – ғаиләбеҙ нигеҙе,
Олатай-өләсәй – иң ҡәҙерле кеше!
Мин бәхетле ғаиләм менән,
Йәшәйем туғандарым менән!
Нәҫелебеҙ дауамсыһы – мин, беләм,
Ғорурланам ғаиләм менән, - тип өндәшәләр бөгөн беҙҙең береһенән-береһе матур һәм татыу үрнәкле ғаилә-командаларыбыҙ! Уларға көслө алҡыштар бүләк итеп уңыштар теләйек!
Конкурс-бәйгеләргә күскәнсе мин һеҙҙе жюри ағзалары менән таныштырып үткем килә:
Жюри рәйесе, 308се балалар баҡсаһы мөдире Мусабирова Фәйрүҙә Рәис ҡыҙы, шулай уҡ жюрила өлкән тәрбиәсе Ишбаева Гөлсинә Азат ҡыҙы, тәрбиәсе ---------------------------------
- Конкурстарға күсәбеҙ.
Беренсе конкурс-разминка “Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә” тип атала. Мин мәҡәлдең башын әйтәм, ә һеҙ дауам итәһегеҙ. Мәҡәлдәр, әлбиттә, ғаилә, ғаилә ағзалары, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында. Һәр ғаиләгә – бер мәҡәл. Дауамын уйлап тапҡас та – табличканы күтәрергә кәрәк.
- Атай йорто - …. – алтын бишек.
- Аталы бала - ….. арҡалы бала.
- Әсә һөтө менән инмәгән, ….. тана һөтө менән инмәҫ.
- Алма ағасынан….. алыҫ төшмәҫ. (яблоко от яблони недалеко падает).
- Әсә күңеле балала, ….. бала күңеле - далала Әсәһеҙ ғаилә - ….. һүнгән усаҡ
- Атай-әсәйҙе тыңлаған – әҙәм булған, тыңламаған - ….. әрәм булған.
- Әсәһеҙ ғаилә - …. Һүнгән усаҡ.
Афарин. Икенсе конкурсҡа күсәбеҙ. “Ребустарҙы сис” Экранда тәҡдим ителгән ребустарҙың яуабын әйтергә кәрәк.
- атай (папа)
- Ә әсәй (мама)
- , , ,, ,,
- апай (сестра)
- , ,,,
- ағай (брат)
- ,, , ,
- бала (ребенок)
- Л=C ,,
- 6 ҡусты (братишка)
Афарин. Бөтәгеҙ ҙә етеҙ, иғтибарлы. Хәҙер һеҙҙең егәрлекте лә тикшереп ҡарайыҡ. Өсөнсө конкурс “Байрамға әҙерләнгәндә” тип атала. Был бәйге ваҡытҡа (на время). Әсә кеше табын әҙерләй, атай шар өрә (ҡабарта), ә балалар элгестән һайлап костюмын кейә. Ҡайһы ғаилә тиҙерәк була – шул еңеүсе. (музыка)
- Афариндар. Алдағы конкурс “Балалар ауыҙынан” тип атала (“Устами младенцев”). Экранда күрһәтелгән видео-аңлатма буйынса, балаларҙың ниндәй төшөнсәне аңлатыуы тураһында әйтеп бирергә тейеш булырһығыҙ. (видео-таҫмалар)
- Булдырҙығыҙ. Алдағы конкурс шулай уҡ бик ҡыҙыҡлы. “Хәрәкәтте ҡабатла” тип атала ул. Беҙ һеҙгә схематик рәүештә кешенең төрлө хәрәкәттәрен төшөрҙек. Күрһәткән хәрәкәтте ғаиләнең бөтә ағзалары ла тап һүрәттәгесә күрһәтергә тейеш. Ҡайһы ғаилә күберәк тура килтерә – шул был конкурста еңеүсе була. ( һуңынан роботтың хәрәкәттәрен тамашасы-балаларҙы ла залға сығарып музыка аҫтына ҡабатлап күрһәтергә мөмкин. Был ваҡытта конкурсант балалар алдағы конкурсҡа кейенергә сығып китә)
Алдағы конкурсҡа әҙерлек барғансы тамашасылар менән уйын. Йомаҡтар әйтеү.
- Без чего на белом свете
Взрослым не прожить и детям?
Кто поддержит вас, друзья?
Ваша дружная … ответы детей: семья!
2.Кто милее всех на свете?
Кого любят очень дети?
На вопрос отвечу прямо:
— Всех милее наша … ответы детей: мама!
3. Он научит гвоздик вбить,
Даст машину поводить
И подскажет, как быть смелым,
Сильным, ловким и умелым?
Все вы знаете, ребята, —
Это наш любимый … ответы детей: папа!
4. Кто любить не устает,
Для всей семьи пирог печет
И вкусные оладушки?
Это наша … ответы детей: бабушка!
5. Он — мужчина, и он сед,
Папе — папа, мне он … ответы детей: дед!
6. Кто любит и меня, и братца,
Но больше любит наряжаться? —
Очень модная девчонка —
Моя любимая … ответы детей: сестренка!
7. Я у мамы не один,
У неё ещё есть сын,
Рядом с ним я маловат,
Для меня он — старший … ответы детей: брат!
8. Мамы старшая сестра —
С виду вовсе не стара,
С улыбкой спросит: «Как живете?»
Кто в гости к нам приехал? … ответы детей: тетя!
9. Кто же с маминой сестрой
Приезжает к нам порой?
На меня с улыбкой глядя,
«Здравствуй! » — говорит мне … ответы детей: дядя!
- Афарин, балалар! Беҙҙе тағы ла бер үҙенсәлекле конкурс көтә. Ул “Үҙ балаңды таныйһыңмы?” тип атала. Хәҙер конкурсант ғаиләләрҙең иң йәш әғҙалары инеп бейерҙәр, ә атай-әсәйҙәрҙең маҡсаты – уларҙы танырға. Кем үҙ кескәйен таный – әлбиттә, ул еңеүсе була.
- -(балалар инәләр музыка аҫтына һәм бейейҙәр)
- Афарин, балалар. Рәхмәт. Беҙ ата-әсәләрҙе тикшереүҙе дауам итәбеҙ – алдағы конкурс “Сабыйымдың һүрәте” тип атала. Мольбертта балаларҙың ғаиләләрен төшөргән һүрәттәре, һеҙ шулар араһынан үҙ улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың һүрәтен табырға тейеш.
- Афарин. Алдағы һәм һуңғы бәйгебеҙ ижади. Ул “Ғаиләбеҙҙең гербы” тип атала. Өҫтәлдәрҙә ге төҫлө ҡағыҙ, ҡәләмдәр, буяуҙар ярҙамында тиҙ арала ғаиләгеҙҙең гербын эшләүегеҙ һорала. Ә беҙ ул арала ғаиләләргә бирелгән өй эштәрен – презентациялар ҡарап үтербеҙ, ә жюри үҙ баһаһын ҡуйыр.
- Афарин. Эштәрегеҙ өсөн рәхмәт. Конкурстарыбыҙ ошоноң менән тамам.
- Ә хәҙер һүҙҙе жюриға бирәйек! (Ф.Раисовнаның сығышы, грамоталар тапшырыу)
Доньяла йәшәү рәхәт,
Туғандар бергә булһа!
Ғаилә усағы һәр ваҡыт
Беҙҙе йылытып торһа.
Тормош еңел бергәләшеп
Татыу торғанда!
Эргәмдә атай менән
Әсәйем булғанда!
-Ә хәҙер командаларҙы һәм балаларҙы бергәләшеп “Татыу ғаилә” йырын башҡарырға саҡырабыҙ!
- Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рөхмәт! Ә хәҙер бөтәгеҙҙе лә сәй табынына, төркөмөбеҙгә саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Презентация "Башкирские народные праздники" (байрамдар, йолалар)
материал для воспитателей и родителей по изучению традиций башкирского народа...
Фольклор байрамдары.
Башҡорт халыҡ фольклор байрамы. Темаһы : "Ҡымыҙ йәйләүендә"Маҡсат: Балаларҙы башҡорт халыҡ ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү. Ҡымыҙҙың нисек эшләнәүе менән таныштырыу. Балаларҙың телмәрен ...
Башҡорт халыҡ йола байрамдары!
Балаларҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу...