Сценарий на 8 марта
материал (средняя группа)

Хуснутдинова Эльзида Рафаэловна

Утренник на 8 марта для средней группы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Мамин праздник18.59 КБ

Предварительный просмотр:

 Яҙһылыу менән әсәйҙәр байрамы

Музыка аҫтында балалар залға инәләр, көй аҫтында парлашып бейейҙәр һәм ярым түңәрәккә баҫалар.

Алып барыусы: Балалар, ни өсөн бөгөн күбеһенең ҡулында сәскәләр?

Барыһы: Сөнки әсәйҙәр байрамы!

А.б: ни өсөн баш осонда ҡояш йылмая?

Барыһы: Сөнки әсәйҙәр байрамы!

А.б:ни өсөн бөгөн тәмле күмәс еҫе сыға?

Барыһы Сөнки әсәйҙәр байрамы!

А.б: Яҡты көн, яҙғы көн, шатланып тама тамсы! Ҡыуанышып яҙҙы ҡаршылайбыҙ, әсәйҙәр байрамын башлайбыҙ....

Балалар шиғыры 2

А.б.: Хәйрле иртә, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Бына көтөп алған яҙ ҙа килеп етте. Ҡатын ҡыҙҙар байрамы һигеҙенсе март та килеп етеп килә. Был барлыҡ изге, яғымлы, хәстәрлекле һәм иң матур ҡатын ҡыҙҙар байрамы. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ. Һеҙгә яҙғы кәйеф, йылы ҡояш нурҙары, шатлыҡ, бәхет теләйбеҙ.

Йыр ,,Әсәкәйем, әсәйем,,(балалар ултыралар)

Көй ишетелә, Яҙһылыу инә.

Яҙ: Һаумыһығыҙ балалар, хәйерле иртә, ҡунаҡтар. Бына мин дә килеп еттем, йылы аҙымдар менән атлап үттем ерҙәрҙән, алып килдем мин ҡояштың, яҙҙың тәүге сәләмен.

Балалар:Һаумы Яҙһылыу.!

А.б: Әйҙә түрҙән уҙ Яҙһылыу. Беҙ һине һағынып көттөк.

Яҙ: Һеҙҙең матур йырҙарығыҙҙы ишетеп уяндым әле мин дә. Залда шундай күңелле, яҡты. Байрам менән барығыҙҙы ла

Ҡотлайым һеҙҙе әсәйҙәр

Көләс йөҙлө өләсәйҙәр

Эштә уңған апайҙар

Һигеҙенсе март менән!

Яҙ: Ҡәҙерле әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр, беҙ һеҙгә балалар менән үҙебеҙҙең  бүләгебеҙҙе тапшырабыҙ. Бына ул! (Кәнфит ағасына күрһәтә). Был ағасты балалар бер, ике ай ғына үҫтермәне. Улар Һәр ваҡыт ағасҡа яҡшы, яғымлы һүҙҙәр генә әйтеп торҙолар. Бына яҙ еткәс унда бөрөләр япраҡ ярҙы, әсәйҙәр, өләсәйҙәр өсөн кәнфиттәр үҫеп сыҡты.

Аб: Моғайын был бүләк әсәйҙәргә оҡшар. Был ағастың кәнфиттәре ябай түгелдер ул? Бәлки унда мармелад?

Балалар:ЮЮЮҡ

Аб: бәлки унда шоколад?

Б-р: юҡ

Аб: унда сәтләүек йәки хәлүә?

Б-р:юҡ

А.б: әллә инде белмәйем. Сер итеп кенә әйтегеҙ әле, нимә йәшенгән кәнфиттәрҙә?(балалар бармаҡтарын ауыҙҙарына килтереп тссс, бер береһенә ҡарап)  

Яҙ: Беҙ кәнфиттәрҙе асып ҡарамайынса белеп булмас. Ағас янына барып ,,Ҡыҙыл кәнфитте ағастан алам, Эсендә нимә ятҡанын беләм.(кәнфитте ала)  Бында беҙҙең әсәйҙәргә ҡотлауҙар...

Яҙ: Әсәйҙәрҙе ҡотларға тип үҙем менән ҡояш нурҙарын да алып килдем. Йәгеҙ әле ҡыҙҙар..

Бейеү,,Ҡояш нурҙары,,

Яҙ: Һеҙҙең янға иртән иртүк кем янығыҙға килә? Әсәй!

Кем үбеп ала? Әсәй!

Кем бала көлөүөн ярата?Әсәй!

Кем донъяла иң һәйбәте?Әсәй!

  • Йәгеҙ әле икенсе кәнфитте өҙәйем. Йәшел кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм...

Әсәйҙәргә шиғыр бүләк

Әсөйемде бик яратам,

                   Эшкә китһә һағынам.

                   Китмәһен тип тағы ла,

                   Ҡайтһа, уға һыйынам.     Мадина

                   Әсәй өйҙә булған саҡта

                   Бөтәбеҙгә күңелле-

                   Яҡты нурлы, йылы ҡояш

                   Көлөп торған шикелле.      Йәмилә

                  Өләсәйҙәр йылмайғас

                  Өй эсе йәмлерәк.

                  Өләсәй бешергән

                  Аштар ҙа тәмлерәк.      Айлина

                     Әсәйҙәр бер генә-

                     Ҡәҙерен беләйек.

                     Йөрәктәр йылыһын.

                     Уларға бирәйек.           Самира

                    Әсәйем ҡәҙерлем

                    Һин минең бер генәм.

                    Ал нурлы ҡояшым.

                    Наҙланған ел генәм     Эмиль

                     Әсәйем йөҙөләй,

                     Нурланып таң ата

                     Был ерҙә һәр бала

                     Әсәһен ярата.       Ю Айлин

                  Әсәкәйем, берҙән-берем,

                  Мин һине ныҡ яратам.

                  Һинең матур күҙҙәреңде

                  Гел-сәскәгә оҡшатам       Айлина

А.Б.Балалар, бер  Йомағымды сисегеҙ әле

Һеҙҙе кем балалар баҡсаһына оҙата? Кем тәмле итеп ҡоймаҡ бешерә? Кемде атай-әсәйҙәр хөрмәт итә? кемгә бар ерҙә лә почет була?

Балалар:Өләсәй

А.Б. :Дөрөҫ! Һеҙҙең өләсәйҙәрегеҙ!Уларҙы барыһы ла ярата! Өләсәйҙәргә лә сәләмдәребеҙҙе еткерәйек.

Яҙ: Һары  кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм...Йәгеҙ әле кем һары кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Йыр ,,Бабушка моя,,

Яҙ: Ҙәңгәр кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм...Йәгеҙ әле кем ҙәңгәр кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Өләсәйгә шиғырҙар

Яҙ: Аҡ кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм...Йәгеҙ әле кем аҡ кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Яҙ: Бында беҙҙең малайҙарҙың, буласаҡ ил һаҡсылығының бүләге.

ЙЫР,,Любизники, любизар,,

А.Б. Бөгөн Ҡатын ҡыҙҙар байрамы, тимәк малайҙар ҡыҙҙарға ярҙам итергә тейеш. Хәҙер инде беҙҙең малайҙар күрһәтә инде, ниндәй улар ухажерҙар.

Уйын: Ухажеры..

Альяпҡыс, шляпа, очки солнцезащитные, сәскә гөлләмәһе. Бер яҡҡа ҡыҙҙар, икенсе яҡҡа малайҙар. Малайҙар ҡыҙҙарҙы кейендерә. Иң һуңғы сәскә биреп ҡуя. Кем тиҙерәк бөтә, шул еңә

А.Б.: Афариндар, күренеп тора беҙҙең малайҙар ысын ухажерҙар. Буласаҡ ҡатын ҡыҙ йөрәген яулаусылар. Әйҙәгеҙ ҡыҙҙарҙы ла беләйек. Ниндәй хужабикәләр үҫә?

Уйын ,,Хужабикәләр,,

Ике өҫтәлгә борщ ашы өсөн аҙыҡ түлек һалына:банан, апельсин. Ҡыҙҙар дөрөҫ аҙыҡ һайлап алалар.

А.Б.: ҡыҙҙар ҙа беҙҙең ысын хужабикәләр икән. Беҙҙең бында бары тик дама һәм кавалерҙар йыйылған икән.

Яҙ: Байрамды дауам итәйек. Ҡалған кәнфиттәрҙе ҡарайыҡ. Алтын кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә ятҡанын беләм...Йәгеҙ әле кем алтын кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Яҙ.: Беҙҙең балалар бик талантлылар! Һәм беҙҙе бөгөн үҙҙәренең кулинарһәләттәре менән ғәжәпләндерәсәк.

Бала:Мы сегодня рано встали

И пока мамуля спит

Кашу ей сварить решили

Чтоб немного удивить!

Бейеү..Ашнаҡсылар,,

Яҙ: Байрамды дауам итәйек. Ҡалған кәнфиттәрҙе ҡарайыҡ. Алһыу кәнфитте ағастан алам, эсендә нимә икәнен беләм...Йәгеҙ әле кем алһыу кәнфитте алып бирә?(..ҡыҙ өҙә, яҙға бирә)

Йыр ,,Мама наше солнышко,,

Балалар бергә: Әсәй – ул һауа(ҡулдар өҫкә)

Әсәй – ул яҡтылыҡ(ҡулдарҙы өҫкә күтәреп фонарик күрһәтеү)

Әсәй – ул бәхет(ҡулдар күкрәккә)

Әсәйҙән яҡшырағы юҡ алға эйелеп баштар менән юҡ-юҡ тип һелкейбеҙ)

Әсәй- ул әкиәт(ҙур бармаҡ менән өҫкә)

Әсәй- ул йылмайыу(көлөү,йылмайыу)

Әсәй ул – иркәлә(баштарын һыйпау)

Әсәй барыһын да ярата?воздушный поцелуй шлем)

4 бала алға сығып йөрәккә яҙылған һүҙҙәрҙе теҙә

ӘСӘЙ МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ

ЯҘ: Беҙҙең тылсымлы ағастың кәнфиттәре лә бөттө. Рәхмәт балалар, һеҙҙең менән күңелле булды. Байрам менән!Һау булығыҙ!

А.б.: Бына инде беҙҙең шатлыҡлы байрамдың һуңы ла етте. Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, һеҙҙе тағын да байрам менән ҡотлайбыҙ, бәхет, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.

                 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарии 8 марта для дошкольников 8 марта в ДОУ.

Праздник отмечается в заранее украшенной комнате, где приготовлены сидячие места для бабушек и мам. Включается музыка, на небольшую сцену выходят 3 танцевальные пары, танцуют. Затем выходят остальные ...

Сценарий 8 марта для старшего дошкольного возраста. «8 МАРТА - праздник мам!»

Автор разработки. Жданова Евгения Игоревна, музыкальный                руководитель, 1 квалификационная категория.Место работ...

Сценарий 8 марта «Инопланетяне на 8 Марта» для детей младшего дошкольного возраста

Сценарий 8 марта для детей младшего дошкольного возраста...

Методическая разработка: Сценарий 8 марта для детей средней группы "Котенок Гав и 8 марта"

Сценарий праздника "Котенок Гав и 8 марта" Дети входят в зал под музыку кошачьего хора, демонстрируя свои ушки и хвосты и садятся на свои места1.«Показ мод по-кошачьи»(элект...