Сценарий сказки "Йәтәс исемле әтәс менән ике иптәш".
план-конспект занятия (средняя группа) на тему

Ахмедьянова Гульнара Наиловна

Сценарий сказки "Йәтәс исемле әтәс менән ике иптәш".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл skazka.docx17.29 КБ

Предварительный просмотр:

 Йәтәс исемле әтәс менән ике иптәш.

 Украин халыҡ әкиәте.

Тәржемә башҡортсаға яһаны: Әхмәтйәнова Г.Н.

Борон –борон замандамы,

Әллә хәҙерге ваҡыттамы,

Йәшәгән ти, бер әтәс

“Йәтәс” исемле әтәс.

Уның менән бер йәнәш

Йәшәгән ике иптәш.

Ике сысҡан, ике шуҡ

Береһе –Һикерәк,

Икенсеһе- Югерәк.

Шуға күрә исемдәре

Һикерәк менән Югерәк.

Эй, яратҡандар икән улар

Һикереп, югереп уйнарға.

Иртәнән кискә хәтле

Күңелдәре булған дәртле.

Шулай йәшәп ятҡанда,

Әтәс сыҡҡан урамға.

Ҡарап алған йән яҡҡа,

Һөрән һалған бар яҡҡа.

  • “Ки-ки-ри-күк, Ки-ки-ри-күк

Һаумы, Ҡояш, һаумы, Күк!”-

Һикреп төштө ситәндән,

Тапты бойҙай сиҙәмдән

Бойҙай бары бер бөртөк,

Ашай күрмә һин бер үк.

  • “Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк!

Кил, Һикрәк,

Кил, Югрәк

Таптым бойҙай бер бөртөк!”

Ике иптәш торҙо йәнәш,

Бирәләр әтәскә кәңәш.

  • “Бер бөртөк берәү генә,

Бүлеп булмай уны өскә.”

“Һин таптың, һин үҫтер

Үҫһә бүлешергә етер.-“

Әтәс  бөртөгөн ала

Ҡара ергә ул һала.

Һыу ҡоя һәм үҫтерә.

Башаҡ үҫә ҙур булып,

Әтәс ҡысҡыра ҡыуанып.

“-Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк!

Башаҡ үҫте ҙур булып!”

Һикрәк, Югерәк килделәр,

Аҡыл бирәләр бер үк

  • “Башаҡты тирмә аша

Үткәр әле, тәү башта.”

“Он эшлә, уны илә

Ҡамыр баҫ һин- бәлешкә.”

Һикрек, Югрек тағы ла

Күҙҙән китеп юғала.

Әтәс тирмәнен таба,

Башаҡты үткәрә һала.

Он итә, уны иләй,

Уҙе былай итеп көйләй:

“Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк

Бәлеш бешерәм бер-үк.

Эх, матур, тәмле еҫле

Бәлеш беште шикелле...”

Югрәк хәҙер югермәй,

Һикрәк хәҙер һикермәй.

Улар  ишетеп ҡалдылар

Йәһәт килеп баҫтылар:

  • “Ҡайҙа бәлеш?”
  • “Миңә өлөш!”
  • “Әйҙә, беҙең менән бүлеш”.

Тиеп улар яу һала.

Йәтәс аптырауға ҡала.

Иҫенә килгәс был әтәс,

Яуап бирә уларға:

  • “Бойҙайҙы тапты әтәс,

Тирмән тарттырҙы Йәтәс,

Ә ҡамырҙы мин баҫтым

Бешерҙе бәлеште мейес.

Шулай буғас был бәлеш

Кемгә булырға тейеш?”

Ике сысҡан баш эйә,

Улар ояла белә.

  • “Ғәфү ит, беҙҙе әтәс.-“

Тип инәлә береһе.

  • “Ғәфү ит, беҙҙе Йәтәс,-“

Ти икән икенсеһе.

Һәм әтәс ғәфү итә,

Бәлештән өлөш бирә.

2017 февраль.

Әкиәт сценариһенә яҙылған афиша.           

                                                        Уҡығыҙ, уҡығыҙ,

                                                       Уҡымайса  китмәгеҙ.

Уҡып, уҡып, уҡып та

- ҡарамайса ҡайтмағыҙ!

Әкиәтте,  әкиәтте,

Әкиәтте ҡарағыҙ.

Украин халыҡ әкиәте

“Әтәс менән ике сысҡан”.

Әтәс менән ике сысҡан

Хас хәҙергә тормоштан.

“Ҡарлуғас” баҡсаһында

Бәләкәстәр төркөмө

Йәш Әртистәр сығыш яһай

Йыл  примьераһы  итеп тә.

Хахол   халыҡ әкиәте

Саф башҡортса  яңғырай .

Ҡайҙа күргәнегеҙ бар һеҙҙең

Ике йәшлек әртисте?

Кейенеү, биҙәнеүе

Ары торһон голливуд.

Музыкаль  яҡтан биҙәне

Ишмурат ҡыҙы Нәркәс.

Кейем, рәссам, сценарист,

Тәржемәсе, ҡуйыусы

һәм дә алып барыусы

Наил ҡыҙы Гөлнара.

Шулай булғас күҙ һалмай

 Ҡарамай   ҡайтып ҡара.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий сказки "Золотая бита" по мотивам казахской народной сказки "Алтын сака".

Разработка дяна для постанивки сказки детьми старшего возраста. Можно использовать на празднике "Наурыз"....

Сценарий сказки по мотивам русской народной сказки "Заюшкина избушка"

Постановка сказки "Заюшкина избушка" со старшей группой детского сада по мотивам русской народной сказки...

«Мама» Сценарий сказки ко дню матери по одноименной сказке «Мама»( ноябрь)

«Мама»Сценарий сказки ко дню матери по одноименной сказке «Мама». ( ноябрь) РОЛИ ИСПОЛНЯЮТ:Коза, Медведица, Волчиха, Белка, Попугай - взрослые.5 козлят, медвежонок, бельчонок, волчонок — детиВ ц...

Сценарий сказки-инсценировки «Репка» (старая сказка на новый лад)

Сценарий сказки-инсценировки «Репка» (старая сказка на новый лад) с  детьми группы компенсирующей направленности «Почемучки»Действующие лица: хоровод:  Репка,  Дед,  Бабка, Жучка,...

Сценарий сказки «Под грибом» (по мотивам сказки В.Сутеева Под грибком ). для театрализованного представления детьми старшего дошкольного возраста.

Развивать исполнительские способности детей: умение изменять голос, мимику, изображать героев знакомой сказки. ...

Сценарий сказки «О глупом мышонке» (по мотивам сказки С.Я.Маршака )

Это переработанный  и дополненный материал для постановки сказки с детьми 4-5 лет....