Ватанды һаҡлаусылар көнө
статья (подготовительная группа) на тему

Мурзабаева Гульфия Валеевна

Ватанды һаҡлаусылар көнө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Ватанды һаҡлаусылар көнө20.45 КБ

Предварительный просмотр:

Алып барыусы: Хәйерле көн, олатайҙар, атайҙар, ағайҙар, малайҙар! Хөрмәтле ир – егеттәр, һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә Ир – егеткә - ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы барлыҡ ир – егеттәр, Һеҙгә, эшегеҙҙә һәм уҡыуығыҙҙа ҙур уңышлыҡтар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ил тыныслығы теләйбеҙ.

Бөгөн беҙҙең баҡсабыҙҙа

Шундай рәхәт, күңелле.

Сөнки ҡунаҡ булып беҙгә

Атайҙарыбыҙ килде.

Хөрмәтле, атайҙар,олатайҙар! Һеҙҙе ҡотларға һүҙҙе балаларға бирәйек .

Музыкаға - Балалар инә.

   1 – бала. Иң акыллы, иң уңғандар

Бар эшкә лә булғандар

Бына шундай атайҙар.

Бергә:. Бына шундай атайҙар.

   2-се бала. Ярый әле һеҙ бар ерҙә

Беҙҙең иң ныҡлы терәк

Бәхетебеҙ тулы булһын

Һеҙ беҙгә шундай кәрәк.

    3-сө бала. Һеҙҙең йөрөгән юлдарығыҙ

Йәшел уттараҙн торһон.

Һуғыш, ҡан ҡойоу булмаһын

Атайҙар иҫән булһын.

Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр “    Атайым            ”

Шиғырҙар


1. АТАЙҘАР БАЙРАМЫ
Февралдең егерме өсөндә
Ҙур байрам була!
Ул көндө төркөмөбөҙгә
Ҡунаҡтар тула.
Атайҙар менән малайҙар
Ярышҡа сыға.
“Күңелле старт”та маңлайҙан,
Оһ, тирҙәр аға!
Әрмелә булған атайҙар,
Ҡайһылай төҙҙәр.
Ватанды һаҡлаусы булып
Үҫербеҙ беҙ ҙә!

2.Бәләкәй ағай һалдат булып 
китте быйыл яҙ ғына 
мин үҙем дә һалдат булам 
ү ҫәйем әле аҙ ғына....

3. Атай…Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята.Ғаилә тотҡаһы.

Тыуған ерен һаҡлаусы ир-егет.Ниһәйәт – ил ағаһы.

Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен

Боронғонан ҡалған бер өмөт.

Ил ағаһы булып, атай булып,

Ғорур булып ҡалһын ир-егет.

4.Олатайым матрос булып,
Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән.
Акула менән киттарҙы
Яҡындан ғына күргән.

5. Ә атайым пограничник,
Ватан сиген һаҡлаған.
Ҡара төндә, ел-ямғырҙа
Тау-таш аша атлаған.

6. Мин дә үҫкәс һалдат булам,
Кирза итек кейермен.
Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән,
Тыпырлатып бейермен.

Бейеү “   кубәләк           ”

А,Б. - Ҡартайҙарыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлап алайыҡ



7- ОЛАТАЙ 
Оло булғанға – олатай, 
Әсәйемдең атаһы. 
Үҙе генә оло түгел, 
Оло хатта ҡатаһы. 
(Р.Ураҡсина) 


8- ОЛАТАЙ 
Олатай еткән йөҙгә, 
Ә шулай ҙа йәш йөҙгә. 
Күҙҙәре үткер күрә 
Күҙлекһеҙ шуға күрә. 
Күп эшләй, иләй тире, 
Битенән тама тире. 
Ситек тегә, тотоп беҙ. 
Һоҡланабыҙ уға беҙ. 
(С.Муллабаев) 
- ОЛАТАЙ 
Олатайым бик оло, 
Ул үткән һуғыш юлы. 
Йәш,көслө,батыр булған, 
Ауыр яу ҡырын уҙған. 
Дошмандарҙан ҡурҡмаған, 
Һис аямай туҡмаған. 
Ялҡын эсенә ингән, 
Еңеү байрағы элгән. 
(М.Ғәйфуллина) 


10 - ОЛАТАЙ 
Олатайымдың сәсе аҡ, 
Һырлы-һырлы маңлайы. 
Минең атай ҙур булһа ла, 
Уның кесе малайы. 
Малайҙар башҡарыуында йыр “ ерҙән һалдат атлай   ”

АБ. Беҙҙең атайҙар йыйылған

Ял итер өсөн бөгөн

Һүҙҙәребеҙҙең иң матурын

Әйтмәйсә мөмкин түгел.

АТАЙ КЕҮЕК БУЛАМ МИН! 
Мәрәкә күреп 
Һорайҙар минән. 
Баш ҡатыралар 
Шул һорау менән: 
- Үҫкәс, кем булаң? 
Яуаплай алам. 
— Мин атай кеүек 
Шәп кеше булам! 
(З.Аҡбутина) 

АТАЙЫМ 
Етмеш һөнәр белә, тиҙәр 
Атайым тураһында. 
Башлап бураҙна ул яра, 
Иң алда – урғанында. 
Сәскән саҡта тракторҙа 
Рекордтарҙы ул ҡуя. 
Ә ураҡта – комбайнда 
Иң күп иген ул йыя. 
(Ф.Мөхәмәтйәнов) 

АТАЙЫМ 
Атайым минең 
Бигерәк көслө. 
Белмәгән эше 
Юҡтыр ҙа төҫлө. 
Бесән кәбәнләй, 
Утынын яра. 
Трактор ватылһа, 
Тик үҙе ҡарай. 
Атайым кеүек 
Иртә торормон, 
Төрлө һөнәргә 
Эйә булырмын 
(Ф.Хөснөтдинова) 

Физ.раб. Сегодня мы проведем с вами праздник посвященный Дню Защитников Отечества, где вам предстоит стать лётчиками, разведчиками, моряками, кавалеристами, снайперами. Эти воины всегда отличались смелостью, ловкостью, находчивостью, выдержкой.

1 конкурс проводит физ.раб . Штирлицы или разведчики (Игры и конкурсы для детей на внимательность)

Задание: на поднос кладется 5-6 разных мелких предметов (игрушки, самолетики, машинки, кубики и т.д.). «Разведчики» смотрят на все это и запомнить как можно больше вещей. Затем поднос уносят и что-то меняют на нем: убирают один из предметов и (или) добавляют что-то еще. Теперь задача «штирлицев» — угадать, что вы спрятали, а что положили.

А.Б. 2-се конкурс. “Етеҙ ашнаҡсы”. Беҙҙең әсәйҙәр ял иткән ваҡытта, атайҙар балаларға төшкө ашҡа макарон бешерә. 3 пар (атай менән ҡыҙ) саҡырыла.

1 минут эсендә проволкаға кем күберк макарон ҡуя . уйынды башланыҡ.

Бик яҡшы, булды. Ә хәҙер кемдең макаронлы муйынсағы иң оҙоно, шул еңеүсе

А.Б. 3-сө конкурс “Смотр песни и строя” дети поют песню «Мальчишка будущий солдат». В конкурсе оцениваются умение маршировать, ровным строем в две колонны и громкое, дружное исполнение песни).

Конкурс 4. игра от физ. работника для пап.

5-се конкурс: проводит Воспитатель. .

Әйҙәгеҙ хәҙеер йомаҡтар сисеп алайыҡ. Атайҙар ярҙам итә.

             Йомаҡтар.

Ҡанаты бар — елпемәй, 
Эсе йылы — ел теймәй. /самолет/ 

Үҙе бара, эҙе юҡ, 
Маңлайында күҙе юҡ. /кәмә/

Ат түгел, кешнәмәй, 
Йөҙ аттан кәм эшләмәй. /трактор/ 

Һыу эсә, бесән ашамай, 
Үҙе дүрт аяҡлы. /автомобиль/ 

Балыҡ түгел, ҡош түгел, 
Һыуҙа йөрөй үҙе гел. /пароход/ 

Ҡамыты юҡ, дуғаһы юҡ 
Ҡара атым егеүле. /паровоз/

6 конкурс проводит физ.работник. Спортивная игра пап и детей.

7 конкурс проводит физ.работник. Воспитатель отбирает 5 вопросов или свои добавляет. Предварительно до праздника провести знакомство с вопросами.

АБ. Ә хәҙер хәҙер хрби темаға викторина. Атайҙар ярҙам итә.

Викторина.

1.Россия әрмеһен ойоштороусы булып кем тора? (Петр I)
2. Россия флотын кем ойоштыра? (Петр I)
3. “Гардемарин” нимәне аңлата? (“гардемарин” французса “диңгеҙ гвардияһы” тип тәрҗемә ителә, йәғни гардемарин ул диңгез академиясен тамамлаусы кеше. Был дәрәҗә Петр I тарафыннан индерелә) 
4. Винтовка осына беркетелә торған ҡорал нимә тип атала? (штык)
5. “Улар бер тапҡыр ғына яңғлышалар”, — тип кемдәр тураһында әйтәләр? (Сапер)
6. Нинди яйланма ярҙамында ағыулы газдарҙан һаҡланып була? (Противогаз)
7. Хәрби кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлаусы склад нимә тип атала? (Арсенал)
8. Төҙ атыусыны кем тип әйтәләр? (Снайпер) 
9. Корабль менән идара итеүсе рульде нимә тип атайҙар? (Штурвал)
10. Моряктар араһында киң таралған өҫ кейеме нимә атала? (Тельняшка)
11. Сигнал уттары менән юл күрһәтеүсе яр буйындағы башня нимә тип атала? (Маяк)

А.Б. - Һәр тыуған таң ерҙә тыныс булһын,

                   Имен булһын ине доньялар.

                        Аяҙ күгебеҙҙе болот ҡапламаһын,

                                                  Йылмайһыннар ерҙә сабыйҙар.

Ҡәҙерле ҡәҙерле атайҙар ошоноң менән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрамыбыҙ тамам. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Тағыла һеҙҙе байрамығыҙ менән.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә сценарий. Сценарий на 23 февраля

Сценарий на 23 февраля на башкирском языке. Утренник с участием пап. Музыкально - спортивное мероприятие на башкирском языке. Башҡорт телендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә байрам....

ватанды һаҡлаусылар көнөнә сценарий

Сценарий: «Ватанды  һаҡлаусылар көнө»Маҡсат:1. Балаларға ҡыйыу, батыр һалдат булыу теләге уятыу;2. Ватанды һаҡлаусылар тураһында күҙаллауҙарын киңәйтеү, уларҙың мөhимлеген аңлатыу.3. ...