8 марта
методическая разработка (подготовительная группа) на тему

Мурзабаева Гульфия Валеевна

8 мартҡа арналған байрам "Исем ҡушыу йолаһы"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл mart.docx30.49 КБ

Предварительный просмотр:

А.Б. - Хәйерле көн ғәзиз әсәләр, һылыу ҡыҙҙар, һөйкөмлө өләсәйҙәр, ҡәҙерле ҡунаҡтар!

Һалҡын ҡыштан һуң йылы, наҙлы ҡояшлы март айы күңелдәрҙе иркәләп, тормошобоҙға йәм өҫтәп ебәргәндәй була. Ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлапта үҙҙәренең мөләйемлеге, ихласлығы менән яҙ ҡояшындай.

Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙ – беҙҙең яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ, барыр юлыбыҙҙы яҡтыртып тороусы мәңге һүрелмәҫ ҡояшыбыҙ. Һеҙ булған ерҙә ризыҡ бар, йылы бар.

-Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр байрамы – ул яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай матурлыҡ, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы.

Иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле, иң яҡын кешеләребеҙ –хөрмәтле ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙ!

Матур булһын, ҡотло булһын байрамығыҙ!  

(Балалар инә)

А.б.Кем донъяға кеше бүләк итә,
      Ә кешегә-яҡты донъяны.
      Тойғолары ҡояш кеүек ҡайнар,
      Эретерлек хатта –ҡаяны?!
       Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,
       Изгелеге үлсәү тапҡыһыҙ?
       Ул,әлбиттә-йәшәү сығанағы,
      Тормош йәме, әсәй -ҡатын-ҡыҙ.

Йыр “                                                                           ”

Шиғырҙар


1. ҠӘҘЕРЛЕ БАЙРАМ
Әсәйҙәр байрамы етте,
Һигеҙенсе март бөгөн.
Йылмайған ҡояш яҡтырта
Илемдең аяҙ күген.
Иң тәүге нәфис сәскәләр
Әсәйҙәр өсөн үҫкән.
Яҙғы моңдар, таңғы нурҙар
Шул сәскәләргә күскән.
Юҡ әсәнән бөйөгөрәк,
Изге, ҡәҙерле исем.
Шуға әсәйҙәр байрамы –
Байрам бөтәбеҙ өсөн.

2.  “Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                    

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел.

Әсәй өйҙә булһа, бик рәхәт

Әйтәбеҙ һиңә: мең рәхмәт!

3. Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә.

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.

4. Һинән дә яктыраҡ

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтә ер шарында.

5. Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!                

Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

6. Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен.

А.Б. Эй, һылыу ҙа буйҙары,

Серле лә ҡараштары

 Улар бейей башлаһа инде

 Китер иҫең-хуштарың. 

Яндырып, өҙҙөрөп баҫығыҙ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

 Һеҙ бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

Балалар башҡарыуында “Дуҫлыҡ” бейеүе. Ҡаршы алығыҙ!

АБ. Әсә!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юҡтыр. Күпме наҙ,күпме йылылыҡ бар был һүҙҙә. Сабый доньяға килгән сәғәтенән ук әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп,яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй. Әсә өсөн бала ер йөҙөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк пәрҙәһе. Бәпес тыуғас һәр әсә балаһына яратып исем ҡуша.  Беҙ һеҙгә хәҙер бәпес күреү, бәпескә исем ҡушыу

йолаларын тәҡдим итәбеҙ.

 Ҡайта беҙгә йылдар аша,
Ҡайта беҙгә изге йолалар.
Йыр-бейеүҙәр йыя халыҡты ,
Байрам итә бөгөн балалар.

-К.Ә. (йүргәккә уралған кула тотоп инә) Бөгөн беҙҙә ҙур байрам - бала тыуҙы, Аллаға шөкөр, имен Аман.

-Исемһеҙ баланы бер генә сәғәткә лә бишеккә һалырға ярамай. Исемһеҙ һалһаң, ендәр алмаштыра, улар үҙҙәренең исемен ҡуша. Был саҡта бала зәғиф була йә үлә.

ҡылың теүәл булһын,

Изге бала бул,

Мөхәммәт өммөтенән бул,

Аллаһы ҡөҙрәтенән бул.

- (Ҡыҙҙар килеп инә) – һаумыһығыҙ Кендек инәй, һаумыһығыҙ.

К.Ә: -  Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар , Әйҙә түрҙән уҙығыҙ. Йәгеҙ, балаҡайҙарым, беҙ ҡыҙыбыҙҙы исемһеҙ тотмайыҡ. Исем ҡуштырайыҡ. Беҙ ҡыҙыбыҙҙы йыуындырып, кейендереп ҡуяйыҡ. Тиҙҙән ҡунаҡтар ҙа килеп етер.

Бына беҙҙең ҡыҙыбыҙ Яулығының аҡлығы

Атаһының ниһе был? Алтын әйәр ҡашы был.

Инәһенең ниһе был? Тамағының туҡлығы

Шәлдәренең суҡлығы. Бәхетле, тәүфиҡлы бул, Татлы телле бул.

К.Ә:- Баланы йыуындырғанда тары ярмаһы һалалар. Тәүге йыуындырғанда ете, унан – 9, унан – 11. Шулай итеп йыуындырған һайын 41 тиклем тары һалалар. Был ырым тарылай тәгәрәп, баланың ырыҫлы, ғүмерле булып үҫеүен теләүҙе аңлата.. (Баланы алып төрәләр)

Әсәй:-Балама күҙ тейҙереп ҡуймаһындар, маңлайына ҡором һөртөп ҡуяйым әле.

1 б: - Кеше артты донъяла.

Ризығы менән, төклө аяғы менән

Бәхетле, сәләмәт бул!

Тәүфиғың, аҡылың үҙеңдә булһын.

Әсәйеңә ярҙамсы, атайыңа иш бул.

Уҡып ҙур кеше бул.

2 б.: - Ырыҫ – бәхетең, төклө аяғын менән

Сабыйым, аталы - әсәле бул,

Үҙ бәхетең менән үҫ, бал – май

Эсендә йөҙ, тырыш бул,

Матур бул, эш тигәндә ал бирмә.

3 б.: - Миһырбанлы, аҡыллы, изгелекле бул,

Әсәйең менән атайыңа терәк бул,

Ярҙамсыл, игелекле бул.

4 б.: - Иҫән – һау йөрө, бәлә - ҡазанан һаҡ бул,

Дошмандарга бирешмә, юҡҡа – барға ирешмә,

Бәхетле бул, эштәреңдә тәхетле бул,

Яҡшығала яҡшы, шаҡшыға ла яҡшы бул.

К.Ә: - Рәхмәт, балаҡайҙарым.

- Малайҙар килеп инә – Һаумыһығыҙ инәй, Һаумыһығыҙ ҡыҙҙар.

К.Ә. – Һаумыһығыҙ малайҙар. Бәпес күрергә килдегеҙме...

- малайҙар – Бәпес күрергә, майлы ҡоймаҡ ашарға

КӘ. – Әйҙәгеҙ, әләйһаң, түрҙән уҙығыҙ. Бына бәпес, тик ул әлегә йоҡлай. Ултырығыҙ малайҙар ултырығыҙ

1 б.: - Кендек әбей, элек башҡорт халҡында ниндәй юрауҙар булған, һөйләгеҙ әле.

К.Ә: - Бәпесебеҙ, йоҡлаған ваҡытта, беҙ, башҡорт халҡының йолалары тураһында һөйләшеп алайыҡ. Бына элек, баланы ен – шайтандар, яман күҙҙән һаҡлау йолаһы булған. Бала тыуғас та, уны ен – шайтан алмаштырыуҙан һаҡлағандар. Ҡырҡ көн үтмәйенсә, төндә утты һүндерергә ярамай. Баланы яңғыҙ ҡалдырып сыҡҡанда, өҫтөнә бысаҡ йә ҡамсы һалырға кәрәк булған.

1 б.:-Ә бына мин ошондай йола беләм. Бала тыуғас уҡ, уға иң тәүҙә «эт күлдәге» кейҙерәләр. «Эт – күлдәгенең» еңе лә, итәге лә бөрөп тегелмәй, ә ике яҡҡырынан ғына тегелә. «Эт күлдәген» кейҙереп балаға ең – шайтан килмәй йәнәһе.

2 б.:- Шайтан күлдәге төрлө (ете төрлө) ҡораманан тегелә. Ете төрлө ҡораманы өй һайын йөрөп йыйып алалар, шунан ҡоршап тегеләр. Шайтан күлдәген, балаһы тыуып та, тормаған ҡатындарҙың яңы тыуған балаһына кейҙерәләр. Күлдәктең матурлығына ҡыҙығып, шайтан балаға зыян итергә онота, ти.

3 б.:- Был йола бала тыуып, өс көн үткәс тә үткәрелә. Тәүҙә майға ғына ҡоймаҡ ҡойола, шунан биш – алты йәшлек малайҙар саҡырыла. Ҡоймаҡты сәңгелдәккә бала эргәһенә һалалар. Малайҙар шул ҡоймаҡты алабыҙ тип, ҡулдарын һуҙалар сәнгелдәк эргәһендә ултырыусы эбей уларҙың ҡулдарына «һуға» малайҙар «илай». Күҙгә күренмәгән ен – шайтандар уларҙың шулай ҡысҡырғандарын ишетә лә: «Әһә, быларҙы туҡмаған кеүек беҙҙе лә туҡмар», - тип сәңгелдәккә килмәйҙәр.

4 б.:- Баланың ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөртөргә кәрәк, юғиһә, кешеләрҙең дә, ендең дә күҙе тейә, бала сырхау була.

5 б.:- К.Ә. баланың тәүге сәстәрен алырға яраймы?

К.Ә:- Әйе. Сабыйҙың сәсен тәүге алыу ҡарын сәсен алыу була. Уны теләһә кемдән түгел, ә күңеллә оҡшаған кешенән генә алдырырға кәрәк. Ә бына сабый саҡында ҡарын сәсен алыунмаған кешене рәнйетергә ярамай. Юҡҡа рәнйетеүсегә ҡаты төшә. Ҡарын сәсен утҡа яғырға ярамай, уны төрөп, ҡыҫтырып ҡуялар. Ҡырын сәсен алыусыға ата - әсә бүләк бирәләр.

(бәпес илау тауышы).

К.Ә:- Ҡыҙыбыҙға исем ҡушарға кәрәк. Исем һорап илай бит ул. Балалар ниндәй исем ҡушабыҙ. Бына элек балаларға «Миңле» исем ҡушҡандар. Бала тыуған сағында Миңле булмаҫҡа ла мөмкин. Өс – дүрт аҙна үткәс, тәнендә ҡыҙыл миңдәр барлыҡҡа килә. Күберәк баланың маңлайында, елкәһендә, ҡолаҡ арттарында була. Миң аҙып китмәһен өсөн баланың исеменә «миң» һүҙе өҫтәйҙәр: Миңҙилә, Миңлерауза ундай исемле кешеләр хәҙерҙә осрай.

1 б.:- Балаға йәлсемәгән кешеләр, бала оҙон ғүмерле, сыҙамлы булһын өсөн исем ҡунҡанда, шул теләктәрҙе исемгә лә һалғандар: Йәнғәле, Йәнебай, Ғумерҙаҡ, Ғүмәр, Тимерйән.

2 б.:- Үрсем тутҡатҡыс исемдәр тураһында. Әгәр һә берәйҙер балалары күбәйеп китһә, Туҡтабикә кеүек исемдәр ҡушарға була.

3 б.:- Эт исемле тураһында.

4 б.:- Ысын исемдәр.

К.Ә:- Бик һәйбәт балалар. Күп беләһегеҙ икән. Ә һеҙ «Мәҙинә» тигән йырҙы беләһегеҙме.

( «Мәҙинә» йырын башҡарыу).


  1. Ҡулъяулығым икәу ине Береһе һыуҙарға аҡты Мәҙинәм – гөлкәйем Береһе һыуҙарға аҡты, бәғеркәйем. 

  2. Икебеҙҙе ике яҡҡа Тормош тулҡыны ҡаҡты Мәҙинәм – гөлкәйем Тормош тулҡыны ҡаҡты,бәғеркәйем. 

  3. Һин булмағас яндарында Һинең исеңдә лә юҡ Мәҙинәм – гөлкәйем Һинең исеңдә лә юҡ, бәғеркәйем. 


1 б.:- Ә бына мин «Зиләм» тигән йырбеләм.

( «Зиләм» йыры).

(Атай мулла менән инә).

Атай:Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар. Мин мулла алып килдем. Ҡыҙыма исем ҡуштырабыҙ.

(атай мендәр алып ҡуя, әсәй баланы уның өҫтөнә ҡуя. Мулла уҡый. Мулланы оҙатып ҡуялар. Ишек шаҡып бәләкәй балалар инә).

1 б.: - К.Ә. беҙ бәпесте күрергә килдек. Уның менән уйнарға яраймы әле?

К.Ә. - Инегеҙ, балаҡайҙарым. Хәҙер мин һеҙгә бәпесте күрһәтәм.

Әсәй:Тор, тор, балам, тор балам

Тор – торҙан хәбәр килгән

Суҡ – суҡ һәңә сәләм килгән

Тор, тор, балам, тор, балам.

К.Ә:- Үҫә, үҫә, бәпкәйем

Үҫә, үҫә, ҙур була

Ҡояш кеүек һөйкөмлө

Үҙе һүҙгә йор була 


  • бына беҙҙең ҡыҙыбыҙ, бәләкәс, матур. 


1 б.:- Һәтес, һәтес, һәтес тә

Бигерәк матур бәпес тә

Кем ҡарамай, кем һоҡланмаәй

Бындай матур бәпескә.

2 б.:- Һәттәй – һәттәй, һәттәй ҙә

Бәләкәй генә бәпәй ҙә

Әйҙә, ерҙә бер мин тип.

Өҫкә һикергән тәпәй ҙә.

3 б.:- Үҫеп китермен әле

Айға етермен әле

Космонавт булып алһам,

Шунда көлөрһөң әле.

4 б.:- Әлли – бәлли, көйләрмен

Хикәйәләр һөйләрмен,

Һиңә теләк теләрмен,

Бәхетле бул тейәрмен.

5 б.:- Бәү – бәү бәпкәһе,

Ҡайҙа киткән әсәһе?

Ҡайҙан эҙләп табаһы.

Туҙ бишеккә һалаһы.

6 б.:- Һоп – һоп көлә лә,

Матур итеп көлә лә,

Матур итеп көлөүҙәре,

Үҙәгемде өҙә лә.

7 б.:- Ҡыҙы, ҡыҙы бар,

Ҡыҙы барҙың наҙы бар,

Ҡыҙы юҡтың наҙы юҡ,

Баса тундарыла юҡ.

8 б.:- Тира – тира, тиратаә,

Тиҙ кейәүгә бир, атай,

Тмҙ кейәүгә бирмәһең,

Көтмөсөккә бир, атай.

9 б.:- Ҡара, ҡара, атаһы,

Ҡара, ҡалай талпына,

Талпынып та, йылмайып та

Һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә.

(баланы әсәйгә бирә. Әсәй бишеккә һала).

К.Ә:-Ә хәҙер, балалар, уйнап – йырлап алайыҡ.

1 б.:-Әйҙәгеҙ «Косилка - молотилка» уйынын уйнайбыҙ.

(уйын). 
К.Ә:-Балалар, кем бейей белә?

Балалар: - Беҙ!

(бейеү).

К.Ә:-Ә хәҙер, бәпескә йоҡларға ваҡыт. Уға «Сәңгелдәк» йырын йырлайыҡ.

.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Март – утро года». Приметы Марта

Март – утро года. Хотя и сердитым бывает, снегами да морозцем оборачивается, но весной пахнет. Ярко краснеют на белом снегу ветви вербы. На них чинно сидят серебристо-серые мохнатые «барашки». Призывн...

Сценарии 8 марта для дошкольников 8 марта в ДОУ.

Праздник отмечается в заранее украшенной комнате, где приготовлены сидячие места для бабушек и мам. Включается музыка, на небольшую сцену выходят 3 танцевальные пары, танцуют. Затем выходят остальные ...

Праздники с родителями. День 8 Марта "Ладушки - ладошки" Конспект развлечения «Ладушки - ладошки» к международному женскому дню 8 Марта» для младшей группы

Содействовать созданию обстановки общей радости, хорошего настроения, любви и нежного отношения к матери; поддерживать стремление детей к импровизации. Показать значимый для ребенка образ мамы....

8 Марта - праздник мам. Сценарий праздника 8 Марта для детей подготовительной группы детского сада

Данный материал может быть рекомендован для проведения праздника 8 марта в подготовительной группе детского сада....

"Солнышко будили" (сценарий утренника 8 марта во II младшей группе)_март 2016

Прошли метели и морозы, и пусть ещё далеко до первых весенних цветов, природа просыпается от зимнего сна... Но, почему "не просыпается, и не улыбается солнце"? А идём его будить?!...

Сценарий праздника 8 марта для детей младшей группы "День восьмое марта-праздник наших мам!"

Сценарий праздн ика 8 марта для детей младшей группы детского сада " День восьмое марта-праздник наших мам!"...