"Көҙгө ағастар"
план-конспект занятия по рисованию (старшая группа)

Ахмедьянова Гульнара Наиловна .Әхмәтйәнова Гөлнара Наил ҡыҙы

Ҡара тамыҙып , көпшә ярҙамында һүрәт төшөрөү техникаһы ярҙамында һүрәт төшөрөү. Рәсем өлкәндәр төркөмө өсөн.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kozgo_agas.docx257.05 КБ

Предварительный просмотр:

Рәсем.

Тема “ Көҙгө ағас” .                                                                         Өлкәндәр төркөмө.  

“ Ҡара тамыҙып, көпшә ярҙамында һүрәт төшөрөү” техникаһы.

Маҡсат: Балаларға    Исаак  Ильич Левитан рәссаме менән таныштырырға, көҙгө   пейзаж  картиналары  тураһында белем бирергә,   сағыштырырға,  һығымталар яһарға, рәссәм  картиналары аша  зауыҡ һәм матурлыҡ тойғоһон үҫтереү,     Традицион булмаған  “ҡара тамыҙып  трубочка  өрөү ” техникаһы менән һүрәт төшөрөрөгә  өйрәтергә, “Йылы” һәм “ һыуыҡ” тон төҫтәрен иҫкә төшөрөгә. баланың фантазияһын, күҙҙаллауын үҫештерергә,  һүрәт эшләү  талантын асыҡларға,   нығытырға. Өрөү күнегеүе менән  үпкә, тын   юлын      үҫештерергә булышлыҡ итеү.  Матурлыҡты күрә белеүгә,  тойорға ,  тәбиғәтте  һөйөргә, тыуған телдә яуап бирергә  тәрбиәләргә.  

Кәрәк-яраҡ: Һәр балалға-  альбом бите, кисточка, көпшә, акварель краскаһы, паралон, салфетка ,  һыу стаканда .

Алдан  белем биреү эшмәкерлеге:

  1. Саф һауала  көҙгө ағастарҙы ҡарау, уның төҙөлөшө менән танышыу.
  2. Көҙ тураһында картина, һүрәттәр ҡарау.
  3. Көҙ айының миҙгелдәрен һәм  һәр миҙгелдең үҙенә хас булған  үҙенселектәре менән   танышыу,  иҫкә төшөрөү, тәбиғәттә сағыштырыу.
  4. “Көҙ” темаһына әңгәмәләр ойоштороу.

Дәрес барышы.

Тәрбиәсе:

-Һаумыһығыҙ балалар!  Мин тәрбиәсе Гөлнара Наил ҡыҙы, мин һеҙҙең кеүек балалар менән  эшләйем, бөгөн һеҙҙең менән һүрәт эшләргә тип килдем. Һеҙ һүрәт эшләргә яратағыҙ мы? ... Эйе, һүрәт эшләргә яратҡан балаларҙы, һүрәт эшләргә өйрәтәм. Ә әлегә ,әйҙә, танышып алайыҡ. Исемдәрегеҙҙе әйтеп сыҡһағыҙ ине.

Афарин.!

Тәрбиәсе  ролгә инеп:

-Һоро ҡуян  ҡыуаҡтан

Ырғып торҙо һыуыҡтан,

Ҡолағын ыуып әйтте:

“Һалҡын килеп семетте.

Был ни хәл, әсәй!”-ти

Ҡайҙа юғалған йәй?”-ти,

Мышы оҙонҡолаҡҡа:

“көҙ  килде ,- ти ҡунаҡҡа!”

Көҙҙөң  айҙарын иҫкә төшөрөп алайыҡ әле. ( Сентябрь, октябрь, ноябрь)

Эйе,  дөрөҫ, бына миндә өс картина, өсөһө өс айға тура килә. Кем  миңә сентябрь айының картинаһын күрһәтер икән? Ниндәй  картина “сентябрь” була ала ? Ни өсөн? (балаларҙың яуабы)

-Ҡайныһы көҙ уртаһы?

-Ни өсөн?  (балаларҙың яуабы)

-Көҙ аҙағына ниндәй картина тура килә?

Ә хәҙер тыңлағыҙ- был картиналарҙы бөйөк рус рәссәме ( художнигы) Исаак  Ильич улы  Левитан   яҙған. Ул  120 йыл элек  йәшәп киткән,  ҡыҫҡа ғына ғүмерендә 300  ашыу картиналар яҙған. Уның картиналары күбеһе тәбиғәт тураһында, ул пейзаж картиналарын эшләгән, шуға күрә уны пейзажист, “натуралист” рәссаме  тип йөрөткәндәр. “натуралист” – картиналарҙы уйлап эшләмәгән, ә нисек бар, шуны ҡарап, тәбиғәт янында ҡарап төшөргән. Ни өсөн? Сөнки  ул бала саҡтан тәбиғәтте бик ныҡ яратҡан, тәбиғәттең матурлығын күрә белгән, тәбиғәт янында ял итергә яратҡан.  Һүрәттәрен уның ҡараһаң, үҙеңде шул һүрәттә торған кеүек тояһың. Әйҙәгеҙ тағы берҙе ҡарап алайыҡ.

-Балалар,   “Золотая осень” ( “Алтын көҙ”) тигән картинаһын ҡараһағыҙ

, рәссам сағылдырған тәбиғәт тураһында нимә әйтә алағыҙ?

( Көн яҡты, йылы.  Көн аяҙ,  елһеҙ, ҡояшлы.... ағастарҙың япраҡтары һары, ағастар әле япраҡлы, ерҙә  әле үләндәр күренә,  хатта ҡоштарҙа һайраған кеүек... )

“Октябрь”  ( көн болотло, һыуыҡ, елле, ямғырлы кеүек,  урман елгә шаулап торған кеүек.. ағастарҙа япраҡтар ҡойолоп бөтөп бара, үләндәр һарғайған, һорғайған, кипкән.)

“Поздняя осень” (  “Һуңғы көҙ”) ( Көн болотло, ағастар  япраҡһыҙ, тик  шыршы ғына йәшел булып  тора, үләндәр бөтөнләй кибеп бөткән,  көн елһеҙ, тыныс, һалҡын  һыуыҡ, алыҫта ҡарлы   күкһел аҡ болот күренә  ) .

Афарин балалар, беҙ бына бөйөк художниктың картинаһына бик ентекле ҡарап, көҙҙөң өс айындағы тәбиғәт үҙгәрешен иҫкә төшөрөп алдыҡ.

Ә хәҙер физкульт минутка һәм мин һеҙгә  ябай ғына ысул менән  япраҡһыҙ ағас эшләргә өйрәтермен.

Физминутка:  Ел иҫә, иҫә, иҫә

Ағастар бәүеләләр.

Ел иҫмә, иҫмә, иҫмә,

Ағастар, үҫә, үҫә.

Япраҡһыҙ ағас эшләр өсөн беҙгә аҡ ҡағыҙ, краска акварель, кисточка, трубочка, салфетка, паралон,  стаканчик һыу менән кәрәк була.

Мин иң беренсе һеҙгә эшләп күрһәтәм, мине иғтибар менән ҡарап ултырырыҙ, аҙаҡ  мин эшләгән кеүек һеҙ ҙә эшләрһегеҙ.

Тәрбиәсе: Аҡ ҡағыҙ битенә  кисточка менән ағастың олонон  һоро төҫ менән һыҙып алам да, олоно башына кисточканың  башы менән йәки паралон менән һоро төҫтән тамсы төшөрәм һәм трубочка ярҙамында шул тамсыны ағас ботағы кеүек олондан тирә яҡҡа   трубочка менән өрәм. Шулай итеп, бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин.  Ботаҡлы ағас эшләгәндән һуң  ағас аҫтына ҡойолоған һары , ҡыҙғылт япраҡтарын эшләргә мөмкин, ҡоштар осоп йөрөгәнен дә  һүрәтләргә мөмкин.

Матур килеп сыҡтымы?  Көҙгө ағасҡа оҡшаны мы?

Ә хәҙер һеҙ эшләп ҡарағыҙ. Иң беренсе  кисточка менән аҡ ҡағыҙға һор төҫ менән  ағастың олонон ҡыҙабыҙ.

Икенсе: олон башына тамсылар тамыҙып  трубочка менән өрәбеҙ, ботаҡтар эшләйбеҙ.

Өсөнсө: ағас аҫтына ҡойолоған ағас япраҡтарын буяйбыҙ, һүрәтте башҡа төрлө һүрәттәр менән тулылыландырырға мөмкин.

Эш барышында  ҡыйынһынған балаға ярҙам итеп ебәререгә,  төҙәтергә, матур эшләгәндәрҙе  маҡтарға.  Матур эшләнгән һүрәттәрҙе   миҫалға күрһәтергә. Эшләп бөткәс эштәргә баһа бирергә.

Йомғаҡлау:  Балалар, бөгөн һеҙ йәш рәссамдар булдығыҙ. Шулай итеп һеҙгә бөгөнгө  һүрәт  төшөрөү оҡшаны мы?  Нимә ярҙамында эшләнек?

Кем тигән рәссам менән таныштыҡ?

Ниндәй исемле  картиналарын ҡараныҡ?

Рәхмәт балалар, миңә лә һеҙҙең менән эшләү бик оҡшаны, яңынан осрашҡанға хәтлем.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Логоритмика "Ағастар нимә һөйләй?"

Логоритмик күнегеү өйҙә, балалар баҡсаһында ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә балалар менән уйнарға тәҡдим ителә....

Доклад "Уут астар"

Доклады для детей...