Логоритмика "Ағастар нимә һөйләй?"
материал (средняя группа)

Уразбаева Айгуль Фатиховна

Логоритмик күнегеү өйҙә, балалар баҡсаһында ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә балалар менән уйнарға тәҡдим ителә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл logoritmika_agastar.docx12.9 КБ

Предварительный просмотр:

Логоритмика –  төрлө хәрәкәттәр телмәр материалы, музыка менән аралашып килгән хәрәкәт күнегеүҙәре системаһы. Бындай күнегеүҙәр ярҙамында балаларҙың һөйәк-мускул аппараты нығына, дөрөҫ тын алыуы формалаша, мотор, сенсор функциялар, кәүҙәне тотоу, кәүҙә төҙлөгө, хәрәкәт матурлығы үҫешә. Логоритмик күнегеүҙәр бигерәк тә телмәрендә етешһеҙлектәр булған балаларға файҙалы. Өйҙә  ата-әсәләр бындай күнегеҙәрҙе ойоштора аламы? Әлбиттә, бала ҡыуанып  һеҙҙең менән шөғөлләнәсәк, сөнки уйын формаһындағы күнегеүҙәр балаларҙы үҙенә йәлеп итә. Һеҙҙең иғтибарығыҙға “Ағастар нимә һөйләй?” логоритмик күнегеүен тәҡдим итәм.

“Ағастар нимә һөйләй?”

Сағандарға ни булған? ( ҡулдарҙы йәйеү)

Олондарын борғандар.( башты бороу)

Ә йөҙйәшәр имәндәр ( ҡулдарҙы өҫкә күтәреү)

Әллә үрә торғандар. ( ҡулдар өҫтә, аяҡ осона күтәрелеү)

Сәтләүеклек үҙенә күрә

Шау япрағын бәүелтә. ( устарҙы ыуыу, “ф-ф-ф” тип әйтеү)

Уҫаҡ саҡ-саҡ шыбырлай (“ш-ш-ш”тип әйтеү)

- Улай ярамай! Улай ярамай! ( башты уңға-һулға бороу)

Ағастар серләшәме?

Юҡ, ел бит иҫә башланы.(“у-у-у”тип әйтеү)

Ботаҡтар бик ныҡ шаулай,

Көҙгө ел шулай уйнай.( бәүелеү, “у-у-у”тип әйтеү)