Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлелеге "Көҙгө япраҡтар"
методическая разработка по рисованию (младшая группа)
Икенсе кескәйҙәр төркөмөндә һүрәт төшөрөү буйынса ОББЭ.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
document.docx | 20.56 КБ |
Предварительный просмотр:
МУНИЦИПАЛЬНОЕ ДОШКОЛЬНОЕ ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ДЕТСКИЙ САД КОМБИНИРОВАННОГО ВИДА «АЛТЫНАЙ»
ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД СИБАЙ
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн
Һүрәт төшөрөү буйынса
ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
«Көҙгө япраҡтар»
тәрбиәсе : Ғибәҙуллина Әклимә Васил ҡыҙы
2021 г.
Маҡсат: балаларҙа көҙ һәм уның күренештәре тураһында белемдәрен нығытыу.
Бурыстар:
Белем биреүсе: Балаларҙы һүрәт төшөрөүҙең традицион булмаған ысулы (тампон менән) менән таныштырыу;
Үҫтереүсе: Таяҡса һәм буяу менән дөрөҫ ҡулланыу ҡағиҙәләрен нығытыу;
Тәрбиәүи: Балаларҙа иғтибарлыҡ, күҙәтеүсенлек, бармаҡ моторикаһын үҫтереү.
Өлкәләр интеграциялары: телмәр үҫтереү
Һүҙлек эше: “Көҙ”, “Япраҡ”
Йыһазландырыу: япраҡтар, мнемотаблица, ағас макеты, таяҡсалар.
Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенең барышы:
Тәрбиәсе: Ҡалай матур балалар йыйылған...Һаумыһығыҙ.
Йәмле йәй үткәс, бөтә донъяны алтынға буяп ергә мин киләм. Мин Көҙһылыу. Һеҙҙе күреүемә бик шатмын.
Әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә йылмайым, яҡшы кәйеф бүләк итәйек.
Ҡалай күңелле булып китте, рәхмәт.
Ә хәҙер матур итеп ултырайыҡ әле.
Мин һеҙгә буш ҡул менән килмәнем, кәрзин менән килдем, ә уның эсендә нимә бар?
Балалар: Япраҡтар
Һүҙлек эше: Зөлфәт- ЯПРАҠ тип әйт әле, Нуриман....
Тәрбиәсе: Япраҡтар ниндәй төҫтә? Ниндәй миҙгелдә япраҡтар төрлө төҫтә булалар?
Балалар: көҙ миҙгелендә.
Тәрбиәсе: Афарин, балалар, дөрөҫ.
Әйҙәгеҙ әле КӨҘ һүҙен ҡабатлайыҡ әле....Самира....
Көҙҙөң билдәләрен беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, көҙҙөң билдәләрен иҫкә төшөрәйек.
(мнемотаблица)
Һыҙымта: Балалар, беҙ һеҙҙең менән нимә т-да һөйләштек?
Ә мин япраҡтар менән уйнарға яратам, һеҙҙе лә өйрәтәйемме?
Уйын: Мин япраҡ менән уйнайым
Мин япраҡты күрһәтәм
Бына шулай, бына шулай
Мин япраҡты күрһәтәм.
Тәрбиәсе: Афарин, балалар, бик күңелле уйнаныҡ. Һеҙгә уйын оҡшанымы?
Ә хәҙер, япраҡтарҙы төҫтәре б-са айырып һалайыҡ әле.
Д/У “Япраҡты төҫө буйынса айырып һал әле”
Тәрбиәсе: Афарин, балалар.
Балалар, урманда ағастар бик күп, һәр бер япраҡты сағыу төҫкә буяп өлгөрә алмайым (төҫһөҙ япраҡтарҙы күрһәтәм). Нимә эшләргә икән?
Балалар: Әйҙегеҙ беҙ һеҙгә ярҙам итәйек.
Тәрбиәсе: Рәхмәт, бик шәп булыр ине.
Улай булғас, ипләп кенә өҫтәл янына үтеп ултырайыҡ.
Беҙҙең ҡулдар ипле, матур буяһындар өсөн – бармаҡтарҙы уйнатайыҡ әле:
Бармаҡтар тышҡа сыҡты
Япраҡ йыйа башланы
Ҡыҙыр һәм һары япраҡ
Беҙ уйнайбыҙ бергәләп
Тәрбиәсе: Афарин. Беҙҙең бармаҡтар әҙер, шулаймы, балалар? Улай булғас, башлайбыҙ.
(япраҡтар таратам)
Минең тылсымлы таяҡсалар ҙа бар.
Иң беренсе, матур итеп ултырабыҙ (арҡалар төҙ, аяҡтар бергә).
Мин япраҡтарҙы нисек дөрөҫ буярға күрһәтәм. Иғтибар менән ҡарағыҙ, ярай. Тылсымлы таяҡсаны алам, дөрөҫ итеп тотам, буяуға манам һәм япраҡҡа баҫам, буяп бөткәс, тылсымлы таяҡсаны ял итергә һалып ҡуям, әгәр ҡулдар бысранһа- салфетҡаға һөртәм.
Балалар эше, музыка
Тәрбиәсе: Афарин, балалар. Япраҡтарҙы алып тылсымлы ағасҡа ҡуябыҙ.
Бик матур буяғанһың, афарин.....
Япрағың ниндәй төҫтә? Матур, афарин.
Балалар,ҡарағыҙ әле, беҙҙең ағас ниндәй? ( сағыу, матур...........)
Һыҙымта: Беҙ һеҙҙең менән бөгөн нимә тураһында һөйләштек? Нимәгә өйрәндек? Афарин, балалар.
Ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙууур рәхмәт һеҙгә, балалар.
Мин шатмын.
Мин һеҙгә саф һауаға сығып япраҡтар менән уйнарға тәкдим итәм, ризаһығыҙмы?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.
Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...
«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.
«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...
ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Занятие для младшей группы по познавательной деятельности...
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө өсөн ойошторолған бнлнм биреү эшмәкәрлеге өлгөһө
Конспект ООД по познавательному развитию для подготовительной группы с региональным компонентом...
Иртә йәштәге балалар төркөмендә телмәр үҫтереү буйынса ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге.
Тема. "Уйынсыҡтар беҙҙә ҡунаҡта".Маҡсат. Балаларҙың телмәрен үҫтереү.Бурыстар:Өйрәтеүсе: уйынсыҡтарҙың өлөштәрен һәм сифаттарын аңлатҡан һүҙҙәрҙе таныштырыу. Баларзын Һүҙлектарен байытыу.Үҫт...
Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.
Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....
Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн " Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. " темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге
Телмәр үҫтереү өлкәһендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн" Рәсимә Ураҡсина - башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы. "темаһынаойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге ...