Һүрәт төшөрөү буйынса тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге Тема: «Шыршыҡай-ҡупшыҡай»
учебно-методический материал по рисованию (средняя группа)

Аблаева Гульсина Аслямовна

Эшмәкәрлек ярҙамында балаларҙа ҡышҡы күренештәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу; күҙәтеүсәнлекте үҫтереү, тәбиғәттә ғәҙәти булмаған күренештәрҙе билдәләргә һәм уларҙы һүрәттә сағылдырырға өйрәтеү; һүрәт төшөрөү һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын каммиллаштырыу;күҙллауҙы һәм ижадилыҡты арртырыу.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hurt_toshorou_buyynsa_eshmkrlek.docx20.2 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципаль автономлы

мәктәпәкәсә белем биреү учреждениеһы

«Сулпылар» балалар баҡсаһы

Һүрәт төшөрөү буйынса

тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге

Тема: «Шыршыҡай-ҡупшыҡай»

(Уртансылар төркөмө)

Тәрбиәсе:

Аблаева Г.Ә.

2014-2015 уҡыу йылы

Тема: «Шыршыҡай-ҡупшыҡай» 

Маҡсат:

Йыһазландырыу:

- ҡышҡы тәбиғәт күренештәренең һүрәттәре;

- конверт менән хат;

- күк төҫлө ҡағыҙ биттәре;

- төрлө төҫтә гуашь;

- палитра;

- салфеткалар.

Дәрес барышы:

Тәрбиәсе: Балалар, мин бөгөн баҡсаға килгәндә, миңә Ҡыш бабайҙан хат тоттороп киттеләр. Әммә хатты асыр өсөн, тәүҙә йомҡтар сисер кәрәк тинеләр. Сисеп ҡарайбыҙмы?

Балалар: Эйе!

Тәрбиәсе: Иғтибар менән тыңлағыҙ:

1.Ҡыш көнө генә яуа,

Сафланып ҡала һауа,

Атлағанда шығыр-шығыр

Эҙҙәрҙе уйып ала. (Ҡар)

2. Ҡыш  буйы  ятты  - ятты  ла,  яҙын  тороп  сапты. ( Ҡар.)

3. Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы

Кәүҙә менән башына,

Танау итеп кишер ҡуйҙым,

Ҡара буяу – ҡашына.

Ике күҙе – ике төймә,

Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,

Аяғында иҫке галуш,

Ә ҡулдары – ҡабыҡтан. (Ҡар бабай - Г.Ситдиҡова шиғыры)

5. Утта янмай, һыуҙа батмай. (Боҙ).

Йондоҙ булып ҡойола,

Мамыҡ булып йыйыла.

Ел булһа, оса, 

Яҙ булһа, ҡаса. (Ҡар бөртөктәре). 

 6. Йәйен, ҡышын бер төҫтә. (Шыршы)

Тәрбиәсе: Афарин! Зирәкһегеҙ икән, йомаҡтарҙы сисә алдыҡ! Балалар, ә был тәбиғәт күренештәре ниндәй миҙгел ваҡытында була ул?

Балалар: Ҡышҡыһын

Тәрбиәсе: Дөрөҫ. Ҡарағыҙ әле, хат үҙенән үҙе асылды. Инде хәҙер Ҡыш бабайҙың нимә тип яҙғанын уҡый алабыҙ. Тыңлағыҙ: Ҡыш бабайыҙ алыҫта, хайуандар менән урманда йәшәйем тип яҙа. Ҡайһы бер балаларҙың һыуыҡ, ҡарлы ҡышты яратмағандарын ишеткән. Уға ундай һүҙҙәрҙе ишетеүе ауыр, аяныс булған. Ә һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы?

Балалар: Эйе

Тәрбиәсе:Ә ни өсөн яратаһығыҙҘ

Балаларҙың яуптары

Тәрбиәсе:Афарин, ҡышты яратыуығыҙ күренә. Ҡыш бабайҙа һеҙҙең өсөн тырыша: ағастар өшөмәһен өсөн баштарын ҡар менән ҡаплай, семәрләп тәҙрәләрҙе биҙәй, тирә яҡты ҡар менән ҡаплай. Бына ҡарағыҙ әле. Ә ҡышҡыһын тағы ниндәй ҙур байрам була ул?

Балалар: Яңы йыл.

Тәрбиәсе: Ә нисек Яңы йылға беҙ әҙерләнәбеҙ ул?

Балалар яуаптары

Тәрбиәсе: Дөрөҫ, әйҙәгеҙ йырҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ әле:

Ҡыш бабайыбыҙ ҡартайған

Алыҫтан йәйәү килгән

Арҡаһына тоғон аҫып

Күстәнәс алып килгән

Эх тала-тала-тала

Ҡыш бабайҙың беләге

Ниңә тала, ниңә яна

Ҡыш бабайҙың йөрәге

Тәрбиәсе: Афарин, балалар! Ә тағы нимә биҙәйбеҙ әле беҙ байрамға? Бына Ҡыш бабайҙа, һеҙгә ярҙам һорап яҙға. Ер йөҙөндә шул тиклем балалар күп, бөтәһенә лә шыршы биҙәп өлгөмәйем, ти. Ярҙам итегеҙсе, тип үтенә. Ярҙам итәбеҙме?

Балалар: Эйе.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ улайһа өҫтәл артына ултырайыҡ.

Балалар ултыра. Тәрбиәсе нисек шыршы һүрәтен төшөрөргә аңлата:шыршының өс мөйөшкә оҡшағанын әйтеп йәшел өс мөйөш күрһәтә. Артабан тәрбиәсе устарҙы бумала ярҙамында йәшел төҫкә буяп ҡағыҙға баҫырға тәҡдим итә. Был эште ике тапҡыр эшләтә. Икенсеһенә аҫҡараҡ баҫабыҙ. Артабан шыршыны нисек ялбырыраҡ эшләргә була икәнен күрһәтә. Бының өсөн бармаҡтарҙы асыҡ йәшелгә буярға тәҡдим итә. Нисек асыҡ йәшелде эшләргә була икәнен аңлата: йәшелгә аҡты ҡуша. Артабан инде балалар бармаҡтарын төрлө төҫкә буяп шыршыны биҙәйҙәр. Теләктәре буйынса ниндәйҙер әйбер, өлөш индерергә мөмкинлек бирелә. (ҡар, бүләктәр һ.б.)  

Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ һеҙҙең менән иҫкә төшөрәйек әле. Ни өсөн был шыршыларҙы беҙ эшләнек? Кемгә беҙ ярҙам иттек?

Балалар яуаптары

Тәрбисе: Рәхмәт ярҙамығыҙ өсөн. Ҡыш бабай был шыршышыларҙы күреп ҡыуаныр!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Бәпембә сәскәһен әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Хәйбулла районының 3-cө һанлы «Шатлык» балалар баҡсаһы муниципаль мәктәпкәсә мәғәриф учреждениеһы   «Бәпембә сәскәһен әүәләү»темаһына и...

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты.

«Төҫлө туптар әүәләү» темаһына икенсе кескәй төркөмдә художестволы-эстетик тәрбиә бүлегенең ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге конспекты. Маҡсат. Балсыҡ киҫәген ике ус эсендә (таҡтала) өйрөлтөп...

Тема: "Тема: «Кейеҙ баҫыу. Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.» Урта төркөм балаларына белем биреү эшмәкәрлеге

laquo;Кейеҙ баҫыу.  Кейеҙ баҫыу шөғөлө менән таныштырыу.»Урта төркөм балаларына  белем биреү эшмәкәрлеге...

Әхләки-патриотик тәрбиә биреү буйынса белем биреү эшмәкәрлеге.

Тыуған ергә ҡарата һөйөү,тоғролоҡ тәрбиәләү,тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу,уны бысраныуҙан,ҡыйралыуҙан һаҡларға өйрәтеү....

Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"

Уртансы төркөм балалары  өсөн  белем биреү эшмәкәрлеге                    Тема: "Кейеҙ баҫ...

Уртансы төркөм балалары өсөн белем биреү эшмәкәрлеге Тема: "Кейеҙ баҫыу"

Уртансы төркөм балалары  өсөн  белем биреү эшмәкәрлеге                    Тема: "Кейеҙ баҫ...