“Ҡот ҡойоу йолаһы» дәресе.
учебно-методический материал (старшая группа)

Низамова Зиля Зиннуровна

“Ҡот ҡойоу йолаһы» дәресе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kot_koyou_yolahy.docx17.69 КБ

Предварительный просмотр:

“Ҡот ҡойоу йолаһы» дәресе.

   Маҡсат: Балаларҙа башҡорт халҡының байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, уларҙа етеҙлек, талапсанлыҡ, ныҡышмалылылыҡ, әүҙемлек, тапҡырлыҡ, сослоҡ, зирәклек тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ике тимер сүмес, ҡурғаштан эт, йөрәк, уйынсыҡ һыны, ике яулыҡ.

Зал өй эсе итеп биҙәлгән. Әбей өйөн йыйыштырып йөрөй.

Килене ейәнсәре менән килеп инә.

  • Ҡәйнәм!
  • Әү, балам.
  • Ильвинаға әллә нимә булған. Әҙ генә әйтһәң илап ебәрә, уйнамай ҙа.
  • Ау, башы эҫе түгел инеме? Температураһы юҡмы икән?
  • Юҡ, температураһы юҡ былай.
  • Әй, нимә булды икән? Ҡото осто микән? Ҡото осҡандыр баланың. Ултыр әйҙә килен. Баланың ҡото осһа, балаға ҡот ҡойҙорор кәрәк. Башҡорт халҡы элек-электән ҡот ҡойоу йолаһына ышанған һәм был ғөрөф-ғәҙәтте быуындан-быуынға тапшыра килгән. Был йола шулай итеп бөгөнгө көнгә лә килеп еткән. Хәҙер ҡот  ҡойорға кәрәк булыр Ильвина ҡыҙыбыҙға. Күрше-тирә балаларҙы ла саҡыр. Бар килен, йүгер.
  • Килешер микән ҡәйнәм?
  • Килешер, килешер. Өшкөргәндә бик ныҡ килешә.
  • Ярай атыу, барып киләйем.
  • Мин әҙерләнә торайым.

Килен сығып китә. Ҡәйнә, әҙерләнеп көтөп йөрөй.

Килен ҡыҙын, балаларҙы эйәртеп килеп инә.Теҙелеп ултыралар.

  • Һаумыһығыҙ!
  • Һаумыһығыҙ балаҡайҙарым, әйҙәгеҙ түрҙән уҙығыҙ. Ҡыҙым кил, һин бында ултыр. Аҡъяулыҡты бирегеҙ әле.

Ҡыҙҙы уртаға ултыртып, башына яулыҡ яба.Бисмилла уҡый.

  • Ҡот – ул йәндең тыныслығы, йөрәктең һау-сәләмәт булыуы. Ныҡ итеп ҡурҡҡан кешенең ҡото, ҡобараһы осҡан тиҙәр. Ҡот йөрәк кәртәһен йыртып сығып осоп китә. Бала булһынмы, оломо – ҡото осҡан кеше тыныслығын юғалта, юҡтан ғына тертләй, ҡурҡа, шөбһәләнә башлай. Ҡотто кире саҡырып ҡайтармаһаң, ул кеше ауырыуға һабышасаҡ.
  • Килен, әҙер булдымы һыуың?(килен һыу индерә, сүмес менән)
  • Бисмиллаһы рахмани рәхим. Ҡайт ҡотом, ҡайт ҡотом.

Мөрйәнән сыҡһаң, мөрйәнән ҡайт,

Ишектән сыҡһаң, ишектән ҡайт,

Тишектән сыҡһаң, тишектән ҡайт.

Ҡайҙан осоп сыҡтың, шунан ҡайт!

Әбей бер сүместән икенсе сүмескә ҡоя. Килеп сыҡҡан һынды ҡарай.

  • Бына бер нәмә килеп сыҡты! Был нимәгә оҡшаған балалар? Эткә, әйе, дөрөҫ, эткә оҡшаған. Ҡыҙым эттән ҡурҡҡандыр.
  • Ҡәйнәм, ана, теге урамда бәйһеҙ эттәр йөрөй ине бәйһеҙ, шунан ҡурҡҡандыр инде. Эй алла.
  • Әйҙәгеҙ ҡыҙҙарым, ултырып арып киткәнһегеҙҙер. Бейеп алайыҡ, ҡыҙымдың ҡото тиҙерәк килһен өсөн.

Бейеү «Ете ҡыҙ»

  • Тағын берҙе ҡояйыҡ әле, йөрәген сығарғансы ҡыҙымдың.
  • Бисмиллаһы рахмани рәхим. Ҡайт ҡотом, ҡайт ҡотом.

Мөрйәнән сыҡһаң, мөрйәнән ҡайт,

Ишектән сыҡһаң, ишектән ҡайт,

Тишектән сыҡһаң, тишектән ҡайт.

Ҡайҙан осоп сыҡтың, шунан ҡайт!

  • Минең бәләкәстәрем шиғыр ҙа ятлап килгәндәр, йәгеҙ әле, һөйләп ишеттерегеҙ.

Линар:

Ҡотом әмере буйынса,

Ҡорҡот әмере буйынса.

Ҡорҡот атай, ҡотоң бир.

Түлкә атай, ҡотоң бир.

Ҡотом ҡайҙа – мин шунда,

Ҡотом ҡайҙа – мин шунда.

            Милена:

           - Эй, дух, эй, дух,

           Приди, когда зовут,

           У опечаленного и больного

           Найди и приведи хозяина.

           Дарина:

           - Кил, ҡотом, кил, ҡотом!

          Ағын һыуҙы йөҙөп сыҡ,

          Бөтәһен дә уҙып сыҡ!

          Кил, ҡотом, кил, ҡотом! 

Әбей бер сүместән икенсе сүмескә ҡоя. Килеп сыҡҡан һынды ҡарай.

  • Тағын берҙе ҡояйыҡ әле, йөрәген сығарғансы ҡыҙымдың. Был нимә килеп сыҡты ул? Мин быны бер йәнлеккә лә, хайуанға ла , ҡош-ҡортҡа ла оҡшата алмайы, был нимә ул?
  • Был бит амангаз, йәнһүрәттән. Интернеттан йүнһеҙ йәнһүрәттәр ҡарап, ҡурҡҡан инде ҡыҙым.
  • Тағын берҙе ҡояйыҡ әле, йөрәген сығарғансы ҡыҙымдың.
  • Бисмиллаһы рахмани рәхим. Ҡайт ҡотом, ҡайт ҡотом.

Мөрйәнән сыҡһаң, мөрйәнән ҡайт,

Ишектән сыҡһаң, ишектән ҡайт,

Тишектән сыҡһаң, тишектән ҡайт.

Ҡайҙан осоп сыҡтың, шунан ҡайт!

Әбей бер сүместән икенсе сүмескә ҡоя. Килеп сыҡҡан һынды ҡарай.

  • Был нимә ул? Әйе, йөрәк. Бына, тырышҡас, күршеләрем менән, ҡыҙымдың ҡотон да ҡайтарҙыҡ. Рәхмәт балаларым. Бергәләгән яу ҡайтарған тей, бына беҙ бергәләп тырышып, ҡыҙымдың ҡотон да ҡайтарҙыҡ.
  • Сара ҡыҙым мәҡәл беләм тей, әйҙәгеҙ тыңлайыҡ әле.

Сара: - Арбауын белһәң, ҡара йылан да ҡрышмай.

  • Афарин ҡыҙым, бик дөрөҫ мәҡәл. Ултырып арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ уйнап алайыҡ.

Йәшерәм яулыҡ уйыны.

     Балалар түңәрәк яһап теҙелешеп ултыралар. Бер бала яулыҡ алал ла йөҙҙәре менән түңәрәк эсенә ҡарап ултырған иптәштәрен тирәләй йөрөй башлай. Бергәләп:

Йәшерәм яулыҡ,

Йәшерәм яулыҡ

Йәшел ҡайын аҫтына.

Һиҙҙермәйсә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

    Шул арала яулыҡты берәйһенең артына һиҙҙермәйсә һалып китә. Йыр бөтөп, яулыҡ һалыусы туҡтағас, барыһы ла үҙ тирәләрен ҡарай. Яулыҡ кем янына һалып ҡалдырылған – шул кеше яулыҡ һалыусы булып ҡала. Ә тегенеһе уның урынына ултыра. Уйын шул рәүешле дауам итә.

  • Рәхмәт балалар, уйнап та алдыҡ. Килен бар, күршеләрҙе оҙатып ҡуй. Бына, иртән тороп сәк-сәк бешергәйнем, күстәнәскә биреп ебәрәйем, ҡайтҡас тәмләп сәй эсерегеҙ,
  • Ошоноң менән беҙҙең байрам тамам, ҡарап ултырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Йола бәйрәме "Карга боткасы"

Ход праздникаХод праздникаЗал празднично украшен. На одной стороне макеты деревенских домов, на другой - пейзаж весенней полянки. Звучит веселая мелодия.Воспитатель. В давние времена думали, что ...

"Ҡар һыуына барыу" йолаһы

Башкортостан Республикаһы Сибай ҡалаһыҡала округының «Ҡояшҡай» дөйөм үҫтереү  балалар баҡсаһымуниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы...

"Буҙа бешеү йолаһы"фольклор

Маҡсат:Балаларҙы башҡорт халҡының милли йолалары менән таныштырыуҙы дауам итеү.Буҙа эсемлегенең кеше организмына булған файҙаһы,уның ниндәй компонененттарҙан,нисек эшләнеүе тураһында бәйен итеү.Буҙа б...

"Кейеҙ баҫыу йолаһы" конспект занятия по башкирскому фольклору

цель: познакомить детей с народно -прикладным творчеством башкир- войлоковалянием...

“Ҡот ҡойоу йолаһы» дәресе.

Балаларҙа башҡорт халҡының байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, уларҙа етеҙлек, талапсанлыҡ, ныҡышмалылылыҡ, әүҙемлек, тапҡырлыҡ, сослоҡ...

"Бәпескә исем ҡушыу" йолаһы.

laquo;Исем ҡушыу йолаһы башҡорт халҡында Ислам дине талаптарына ярашлы башҡарылған. Мулла саҡырғандар, Кендек инәһен, яҡын туғандарын йыйғандар. Өйгә шайтан инмәһен өсөн, мулла килгәнсе ишек-тәҙрәләр...

Башҡорт халҡында бала үҫтереү йолаһы.Музыкаль сара

Маҡсат:Башҡорт халҡынын ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менәң таныштырыүҙы дауам итеү, белемде тулындырыу.Халыҡтың борондан килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кейеме, йыр – моңона, бейеүҙәренә, уйындар...