Долгосрочный проект для средней группы
проект (средняя группа)
Долгосрочный проект для средней группы на башкирском языке "Башкортостан - мой край родной".
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
proekt_2.docx | 26.27 КБ |
Предварительный просмотр:
Проект:«Башкортостан минең тыуған илем»
Проекттың авторы: юғары категориялы тәрбиәсе Сәлишева Зөлфирә Нурулла ҡыҙы.
Төркөм:уртансы
Проекттың төрө:оҙайлы
Проектты үткәреү ваҡыты: ғинуар-октябрь
Проектта ҡатнашыусылар: уртансы төркөм балалары, ата әсәләре,тәрбиәселәр,музыка етәксеһе.
Проекттың маҡсаты:
Балаларҙы башҡорт халҡының ғөрөф ғәҙәттәре,милли үҙенсәлектәре менән таныштырыу,тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Бурыстар:
- Балаларға “Бәләкәй тыуған ил” төшөнсәһен аңлатыу.
- Тыуған ил, уның тарихы һәм мәҙәниәте тураһында тәүге күҙаллауҙарын формалаштырыу.
- Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар, уларҙың теле, мәҙәниәте тураһында башланғыс төшөнсәләр биреү.
- Башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаев менән таныштырыу.
- Тыуған яҡта үҫкән үҫемлектәр менән таныштырыу, тыуған яҡта йәшәүсе йәнлектәр, ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү.
- Тыуған яҡтың тәбиғәтенә ҡарата һаҡсыл ҡараш үҫтереү.
- Балаларҙа тыуған республикабыҙға,районыбыҙға,ауылыбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
- Балаларҙа дөйөм белемгә ынтылыш үҫтереү,ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын арттырыу.
- Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ арттырыу,һөйләшеү теләге булдырыу.
Эшмәкәрлек төрҙәре: аң-белем үҫтереү,уйын, телмәр,ижад.
Принциптар:
- балалар менән өлкәндәрҙең берҙәм эшмәкәрлектәре;
- балаларҙың төрлө эш өлкәләрендәге башланғыстарына булышлыҡ итергә ;
- ата әсәләр менән берлектә эшләү.
Актуаллек:
Патириотизм – ул кешеләрҙең рухи һәм әхләҡи сифаттары: тыуған йортоңа,ереңә,үҙ телеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү ул, илеңдең героик үткәне һәм хәҙергеһе менән ғорурлана белеү. Балаларҙа патириотик тойғо формалаштырыу үҙенән үҙе килеп тыумай.Баланың кескәй сағынан алып эҙмә эҙлекле алып барылырға тейеш был эш.Ул өйҙән башланып,балалар баҡсаһында, мәктәптә һәм кешенең ғүмере буйы нығытыла.
Баланың кескәй саҡтан уҡ үҙ телен ишетеп,үҙ телендә һөйләшеп үҫеүе патриотик хистәр тәрбиәләүҙә бик мөһим сығанаҡ булып тора. Уларҙа барыһынан да алда үҙ ғаиләһенә, тыуған йортона,ауылына,уны уратып үҫкән тәбиғәткә, тыуған иленә һөйөү үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә.Яҡшыраҡ белгән, нығыраҡ яратҡан нимәнең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең.
Балаларҙа тыуған ергә һөйөү үҫтереү әхләҡи тәрбиәһенең иң мөһим өлөшө булып тора.
Проект эшмәкәрлеген ойоштороу планы.
I этап – әҙерлек | |||
Үтәлеү ваҡыты | Эшмәкәрлек | Яуаплы кешеләр | |
Ғинуар |
| Ата-әсәләр, тәрбиәселәр. | |
II этап – проект өҫтөндә эшләү | |||
Үтәлеү ваҡыты | Саралар | Яуаплылар | |
Февраль |
| Тәрбиәселәр Ата-әсәләр Музыка етәксеһе | |
Март |
| Тәрбиәсе Музыка етәксеһе Ата - әсәләр | |
Апрель |
| Тәрбиәсе Музыка етәксеһе Ата - әсәләр | |
Май |
| Тәрбиәсе Ата –әсәләр Музыка етәксеһе | |
Июнь,июль, август |
| Тәрбиәсе Ата –әсәләр Музыка етәксеһе | |
III этап – итоговый | |||
Сентябрь |
| Тәрбиәсе Ата –әсәләр Музыка етәксеһе | |
Октябрь |
| Тәрбиәсе Ата –әсәләр Музыка етәксеһе |
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.“Башҡортостан – тыуған илем” Мәктәпкәсә йәштәге балаларға Башҡортостан Республикаһын өйрәнеү программаһы.
2.”Салауат Юлаев образы кескәйҙәр өсөн” Мәктәпкәсә йәштәге балаларға гражданлыҡ –патриотик тәрбиә биреү программаһы.
3.”Кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә этномузей” Ф.Г.Аҙнабаева,Ф.Ф.Ҡаһарманова
4.”Уйнай –уйнай үҫәбеҙ” Нафиҡова З.Ғ.
5.”Я живу в Башкортостане”Ф.Губайдуллина
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Долгосрочный проект в средней группе « Как жили люди на Руси »
В наше неспокойное время, полное противоречий и тревог, когда привычными стали слова « безнравственность », « бездуховность », мы, воспитатели задумываемся о том, какими вырастут наши дети. С ра...
Долгосрочный проект в средней группе "В поисках невидимки"
Детское экспериментирование-это важнейший вид поисковой деятельности и позволяет ребёнку моделировать в своём сознании карту мира, основанную на собственных наблюдениях, опытах, установление взаимосвя...
"Я б в строители пошёл" долгосрочный проект в средней группе по конструированию из ЛЕГО-материала
долгосрочный проект по конструированию ЛЕГО...
Долгосрочный проект для средней группы "Красавица берёзка"
Проект направлен на формирование представления детей о самом почитаемом дереве в России – берёзе. В ходе проекта дети знакомятся с рассказами, стихами, песнями, загадками о берёзе...
Долгосрочный проект в средней группе: "Природа глазами детей!"
Долгосрочный проект в средней группе: "Природа глазами детей!"...
ДОЛГОСРОЧНЫЙ ПРОЕКТ В СРЕДНЕЙ ГРУППЕ «Вода - водичка »
ДОЛГОСРОЧНЫЙ ПРОЕКТВ СРЕДНЕЙ ГРУППЕ«Вода - водичка » Актуальность:Проект разработан в силу особой актуальности, проблемы воспитания экологической культуры дошкольников.Эко...