"Моя родословная" сценарий
материал

Янбердина Зарина Фаритовна

Шэжэрэ байрам

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon shezhere.doc47.5 КБ

Предварительный просмотр:

                 Шәжәрә байрамы.

Ҡурай моңо. Сәхнә биҙәлгән. Тирмә тора, тал менән ситән үрелгән, бер яҡта умарта тора. Самауыр, батман, ағас һауыттары.

Ағас ҡуйылған, атрибут яҙылған, ситтә йүгән өҙәңгеле эленгән.

Әкрен генә ҡурай моңо ишетелә, моң көсәйә.

Ҡатай ҡыҙы (Зарина Фарит ҡыҙы) әкрен генә сыға:

                        Милләтем – башҡорт,

                        Ырыуым – Ҡатай,

                        Тамғам – балға,

                        Ағасым – ҡарама,

                        Ҡошом – ҡоҙғон,

                        Ораныбыҙ – Аҡтайлаҡ.

Беҙҙе Инйәр ҡатайҙары тип йөрөтәләр, сөнки:

                        Инйәр һыуын эсеп үҫтем,

                        Инйәрҙә сәсем йыуҙым,

                        Ғәбдөк һауаһын һуланым

                        Һулыштарым киңәйҙе.

«Инйәр һылыуы» бейеүен башҡара.

Ҡолман бей  сығып ултыра.

Сәхнәгә ике егет сыға. Арҡаларында уҡ-һаҙаҡ, йәйә элгәндәр, милли костюмда, баштарында түбәтәй, аяҡтарында – сабата.

Ҡолман бей: Бына уландарым, күп ерҙәр үттек, күп һыуҙар кистек, ошонан да хозур урын тапманыҡ. Әйҙәгеҙ, ошо урынды төйәк итәйек. Был урын  йәнлектәргә лә бай, һунарсылыҡ менән шөғөлләнербеҙ. Солоҡсолоҡҡа ла урмандар бай. Ҡымыҙ эсербеҙ. Тәнгә сихәт, йәнгә дауа булыр.

Ҡымыҙ килтереп сығара.

- Бына батшанан да Инйәр буйҙарын төйәк итергә ярлыҡ ҡағыҙы алып ҡайттым. Уландарым, һеҙгә уны тапшырам.(Сығып китә).

1-се малай: Зур рәхмәт һеҙгә, Ҡолман бей.

Ҡурай моңо.

2-се малай (алға килеп):

                        Урал буйҙайҡары армыт-армыт

                        Беҙҙең төйәккә әсә булған ул.

                        Тулҡынланып аҡҡан Инйәр буйҙарына

                        Ҡатайҙарҙы туплап йыйған ул.

1-се малай:

                        Йөрәктәрҙең түрҙәрендә

                        Урын алған ер бит ул.

                        Тыуған ерем, йәнтөйәгем,

                        Ер шарында бер бит ул.

Малайҙар сығып китә.

Ҡатай ҡыҙы  килеп сыға:

Бына шулай килеп урынлашҡан Ҡатай ырыуы йәмлә Инйәр буйына. Улар һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм дә малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

Ғүмерҙәре эш менән генә үтмәгән, ә байрамдары, йолалары бик күп булған. Яҙ һайын, ялан ере булмаһа ла, һабантуйҙар үткәрелә. Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡаҙ өмәһе, Уңыш байрамдары, Исем ҡушыу йолалары әле лә бар.

Башҡортостандағы күп данлыҡлы шәхестәр ошо ырыуҙан. Башҡортостандың халыҡ артистары Арслан Мөбәрәков һәм ҡыҙы Гөлли Мөбәрәкова, композитор Захир Исмәғилев, күренекле рәссам Ф. Исмәғилев, кинорежиссер, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театрының директоры Р.Исмәғилев, халыҡ яҙыусылары Я.Хамматов, Т.Сәғитов, М.Тажи, Рәсәй исемендәге өлкән күҙ табибы Эрнст Мулдашев, Башҡортостандың премьер-министры Р.Бәйдәүләтов, халыҡ ҡурайсыһы – Азат Айытҡолов, гармунсы – Салауатов Салауат, халыҡ йырсылары Ғәли Рәмзин, Роза Аҡһунова, эстрада йырсылары Д.Ғәниев, И.Ғәзизов, Гүзәл Шәһисолтанова һ.б.

Ә бөгөн һеҙҙең менән осрашыуға Ҡатай ырыуының ҙур шәхесе әҙәбиәт өлкәһендә ҙур белгес Юлай Котдос улы Хибатов килде. Һүҙҙе уға бирәйем.

Ҡатай ҡыҙы  шәжәрә тотоп сыға.

                        Борон булған Исмәғил

                        Унан тыуа өс ул

                        Ғәрип, Сәлих һәм Сәғит

                        Сәғиттән тыуа Фәтҡулла,

                        Ҡустыһы Тәҡиулла

                        Ошо ерҙә төпләнеп

                        Матурлап донъя ҡора.

                        Фәтҡулланан тыуа тағы

                        Сәйфулла, Ниғмәтулла

                        Заманынса белем алып

                        Ниғәмәт мулла була.

                        Ниғәмәттән  - Шәрифулла

                        Төхвәтулла, Бәймулла.

                        Шәрифулла ғүмер бирә

                        Үҙе лә өс уланға

                        Айрат, Айҙар, Бәйтулла.

                        Айратта, иһә, дүрт улан

                        Шәжәрә ебен һүтә

                        Сәғит, Алмаз, Илдар, Илнур

                        Араны дауам итә.

                        


                        Сәғит араһында иң йәше

                        Сәғит улы Шайморат

                        Бөгөн ошо сабыйҙы

                        Күрергә килдек ҙурлап.

Музыка ишетелә, бәпес илаған тауыш.

Кендек инәй (Расима Халил ҡыҙы) килеп сыға.

Ҡулында бәпес итеп төрөлгән ҡурсаҡ.

- Һөйөнсө! Һөйөнсө! Бәпесебеҙ тыуҙы, аллаға шөкөр! Имен-аман.

                        Уңын бир!

                        Йүнен бир!

                        Йүнен бир!

                        Уңын бир!

Ә ҡайҙа атаһы? Һөйөнсө! Һөйөнсөгә нимә?

Атай килеп сыға: Һөйөнсөгә бер баш ҡолонло бейә бирәм. Рәхмәт, Кендек инәй!

Атай бәпесте ҡулына ала.

Кендек инәй: Бәхетле, тәүфиҡлы бул!

        Татлы телле бул!

        Таштай ныҡ бул!

        Бүрәнәләй бүкән бул!

Ә өләсәһе ҡайҙа уның? Өләсәһе-е? (Эҙләй).

Өләсәһе килеп сыға.

Кендек инәй: Өләсәһе! Исемһеҙ баланы бер генә сәғәткә лә бишеккә һалырға ярамай. Исемһеҙ ҡалһа, ен-пәрейзәр алыштыра, улар үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрәләр, ти. Шуға ла беҙ улығыҙға исем ҡушайыҡ. Әйҙә, әле әсәһен алып сыҡ, өләсәһе.

Өләсәй әсәйҙе килтерә.

Бәпесте мендәргә һалып Кендек инәй бәпескә исем ҡысҡыра. Исемең Шайморат булһын! Шайморат булһын!

        Тфү-тфу! Үҙеңә күҙ теймәһен!

        Тупраҡтай сабыр бул!

        Тупраҡтай табыр бул!

        Тупраҡтай таҙа бул!

        Тупраҡтан алған балам!

Өләсәһе:        Ата-әсәңә шәфҡәтле бул!

        Олоға кесе бул!

        Кесегә оло бул!

        Уң ҡолағыңа – аҙ ал

        Һул ҡолағыңа исем!

        Шайморат атлы булырһың.

Әсәй (бәпесен ҡулға алып):

        Һәтес-һәтес, һәтес тә,

        Бигерәк матур бәпес тә

        Кем ҡарамай, кем һоҡланмай

        Бындай матур бәпескә.

Улым! Беҙгә изгелекле, илгә -  игелекле бул.

Өләсәй: Әйҙәгеҙ, ҡәҙерлеләрем, Шаймораттың сәйен эсеп алайыҡ!

Өләсәй сәй әҙерләй. Кендек инәй түшәккә менеп ултыра. Атай менән әсәй Шайморатты сәңгелдәктә бәүелтәләр. Әсәһе көйләй.

Шул ваҡыт ишек шаҡыйҙар.

Өләсәй ишекте аса ла;

  • У-у! Беҙгә Шайморатты күрергә ҡыҙҙар-малайҙар килгән инәй!

Бүләктәр тотҡан балалар керә:

1-се малай: Һаумыһығыҙ, инәй!

Ҡыҙҙар: Беҙ бәпес күрергә килдек!

Өләсәй: Һаубыҙ. Балаҡайҙар. Әйҙүк! Түрҙән уҙығыҙ.

2-се малай: Бәпес күрергә, майлы ҡоймаҡ ашарға килдек.

Кендек инәй: Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, малайҙар! Бына бәпесебеҙ! Күҙ тейгеҙмәгеҙ инде!

2-се ҡыҙ: Атаңа шәфҡәтле бул!

        Әсәңә ярҙамсы бул!

1-се малай: Атаңдан олоға, бабай, тиң

                Үҙеңдән олоға, ағай, тиң.

1-се ҡыҙ: Әсәңдән олоға, инәй, тиң

        Үҙеңдән олоға, апай, тиң.

2-се малай: Тәүфиҡлы бул! Бәхетле бул!

3-сө малай: Үҫкәс беҙҙең кеүек зирәк бул! Аҡыллы бул!

Әсәй: Туғандарым, Шайморатты күрҙегеҙ, хәҙер, әйҙәгенҙ, ҡоймаҡлап сәй эсеп алайыҡ. (Балаларҙы сәй эсергә ултырта).

1-се ҡыҙ: Сәй бик тәмле! Ҡыҙҙар! Малайҙар, әйҙәгеҙ, Шайморатҡа үҙебеҙҙең һөнәрҙәребеҙҙе күрһәтәйек!

1-се малай: Ысынлап та, Сәлимә! Һөнәреңде күрһәт әле! Һин бик оҫта бейейһең.

2-се ҡыҙ бейей.

3-сө малай: Ә Айтуған матур йырлай. Әйҙә ул йырлаһын!

2-се малай йырлай.

1-се ҡыҙ: Мин дә үҙемдең һөнәремде күрһәтәйем дә, думбырала уйнай беләм бит. (Думбырала уйнай).

Кендек инәй: Вәт, рахмәт, балаҡайҙар. Шайморатты шулай ҙурлап килгәнегеҙ өсөн. Шайморат та ҙур үҫкәс, һеҙҙең кеүек йыр-бейеүгә оҫта булыр!

1-се малай: Үҙегеҙгә рәхмәт, инәй!

2-се ҡыҙ: Беҙ тағы ла килербеҙ!

3-сө малай: Шайморат менән уйнарбыҙ!

Балалар: Һау булығыҙ, Инәйҙәр!

(Сығып китәләр).

Ҡорған 1 минутҡа ябыла.

Шул уҡ сәхнә. Музыка.

Әсәй шәл бәйләй. Атаһы иҙәнгә ултырып, Шайморат менән уйнай. Ул улының ҡулын тотҡан:

  • Улым, Шайморатым! Һин тәү башлап ергә аяҡ баҫтың. Ошо изге ерҙән төплө аяғың менән атла. Һин беҙҙең быуынды дауам итеүсе.

Әсәһе килеп ултыра: Атай-олатайҙарың кеүек батыр бул! Иманлы бул!

Атай: Таштай ныҡ бул!

         Бүрәнәләй бүкән бул!

         Рәхим итеп атал беҙҙең юлдан.

Музыка көсәйә. Шайморат сәхнә түрендә.

Алып барыусы: Һеҙҙең алда Сәғит араһының иң йәш быуыны – Шайморат! Тимәк, Сәғит араһы дауам итә.