Музыканан дәрес конспекты "Кемден тауышы?"
план-конспект урока (средняя группа)
Маҡсат: Балаларҙы хайуандар һәм ҡоштарҙың тауышы менән таныштырыуҙы дауам итеү, ҡалын һәм нәҙек тауыштарҙы айыра белеy,музыкаль һәләттәрҙе yҫтереy(ритм,слух),йырлау һәм музыкаға хәрәкәт итеyҙе яйға һалыу.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Музыканан дәрес конспекты "Кемден тауышы?" | 24.04 КБ |
Онлайн-тренажёры музыкального слухаМузыкальная академия
Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей
Современно, удобно, эффективно
Предварительный просмотр:
Кемден тауышы?(мәктәпкәсә йәштәге урта төркөм балалар өсөн музыканан дәрес конспекты)
Составила: музыкальный руководить Ахметова Зульфия Буранбаевна
Маҡсат: Балаларҙы хайуандар һәм ҡоштарҙың тауышы менән таныштырыуҙы дауам итеү, ҡалын һәм нәҙек тауыштарҙы айыра белеy,музыкаль һәләттәрҙе yҫтереy(ритм,слух),йырлау һәм музыкаға хәрәкәт итеyҙе яйға һалыу.
Yҫеш эшмәкәрлеге: аралашыу һәләтен, ваҡ һәм эре маториканы, иғтибарлылыҡты, уйлау, күреү һәм ишетеү һәләттәрен һәм телмәрҙе үҫтереү;
Тәрбиәyи эшмәкәрлек: тирә-йүнгә һаҡсыл ҡараш, бер-беренде,ғаиләнде хөрмәт итеү тойғоһо тәрбиәләү.
Белем алыу эшмәкәрлеге: тәбиғәт менән таныштырыу, социаль-коммуникатив үҫеш, физик үҫеш, телмәр үҫтереү, художестволы-эстетик үҫеш.
Йыһаз: ноутбук,йәнлектәр, ҡоштар һыны, маскалар, тyбәтәйҙәр, декорация һ.б.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу мәле.
- Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡтар килгән! Әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшеп алайыҡ.
Һаумыһығыҙ, устарым, cәп-сәп-сәпәкәй,
Һаумыһығыҙ, аяҡтар, топ-топ-топ,
Һаумыһығыҙ, биттәрем, плюх-плюх-плюх,
Һаумыһығыҙ, ирендәр, чмок-чмок-чмок,
Һаумыһығыҙ, тештәрем, шылҡ-шылҡ-шылҡ,
Һаумы минең танауым, би-би-би,
Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар!
Шиғырҙы һөйләп бөткәс илаған бәпкә тауышы ишетелә.
- Балалар, ишетәһегеҙме, ниндәй тауыш ул? (бәпкә килеп сыға)
- Һаумыһығыҙ, балалар. Һеҙ минең әсәйемде күрмәнегеҙме?
- Әсәйенден тауышы нисек һуң ?
- Мин белмәйем? (илай)
- Ҡайғырма, бәпкәм, беҙ һиңә ярҙам итербеҙ. Балалар, бәпкәгә әсәһен тауышынан табырға ярҙам итәйекме?Эйе.
- Төп өлөш.
Музыкаль уйын “Кемдең тауышы?”
- Балалар, бөтәгеҙҙең дә атай-әсәйҙәрегеҙ бар, уларҙын тауыштары төрлөсә.
- Айзилә, һинен әсәйеңдең тауышы нисек;нәҙекме,ҡалынмы?(атайҙар-ҡалын,(тyбән),әсәйҙәр-нәҙек тауышлы)
- Бына тынлап ҡарағыҙ әле, былар ниндәй тауыштар?
- Ул кемдәр йырлай икән?Бәпкәнен әсәһе тугелме икән? (үгеҙ, ат,әтәс,эт , кәзә, себеш,ҡаҙ)
Иң аҙаҡтан ғына ҡаҙ тауышын тынлатам.Ҡаҙ балалар менән иҫәнләшә, бәпкәһе менән осрашҡанға шатлана.
- Балалар, ҡаҙ һеҙгә рәхмәт әйтә һәм уның һеҙҙең менән бейегеһе килә. Йырлап-бейеп алайыҡмы?
- Ҡурай тауышы янғырай.( балаларға башлыҡтар кейҙерелә,уҙем тиҙ генә өләсәй булам,декорация ҡуйыла)
- Йырлы-бейеy “Ике кунелле ҡаҙ” .
Иии,бәпкәләрем,мин һеҙгә ҡыуанам, ә һеҙ бәпкәнен әсәһен тапҡанға,шулай бит.(башлыҡтар сиселә)
- Ял минуты.
- Балалар, арып киткәнһегеҙҙер. Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.
Әтәс менгән ситәнгә, (ҡулдарҙы әтәс кеүек “ҡағырға”)
Ҡысҡыра ки-ки-ри-ку, (муйынды ике тапҡыр алға һуҙырға)
Тауыҡтар тора борсолоп, (башты бер уң, бер һулға бороу – 4 тапҡыр)
Хәҙер ҡолап төшә, тип.
- Бармаҡ уйыны “Ғаилә”.
- Балалар, һеҙгә ҡаҙ рәхмәт әйтә, “Ғаилә” тигән бармаҡ уйыны алып килгән,өйрәнәбеҙме?
- Әйҙәгеҙ, дөрөҫ һәм унайлы итеп ултырып тынлайбыҙ һәм ҡушылып ҡабатлайбыҙ.
- Уйын оҡшанымы? (Эйе,бик матур уйын)
- Уйында нисә кеше ҡатнаша? (5 кеше:Атай,әсәй,ағай,апай һәм бәпес.)
- Әйҙәгеҙ,бергәләп аяғөҫтө тороп, тағы ла нығытып йырлайыҡ (Атай бармаҡ-2т.,һин ҡайҙа ...)
- Үҙ аллы йырлау, ярҙам итеү.
- Балалар, ҡаҙға бәпкәһе менән ҡайтырға ваҡыт етте. Әйҙәгеҙ, улар менән хушлашайыҡ.
Һау булығыҙ, һау булығыҙ, беҙгә тағы килегеҙ,
Һау булығыҙ, һау булығыҙ, бергәләшеп уйнарбыҙ.
Ҡаҙ бәпкәһе менән хушлашып сығып китә.
- Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
- Нимәләр тураһында һөйләштек?
- Кемдең әсәһен эҙләнек?
- Һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙҙе тауышынан таныйһығыҙмы?
Ваҡытҡа ҡарап,”Шаян йыр” менән дәресте тамамларға мөмкин.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Өлкәндәр төркөмө өсөн музыканан“Болоттар” дәрес конспекты
Өлкәндәр төркөмө өсөн музыканан“Болоттар” дәрес конспекты...