Уныш байрамы
план-конспект занятия (старшая группа) на тему

Ибрагимова Линара Ансаровна

Саршая группа

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Уныш байрамы21.81 КБ

Предварительный просмотр:

Икмәк – бөтәһенә лә баш!

Өлкән төркөмдә Көҙ байрамы

Зал төҫлө япраҡтар менән байрамса биҙәлгән. Һалмаҡ көй аҫтында балалар тәрбиәсе менән залға инәләр.

Сара барышы:

Алып барыусы:  Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән йыл да үтә торған көҙгө байрамға йыйылдыҡ.

Ни арала йәй үтте,

Матур көҙ килеп етте.

Шалыҡ тулы был байрамды

Балалар күптән көттө! 

 

1-се бала:

Бөгөн беҙҙә матур байрам,

Бөгөн беҙҙә көҙгө бал.

Бөгөн көҙгө байлыҡ менән

Биҙәлгән бит беҙҙең зал.

2-се бала:

Ергә япраҡ ҡойолған,

Һап-һары келәм булған.

Япраҡтарҙы беҙ йыябыҙ,
Букет яһап ҡуябыҙ. 

3-сө бала: 

Көҙ көндәре килеп етте,

Хушлашабыҙ йәй менән.

Бөгөн ергә япраҡтарҙан

Алтын келәм йәйелгән.

Йыр “Иманлы ил”

А.б. : Балалар , тыңлағыҙ әле, мин һеҙгә бер мәҡәл әйтәм. 

Яҙҙың  байлығы – ҡояш,

Көҙҙөң байлығы – нимә? (Уңыш.)

 

Алып барыусы:

Көҙ  килде,

Уңыш булды.

Муллыҡ менән

Баҙҙар тулды.

  • Балалар, көҙгө муллыҡтың ни икәнен һеҙ беләһегеҙҙер инде. Баҫыуҙарҙан йыйып алынған иген, баҡсаларҙан йыйылған йәшелсә, еләк-емеш ул. Ә уларҙың беҙҙең өсөн файҙаһы бик ҙур. 

4-се бала:

Көҙ көндәре бик күңелле,

Бик күп емештәр бешә.

Помидор, ҡарбуз өлгөрә,

Алмалар өҙөлөп төшә.

 5-се бала:

Көҙ апай килә баҙарҙан,

Нимә генә алмаған:

Ҡайындарға – һары яулыҡ,

Миләшкә – ҡыҙыл мунсаҡ,

Сейәгә – көрән алҡалар,

Ал да ҡолағыңа таҡ!

6-сы бала:

Көҙ шулай төрлө төҫтәргә

Буяй бөтә ерҙе лә.

Емеш-еләк менән һыйлай

Шатландырып беҙҙе лә.

Бейеү-йыр “Йәшелсәләр”

Тәрбиәсе:

Көҙ байрамына беҙгә

Кемдер ашҡынып килә.

Тыңлайыҡсы, тауышын,          (Көслө ел иҫә)

Йә әйтегеҙ, кем белә?

Залға Ел-малай йүгереп инә.

Ел-малай: Йөрөйөм мин йүгереп

Бик күп илдәрҙе гиҙеп.

Тәҙрәнән килеп индем

Һеҙҙә байрамды күреп.

 Ел:  Мин – ел! Бөгөн япраҡтар байрамы! Әйҙәгеҙ, дуҫҡайҙарым, бына ошо япраҡтар менән бейергә!

Бейеү “Япраҡтар”

Ел: Минең  эшем күп, ашығам. Мин остом, остом, остом!

Тәрбиәсе: Ярай, ел дуҫҡай! Һау бул! Балалар! Ҡарағыҙ әле, кемдер беҙҙең байрамға ашыға. Ҡаршы алырға әҙерләнәйек әле.

Сағыу төҫтәрен таратып

Килеп етте Көҙ апай.

Ғорурланып һәм шатланып

Ул Ер йөҙөнән атлай.

ттТТТТТатттттллллорәрТалғбиячеТалғын көйгә бейепТ

Талғын көйгә бейей-бейей Көҙ килеп инә.

Көҙ: Һаумыһығыҙ, минең ҡәҙерлеләрем!

Бөгөн – байрам! Килдем һеҙгә,

Көҙгө байлыҡ ҡулымда.

Муллыҡ һәм байлыҡ теләйем

Кем осраһа юлымда.

Байрамығыҙ ҡотло булһын,

Көҙөгөҙ муллыҡ бирһен,

Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын,

Ҡояштай балҡып торһон!

Йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар әҙерме? 

 Балалар: Эйе, әҙер.

 

7 –се  бала:

Килә  шаулы, алтын  матур  көҙөм,

Япраҡ оса,   көҙгө  ел иҫә.

Тәбиғәте  бигерәк  һоҡландырғыс!

Зарығып көткән көҙ килә!

 

8 -се бала:

Көҙ  килде.

Үләндәр һарғайҙы, шиңде.

Һап-һары  япраҡтар

Ергә  һибелде.

 

9-сы бала:

Бик  күңелле  урамда-

Алтын-һары  бар  донъя,

Ел  япраҡтар  бейетә,

Көҙ  шатлана, туй  итә.

 

10 -сы бала:

Күңелләргә  яҡты  нур  өләшеп,

Шатлыҡ  өҫтәп  һәр бер  йөрәккә,

Үҙ  муллығы  менән  көҙҙәр  килә,

Йомғак  яһап  йәйге  хеҙмәткә.

11-се бала:

Көҙ апай уңған бигерәк,

Күп эштәрен бөтөргән.

Емештәр йыйырға кәрәк,

Улар инде өлгөргән.

 А. б. Балалар! Ҡарағыҙ әле, Көҙ апайҙың кәрзине уңыш менән тулған бит. Әйҙәгеҙ ошо хаҡта йырлап алайыҡ.

Йыр “Уңыш быйыл мул ғына”

 

( Шул вакыт болот сыға – ул көҙҙө ҡыҫырыҡлай, балаларға  ямғыр һибә.)

 Болот: Байрам имеш, Көҙ килә, имеш! Килмәй генә тороғоҙ әле! Бейемәй генә тороғоҙ! Юҡ  һеҙгә байрам! Мине саҡырмаған булып! Хәҙер ямғыр яуҙырып ебәрһәм, булыр әле байрам!

Көҙ: Туҡта, туҡта, болот! Боҙма инде байрамды! Балаларҙың кәйефтәрен төшөрмә!

 

Алып барыусы: Туҡта инде, беҙҙең ҡыҙҙар-малайҙар һиңә бейеүен башҡарып күрһәтерҙәр, кәйефең дә күтәрелер.

Бейеу “Башкорт полька”

 Тәрбиәсе: Көҙ беззен hинэ бер hорау бар?

Тирмэ нимэ була ул, hин белэhенме?

Көҙ: юк белмэйем.

Тәрбиәсе: тирмэ ул элек – электэн ,беззен ата- бабаларзын йэшэу йорто булган. Улар тирмэ короп йэшэгэндэр. Э hэзер  тирмэ коралар байрам конондэ. Богон беззэ лэ байрам, беззэ hеззен менэн тирмэ корайык! Балалар эйзэгез уйнап алайык!

Тирмэ уйыны.

олот:Бию: Кулчатыр белән бию.

Музыка уйнай. Ҡулына түңәрәк икмәк тотоп ондэшэ.

Көҙ: Афариндар! Һеҙҙе Уңыш байрамы менән ҡотлайым!Һеҙ бөгөн көҙгө баҡсанан мул йыйып, ҡыуанышып байрам ойошторғанһығыҙ икән. Ә хәҙер бер йомаҡты сисһәгеҙ, тағы ла ниндәй үҫемлек хаҡында һөйләргә онотҡанығыҙҙы белерһегеҙ.

  • Яҙын сәсәләр, көҙөн уралар, тирмәндә тарталар. Нимә ул? (Икмәк)
  • Дөрөҫ, икмәк. Икмәк – ул беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ.

Бына ул – икмәк,

Тот ике ҡуллап,

Түргә ҡуй уны,

Хөрмәтләп, ҙурлап.

Һаулыҡ-таҙалыҡ менән

Бергә ашарға яҙһын.

Рәхим итеп ауыҙ итегеҙ!

Тәрбиәсе: Көалкаруында  үзләре яраткан шигырьләр, табышма

 Уңышты йыйып бөттөк, имен-һау ашарға яҙһын!

Имен йәшәйек беҙ ҙә.

Алла бирһә осрашырбыҙ

Киләһе алтын көҙҙә.

Көҙ:

Һау булығыҙ, балалар,

Тәрбиәсе: Ошоноң менән беҙҙең Көҙ байрамы тамам.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Уныш бэйрэме" сценария

                  “АЛТЫН КӨЗ”АШХАНӘСЕНДӘ УҢЫШ БӘЙРӘМЕ...

Шежере-байрамы

«Свою родословную знай, традиции семьи уважай, почитай!»...

Кәкүк сәйе байрамы.

Кәкүк сәйе байрамы. Маҡсат:1.     Боронғо йолаларҙы кире ҡайтарыу.2.     Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү.3.     Йолаларға ҡарата, башҡ...

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)

« Ҡарға бутҡаhы » фольклор байрамы. (байрам сценарийы ) - «Воронья каша» народный праздник (Сценарий праздника)Маҡсат: Халыҡтыӊ боронғо йолаларын ҡыҙыҡhыныу уятыу, тирə-яҡ мөхиткə hөйөʏ həм hаҡсыл мөн...

Сәскәләр байрамы

Уртансылар төркөмө өсөн фольклор байрамы сценарийы...

Сценарий "Уныш бэйрэме".

Сценарий празника для детей старшего дошкольного возраста....

“Уныш бабайда кунакта” (Уртанчылар төркемендә көз бәйрәме)

ldquo;Уңыш бабайда кунакта”  (Уртанчылар   төркеме )...