НОД “Урман ҡыҙында ҡунаҡта”
план-конспект занятия (младшая группа) на тему
Бәләкәстәр, урта төркөме өсөн тирә-яҡ менән таныштырыу эшмәкәрлеге.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
urman_kyzynda_kunakta.docx | 16.33 КБ |
Предварительный просмотр:
Бәләкәстәр, урта төркөме өсөн тирә-яҡ менән таныштырыу эшмәкәрлеге.
Тема “Урман ҡыҙында ҡунаҡта”
Маҡсат: Балаларҙы Башҡортостанда ( тыуған еребеҙҙә, урманыбыҙҙа) осраған йәнлектәр тураһында белемдәрен нығытыу, уларҙың йәшәү рәүештәре тураһында башланғыс белем биреү, йомаҡтар , шиғыр юлдары аша тел байлығын арттырыу, уйын ярҙамында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Урман күренеше, ағастар, ҡыуаҡтар, урман көйөнөң , ҡоштар һайрау яҙмаһы, терпе, айыу, ҡуян, тейен, төлкө, бүре уйынсыҡтары, сәскәләр һәм бәшмәк һүрәттәре , ҡурсаҡ-Гөлһылыу, кәрзиндә күстәнәскә –еләк.
Дәресте төҙөнө: тәрбиәсе : Әхмәтйәнова Г.Н.
Дәрес барышы:
Балалар ярым түңәрәк яһап ултыралар , тәрбиәсе ҡулында ҡурсаҡ, ул матур итеп кейенгән (йәйге күлдәк, сәсендә сәскә)
Курсаҡ ҡыҙ: Һаумыһығыҙ! Һеҙ мине беләһегеҙ ме? Мин- Гөлһылыу. Мин йәй ҡыҙы буламын. Һеҙҙең янға килгәндә аптырап ҡалдым, тирә –яҡ ап-аҡ ҡар ята һәм тышта шул хәтлем һыуыҡ. Хәҙер тышта ниндәй миҙгел? (ҡыш) Дөрөҫ, ҡыш миҙгеле. Яңы йылға ла күп ҡалмаған, ә яңы йыл алдынан тылсымлы хәлдәр була. Теләйһегеҙ ме мин һеҙҙе бер аҙға йәйге урманға ҡунаҡҡа саҡырыуымды? Шулай булғас күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙҙа, урман тауышын тыңлағыҙ. (балалар күҙҙәрен йомған арала бүлмәгә эшләргән урман ағастары, ҡыуаҡтар, сәскәләр ҡуйыла. Ағастар артына урман хайуандарының уйынсыҡтарын баҫтырырға, уртаға кәзин ҡуйыла. ) музыка бөткәс балалар күҙҙәрен асалар.
Т: Балалар, беҙ ҡайҙа килеп сыҡтыҡ?
-Урманға!
-Урманда нимәләр үҫә?
-ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр, еләктәр...
-Дөрөҫ, балалар, урманда саф һауа, ҡоштар һайрай. (Ҡоштар тауышының аудио яҙмаһын тыңлау) шул саҡ тейендең илауы ишетелә.
-Балалар, кемдер анау ағас артында илай, барып ҡарайым әле (ағас артынан уйынсыҡ тейенде алып килә)
-Балалар, тейен илай икән. Ниңә илайың тейен дуҫҡай? ( тәрбиәсе ҡолағы турына килтереп). Балалар, тейен дуҫтарын, иптәштәрен юғалтҡан . Улар йәшенмәк уйнағандар икән, тейен улар тураһында шиғыр йә йомаҡ әйтһә генә иптәштәре сыға тейеш,ә тейен бына иптәштәре тураһында шиғырҙарҙы, йомаҡтарҙы онотоп бөткән, беҙ ярҙам итербеҙ ме? Ҡуян тураһында кем шиғыр белә? (теләүселәр ҡуян тураһында шиғыр ятлай)
Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,
Ҡолағы оҙон икән.
Т: бына, ҡалай матур шиғыр беләһегеҙ икән, ҡуянҡай сыҡ ағас артынан.
Ҡуян килә.
Куян ниндәй? Яуаптар( йомшаҡ, ҡурҡаҡ, ҡолағы оҙон, һикерергә ярата, кишер ашай)
Ярай , ҡуянҡай, дуҫың терпекәй янына барып тор әле, мин яңынан бер йомаҡ әйтеп ҡарайым, һеҙ кем икәнен әйтегеҙ.
Ул йәйен, ҡышын, һәр көндә
Энәле кейем кейә.
Уның әсәһе бәпесен
Йомшағым тип һөйә.
Б:- терпе, ана ҡыуаҡтар артында терпе ултыра.
-Балалар, терпене тотоп була мы?
-Юҡ, булмай сөнки ул-энәле. Ул дошманынан шулай һаҡлана, башын энәләре янына боҫа, энәләрен тырпайта.
Көлтә-көлтә ҡойроғом,
Болғай-болғай барамын.
Һарайҙарға инеп мин
Тауыҡ, себеш урлаймын.
Б: -Төлкө!
Т:-Төлкө, дөрөҫ, төлкө кил бында, ағас артында ултырғаныңды күрәбеҙ.
Балалар, төлкө ниндәй? (хәйләкәр, ҡойроҡғо оҙон, йомшаҡ ...)
Ә хәҙер айыу тураһында йомаҡ әйтеп ҡарайыҡ, йә айыу тураһында нимә беләгеҙ, шуны һөйләгеҙ. (балаларҙың яуабы)
-Йәйен урманда батша,
Ҡышын ҡар аҫтында.
Айыу, һин ҡайҙа?
-Балалар, айыу бал ашағым килә, ти. Балды ҡайҙан алайыҡ икән. Әйҙәгеҙ, балҡорттарының башлыҡтарын кейеп балҡорттары булып бал йыйып бирәйек.
Физкультминутка: ( балҡорттарының башлыҡтарын кейеп , безелдәшеп осоп, “урмандағы” “сәскәләр” араһынан осоп бал йыйялар, алып килеп балдарын һауытҡа һалалар)
Т: Айыу, бына һиңә бал.
Айыу: Рәхмәт балалар, бик тәмле булды. Тәрбиәсе ағас төбөндәге матур ҡыҙыл ҡалпаҡлы, аҡ төртөкле бәшмәк күреп ҡалды. Балалар, ҡарағыҙ әле, бик матур бәшмәк, тик ул ағыулы, уға тейергә ярамай. Шулайҙа өҙөп ташларға ла ярамай. Уны ауырыу йәнлектәр һауығыр өсөн ашайҙар, был бәшмәк улар өсөн дарыу, ә кешеләр өсөн ағыу.
Уф, балалар, бик арып киткәнбеҙ, ултырып ял итеп алайыҡ. (Шул саҡ ҡурҡыныс олоу тауышы ишетелә.)
Балалар, мин ҡарап киләйем әле, нимә унда? Бал-р, беҙ бүрене онотҡанбыҙ бит! Эй, бүре, һин үпкәләмә инде.
Бүре: һеҙ минең турала йомаҡ, йә шиғыр беләгеҙ ме?
Балалар: Һоролыр төҫө,
үткерҙер теше.
Урманда йәшәй,
Ашарға эҙләй.
-Эйе балалар, мин ашарға яратам, миңә берәй нәмә ашарға бирегеҙ, юғиһә үҙегеҙҙе ашап ҡуйырмын.
Т: Балалар, кәрзиндәге күстәнәстәрҙе урманда йәшәгән хайуандарға таратып бирәйек. Кишерҙе-кемгә? (Ҡуянға), бәшмәкте? (терпегә),
Сәтләүекте?-(тейенгә), икмәкте? (төлкө менән бүрегә), ә айыуға бал бирҙек. Балалар, беҙ урманға килдек, хайуандар менән уйнаныҡ, ә урман ҡыҙы Гөлһылыу ҡайҙа икән? Әйҙәгеҙ саҡырайыҡ әле, әллә беҙҙе онотоп, алыҫ китте ме икән?
-Гөлһылыу, Гөлһылыу ау-ау!
Гөлһылыу: Мин һеҙҙе онотманым, тик бер аҙ һеҙгә, күстәнәс йыйып оҙаҡлап киттем. Кәрзин менән йыйылған еләктәрен күрһәтә .
Т:-Беҙ урманда һаҡ ҡына, матур итеп, ағастарҙы һындырмай, сәскәләрҙе өҙмәй , бәшмәктәрҙе тапамай гына йөрөнөк. Хайуандар менән уйнаныҡ, улар тураһында күп нәмәләр белдек, шулай мы балалар?
-Эйе!
Йомғаҡлау:
Гөлһылыу: Балалар, урман йәнлектәре һеҙҙе бик маҡтанылар. Һеҙ урманда бик һаҡсыл, тауыштанмай ғына , тәртипле генә үҙегеҙҙе тотҡанһығыҙ, улар тураһында йомаҡтар шиғырҙар күп беләһегеҙ икән, афарин балалар. Шуға күрә мин һеҙгә урман күстәнәсе еләк бирәм, ашарһығыҙ, ҡулдарығыҙҙы йыуғас.
Хәҙер тағы ярым түңәрәккә ултырығыҙ ҙа күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ( урман көйө аҫтында “урман “, йәнлектәр алына) күҙҙәрен асһалар йәнә балалар баҡсаһының уйын бүдмәһендә ултыралар.
Т: Бына балалар беҙ ҡайтып та еттек, Гөлһылыу янына берәй ҡыш та барырбыҙ, ә хәҙер ҡулдарҙы йыуып күстәнәстән ауыҙ итерһегеҙ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Матур да соң кышкы урман
Максат:1.Балаларны кышкы үзгәрешләр,кышкы табигать,кыргый җәнлекләр тормышы белән таныштыру. -балаларны сәнгать әсәрләренең тагын бер төре-пейзаж белән танышт...
Урман җәнлекләре көзге математика аланында
План - конспект...
Кышкы урман
Тема:Кышкы урманда.Бурычлар:1)балаларның олылар белән аралашу теләген хуплау,исем һәм сыйфатларны кулланырга өйрәтү:озын колаклы куян,соры бүре;кыргый хайваннарның тышкы билгеләрен һәм гадәтләре...
"Урман кырларга, килде матур көз!"
Урман, кырларгакилде матур көз.Җәй үтте дипҮкенмибез без....
Дәрес-конспект: УРМАН - ЗУР БАЙЛЫГЫБЫЗ.
Максат: Балаларны Татарстан урманнарында яшәүче җәнлекләр белән таныштыру, табигатьнең гаҗәеп бер сихри дөнья булуын төшендерү һәм аңа сакчыл караш тәрбияләү, табигать кочагында үз-үзеңне дөрес ...
Урман зур байлык!!! Презентация.
Урман зур байлык....