Кескәйҙәр өсөн башҡортса физминуткалар, мәҡәлә
статья (младшая группа) на тему

Мырҙағәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

Кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә физминуткалар, үҙ ижадым

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon fizminutki_murzagalina-isyanbaeva_l.a.doc45 КБ

Предварительный просмотр:

Мырҙагәлина-Иҫәнбаева Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы

        Баәмаҡ ҡалаһы “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе        

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар

   

        Балалар баҡсаһына балаларҙың ике йәштән йөрөй башлауы, уларҙың инде был ваҡыт эсендә бер ни тиклем тәрбиәне, атап әйткәндә, тирә-йүн менән таныш булыуы, хәрәкәт итергә өйрәнеүе, йәғни, үҙенә кәрәкле башланғыс йүнәлеште ғаилә эсендә, ата-әсәһе тәрбиәһе менән алған була. Ләкин ул балала дөрөҫ формалашҡанмы? Бына ошо һорауға медицина тулы яуап бирһә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе уны тейешле йүнәлештә формалаштырыуға булышлыҡ итә  һәм бурыслы ла.

        Физминуткалар дөрөҫ һәм методик яҡтан уйлап ойошторғанда,  тәрбиәсегә төп терәк була ала, тигән фекерҙәмен. Бының өсөн һәр тәрбиәсе хәрәкәтле уйындарҙы темалар буйынса дөрөҫ бүлә белеүе отошло буласаҡ. Төрлө темалар буйынса алынған физминуткалар баланы дөрөҫ атлап, дөрөҫ хәрәкәт итеүҙән алып, тирә-йүнде дөрөҫ аңлауға, матур итеп һөйләшә белеүгә килтерә. Бала шунда һәр яҡлап үҫегә йүнәлеш аласаҡ һәм тиңдәштәре, дуҫтары, ололар , ата-әсәһе менән иркен аралашыуға ла өлгәшә. Шулай итеп, ике-өс йәшлек балалар менән эшләүсе тәрбиәселәр өсөн физминуткаларҙың мотлаҡ үтәлеүе мөһим булған осраҡта ғына балаға дөрөҫ тәрбиә бирергә мөмкин буласаҡ.

        Ошо маҡсаттан сығып физминуткаларҙы уларҙың йөкмәткеһе буйынса түбәндәгесә төркөмләргә тәҡдим итер инем.

1.Тирә-йүн менән танышыу;

2.Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү маҡстында (теүәл иҫәпкә күнектереү, абстракт фекер формалаштырыу, ризыҡтар тураһында фекер туплау һ.б.);

3. Хәрәкәттәр һәм уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү маҡсатында баланың физик күнегеүҙәренә бер аҙ бәйлелеге булған эштәр (атлау, йүгереү, уң яҡ, һул яҡ һ.б.);

4. Эргә – тирәне танып белеү ҡеүәһен үҫтереү маҡсатында көнкүреш менән таныштырыу;

5. Үҙ ара туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен формалаштыру, бер- береңә ихтирам, яратыу тойғоһо уятыу маҡсатында ғаилә ағзалары менән танышыуға бәйле хәрәкәтле уйындар;

6. Экологик тәрбиә биреү маҡсатына ярашлы хәрәкәтле уйындар ойоштороу аша хайуандар, үҫемлектәр, ағастар тураһында фекер формалаштырыу;

7. Этик-эстетик зауыҡ формалаштырыу (гөлдәр, сәскәләр, картиналар, кейемдәр һ.б.)

         Миҫалға үҙ ижадымдан алынған физминуткаларҙы килтерәм.

Ҡояш ҡалҡты, йылмайҙы,

Беҙгә сәләм ебәрҙе,

Зәңгәр күктә бейене,

Арып йоҡларға ятты.

   Балалар был физминутканы башлағанда бөтәһе лә ултырғысҡа ултыралар, “ҡалҡты” һүҙендә улар торалар; “йылмайҙы” тигәндә- йылмаялар, ҡысҡырып та көлөргә мөмкин; “сәләм” һүҙендә сәпәкәйләйҙәр; “бейене” һүҙендә” улар тыпырлаталар; “йоҡларға” һүҙендә улар кире ултырып күҙҙәрен йомалар.

     Ошо уҡ хәрәкәтле уйынды икенсе төрлө лә ойоштороп була: балалар алдына ҡояш, зәңгәр күк, йоҡлаған ҡояш һүрәтен ҡуырға һәм улар ошо үҙҙәр ишетелгән һайын ҡулдары менән тейешле һүрәткә күрһәтәләр.

Был- урам, ситтәрәк торам,

Уртала киң юл ята.

Йөрөй машина юлдан,

Беҙгә ҡурҡыныс унда.

    Был хәрәкәтле физминуткала “урам, торам, юл ята” һүҙҙәрен ишеткәс тә балалар һәр беренә ярашлы тик урында ғына тыпрҙатырға тейеш, ә һуңғы ике юлда улар атлап йә йүгереп, йә һикереп алырға тейештәр.

Бер тиһәм – һик(е)реп торам,

Икелә ҡолас йәйәм,

Өс тигәндә ҡул сабам,

Дүрт – бөйөргә таянам,

Биш тиһәм тыпырлатам,

Һай, бейергә яратам!

   Был ял минуты балаларҙы теүәл иҫәп күнекмәһен формалаштырыуға булышлыҡ итәсәк, шуның менән бергә балалар матур итеп бейеү күнекмәләренең тәүге хәрәкәттәренә лә өйрәнә башлайҙар

   Бынан тыш улар тән ағзаларын белергә һәм уның менән тейешле хәрәкәттәр яһарға ла өйрәнәләр.

Уң ҡулым әсәй булһа,

Һул ҡулым атай булыр,

Уң аяҡ ағай булһа,

Һул аяҡ  апай булыр.

Шунан уйлап ҡараһам

Бары ла кәрәк булыр,

Бер-береһенә терәк булыр.

    Был хәрәкәтле уйында балалар, беренсенән, туғандарына мөрәжәғәт итергә, икенсенән, уң- һул төшөнсәһен аңлау күнекмәһенә өйрәнә.

Уң аяғым алға баҫҡан,

Һул аяҡ ҡыуа төшкән.

 Ярышалар, арымайҙар,

Шуға ла бирешмәйем.

   Бын хәрәкәтле уйында балалар, күренеүенсә, тик аяҡтар менән хәрәкәт итәләр, атлайҙар, тыпырлайҙар, йүгерәләр. Был хәрәкәттәр ваҡытында улар ирекһеҙҙән ҡулдар менән дә хәрәкәт итәләр.

Әсәйем икмәк баҫҡанда,

Мин ярҙамға ашығам.

Үҫкәс бешерермен мин дә,

Хәҙер өйрәнеп алам.

Әсәйем оҫта ҡуллы,

Атайым минең көслө,

Апайым тыныс холҡло,

Ә ҡустым көләс йөҙлө,

Бишәү(е)беҙ бер ғаилә,

Йәшәйбеҙ татыу ғына.

Бар минең өләсәйем,

Ҡартатай, олатайым.

Тағы ла ҡартәсәйем,

Бөтәһен дә яратам.

    Был физминуткала балалар тәрбиәсе һайлаған һәм күрһәткән хәрәкәтте ҡабатларға тейеш булалар. Бында тағы һүрәттәр ҡулланырға ла мөмкин.

Һай, алаптай айыуҙар,

Алпан-толпан атлайҙар,

Урман буйлап йәнлектәрҙе

Аяуһыҙ ҡурҡыталар.

    Был хәрәкәтле ял минутына мотлаҡ төҫлө һүрәттәр кәрәк буласаҡ. Балалар шул һүрәттәр буйынса урман йәнлектәрен танырға өйрәнәсәктәр. Ял минутында балалар күрһәтелгән урынға һалынған йәнлектәрҙең һүрәттәрен дөрөҫ табырға өйрәнәләр. Шулай уҡ тәрбиәсе ярҙамы менән шул йәнлектәрҙең тауышын да ишеттерергә мөмкин, тик әле балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алып, артыҡ шаштырыу кәрәкмәй.

Талдар үҫә һыу буйында,

Муйыл тора янында.

Ҡайындар үҫә урманда,

Барыһы ла бар унда.

    Баларға был уйынды үткәргән ваҡытта мотлаҡ төҫлө һүрәттәр ҡулланыу отошло буласаҡ. Балалар һүрәттәр буйынса ағастарҙы танырға һәм тиҙ генә уны күрһәтә алырға өйрәтеү өсөн бында ярыш элементтарын да индерергә мөмкин.

Түтәл-түтәл сәскәләр

Хуш еҫтәрен бөркәләр,

Ел иҫһә- тирбәләләр,

Хас та ирәкәләнәләр.

    Был ял минутында тәрбиәсегә һүрәттәр менән бер рәттән бүлмә гөлдәрен, магазиндарҙа һатылған сәскәләрҙе лә файҙаланыу отошло буласаҡ.

        Шулай итеп, физминуткалар кескәйҙәр өсөн ял минуты ғына түгел, ә теге-йәки был күренеш, әйбер, кеше тураһында ниндәйҙер яңы белешмә бирелә торған бер сара булып тора. Улар ни тиклем ябайыраҡ, балаларҙың хәтерендә шул тиклем еңелерәк ҡаласаҡ. Унан һуң физминуткаларҙың ҡайһыларын миҙгелдәр торошо менән бәйлерәк итеп уҙғарыу отошло буласаҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татарча физминуткалар

Татар теле шөгыльләрендә үткәрелә торган физминуткалар....

Кескәйҙәр өсөн башҡортса физминуткалар

Кескәйҙәр өсөн башҡортса физминуткалар, үҙ ижадым...

Түбән Йәркәй “ Баланы үҫтереү үҙәге - балалар баҡсаһы”ның уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш

Уртансылар төркөмөндә башҡортса һөйләм телен үҫтереү түңәрәгенең 2020-2021 уҡыу йылына перспектив-тематик эш планы...

Кескәйҙәр өсөн башҡортса шиғырҙар

Йыйынтыҡта   тасуири һөйләү өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар тәҡдим ителә....

Башҡортса һанашмаҡтар

Балалар  өсөн  башҡорт телендә  һанашмаҡтар...

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар.

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар...

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар

Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн физминуткалар...