Әбйәлилем- тыуған илем.
план-конспект занятия (средняя группа) на тему
Конспект занятия для средней группы на башкирском языке.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
otkrytyy_urok_pro_abzelilovskiy_rayon.docx | 28.48 КБ |
Предварительный просмотр:
"Әбйәлилем- тыуған ерем"
Ғиләжева Зөлфирә З.
Маҡсат:
А. Игибаев шиғырҙарында йәнле hәм йәнhеҙ тәбиғәт тураhына белемдэрҙе аңлау, дөйөмләштереү, ҡабул итеү. Балаларзын ан- зиhенен, хәтерен, телмәрен үҫтереү. Яҙыусы Әсхәл Әхмәт- Хужа менән таныштырыу.
Һүҙлек эше:
Әбйәлил, Мауыҙҙы күле, ыласын, бөркөт.
Йыhазландырыу:
Урал тауы, Мауыҙҙы күле, Әбйәлил районы картаhы, Әсхәл Әхмәт- Хужа hәм Айhылыу Йәғәфәрованың портреты.
Дәрес барышы:
- Балалар, Әбйәлил районы хозур тәбиғәте, гүзәл, hоҡланғыс урындары менән дан тота. Бөгөн беҙ тыуған еребеҙҙең мөғжизәләре менән танышыр өсөн сәйәхәткә сығабыҙ. Бына был Әбйәлил районы картаhы, кайҙа ҡызыл тунәрәктәр, шул ерҙәрзе барып курәбеҙ.
Сәйәхәтебеҙҙе малайҙар башлай, улар беҙҙе Урал тауының бейек тубәhенә алып менәләр ҙә тирә- якты яңғыратып шиғырҙарын hөйләйҙәр.
1-се бала: Иң ҡәзерле, иң hөйөклө
Тыуып уҫкән ил бит ул,
Йөрәктәрҙә тамыр йәйгән
Шиңмәҫ торған гөл бит ул.
2- се бала: Тыуған илем- бәхет иле,
Тыныслыҡтын маяғы;
hинең өсөн йән йәл түгел
Эй hин, изге Тыуган ил!
- Балалар, райондағы ниндәй тауҙарҙы беләhегеҙ?
- Урал, Кыркты hәм башкалар.
- Эйе, дөрөҫ. Урал тауына арнап шиғырҙар, әкиәттәр ижад ителгән.
-" Йомағымды йомған хайуандар" тигэн йомак ҡойоу ярышын башлайбыз.
1. hыйыр менән бутай күрмә,
Ҡарана алан- йолан,
Ҡыуак hымак мөгөзө бар,
Исеме уның... (болан).
2. Ерҙе hөрөп аҙык эҙләй,
Мырҡ- мырҡ мырҡылдай (ҡыр сусҡаhы).
3. Урманда була, ағаста ҡуна,
Артынан күптәрҙе эйәртә,
Йөрөтә, йүгертә, өшөтә, тирләтә,
Бай яғаhын биҙәтә (hуҫар).
- Урал тауы тағы ниндәй хайуандарға бай?
- Айыу, төлкө, бүре, ҡуян, hеләүhен, тейенгә.
- Ә Уралдағы ниндәй ҡоштар йомағына йомолған?
1. Көндөҙ уның күҙе hуҡыр
Әллә тығылған бөкө?
Төнөн hунарға сыға
Шар күҙле матур...(өкө).
2.Ҡаяларҙан hауаларға
Йәйеп оса ҡоласын.
Бөркөт кеүек ҡыйыу ҙа ул,
Матур ҙа ул...(ыласын).
3. Йы р- моңдарға күм ерҙе,
Илаhи мәл- таң тыуғас.
Тәбиғәткә сикhеҙ ғашик,
hоҡланғыс ҡош...(hандуғас).
- Балалар, тағы ниндәй ҡоштарҙы беләhегеҙ?
- Ҡор, сел, тумыртка, кәкүк.
- Урал тауы шифалы уләндәргә, төрлө ағастарға бик бай.
- Балалар, Ҡужан ауылы эргәhендә урынлашҡан Бөҙрә ҡарағастарҙа булғанығыҙ бармы?
- Эйе.
- Был 11 ҡарағас иҫ киткес матур. Уларзың бейеклеге 6-7 метр. Әгәр ошо ҡарағасты ҡосаҡлап теләк теләhәң, теләгең ҡабул буласаҡ.
Физ. тәнәфис: Ел иҫә, иҫә, иҫә,
Ағастарҙы hелкетә.
Ел әкрен, әкрен, әкрен
Ағастар үҫә, үҫә.
- Балалар, Ҡырҡты тауына hыйынып ятҡан ҙур күлдең исемен кем белә?
- Мауыҙҙы күле.
- Мауыҙҙы күлендә булғанығыҙ бармы?
- Булғаныбыҙ бар, hыу инәбеҙ, ҡомда ҡыҙынабыҙ, балыҡ тотабыҙ, катамаранда йөрөйбеҙ, рәхәтләнеп ял итәбеҙ.
- Эйе, Мауыззҙҙы күленең hыуы үтә күренмәле таҙа, hыуы hәм батҡағы шифалы, төрлө балыҡтарға, hыу ҡоштарына бик бай. Эргәhендә тирә- яҡҡа билдәле "Яҡты- күл" шифаханаhы урынлашҡан. Ошонда уҡ балалар ял йорто ла бар.
- Әйҙәгеҙ, беҙ уларға уйын өйрәтәйек.
Уйын: " Күмәк таш".
Таштарҙы усҡа алып ҡул hырты менән тотоп алырға кәрәк.
- Балалар, hеҙ ниндәй йылға исемдәрен беләhегеҙ?
- Моhак, Мунсыҡ, Иҙәш, Ҡызыл hәм башкалар.
- Беҙҙең яҡтың йылҡа буйҙары йәйрәп ятҡан болон- туғайҙарға бай. Әйҙәгеҙ ошо туғайза " Аҡ тирәк- күк тирәк" уйынын уйнайык (уйын уйнайҙар).
- Ә йылғаларыбыҙҙа hыу инеп үҫкән ҡыҙҙар бигерәк тэ матур, сибәрҙәр. Бына беҙҙең ҡыҙҙар кеүек.
Әй, hылыуҙар, йәшен- ҡартын
Бейеп хайран итегеҙ!
(Ҡыҙҙар башҡарыуында лирик бейеу).
- Балалар, батырҙар кем ул?
- Әйе, шуларзын береhе Урал батыр. Урал батыр мәңге йәшәтә торган шишмәнән hыу алып тирә- яҡҡа hипкән, шуға ла беҙҙең тәбиғәтебеҙ шундай матур, гүзәл.
- Урал батыр кеүек егеттәребеҙ бармы?
- Бар!
- Беҙҙең егеттәр кеүек батыр егеттәр тыуған ерен hаҡлап яуга барғанда бер ҡулында ҡылыс булhа, икенсе ҡулында ҡурай булган. Әйҙәгеҙ беҙҙә ҡурай моңон тыңлап алайыҡ.
Ирәндектең йор ҡурайы
Моң сығартҡан саҡтарҙа,
Ҡурай моңона ҡушылып
hөйләр кеүек таштар ҙа.
( балалар ҡурай моңон тыңлайҙар).
Ә инде иң hоҡланғысы- ошонда йәшәгән халык, улар төрлө милләт халыҡтары менән дуҫ, татыу, берҙәм булып йәшәйҙәр hәм эшләйҙәр.
Әйҙә күкрәп сэскэ атhын
Дуҫлығыбыҙ түтәле.
Ошо дуҫлыҡ түтәленең
Мәңге шиңмәҫ сәскәләрен
Ел- дауылдан ҡурсалаусы
Беҙ Әбйәлилдәр эле.
Балалар, Ҡырҡты тауы итәгендә Амангилде ауылы урынлашкан. Ошо ауылда шағир, тәжремәсе Әсхәл Әхмәт- Хужа тыуған. Ул тыуған ерен, илен, телен бик ярата. Уға арнап шиғырҙар яҙа. Тағы бер яҙыусыбыҙ ул Айhылыу Йәғәфәрова, ул Красная Башкирия ҡаcабаhында йәшәй. Айhылыу Йәғәфәрова балалар өсөн бик күп әкиәттәр hәм шиғырҙар яҙа.
Беҙҙә еребеҙҙе, тыуып үҫкән Әбйәлил еребеҙҙе яратайык, уны hаҡлайыҡ. Күлдәрен бысратмайык, урманда ағастарын, шифалы уләндәрен йолҡмайыҡ.
Дәресте тамамлап ҡыҙҙар шиғыр ятлайҙар.
1-се бала: Бер ергә карайым үҙем,
Бер зәңгәр күктә күҙем,
Һин генәhең бер генәhең
Ғәзиз илкәем минең.
2-се бала: Туҡ башаҡтарҙы иркәләп
Киң баҫыуҙа уйнай ел.
Күҙ куреме етмәй күреп,
Ниндәй киң hин,Тыуған ил!
3-сө бала: Тир- якта урман шаулай,
Гөл-сәскәле еркәем.
Матурҙарҙан- матур уҙең
Тыуып үҫкән илкәем.
4-се бала: Бар йыhанға нурын сәсеп,
Балҡып ятаУралым.
Ҡоштарыңдың моңо булып
Күңелемә уралдың.
5-се бала: Һин бит аҫыл таштан аҫыл,
Илhам шишмәм hин генә.
Йорәкте йырҙа тибрәткән
Тыуған илем бер генә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект занятия по технологии(старшая группа).Тема: "Белая лилия".
Научить детей из картона и на их основе выполнять аппликацию....
Коллективная работа "Водяные лилии"
Знакомить детей с окружающим миром.Развивать фантазию, воображение,мелкую моторику польцев рук.Закреплять знание основеых цветов, навыки пользования клеем....
"Мастер класс" от Лилии Алексеевны
Поэтапное выполнение поздравительной открытки к празднику 8-ого Марта в разделе "Мои альбомы" ...
Конспект интегрированной непосредственной образовательной деятельности по обучению детей татарскому языку в старшей группе "Муса Джәлиль-безнең йөрәкләрдә".
Цель: Познакомить детей с творчеством в военные годы великого поэта-героя Мусы Джалиля.Методика дошкольного образования: «Обучение татарскому языку русскоязычных детей».Обучающие задачи:1. Сүз ба...
Сценарий праздника к Дню Республики Башкортостан "Тыуған илем тим дә һүҙ башлайым, тыуған илем Башҡортостаным!"
Воспитание, созданное самим народом,основанное на народных началах,имеет ту воспитательную силу,которой нет в самых лучшихсистемах, основанных на абстрактныхидеях… Н К. Уши...
Өлкән төркөм балалары өсөн уйын-ярыш Тема: Әбйәлилем – тыуған илем
Әбйәлил районы Асҡар ауылы тураһында балаларҙың белемдәрен нығытыу. Һорауҙар, йомаҡтар ярҙамында балаларҙың иғтибарын, хәтерен, һуҙ байлығын, бәйләнешле телмәрен үҫтереү. Балаларҙың ныҡышмалылыҡ...
Технологическая карта. Занятие. Образовательная область «Речевое развитие». Раздел «Развитие речи» в подготовительной группе (6 - 7 лет). Название: «Илья Муромец в былине «Илья Муромец и Соловей - разбойник"
Цель: формировать у детей умение анализировать текст - былины.Продолжать знакомить с жанром былины, с образом былинного богатыря Ильи Муромца. Учить выделять и называть героя былины; определять ...
- Мне нравится (1)
Комментарии
Умница - красавица Зульфира
Умница - красавица Зульфира Зиннатовна!