Башҡорт атлы арыҫлан. Йомғаҡлау дәресе
план-конспект занятия (старшая группа) по теме
Башҡорт халыҡ ижады, әзәбиәте һәм мәҙәниәте буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡорт атлы арыҫлан | 22.02 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Башҡорт атлы арыҫлан
Маҡсат: Башҡорт мәҙәниәте менән танышыуҙы дауам итеү; башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу; балаларҙың телмәрен үҫтереү.Башҡорт теленә,әҙәбиәте,мәҙәниәте, тарихына һөйөү тәрбиәләү.
Йыһаз: башҡорт милли кейемдәре, һауыт-һаба, биҙәүес әйберҙәре, йорт-ҡура, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары. Башҡортостан картаһы, З.Вәлиди, М.Кәрим, Р.Хәмитов фотолары, тематик папкалар.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу
Башҡорттар борон-борондан ҡунаҡсыл халыҡ. Бөгөн беҙҙең өҫтәлбәребеҙ ҙә һығылып тора, ҡунаҡтарыбыҙ ҙа бар.Әйҙәгеҙ ҡунаҡтарыбыҙ менән һаулыҡ һорашайыҡ. Һаумыһығыҙ!!! Ҡунаҡтарыбыҙҙы бөгөн рухи аҙыҡ менән һыйлайбыҙ.
Ә хәҙер берләшеп алайыҡ.
Беҙ, беҙ, беҙ инек
Беҙ ун ике ҡыҙ инек
Баҙға төштөк бал ашаныҡ
Келәткә индек май ашаныҡ
Өйгә индек өйрә эстек
Ҡоҙоҡҡа төштөк һыу эстек
Бер таҡтаға теҙелдек
Таң атҡансы юҡ булдыҡ
Һап та ҡоп,урмандағы ҡара туп.
- Теманы асыҡлау
Ҡурай моңо ишетелә...
Балалар, тыңлағыҙ әле, ишетәһегеҙме, ниндәйҙер моң яңғырай?
Яуап:Ҡурай моңо
Тыуған яғыбыҙҙахатта үләндәр ҙә йырлай. Ниндәй үлән тураһында һүҙ бара?
Яуап: ҡурай үләне
Бына ул ҡурай үләне. Уны үҫеп ултырған еренән ипләп кенә ҡырҡып алып, киптереп, бер яғынан бер. Икенсе яғынан дүрт тишек эшләйҙәр һәм бына ошондай музыка ҡоралы килеп сыға. (ҡурай үләнен, шул үләндән эшләнгән музыка ҡоралын күрһәтеү)
Ә бына был ине ағастан эшләнгән әҙер ҡурай, уны магазиндан һатып алырға була.
Ҡурай, башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы булараҡ, башҡорттарҙың ете ырыуы менән берләштерелеп, ете таж менән һүрәткә төшөрөлә. (ете тажлы ҡурай һүрәтен ҡарау). Ҡурайҙың ете тажы буйлап, халҡыбыҙҙың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыяйыҡ. Йыяйыҡ та йәнле ынйыларҙан хуш еҫле бер кәрәҙ ҡояйыҡ. Сәйәхәтебеҙгә бына ошо ҡурайҙы ла алайыҡ. Борон халыҡ ҡурайҙы нисек йөрөткән?
Яуап: Билбауға ҡыҫтырған йә итек ҡуңысына таҡҡан.
Беренсе тажға ҡунайыҡ. Ҡурай беҙҙең дәүләт символдарында ла урын ала.
Бына был нимә?
Яуап: Флаг
Уның төҫтәрен миңә тәртип менән әйтегеҙ әле.
Яуап: күк, аҡ,йәшел. Уртаһында ҡурай төшөрөлгән
Бына был инде герб. Унда беҙ нимәләрҙе күрәбеҙ?
Яуап: Салауат Юлаевты, ҡурай һүрәтен, башҡорт орнаментын
Эйе, балалар, беҙҙең гербыбыҙҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле төшөрөлгән. Был һәйкәл Өфө ҡалаһында урынлашҡан (һәйкәлдең макетын күрһәтеү) Тағы бында флагыбыҙ ҙа урын алған. Шулай уҡ милли орнамент та төшөрөлгән.Уны ниндәй атама менән йөрөтәләр?
Яуап: ҡусҡар, мөгөҙ
Беҙҙең үҙебеҙҙең дәүләт башлығыбыҙҙың исемен кем әйтер?
Яуап: Рөстәм Хәмитов
Беҙҙең үҙ еребеҙ, территориябыҙ бар. (Башҡортостан картаһын ҡарау)
Башҡортостан картаһына ҡараһаң яҡшы ғына
Шул картала Башҡортостан бер япраҡ саҡлы ғына,
Тип Башҡортостан картаһын ҡайын япрағы меән сағыштыра халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Күрһәтеге әле миңә ошо кешеләр араһынан М.Кәримдең фотоһүрәтен.(балалар күрһәтә)
Бына ошондай үҙ еребеҙҙә, үҙ илебеҙ тип ғорурланып, үҙ телебеҙҙә һөйләшә алыуыбыҙ менән беҙ тағы бер ил уҙаманына рәхмәтлебеҙ. Кем әле ул?
Яуап: ЗәкиВәлиди (фотоһүрәтен ҡарау)
Әйҙәгеҙ икенсе тажға ҡунайыҡ. Башҡорт халҡы үҙ ижады менән дан тота. Иң боронғо халыҡ ижадының береһе – “Урал батыр” эпосы. Был эпоста боронғо башҡорт халҡының йәшәйеше, көнкүреше сағылыш таба. Тағы ла бик күп тәбиғәт ҡомартҡылары ла телгә алына.
Борон-борон борондан
Кеше маҙар килмәгән
Килеп аяҡ баҫмаған
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан
Булған, ти бер урын
Унда булған, ти борон
Йәнбирҙе тигән бер ҡарт менән
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ
Тора-бара был икәү
Ике уллы булып киткән, ти
Өлкәне булған Шүлгән
Кесеһе Урал булған,ти.
Шүлгән исемен Шүлгән-таш мәмерйәһе йөрөтә, ә бына урал батырҙан ниндәй тау килеп сыҡҡан әле?
Яуап: Урал тауы
Боронғо әҫәрҙәрҙең береһе – әкиәт менән беҙ яҡшы таныш.Мәҫәлән, шул уҡ ҡурай тураһында ла әкиәт уҡыныҡ. Унда нимә тураһында һөйләнелә әле?
Яуап: Балалар ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләй. Аҙашҡан егет ҡурайҙа уйнай-уйнай тыуған яҡтарын ҡайтып етә.
Әйҙәгеҙ “Ете ҡыҙ” легендаһын да иҫкә төшөрөп үтәйек.
Яуап: Бер бала йөкмәткеһен һөйләп ишеттерә.
Ете ҡыҙҙы мәңгеләштереп, баш ҡалабыҙ Өфөлә һәйкәл-фонтан асылды (һүрәтен ҡарау)
Шулай уҡ халыҡ ижадына мәҡәл,әйтем, йомаҡ, йыр, уйындар инә. Ә нимгә уларҙы халыҡ ижады тип йөрөтәбеҙ әле?
Яуап: Сөнки беҙ ул әҫәрҙәрҙең авторҙарын белмәбеҙ. Шуға ла уларҙың авторы – халыҡ
Ә һеҙ мәҡәлдәр беләһегеҙме?
Мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ әле
Ете ҡат үлсә...
Йөҙ һум аҡсаң булғансы...
Ир ҡанаты - ...
Өсөнсө тажға күсеү
Башҡорт халҡы борондан өҫ кейеменә өҫтөнлөк биргән. Уларҙы үтә зауыҡ меән тегеп, нәзәкәтле итеп биҙәгәндәр. Бына былаш башҡорт милли кейемдәре. Быныһы балалар кейеме: ҡыҙҙар өсөн, малайҙар өсөн. Ә бына мин кейгәне – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме.Быныһы – күлдәге, был – елән, башымда – ҡашмау, сәсемдә – сәсмәүҙәр. Ә бына был инде – ҡушъяулыҡ, аяҡтарына ситектәр йә сабакейгәндәр.
Ә был биҙәүес әйберҙәренең атамаларын һеҙ беләһегеҙме?
Яуап: Был – түшелдерек, быныһы – сәсмәүҙәр, ҡашмау, бүрек, түбәтәй, беләҙек һәм алҡалар.
Әйе, дөрөҫ!
Әйҙәгеҙ, ҡурай беҙҙе уйынға саҡыра.
“Ҡурай” уйынын уйнау
Ҡурайсыны билдәләү. Бер бала һанашмаҡ әйтә.
Бер бабай юлға сыҡҡан
Тәгәрмәсе боҙолған
Уны йүнәтәм тигәнсе
Нисә сөй кәрәк булған?
Биш
Бер, ике,өс, дүрт, биш
Бында торма.бар сыҡ
Кемдә туҡтап ҡала, шул бала ҡурайсы булып ҡурай менән уртаға баҫа.
Бергәләп йырлайбыҙ
Ҡурай беҙҙе саҡыра
Түңәрәккә баҫырға – 2 тапҡыр
Әйҙә һин һыҙҙырт, ҡурайсы, ҡурайҙа
Иң оҫта бейеүселәрҙе баҫтыр уртаға – 2 тапҡыр
Дүртенсе тажға күсеү.
Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, тип дөрөҫ әйткән боронғолар. Борон башҡорттар ҡайҙа йәшәгәндәр?
Яуап: Тирмәлә
Тирмәне күрһәтеү. Бына был тирмә. Янында ишле башҡорт ғаиләһе. Тирмә эсе тик ҡул эштәренән генә ғибәрәт: буй юрған, ҡорамаюрған, сигелән яҫтыҡ тыштары, һандыҡ, ҡолға, шаршау һәм башҡалар.
Һәр бер нәмә үҙендә тарих һаҡлай. Буй юрғанды кем өсөн теккәндәр?
Яуап: Кейәүгә бирә торған ҡыҙҙарға бирнәлек буй юрған теккәндәр. Һандыҡ кемдеке?
Яуап: Килендеке.
Һеҙҙең һәр берегеҙҙең әсәйҙәре – килен. Килен булып ҡайны-ҡәйнә йортона оҙатылып төшкәндә, ул үҙе менән һандыҡ алып килә, һандығында бирнәһе була. Тора-бара, бөтә яңы әйберҙәр, ҡомартҡылар тик һандыҡта ғына һаҡлана башлай. Килендең ҡәҙерен белдертеп, һандыҡ тик түрҙә генә һаҡланған.
Бында тағы сәңгелдәк тә бар. Тимәк был тирмәлә бәпес туйы үткәргәндәр, исем ҡушҡандар, ҡорбан салғандар.
Йорт-ҡура бына шундай өмәләр, туйҙар меән гөрләп торған. Ә һеҙ ниндәй өмәләрҙе беләһегеҙ?
Яуап: Ҡаҙ өмәһе, бура һалыу, һуғым һуйыу.
Миҙгеленә ҡарата байрамдар ҙа булып торған.Ниндәй байрамдар менән беҙ таныш әле?
Яуап: Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Һабантуй
Ололар эш менән булғанда,балалар уйын уйнаған. Ниндәй уйындарҙы беләһегеҙ.
Яуап: Йәшрен яулыҡ, Аҡ тирәк-күк тирәк, Гөргөлдәк, Күмер йөҙөк...
Киләһе тажға күсеү.
Ир ҡанаты – ат була
Башҡорттар элек-электән малсылыҡ менән шөғөлләнгән: тире эшкәрткән, йөн иләгән, бәйләгән. Йылҡысылыҡҡа өҫтөнлөк биргән: бейә һауған, ҡымыҙ бешкән, ҡаҙы тултырған, тире эшкәрткән.(һүрәттәр ҡарау)
Балыҡ тотҡан, һунар иткән. Умартасылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, бал йыйған,алыш-биреш, кәсеп иткән.Бынан тыш йүкә һыҙырған: йүкә йыуғыс, бумала эшләгән,аттың арҡаһына ябырға арҡалыҡ үргән. Селек ҡырҡҡан, миндек бәйләгән,емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйған. Мәҫәлән, мәтрүшкәнең ниндәй файҙаһы бар?
Яуап: һалҡын тейгәндә уның ҡайнатмаһын эсәләр.
Алтынсы тажға юл тотоу
Ял минуты
Был минең өй
Уртаһында сөй
Ултырам өйҙә
Кәпәсем сөйҙә
Башҡорттар өҫтәл артына гел генә баш кейемен сисеп ултырған. Халҡыбыҙҙың милли аштарын беләбеҙме икән? Белемдәребеҙҙе тикшерәйек әле. Өҫтәлдәге аҙыҡтарҙы күрһәтеү, ә балалар уларҙың атамаларын әйтә.
Яуаптар: сәксәк, ҙһары май, ҡаҙы, тултырма, эремсек, ҡорот, талҡан, икмәк, ҡымыҙ...
Иң төп милли аш – ул бибармаҡ. Ниңә уны бишбармаҡ тип атағандар?
Яуап: уны биш бармаҡ менән ашағандар (күрһәтеү)
Етенсе тажда музыка ҡоралдары көтә беҙҙе
Милли музыка ҡоралдары - ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, һорнай (һәр береһен күрһәтеү)
Думбыраға оҡшаған мондалина барлыҡҡа килә шунан. Ҡумыҙ һәм ҡурайҙың бик күп төрҙәрен уйлап табалар (күрһәтеү) Мәҫәлән, ҡыл ҡумыҙ,еҙ ҡурай.
Ҡумыҙҙа уйнап күрһәтеү.
Ә мондалина ҡылдарын бергәләп тартып ҡарарбыҙ.
- Йомғаҡлау.
Һәр кем уҙе уйнаған музыка ҡоралын ала: ҡумыҙ, ҡалаҡ, бубень, батмус.
Бергәләп, ярам түңәрәк булып, ултырғыстарҙа урын алыу
Бер, ике, өс, беҙҙә бөтә көс!
Әйҙәгеҙ бергәләп “Әпипә” көйөн уйнап ишеттерәйек әле. Баш эйеү
Бына ниндәй бай икән беҙҙең башҡорт телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ. Һис шикһеҙ бай! Беҙ үҙебеҙҙең башҡортлоғобоҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ!
Ошоноң меән сәйәхәтебеҙ тамам. Сәйәхәт өсөн ҡурайға рәхмәт әйтәйек!!!
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!!!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
"яшелчәләр белән танышу" тирә-юнь белән танышу дәресе.(уртанчылар төркеме)
Максат: Яңа сүзләр белән таныштыру:чөгендер,кишер,озынча,сала,җыялар.Балаларны яшелчәләр белән таныштыруны дәвам иттерү,аларның сыйфатларын билгеләү.Дәрестә игътибарлы булуларына ирешү.Картинага карап...
Тема:Авылым урамы. Ябыштыру дәресе (уртанчылар төркеме)
Максат: Йорт рәсемен дөрес фигуралардан ябыштырырга өйрәтү,үз авылыбызның матурлыгын күрү, соклану, аны баету хисләре тәрбиәләү, милли бизәкләрне таный, кисә, куллана белү сәләтләрен камилләштерү; ябы...
Тема:Авылым урамы. Ябыштыру дәресе (уртанчылар төркеме)
Максат: Йорт рәсемен дөрес фигуралардан ябыштырырга өйрәтү,үз авылыбызның матурлыгын күрү, соклану, аны баету хисләре тәрбиәләү, милли бизәкләрне таный, кисә, куллана белү сәләтләрен камилләштерү; ябы...
Тема:"Тапкырлар иленә сәяхәт"математика дәресе(мәктәпкә әзерлек төркеме)
Максат:Шакмаклы дәфтәр битенә тәрбияче әйтүе буенча төрле геометрик фигуралар төшерергә өйрәтү; кәгазь битенен ун,сул,аскы,өске якларын дөрес атау; 20 кадәр санау күнекмәләрен ныгыту; атна көннәрен, е...
Тема: 6 саны белән танышу.математика дәресе(зурлар төркеме)
Тема:6 саны белән танышу. Максат: 6 санының 1 гә арттыру ярдәмендә килеп чыгуын аңлату. Аның язылышы белән танышу. Мәсьәләләр төзергә өйрәнүне дәвам иттерү. Геометрик фигуралар турында белемнәрен...
Тема: 6 саны белән танышу.математика дәресе(зурлар төркеме)
Максат: 6 санының 1 гә арттыру ярдәмендә килеп чыгуын аңлату. Аның язылышы белән танышу. Мәсьәләләр төзергә өйрәнүне дәвам иттерү. Геометрик фигуралар турында белемнәрен арттыру.Җиһазлау:Геометрик фиг...
Разработка квест - игры «Моя малая родина - Малый Атлым» для воспитанников дошкольных образовательных учреждений
Актуальность.Данное мероприятие направлено на формирование интереса и познавательной активности к истории народов, проживающих на территории Ханты-Мансийского автономного округа - Югры, к их традициям...