Телтөҙәйткестәр, тиҙәйткестәр
картотека по развитию речи (старшая группа)
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Тәүәкән ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһы мәктәпкәсә белем биреү муниципаль автоном учрежденияһы
Телтөҙәйткестәр, тиҙәйткестәр
Тәрбиәсе: Ғафарова Ф.И.
Тәүәкән, 2022
Телтөҙәткестәр, тиҙәйткестәр.
Та-та-та – Талип тауыҡ ашата,
Ти-ти-ти – тип саҡыра, ти.
Тә-тә-тә – күршенекен өркөтә,
Ти-ти-ти – йөрөмә бында, кит, ти.
Ты-ты-ты – күрше тауығы ҡурҡты,
Тө-тө-тө – кәртәнән осоп төштө.
Те-те-те – Талип тағы ем һипте,
Тө-тө-тө – Талиптың еме бөттө.
Һарыҡ һап-һоп баҫып,
һыйырға һыйланырға килгән,
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,
һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.
Һылыубикә һигеҙ һарыҡ һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан.
Алланған алма аша,
Балдары тама-тама.
Аша алһыу алманы,
Балына мана-мана.
Абағаға баға - баға
Башым бәрҙем бағанаға.
Бүрәнә баҫты бүҙәнә,
Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.
Ғәйеп бүрәнәлә лә бар,
Бүҙәнәлә лә бар.
Һибәт менән Һәтисә ике ҡалаҡ һөт эсә: бер ҡалағын Һибәт эсә, ә береһен - Һәтисә.
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.
Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр, үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.
Таш баҫҡыс башына баҫ. Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.
Һары Сабираға һары сандали, һары сандалиға һары Сабира.
Үҙ һүҙле Үзбәк үҙәндәге үләндә үсегеп үкһей. Үсләшмә, үсекмә, үпкәләмә, Үзбәк, үкһемә.
Сей сейәне сәйнәй - сәйнәй, сикәләрем сатнаны.
Шакирҙың шары шарт-шорт шартланы, Шакир шуға шаңҡып, шып-шым ғына шаҡ ҡатты.
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы.
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес ташы.
Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным,
Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да,
Ҡарамаһаң да, ҡара ҡарғаға ҡарағанда
Ҡара ҡарасҡыға оҡшап тора.
Мин күктә,һеҙ ерҙә!
Мин күктә ,һеҙ ерҙә!
Бик рәхәт миңә үрҙә,
Ҡурҡыныс түгел бер ҙә!
Мәктәптәр матур биҙәлгән,
мәктәптәр ишеге асыҡ.
Балалар уҡырға бара,
Шатланып,дәртле баҫып.
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы.
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес ташы.
Әйтсе миңә, әйтсе миңә,
Әйтсе серен, әсәкәй!
Әллә һин бешергәнгәме,
Бигерәк тәмле әпәкәй!
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
Бәҙриҙең бөҙрә Бәҙәре биҙәкһеҙ биҙрәһен биҙәкләткән.
Һары һаҡаллы Һаҙыйҙың һары Һарығолағы һары һаламда ята.
Усыма усаҡтан уҫаҡ осҡоно осто.
Турғайлы туғайҙағы талға тамға тамғалағандар.
Ҡыйын өҙҙөрттөрҙөләр,сүбен өйҙөрттөрҙөләр,саңын өрҙөрттөрҙөләр.
.Беҙҙең кәзәбеҙ мөгөҙлө,һеҙҙең кәзәгеҙ мөгөҙһөҙ..
Эй энекәш, энекәш,
Этең этлеген итә,
Эш эшләп этләнгәедә,
Тота ла тешләп китә
Эт эшенең эҙемтәһе-
Минең йыртылҙан күлдәк.
Эргәмдә юҡ энә, еп тә,
Торам эт кеүегерәк.
Өләсәйем.
Өйҙәгеләрҙе өҙлөкһөҙ
Өйрәтә өләсәйем:
“Өлкәндәр өгөт өләшә,
Өгөттәр өләшәйем!
Өлкәндәр өмөт өләшә-
Өмөттәр өләшәйем!”-
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өҙөлөп- өҙөлөп,
Өндәшә өләсәйем.
Ҡара ҡарға, ҡара ҡарға,
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Аттым ҡарға, төштө ҡарға,
Аҡ ҡарға ҡара ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Ҡа, ҡа, ҡа – ҡыр ҡаҙҙары бейек оса
Күк, күк, күк – урманда ҡысҡыра кәкүк
Ҫа, ҫа, ҫа – һалдаттар сафҡа баҫа,
Ға, ға, ға – ҡара һин тик алға.
Сейэлек сокорон сыккан сакта,
сей сейэне сэйнэй-сэйнэй
сикэлэрем сатнаны.
Ҡаңҡ-ҡаңҡ ҡаңҡылдашып, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡысҡырышып, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға ҡаңғылдашып, ҡыр ҡаҙҙары ҡуҙғалыуға, ҡапыл-ҡара ҡырпаҡ ҡар ҡаплапны.Ҡыуана-ҡыуана ҡышты ҡаршыланыҡ. Ҡурҡаҡ ҡуян да ҡыштырҙаҡ ҡарға ҡыуанды. Ҡырыҫ ҡыш ҡаты ҡанундарын ҡайырҙы.Ҡабат-ҡабат ҡоһорон ҡайтарҙы.Ҡар ҡалынайҙы.Ҡалтыратты.Ҡулдарына ҡыйбатлы ҡулсатыр ҡултыҡлаған ҡарт-ҡороно,ҡыйғас ҡара ҡашлы ҡыҙ-ҡырҡынды, ҡунаҡсыл ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы, ҡәйенеңгә-ҡәйенбиәкәләрҙе, ҡыл ҡыбырлатмаҫ ҡылыҡһыҙ ҡәйнештәргә ҡәҙәр ҡуҙғатты.Ҡурҡытма, ҡыш! Ҡурҡҡан ҡыҫҡа ҡойроҡ ҡуян ҡурҡһын.
Ишек-ишек-ишектер
Ишек башы тишектер,
Шауламағыҙ, балаларым,
Мулла бабай ишетер.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
Йәмле йәйҙә йәйләүҙә,
Йәмле йәшел болонда,
Йәйрәп йөрөй елә-елә
Йәп-йәш кенә ҡолонсаҡ.
Өсәр-өсәрҙән өс өйөм,
Өйә-өйә өй була.
Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа
Һайрай һары һандуғас.
Ҡара ҡарға төшкән ҡарға.
Аҡ ҡарҙан ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара.
Һеҙҙең үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме,
Мөгөҙө үгеҙегеҙҙекеме?
Беҙҙең үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке,
Мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Эй маҡтана, эй маҡтана:
“Ҡанат остарыма тағып,
Яҡшы хәбәр килдем алып,
Яҙ башлана, яҙ башлана!”
Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр,
Үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.
Таш баҫҡыс башына баҫ,
Баҫҡыс башына башыңды бәрмә.
Һары Сабираға һары сандали,
Һары сандалиға һары Сабира.
Килгән Ғата, кейгән ҡата,
Уң аяҡта һул ҡата.
Ғатала түгел хата,
Ҡата кейелгән хата.
Сейәлектән сыҡҡан саҡта,
Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй,
Сикәләрем сатнар сиктә.
Ләлә алма ала,
Ләлә бәлә һала:
- Алма йәшел ниңә?
Ҡыҙыл кәрәк миңә!
Шакирҙың шары
Шарт-шорт шартланы,
Шакир шуға шаңҡып,
Шып-шым ғына шаҡ ҡатты.
БАҪ, БАҪ!
Баҫ, баҫ, Аҫылбикә!
Баҫ, баҫ, Аҫылбай!
Әҫәрләнеп баҫмайынса,
Тәьҫирләнеп баҫмайынса,
Иләҫләнеү баҫылмай!
ҺӘНӘК
Тырма! Тик торма!
Һин бесән тырма!
Эй, һәнәк, һәнәк,
Һин уңған һәләк.
ИШЛЕ-ИШЛЕ
Ишле эшле Ишкилде.
Ишкилде иш килде,
Ишле-ишле эш килде.
Ишле-ишле эшләгәс,
Ишле уңыш йыш килде
РӘХМӘТЛЕ
Раил көн дә Рәхмәттә,
Рәхмәттәрҙә рәхәт тә.
Рәхәтләнеп эшләгәс,
Рәхмәт әйтә Рәхмәт тә.
ЭТ
Эй энекәш, энекәш,
Этең этлеген итә,
Эш эшләп этләнгәндә,
Тота ла тешләп китә.
Эт эшенең эҙемтәһе –
Минең йыртылған күлдәк.
Эргәмдә юҡ энә, еп тә,
Торам эт кеүегерәк.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Тиҙәйткестәр
Мин күктә, һеҙ ерҙә!Мин күктә, һеҙ ерҙә!Бик рәхәт миңә үрҙә,Ҡурҡыныс түгел бер ҙә! Мәктәптәр матур биҙәлгән,мәктәптәр ишеге асыҡ.Балалар уҡырға бара,Шатланып,дәртле баҫып. Мейес башынд...
ТИҘӘЙТКЕСТӘР, ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР (Скороговорки и чистоговорки на башкирском языке для детей дошкольного возраста )
ТИҘӘЙТКЕСТӘР,ТЕЛ ТӨҘӘТКЕСТӘР(Скороговорки и чистоговорки на башкирском языке для детей дошкольного возраста )...
Тиҙәйткестәр
Тиҙәйткестәр...
Тиҙәйткестәр
Тиҙәйткес — ауыр әйтелгән өндәрҙең, һүҙҙәрҙең, фразаларҙың берләшмәһенән, ҡабатланыуынан төҙөлгән һәм балалар телмәренең үҫешенә булышлыҡ иткән ритмлы проза йәки шиғри әҫәр....
Тиҙәйткестәр.
Скороговорки.Тиҙәйткестәр. ПОЯСНИТЕЛЬНАЯ ЗАПИСКА Речь не является врожденной способностью человека, она формируется у ребёнка постепенно, вместе с его ростом и развитием. ...