Гафарова Фаягуль Ирандековна

Сайт воспитателя МАДОУ детский сад "Одуванчик"

Заман һулышын тойоп, заман менән бергә атларға,уҫергә, һәр саҡ алға барырға, эске гармония ҡушыуынса йәшәргә,эшемде,үҙемде һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә.

Профессия: Тәрбиәсе

Профессиональные интересы: Тәрбиәсе-ябай һөнәр түгел. Ул-бала күңеленең белгесе. Тәрбиәсе һөнәре – ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре.  Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш.

Увлечения: Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, баҡса үҫтереү, ҡул эштәре, сәйәхәт итеү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Күгәрсен районы,Тәүәкән ауылы

Место работы: "Бәпембә"б/б МББМАУ

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gafarova-fayagul-irandekovna

О себе

Мин Ғафарова Фаягөл Ирәндек ҡыҙы 1974 йылдың  бөтә тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан һуң йәшәргә,киләсәккә өмөт уянғанда, йәмле ҡояшлы март иртәһендә Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында бишенсе бала булып донъяға килгәнмен.

Белемем:1999 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  һөнәренә эйә булдым.Артабан 2016 йылда  ВЭГУ Академияһында уҡып ,, Мәктәпкәсә йәштәге белем" һөнәрен үҙләштерҙем. Хеҙмәт юлын 1999 йылда Тәүәкән дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытыусы һөнәре менән башлап ебәрҙем. Әлеге вакытта мин Тәүәкән ауылында 2004 йылдан балалар баксаһында тәрбиәсе булып эшләйем.

Һөнәрем:беренсе категориялы тәрбиәсе.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Педагог булараҡ минең эске донъямды - 
бөйөк педагог В. Сухомлинскийҙың "Йөрәгемде балаларға бирәм" һәм "Улыма хат" китаптары;
 
әсә булараҡ - Т. Ғиниәтуллиндың "Әсә һәм бала" әҫәре, М.Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы;
 
ҡатын- ҡыҙ булараҡ - Һ.Дәүләтшинаның "Айбикә" повесы, Г.Яҡупованың Ҡатындар" трилогияһы;
 
ҡатын-ҡыҙ һәм көрәшсе булараҡ -  Ғ.Хәйринең "Боролош" романы асырға булышлыҡ итте.
 
Бөйөк педагог К.Д. Ушинский: "Халыҡ теле - баланың рухи тормошоноң, иң аҫыл, бер ҡасан да һулымай һәм мәңге яңынан асыла торған сәскәһе... Теле юғалдымы – халыҡ башҡаса юҡ. Теле тере икән, ул саҡта халыҡ та тере" тип билдәләй.

Мой взгляд на мир

Тормошҡа ҡарашым:
Тәрбиәсе-иҫ киткес һөнәр.Сөнки был һөнәр эскерһеҙ һәм ябай балалар иленә саҡыра. Яҡшы тәрбиәсе-ул дуҫ, әсәй, психолог, артист, художник һәм башҡа сифаттарға эйә булған белемле һәм оҫта педагог. К. Д.Ушинскийҙың:Шәхес кенә шәхесте тәрбиәләй ала! "-тиган һүҙҙәрен оноторға ярамай.Һәр балаға айырым иғтибар, һөйөү биргәндә генә баланың эске күңеле һәм таланттары асыла.

Моё портфолио

Минен портфолио
Белемем: юғары, БДПИ, 1999 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
 
Квалификация категорияһы:  беренсе категория, 2021йыл
 
Дөйөм эш стажы: 24 йыл
Педагогик стаж: 24 йыл

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: